«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
улым, һиңә әйтәм…
+  - 

ҠАЙҺЫЛАЙ ҺӘЙБӘТ ӨЛӘСӘЙЕҢ БУЛЫУЫ!

Кемдең өләсәһе булмаған - ул яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған кеше, тип һанайым мин. Сөнки үҙем дә шундайҙар иҫәбенә инәм. Әсәйем һуғыш йылдарында үҫмер сағында уҡ етем ҡалған, ә атай яғынан өләсәйҙе тере сағында тик өлкән ағайым ғына күреп өлгөргән. Өләсәйле әхирәттәремә мин һәр ваҡыт ҡыҙығып ҡараным, уларға тәмлекәстәр ҙә, байрамдарға бүләктәр ҙә, иркәләү-һөйөлөүҙәр ҙә беҙгә ҡарағанда күберәк эләгә, икенсе ауылда йәшәгәндәренең ҡунаҡҡа барып ҡайтыу мөмкинлеге була торғайны. Шуға мин, исмаһам, балаларым өләсәй тип әйтеп үҫһен ине, тип, әсәйемә һәр ваҡыт оҙон ғүмер теләнем. Аллаға шөкөр, әсәйемә, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан Мәфтуха Астанғәле ҡыҙы Мусинаға хәҙер 88 йәш тулды һәм уның ете балаһынан тыуған ун ике ейән-ейәнсәре лә өләсәй һөйөүенең нимә икәнен тулыһынса татыны. Хатта бәләкәй сағында минең кесе улым ҡунаҡҡа барып йөрөүҙе генә хушһынмай, өләсәһе янында йәшәгән апайымдың ҡыҙына көнләшеп ҡарай торғайны. "Миңә лә Гөлнараныҡы кеүек, эргәлә торған өләсәй кәрәк. Шундайҙы Магниттан һатып алып булмаймы ул?" - тип көлдөргәйне бер ваҡыт...

Өләсәйҙәрҙең төрлөһө була: олоһо-кесеһе, эшләгәне-эшләмәгәне… Яулыҡты яҙып ябып, камзул, галуш кейеп йөрөгәндәре лә, сәстәрен бөҙрәләтеп, бейек үксә, ҡыҫҡа итәк кейгәндәре лә бар. Ниндәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар барыһы ла ейән-ейәнсәрҙәрен ярата. Хатта үҙенекеләргә ҡарағанда ла күберәк ярата, тиҙәр. Тик был һөйөү "күберәк" йә "әҙерәк" тигән төшөнсәләр менән үлсәнәме икән? Мин, өләсәйҙәр ейәндәрен икенсе төрлөрәк ярата, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр, тип уйлайым. Сөнки йылдар үтеү менән аҡыл, тәжрибә туплап, улар үҙҙәре лә, тормошҡа ҡараштары ла икенсе төрлө булып китә. Ә атай менән әсәй һәр саҡ ашыға, аҡса табалар, карьера яһайҙар, уларҙың мәңге ваҡыттары юҡ, ҡайһы саҡ эште, абруйлы белемде, ҡыйбатлы әйберҙәр һатып алыуҙы мөһимерәк тип табалар. Ә өләсәйҙең, айырыуса ул хаҡлы ялда булһа, ейәндәре менән урамда йөрөргә лә, тәмлекәстәр бешереп һыйларға ла, әкиәттәр уҡырға ла, йылы ойоҡбаштар бәйләп кейҙерергә лә ваҡыты етерлек.
Өләсәйҙәр беҙҙең тиктормаҫ балаларға нимә теләһәләр, шуны ҡыланырға рөхсәт бирә. Диванда һикерһендәрме, ишеккә эленеп бәүелһендәрме, ололарҙың һүҙен бүлдерһендәрме - бер нәмә лә тыйылмай. Кәнфитте лә күпме һыя, шул тиклем ашарға ярай, атай-әсәй кеүек, лайыҡлыһыңмы-түгелме, тип, берәү ҙә тикшереп тормай. Өләсәйҙән бөтә нәмәне "былай ғына" алырға була. Аңғармаҫтан сынаяҡ ярһаң да, фломастер менән обойҙарҙы буяп сыҡһаң да - берәү ҙә елкә төбөнә бирмәй. Унан килеп, өләсәйгә әсәйгә әйтергә ярамаған серҙәреңде һөйләргә була. Ул һатмай. Күпме һорау бирһәң дә, һуҡранмай, яуабын табып бирергә тырыша. Әсәй кеүек, "һин хәҙер ҙур, үҙең эшлә" тимәй, ярҙамға ашыға, эш боҙһаң, "үҙең ғәйепле" тип әрләмәй, йәлләп, башыңдан һыйпай. Торт-бәлештәрҙе лә әсәй күберәк һатып ала, ә өләсәй үҙе бешерә, етмәһә, ейәненә ҡамыр йәйергә, он, варенье менән болғанырға мөмкинлек бирә. Эх, ҡайһылай һәйбәт өләсәйең булыуы!
Өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре өсөн барыһын да бирә. Йомарт күңел менән, һис һуҡранмай, иркәләтеп боҙормон тип ҡурҡмайынса ярата. Ни өсөн шулай, тип уйлайһығыҙмы? Минеңсә, уларҙың күңелендә балалары алдында ғәйеп тойғоһо йәшәй. Сөнки улар ҙа ҡасандыр йәш булған, бөтәһен дә аңлап етмәгән, тәрбиә эшендә ғәмһеҙлек күрһәтеп, хаталар ебәргән. Балаһының тамағы туҡ, өҫтө бөтөнмө - шул еткән, сентимент ҡайғыһы булмаған. Ә бына ейәндәр - бөтөнләй икенсе… Ҡатын-ҡыҙ өсөн тәүге бала - һуңғы уйынсыҡ, өләсәй өсөн тәүге ейән - һуңғы бала, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ейәндәр тыуыуын өләсәйҙәр үҙенә күрә атай-әсәй ролендә үҙҙәрен аҡлау мөмкинлеге итеп ҡарай, минеңсә.
Әсәйең балаларыңды нисек яратыуын ҡара ла аңла: ул һине лә шулай уҡ өҙөлөп ярата. Элек тә яратҡан ул, тик был турала әйтергә генә өлгөрмәгән. Ул ейәненә бәләкәй генә, һаман да һөйөүгә һәм наҙға мохтаж Һин тип ҡарай. Тик был турала берәүгә лә өндәшмә: әйҙә, сабыйҙар өләсәләре тик уларҙы ярата тип уйлаһын. Бер ваҡыт үҙең дә өләсәй булырһың һәм ошо ҡыҙ-малайҙарға биреп еткермәгән йөрәк йылыңды ейәндәреңә күсерерһең… Иң мөһиме, балаларыбыҙҙың өләсәйҙәре, үҙебеҙҙең әсәйҙәребеҙ һау булһын.

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.14 | Ҡаралған: 1789

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru