«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уҡытыусы һүҙе
+  - 

ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНА ТАЯНҒАНДЫҢ…
эске көсө ныҡ була

Мәҙәниәт йылында "Нимә ул мәҙәнилек?" тигән һорауға яуап эҙләү тәбиғи күренеш булыр. Беҙ, уҡытыусылар, уға үҙебеҙсәрәк яуап бирәбеҙ. Мәҙәнилек - ул иң беренсе сиратта әҙәп, йәғни кешенең шәхси мәҙәнилеге, йәмәғәт урындарында үҙен тота, аралаша, һөйләшә белеүе. Уҡытыусы-тәрбиәселәр мәктәптә дәрес биреүҙән тыш, ошо мәҙәнилеккә өлгәшергә тырыша. Икенсенән, уҡыусының мәҙәнилеге, уҡыусының ғына түгел, һәр кешенең мәҙәнилеге - ул туған телен, туған халҡының йолаларын, традицияһын, тарихын белеүе. "Үҙ халҡыңдың телен, тарихын, традицияларын белмәү - кеше ниндәй генә юғары ғилемгә эйә булһа ла, наҙанлыҡ, тигән фекерҙәмен", - ти "Тормош һабаҡтары" программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева. Ошо фекерҙән сығып та булдырылғандыр инде был предмет.

Миңә оҙаҡ йылдар мәктәптә "Тормош һабаҡтары" ("Башҡорт мәҙәниәте") уҡытыусыһы булып, йөҙөп йөрөп, кинәнеп эшләү бәхете тейҙе. Уҡыусылар был предметты иң яратҡан дәрестәренән һанай ине. Сөнки мин уларға иң элек: "Һеҙгә сит илдәргә сығырға тура килһә, ят кешеләр менән аралашһағыҙ, Пифагор теоремаһы йәки Менделеев таблицаһы түгел, ә үҙ халҡығыҙҙың шәхестәре, сәнғәт әһелдәре, яҙыусылары, Башҡортостандың тарихи һәм тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында белем кәрәк буласаҡ. Кеше үҙ халҡы тураһында ни тиклем күберәк белә, шул хәтлем белемле, аҡыллы күренә һәм ихтирамға лайыҡ була. Үҙ мәҙәниәтеңде белеү ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһәң дә, һәр ваҡыт кәрәк", - тип аңлатыуҙан башлай инем дәрестәремде. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ғөмүмән, милли идея хаҡында һөйләшкәндә балаларыбыҙ йөҙөндәге ихласлыҡ, ниндәйҙер сәм-ғәйрәт сатҡылары баҙлап китеүе, ә инде яуап биргән саҡтағы фекер тәрәнлеге мине ҡанатландырып ебәрә ине. Мәктәпте тамамлап сыҡҡан уҡыусыларымдың мәҙәни кимәле юғары булыуы өсөн рәхмәт әйтеүҙәре, хатта Бөтөн Союз кимәлендәге матбуғат биттәрендә сығыш яһауҙары, үҙҙәрен генә түгел, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә ишаралап, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүҙәре һөйөндөрә.
Хәҙер күп кенә район мәктәптәрендә "Тормош һабаҡтары" предметын уҡытмайҙар, тип үкенеүҙәрен йыш ишетергә тура килә. Ҡайһы бер район мәктәптәрендә башҡорт теле менән әҙәбиәтен дә дәүләт теле булараҡ ҡына уҡыталар, бындай мәктәптәрҙә "Культура Башкортостана" предметы индерелгән. Ә бит күп кенә башҡорт булмаған мәктәп уҡытыусылары, үҙҙәре һорап, "Тормош һабаҡтары"н (10-сы класс дәреслеген) руссаға тәржемә иттереп уҡыталар, сөнки был предмет уҡыусыға "Культура Башкортостана" кеүек, мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, шул мәғлүмәттәр нигеҙендә баланы рухи тәрбиәләү маҡсатын да тормошҡа ашыра. Уҡыусы үҙ халҡының традициялары, йолалары, ижады, тарихы, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ала рухи тәрбиәне. Ә ундай тәрбиә алған кеше бик төплө мәҙәни кеше була.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан йыл һайын республика кимәлендә "Тормош һабаҡтары", "Культура Башкортостана" предметтары буйынса олимпиадалар үткәрелә. Миңә, оҙаҡ йылдар ошо предметты алып барған, хәҙерге көндә хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусыға, ул олимпиадаларҙа жюри ағзаһы булырға тәҡдим итәләр. Быйыл да Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынған, уны яратып өйрәнгән балалар Өфөлә йыйылып, үҙ-ара көс һынашты. Олимпиадаға балалар арыу ғына әҙерлек менән килгәйне. Һәр уҡыусы тулы һәм йөкмәткеле итеп үҙ белемен күрһәтергә тырышты. Әлбиттә, былар - алһыҙ-ялһыҙ, ихлас эшләгән уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәт емеше. Шулай ҙа ҡатнашыусылар араһында белем яғынан самалыраҡ булғандарын да осратырға тура килде. Мәҫәлән (райондарын атамай ғына яҙам), Һәҙиә Дәүләтшинаның, Арыҫлан Мөбәрәковтың кем икәнен белмәгән балалар булды йәки Рудольф Нуреевты, президентыбыҙ булған, тиеүселәр ҙә табылды. Һуңғы йылдарҙа предметтың илке-һалҡы ғына уҡытылыуында, йә дәрестәр теҙмәһендә яҙылһа ла, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү һылтауы менән, "Тормош һабаҡтары"н уҡытыуға иғтибарҙы кәметеүҙә инде бының сәбәбе. Бындай мәктәптәрҙә, күрәһең, йәш быуынды халыҡ педагогикаһы нигеҙендә белем һәм тәрбиә серҙәренә төшөндөрөүҙең әһәмиәтен аңлап етмәйҙәрҙер. Йәмғиәт, дәүләт үҙ иленең һәр кешеһе хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш икәнлегенә яҡшы төшөнәбеҙ, сөнки үҙенә ҡарата иғтибар кәмеһә, кеше йәмғиәттең, илдең яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһынмай башлай. Бындай хәлдәрҙең киләсәктә йәмғиәтебеҙ өсөн хәүефле булыуы ихтимал. Ә бит халыҡ аҡылын үҙендә туплаған, зиһененә һеңдергән кеше үҙ көсөнә ышана. Үҙенә ышанған кеше әллә ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға үҙендә көс таба, сөнки халыҡ аҡылына таянған кешенең эске көсө ныҡ була.
Беҙ йәш быуынды киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтергә тейешбеҙ. "Тормош һабаҡтары" - тап ошондай фән, ул йәш быуында мәҙәнилек тәрбиәләй, ул - халыҡ аҡылы, башҡорт мәҙәниәте. Халыҡ аҡылын туплаған кешенең рухы бай була. Кешегә бөтөн фәндәр ҙә кәрәк, һәр береһе үҙ урынында, әммә был - әҙәпкә өйрәтеүсе, мәҙәнилек тәрбиәләүсе предмет. Шул уҡ ваҡытта милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡалыу нигеҙе лә.
Олимпиада ваҡыттарында күҙәтә киләм: үҙ мәҙәниәтен яҡшы белгән балалар бөтөнләй икенсе - ғорур, үҙҙәрен ышаныслы тоя, хыялдарын һөйләй, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Йәш быуынды белемле, аҡыллы, камил итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ икән, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарына, милли үҙенсәлегебеҙгә нигеҙләнергә тейешбеҙ.

Тәнзилә БИКБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.14 | Ҡаралған: 1770

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru