«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
был йылда
+  - 

ЙЫРЛАП-БЕЙЕҮ ГЕНӘ...
мәҙәнилек түгел әле

Бөйөк гуманист Альберт Швейцер ҡасандыр бик тапҡыр билдәләүенсә, һәр ваҡиғала, һәр заманда кешелек сифаттарын һаҡлап ҡала алған кеше генә мәҙәни кеше тип атала ала. Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Мәҙәниәт йылының төп маҡсаты нимәлә, ул йәмғиәттә мәҙәнилекте күтәрә алырмы?

Айбулат ҠОТОШЕВ, Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: Мәҙәниәт йылында төрлө саралар ҙа, конкурстар ҙа күпкә артты. Тик улар мәҙәнилекте арттырыу, халҡыбыҙҙың рухын күтәреү йәһәтенән ниндәйҙер һөҙөмтәләр бирерме икән? Мәҙәниәт йылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең елкәһенә оло йөк һалынды ла ул, әммә, минеңсә, йылдың төп маҡсаты булып кешенең эске мәҙәнилеген күтәреү йәһәтенән эштәр башҡарылырға тейеш. Сөнки мәҙәнилек - ул сәхнәгә сығып йырлау йәки бейеү генә түгел. Ошо йәһәттән ҡарағанда, дөрөҫ йүнәлеш алманыҡ һымаҡ, шуныһы мине күберәк борсой. Әхлаҡи, рухи ҡиммәттәрҙе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре генә тәрбиәләй алмай. Ул ата-әсәнең, балалар баҡсаһының, мәктәптең дә эше. Шуға был йыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә генә ҡайтып ҡалмай. Чехов әйткәнсә, кешенең йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла матур булырға тейеш. Йәштәребеҙҙең йөрәгенә изгелек орлоҡтары һалып ҡалырға кәрәк беҙгә хәҙер. Һәр хәлдә, үткәргән һәр сарабыҙҙа балаларҙың, йәштәрҙең күңелен, эске донъяһын үҫтерергә тырышабыҙ. Район мәҙәниәт һарайында ла, ауылдарҙа ла эш бер ҡасан да туҡтамай, хакимиәт иң яҡшы мәҙәниәт усағы, иң яҡшы китапхана номинацияларында грант булдырҙы. Советтар заманында мәҙәниәт дәүләтселектең һәм ватансылыҡтың нигеҙе икәнен яҡшы аңлайҙар ине. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң хужаларҙың ғына түгел, йәмғиәттең дә мәҙәниәткә ҡарашы кире яҡҡа үҙгәрҙе. Шулай ҙа ул ваҡытта республикала рухты күтәрә торған саралар күп булмаһа ла, үтеп тора ине. "Каруанһарай", "Ант", "Дәрүиш" төркөмдәре барлыҡҡа килгән мәлдәрҙе хәтергә төшөрөгөҙ, ул ваҡытта йәштәр үҙенең башҡортлоғонан оялмай торғайны, башҡорт рухы бик ныҡ күтәрелгәйне. Һуңғы йылдарҙа ошо рух та, егерме йылдан ашыу эшләнгән эштәр ҙә юҡҡа сыҡты. Мәҙәниәт йылында ғына был мөнәсәбәтте үҙгәртеп булмаясаҡ, быйыл башлаған эштәрҙе артабан дауам итергә кәрәк.
Ниндәй генә замандар булмаһын, донъя кимәлендә һәр илде, һәр дәүләтте шәхестәре күтәрә. Олимпиаданы асыу тантанаһында Рәсәйҙең тарихы тураһында һөйләгәндә Толстой, Чехов кеүек шәхестәр телгә алынды, сөнки уларҙы бар донъя таный. Сит милләттәр Башҡортостанды завод һәм фабрикалар һаны буйынса түгел, Әхмәтзәки Вәлиди, Рудольф Нуриев кеүек шәхестәре аша белә. Ошондай шәхестәребеҙгә лә иғтибар артыуы, йәштәрҙе уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләү ҙә йәмғиәттә мәҙәнилекте үҫтереүгә бер аҙым ул. Әгәр ҙә ошоларҙы күҙ уңында тотоп эшләһәк, Мәҙәниәт йылы файҙалыраҡ та үтер ине.

Ләйсән ДАЯНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 1636

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru