«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уйлыға - уй
+  - 

ЯҠЛАЙЫҠ ҺӘМ ҺАҠЛАЙЫҠ!

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Салауат районында тыуып үҫкән яҡташтарҙың осрашыуы булып уҙҙы. Сара "Салауаттар" ойошмаһының барлыҡҡа килеүенең 10 йыллығына һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналғайны. Кисә район хакимиәте вәкилдәренең, Өфөлә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың сығыштары һәм концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ойошманың етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты Иштимер Хурамшин үҙенең сығышында бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышырға һәм һәләтле, билдәле шәхестәребеҙҙең исемдәрен пропагандалау буйынса эшләргә тейешлегебеҙҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып: "Һуңғы йылдарҙа Зәки Вәлидиҙе, Салауат Юлаевты ҡараларға маташыусыларҙан уларҙың яҡты исемдәрен яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ һәм күтәрәйек!" - тине.

Халыҡ-ара Информатика академияһы академигы, техник фәндәр докторы Раян Вахитов иһә: "Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейы алыҫ булыу сәбәпле, республикаға килгән ҡунаҡтар уның менән таныша алмай. Шуға Өфөлә уның филиалын булдырыу кәрәк. Конгресс-холл төҙөлөшө башҡорт милли-мәҙәни үҙәге булараҡ башланғайны, ул Салауат Юлаев һәйкәле янында, шуға күрә лә музей филиалын тап ошо йортта ойоштороу яҡшы булыр ине", - тигән бик урынлы фекер әйтте. Әйткәндәй, ошо һәм башҡа тәҡдимдәре менән ул БР Президенты хакимиәтендә булған һәм Аҡ йорт вәкилдәре был мәсьәлә буйынса уйларға вәғәҙә иткән. Ә вәғәҙә - иман.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың юбилейы быйылғы Мәҙәниәт йылы менән тап килгәс, ҡайһы бер фекерҙәрем менән дә уртаҡлашырға булдым. 5 июлдә Салауат районында уҙасаҡ "Салауат көндәре"н Салауаттың рухына бағышлап ҡорбан салыу һәм күмәкләп, барлыҡ майҙан менән бергәләп доға уҡыуҙан башлаһаҡ, ҡасандыр илебеҙ өсөн барлыҡ һуғыштарҙа ла ҡаһармандарса алышып, шәһит булған меңәрләгән батырыбыҙ һәм Салауат менән Юлайҙың рухтары ла шат булыр ине. Мәҫәлән, Төркиәлә иртәнге намаҙға бөтәһе лә мәсеткә йыйыла, намаҙҙан һуң имам-хатип илгә тыныслыҡ, бәрәкәт һорап Аллаһҡа доға ҡыла. Шул ваҡытта меңәрләгән төрөк мәсеттәргә һыймай, урамдар тулып, ҡулдарын һонған килеш, күмәкләп "Амин, амин" тип торалар. Уларҙың дәррәү тауышы йыһанға хәтле яңғырап торған һымаҡ. Шул саҡ уларҙың ниндәй берҙәм, ныҡ иманлы милләт булыуына, бергәләп ихлас ялбарған доғалары ысынлап та ҡабул ҡылынасағына ышанаһың.
Икенсенән, бар ғүмерен Салауатҡа арнаған шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тархан Сәғит улы Заһиҙуллинға (хәҙер мәрхүм инде) Салауат Юлаев ордены бирергә кәрәк. Ул Рәсәйҙә, Башҡортостанда үҙ көсө менән Салауат Юлаевҡа Әлкә ауылында музей асты, батырҙың портреттарын төшөрҙө, уның яҙмышын өйрәнеүгә күп көс һалды. Уның картиналар серияһы Әлкәләге, Малаяҙҙағы музейҙарҙы биҙәп тора. Салауат эҙҙәре буйлап туристик маршрут ойоштороу ҙа уның фекере ине. Башҡорттарҙың беренсе ҡоролтайында "Салауат Юлаев" орденын булдырырға кәрәк", тигән идеяны ул тәҡдим иткәйне. Орден да булдырылды, әммә уның ғүмер буйы түккән көсөн баһалап, үҙенә генә ул бирелмәне, әммә был наградаға иң беренсе булып фәҡәт ул ғына лайыҡ шәхес ине. Салауат районы хакимиәте һәм йәмәғәтселек был хатаны төҙәтеп, эште аҙағынаса еткерер, ғәҙеллек тантана итер, тип ышанғы килә.
Тағы ла шул: Салауат Юлаевҡа арналған тамашаларҙы фәҡәт уның тыуған көнө ваҡытында йәки юбилей йылдарында ғына уҙғарырға тимәгән. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә һәр йыл Салауат Юлаевҡа арнап шиғриәт, һүрәт төшөрөү, инша яҙыу конкурстары уҙғарып тороу Салауат рухын тәрбиәләргә ярҙам итер ине. Салауат Юлаев тураһында рухлы башҡорт киноһы төшөрөлөрөнә халыҡ әле лә өмөтләнә…
Мәҙәниәт йылында тағы бер темаға ҡағылып китеү кәрәк булыр, тип иҫәпләйем. Беҙ үҙебеҙҙең милләттән сыҡҡан олуғ шәхестәребеҙҙең исемен башҡа халыҡтар иғтибарына ла еткерергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, Әйле ырыуы башҡорто, "Ҡисса-и Йософ" поэмаһының авторы Ҡол Ғәлигә Татарстанда "Болғар-татар шиғриәтенә нигеҙ һалыусы болғар шағиры" тип, 2005 йылда һәйкәл асылды. Уға арнап, әллә күпме хеҙмәттәр яҙҙылар. Был ғәмәлдәр, әлбиттә, бер яҡтан, һәйбәт. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был эштәр, тәү сиратта, фәҡәт беҙҙә эшләнергә тейеш ине. Тажетдин Ялсығолов үҙенең "Тарих нама-и болғар" китабындағы шәжәрәһендә Ҡол Ғәлиҙең Әйле ырыуы башҡорто икәнлеген асыҡ күрһәткән. Шуға ла милләттәшебеҙгә, башҡорт халҡының бөйөк шағирына, әйлеләр күпләп йәшәгән төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә (Салауат, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы райондарының) һәм Өфөлә һәйкәл ҡуйыу мотлаҡ кәрәк. Шулай уҡ республикала ла уның тормош юлы, ижадына арналған хеҙмәттәр яҙылһа, яҡшы булыр ине.
Эйе, беҙ милли батырыбыҙ, Салауатыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның нәҫелдәше, яҡташтары булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ һәм йөрәктәребеҙҙә Салауат рухы һәр ваҡыт маяҡ булып тора. Әйҙәгеҙ, уның һәм яуҙаштарының исемдәрен доғаларыбыҙҙан ҡалдырмайыҡ, рухтары шат булһын!

Фәнирә ҒАЙСИНА,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.14 | Ҡаралған: 1720

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru