«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
монолог
+  - 

КЕШЕЛӘРҘЕ ИМАНҒА САҠЫРАМ –
һәр кем Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, әйҙә!

Илшат мулла донъялыҡта башҡаларҙан әллә ни айырылмай. Бөгөн уның кеүек тырышып эшләп, ауыл ерлегендә ҡала шарттарына торошло өй һалып, етеш йәшәгәндәр етерлек. Әммә күҙгә бәреп торған матди хәл генә кешенең асылын билдәләмәй шул. Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәүсе Илшат Баймырҙиндың күңел торошо, рухи байлығы мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә үрнәк булырлыҡ. Уны яҡшы белгәндәр, Илшатыбыҙ ғүмер буйы шулай булды, тиҙәр. Шулай булды, тиеүҙәре, асылына тоғро ҡалды, тигәнде аңлаталыр. Илшат мулланың һөйләгәндәрен "Киске Өфө"нө уҡыусыларға ла тыңлатмаҡсы булдым әле.

Ике тыуыуға - ике үлем

Дин юлына баҫыуымдың сәбәптәре бала сағыма барып тоташа. Минән алты йәшкә ҙур булған ағайым менән бер бүлмәлә йоҡлай торғайныҡ. Бер көн ул клубҡа кино ҡарарға китте лә һуңлап ҡайтты. Бер үҙем йоҡларға яттым. Йоҡлап ҡына барһам, күҙ алдына шундай хәл килә: үҙемде ҡәберҙә ятҡан кеүек тоям. Ҡурҡып, күҙҙәремде асам. Йоҡомһорай башлаһам, киренән шул күренеш ҡабатлана. Дүрт тарафта дүрт стена, күк йөҙө төҫмөрләнә - мин ҡәберҙә. Шул хәтлем ҡурҡыныс! Хәтерҙә ҡалмаған, бәлки, берәй кешене ерләгәндәрен күргәнмендер. Ағайым ҡайтып ингәс тә илап ебәрҙем (ул хәҙер мәрхүм, ауыр тупрағы еңел булһын). "Ниңә илайһың?" - тип һораны ул. Ҡараңғы, ут тоҡанмаған. "Ағай, кеше үлгәс, уның менән нимә була?" - тип һораным. Мәктәптә уҡып йөрөгәс, ағайымдың тормош тураһында үҙ ҡарашы булғандыр инде. "Кеше үлгәс, уны ерләйҙәр. Аҙаҡ ул ҡәберҙә сереп, тупраҡҡа әйләнә. Тупраҡтан үлән үҫә. Үләнде мал ашай…" - уның һөйләгәндәрен тыңлап ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Шуны аңланым: ағайымдың әйткәндәре мине ҡәнәғәтләндерҙе, әммә беҙ ни өсөн был донъяға килгәнбеҙ ҙә, ни эшләп үлеп, юҡҡа сығырға тейешбеҙ, тигән уй һаман борсоно. Күҙ алдына килтерергә маташып ҡарайым, донъя ҡап-ҡара була һәм юҡҡа сыға ла ҡуя. Юҡ, былай булырға тейеш түгел, донъя икенсе төрлө булырға тейеш икәнлеген тоям, әммә аңлата алмайым. Ошо һорауҙарға яуапты мин бик оҙаҡ эҙләнем. Дин юлына баҫҡас ҡына ике тыуыуға ике үлем барлығын төшөндөм. Донъяға килгән бала бер тапҡыр үлеп тыуған кеше. Тәүҙә ул әсә ҡарынында Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән ярала, үҫешә. Бының өсөн уға бөтөн мөмкинлектәр булдырылған. Тәғәйен ваҡыты еткәс, бала был донъяға тыуа. Был донъяға тыуғас, беҙ уны бәләкәй донъяһына кире ҡайтара алмайбыҙ. Ул бәләкәй донъяһы өсөн үлде, был донъяға тыуҙы. Уның әлегә тәне бар, аңы юҡ. Был донъяла ул аҡ менән ҡараны, яман менән яҡшыны айырырға өйрәнә, шулай фани донъяла йәшәй. Тәғәйен ваҡыты үткәс, ул был донъяла үлә һәм әхирәттә тыуа. Тимәк, был донъя икенсе бер донъяға әҙерлек кенә ул.

Ғәмәлдәребеҙ ҡала

Әсә ҡарыны кеүек, Ер-әсә лә беҙҙе туйындырып үҫтерә. Бөтөн нәмәне лә ерҙән алабыҙ. Өй эшләгән ағасыбыҙ ҙа - ерҙән, һулаған һауабыҙ ҙа - ерҙән. Ер - ул әсә. Беҙ уның ҡәҙерен белергә һәм был донъянан һуң тағы бер донъяға тыуасағыбыҙҙы белеп йәшәргә тейеш. Һәм иң мөһиме - яңынан тыуырға әҙерләнеп йәшәргә тейешбеҙ. Мин быға инанып, киләсәгемә ышаныс менән бағам, донъя бөтөүенән ҡурҡмайым. Шуға күрә, үлем тураһында насар фекерҙә түгелмен. Ғазраил фәрештәне хөрмәт итеп, уға иң ҡәҙерле нәмәбеҙ - йәнебеҙҙе аманат итеп тапшырасаҡбыҙ.
Үлем тураһында уйланыу дингә килеүемдең тәүге сәбәбе булды. Үлемдән ҡасып, йә уны алдап булмай. Беҙҙән алда тыуған күпме аҡыллы кешеләр ҙә, изге кешеләр ҙә, бай кешеләр ҙә, хәйләкәр кешеләр ҙә - береһе лә унан ҡотолоп ҡала алмаған. Шуға күрә, үлемгә әҙерләнергә тейешбеҙ. Ысынында, әҙерләнеү зыяратта ҡәбер ҡаҙып, кәфенлек әҙерләп ҡуйыуҙы аңлатмай. Беҙ ҡылған ғәмәлдәребеҙ менән әҙерләнергә тейеш. Кешене ҡәбергә өс нәмә оҙатып барыр: ул да булһа - туғандары, ул да булһа - донъя малы, ул да булһа - ҡылған ғәмәлдәре, тип әйтелгән бер хәҙистә. Икеһе ҡайта, береһе ҡала. Ғәмәлдәре ҡала. Кеше туғандарын һәм ғүмер буйы туплаған болон үҙе менән бергә алып китә алмай. Ҡылған ғәмәлдәребеҙгә ҡарап, әхирәттә беҙҙән хисап аласаҡтар. Шуға күрә, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылып, рәхмәтле булып йәшәргә кәрәк.
Бөгөн ҡылған ғәмәлдәребеҙ беҙҙең бөгөнгө йөҙөбөҙҙө тулыһынса сағылдыра микән, тип йыш уйланыла. Минеңсә, тап килеп етеңкерәмәй. Ҡай саҡ насарлыҡ эшләгән кеше лә яҡшы булып күренергә тырыша, яҡшылыҡ эшләгәне насарлыҡ ҡылған кеүек ҡабул ителә. Аҡ менән ҡара төшөнсәләре буталыңҡыраған - элек яҡшы тигәнде хәҙер насар тибеҙ һәм, киреһенсә, элек ҡабул итмәгән нәмәләр бөгөн яҡшы күренә.

Вәғәҙә - иман

Был донъяла иң бәхетле кеше - башҡаларҙан фәһем алған кеше. Һәр бер есемдең үҙенә күрә исеме була. Атайымдың исеме Мөҙәрис, йәғни дәрес биреүсе. Ул ҡай саҡ эсеп иҫереп, ҡаңғырып та ала торғайны. Шуға, бала саҡтан уҡ фәһем алып, үҙемә һүҙ бирҙем: бер ваҡытта ла ауыҙыма иҫерткес эсемлек алмаясаҡмын. Һүҙемдә торҙом, әммә еңелдән булманы. Ул осорҙа эсмәгән-тартмаған егеттәрҙе егеткә һанамай торғайнылар. Бигерәк тә ҡыҙҙар әсе телле ине. Ҡай саҡ мәжлестәрҙә араҡыны елкәгә ҡойған осраҡтар ҙа булды. Ҡыҫҡаһы, көсләп эсереп маташыусылар әҙ булманы. Техникумда уҡыған осором эскеселектең сәскә атҡан ваҡытына тура килде. Әрмелә хеҙмәт иткәндә һалдаттар наркотик ҡулланыуҙан да баш тартманы, сөнки шундай мөмкинлек бар ине. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән был һынауҙарҙы үтә алдым. Кеше бер тапҡыр һүҙ биргәс, һүҙендә тора белергә тейеш, тип уйлайым. Бала саҡта ҡәһәтләнеүем - мин күргәнде минең балалар күрмәһен, тип әйтеү булды. Эскесе атаның балаһы, тигәндең киреһен иҫбат итеп йәшәргә тырыштым. Кеше үҙенең йәшәү рәүешен дөрөҫ тип таба икән, башҡаларға эйәрергә тейеш түгел. Дин юлына баҫҡас, һаҡал үҫтерҙем. Әсәй мәрхүмә булған көндән ҡырынманым. Мыҫҡыл итеп көлөүселәр булды. Ағас башын ел бора, кеше башын һүҙ бора, тигәнгә ҡарамай, үҙем дөрөҫ тип һанағас, үҙем булып ҡалырға тырыштым. Тормоштағы ауырлыҡтар ҡай саҡ үҙҙәре дөрөҫ юл һайларға этәргес була.

Уҡығым килде…

Мәҙрәсәлә уҡыу теләге көслө ине. Ваҡыт үтә килде, өйләнгәс, ғаилә мәшәҡәттәре өҫтәлде. Ниңә йәшерәк саҡта ынтылманым икән, тип үкенгән мәлдәр ҙә булды. "Мөхәмәҙиә" мәҙрәсәһенә барыу үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ул мәҙрәсә тураһында уҡығаным бар ине. Бер көн иртәнге ашты ашап ултырғанда, башыма уй килеп, ҡапылғара кәрәкле әйберҙәрҙе төйнәп, ҡатыныма ниәтемде әйттем дә, эшкә лә хәбәр итмәйенсә, Ҡаҙанға сыҡтым да киттем. Был хәл туҡһанынсы йылдарҙың уртаһында булды. Ситтән тороп уҡырға индем һәм Хоҙай Тәғәлә рәхмәте менән тәүге сессияның ике аҙнаһын уҡып ҡайттым. Эштән ҡыуғандарҙыр инде, тип ҡайтып төшһәм, ҡатын: "Һине һораусы ла, белеүсе лә булманы", - ти. Аллаһы Тәғәлә бер нәмәне лә ваҡытһыҙ эшләтмәй икән, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Шуға күрә, үткәнгә үкенмәй, киләсәк тураһында Хаҡ Тәғәләнән һорап торорға ғына кәрәк. Сөнки беҙ доға ҡылып, үҙебеҙҙең яҙмышыбыҙға булышлыҡ итә алабыҙ. Доғаның бәрәкәте менән, беҙҙең ниәткә ҡарап, Аллаһы Тәғәлә киләсәгебеҙҙе үҙгәртә.

Дин - йәшәү рәүеше

Әгәр ҙә ғаиләлә аңлау тапмаһаң, ҡатының дин юлында булыуыңды ҡабул итмәһә, ундай ҡатын менән йәшәмәү хәйерлерәк. Ундай әсәйҙең балаларға йоғонтоһо күберәк булһа, улар ҙа кафырлыҡ юлына баҫыуы ихтимал. Иншаллаһ, ғаиләбеҙҙә аңлау бар. Ғаиләбеҙ менән бергәләп ураҙа тотабыҙ. Эшләмәйенсә тешләп булмай, тигәндәй, Аллаға шөкөр, эш урыным бар. Балаларҙы үҫтереү өсөн дә бит матди хәлдең тотороҡло булыуы мөһим. Әммә быны донъяуи мәшәҡәттәрҙән ҡотолоп булмай, тип аңларға ярамай, сөнки дин йәшәү рәүеше булырға тейеш, уны тормоштан айырып ҡарарға ярамай. Һәр иртәлә Аллаһы Тәғәләне иҫкә алып, көн башлау, һәр эште уға бағышлап башҡарыу - үҙе бер йәшәү рәүеше. Бисмиллаһ менән башланған эштең бәрәкәте килә, тормошҡа йән керә. Был юлды бөтә кешеләр ҙә үтергә тейеш. Мәҫәлән, берәү сүрәләрҙе ятлап ҡына мулла булып китә алмай, һаҡал үҫтереп, түбәтәй кейеү ҙә дин юлына баҫыуҙы аңлатмай. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ әлегә быны аңлау кимәленә етә алмайбыҙ, дин юлына баҫмауға ҡырылмаһа ҡырҡ һылтау табабыҙ. Теләк булһа, ваҡыты ла табыла, мөмкинлектәр ҙә асыла. Намаҙға баҫҡандар ваҡытты намаҙ уҡыу ваҡытына ҡарап бүлә. Аллаһы Тәғәлә шулай яратҡан: иртән тороп тәһәрәтләнеп, аҙан әйтеп, намаҙ уҡыу үҙе бер шатлыҡ, бәрәкәт. Көндөҙ эшләп, йәнселеп йөрөгәндән һуң тәһәрәтләнеп, таҙарынып намаҙ уҡығанда тән ял итә. Беҙ тәнде лә Аллаһы Тәғәләнән аманат итеп алғанбыҙ. Кискә ҡарай намаҙ ваҡыттары йышая. Былар ҙа кешенең йәшәүен еңеләйтеү өсөн ҡулайлаштырылған. Беҙ был ғәмәлде дөрөҫ файҙалана белергә тейешбеҙ. Ураҙа тотоу ҙа шатлыҡ - тәнгә ял биреү ул. Бындай ҡәнәғәтлекте һәммәбеҙгә лә кисерергә яҙһын, тип теләйем. Мәҫәлән, берәй кешегә насар һүҙ әйткәнһең, йә булмаһа, уның тураһында насар уйлағанһың икән (донъя булғас, төрлө хәлдәр була), намаҙ уҡығанда күңел тыныслана, насар уйҙар ситкә китә. Тән бысранған һымаҡ, күңелебеҙ ҙә бысрана икән, беҙ уны тик намаҙ уҡып ҡына таҙарта алабыҙ. Намаҙға баҫыу был донъяға мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртә. Намаҙ уҡыу ваҡыты менән көндө айырым бер тәртипкә һалып ҡарай башлайһың.

Ниәт

Беренсе тапҡыр ураҙа тоторға ниәтләнгәндә әсәйем мәрхүмә: "Ҡуй, улым, ыҙалама, һин тота алмаҫһың ул", - тине. Ни өсөн тигәндә, иртәрәк тороп тамаҡ ашаһам да, төшкә тиклем ашамайынса сыҙамай торғайным. Йә булмаһа, һыуытҡыстан һөт алып йылытып эсәм, йә булмаһа, бер-ике йомортҡа бешереп ашайым. "Юҡ, әсәй, ниәт иткәс, тотоп ҡарайым", - тинем. Беренсе көндө бер нәмә лә һиҙелмәне, асыҡманым да, арыманым да. Бер нәмәне аңланым: кеше ураҙа ваҡытында доға көсө менән йөрөй икән. Ауыҙ асып, намаҙ уҡығайным, бөтөн тәнем янып, хәлем бөттө лә ҡуйҙы. Ә ураҙа тотоуҙың бер ауырлығын да тойманым. Ураҙаны ниәтһеҙ тотһаң, ул ҡоро асығыу ғына була. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн таң атҡандан ҡояш байығансы ураҙа тоторға ниәт ҡылдым, тип, ғәрәпсә йә үҙебеҙҙең телдән ниәт ҡылһаң да була. Ниәтһеҙ ураҙа ураҙа булмай. Ниәт иткәндә генә Аллаһы Тәғәлә еңеллек бирә.
Әлхәмдүллиллаһ, ике тиҫтә йылдан ашыу ураҙа тотам. Өс-дүрт йыл элек ауырыңҡырап та кителде, әммә ураҙаны шул тиклем ҡалдырғы килмәне. Ауырыған хәлдә лә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән тотоп бөттөм. Аҙаҡтан үҙем ҡыуанып бөтә алманым. Барыһы ла ниәттән тора. Ниәтеңә ҡарап ғәмәлен бирермен, тигән Хоҙай. Әммә ниәтте маҡсат менән бутарға ярамай. Мин, мәҫәлән, ниәт иткәндә үҙемде Аллаһы Тәғәләгә таянып эш иткән кеүек тоям. Финишҡа тиҙ барып етәм, тауға менеп етәм, машина алам тип, маҡсат ҡуйырға булалыр. Тағы хыял төшөнсәһе лә бар. Хыялый кешеләр генә хыяллана һымаҡ, минеңсә. Ниәт кенә дөрөҫтөр, тим. Хыялланыу - бер нәмәгә лә таянмай эш итеү. Нигеҙһеҙ хыял бушлыҡҡа оса, юғары көскә таянып, терәк тойоп ниәтләнгәндә, Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡеүәт бирә.

Шикләнеү - инҡар итеү

Ҡаҙанда уҡыған саҡта аҡшам намаҙынан һуң үтәлә торған бер йола булды: намаҙҙан һуң шәкерттәр үҙе тураһында нимә булһа ла һөйләргә тейеш. Әлмәт ҡалаһынан килгән Хәниф исемле шәкерттең нисек дингә килгәнен һөйләгәне иҫтә ҡалған. Ул баш терапевт булып эшләй ине. Уҡып йөрөгәндә бер хирург: "Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ышанмаһағыҙ, моргҡа барып ҡарағыҙ, ир кешенең бер ҡабырғаһы тулмай", - тип әйткән. Башта көлөп, әкиәт һымаҡ ҡабул иткән был. Шулай ҙа аҙаҡ, ҡыҙыҡһынып, моргҡа барған. Ысынлап та, ир кешеләрҙең һул яҡ ҡабырғаһы тулмай икән. Аҙаҡ китаптарҙан да яуап эҙләгән. Шунан ғына, ысынлап та, ҡатын кешенең Әҙәм ғәләйһи үәссәләмдең һул яҡ ҡабырғаһынан яратылғаны буш түгеллегенә ышанып, дин юлынан киткән.
Әлбиттә, төрлө кеше дингә төрлө юлдан: берәү берәй нәмәнән ҡурҡҡандан, икенсе берәүҙәр ата-әсәһенең йоғонтоһона эйәреп килә. Әммә кемгәлер оҡшарға тырышып килеүгә ҡарағанда, Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм берлеген үҙең аңлап килеү яҡшылыр, тим. Доға ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ҡабул иттеме-юҡмы тип шикләнһәк, ул доға ҡабул түгел, сөнки беҙ шулай Аллаһы Тәғәләнең иң ҙур сифаттарын юҡҡа сығарабыҙ. Ул беҙҙе күрә, ишетә, белә икәнен инҡар итеү был. Бәндә доға ҡылам тип ҡул күтәргән икән, уның ҡулын буш ҡалдырырға оялам, тигән Аллаһы Тәғәлә. Доғаңда һорағаның бөгөн ҡабул булмаһа, иртән ҡабул булыр, сабырлыҡ кәрәк. Ҡай бер кеше, һораһам да бирмәне, тип шикләнеп, дингә ҡул һелтәп ҡарай башлай. Бәлки, уның әжерен беҙгә әхирәттә биргәне хәйерҙер, сөнки әхирәттең сауабы был донъяныҡына ҡарағанда күп тапҡырҙарға артығыраҡ. Дин - ул ҡағиҙәләр, йолалар үтәү генә түгел бит, йәшәү рәүеше лә. Тулы ышаныу, иман, Аллаһ ишетә, күрә, белә, тип, тулыһынса ҡабул иткәндә генә була. Мәҫәлән, сүллектә китеп барғанда намаҙ ваҡыты етһә, мине бер кем дә күрмәй, намаҙ уҡып тормаһам да була, тип, ғәмәл башҡарылмай икән - ул иман түгел.

Пәрҙә

Ысынында, Аллаһы Тәғәлә кешегә ысын күңелдән һорағанын бирә. Шуға һүҙҙе уйлап һөйләргә, дөрөҫ ниәт ҡуйып йәшәргә тырышырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә әйткән: "Ниәтеңә ҡарап, ғәмәлеңде яҙырмын". Төптән уйлап, ниәтләнеп йәшәргә тейешбеҙ. Ҡай берҙә ҡыҙыулыҡ менән уйламаған һүҙ һөйләп ташлайбыҙ, ахырын уйламайбыҙ. Һүҙ беҙҙең яҙмышыбыҙҙы үҙгәртеүе лә ихтимал, шуға күрә, һүҙ менән ташланырға ярамай. Аллаһы Тәғәлә кешегә өс нәмәне тыйған: ныҡ шатланыуҙы, ныҡ ҡайғырыуҙы һәм дә асыуланыуҙы. Сөнки шундай мәлдәрҙә кеше менән Аллаһы Тәғәлә араһында пәрҙә барлыҡҡа килә, кеше үҙен-үҙе ҡулға ала алмай, үҙенә үҙе хужа булмай.

Ысын мосолман

Дин тотмағандарҙы ла беҙ мосолман тип йөрөйбөҙ, әммә улар, ысынында, мосолман була алмай. Мосолман булыр өсөн беҙ Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылып, намаҙҙар уҡып йәшәргә тейешбеҙ. Иң беренсе - иман килтереү фарыз. Ураҙа тотоу, зәҡәт биреү, хаж ҡылыу терәктәренә таянып йәшәп кенә мосолман булып була. Әгәр ҙә кеше ысын күңелдән ышанып, бер мәртәбә булһа ла: "Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән Рәсүлүллаһ", - тип әйтә икән, ысынлап та, Аллаһы Тәғәләнең берлегенә һәм Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең рәсүллегенә таныҡлыҡ бирә, үҙен мосолман тип таный. Был ҡоро һүҙ түгел, был - иман килтереү. Әммә иман килтереү генә аҙ, ысын мосолман, ысын дини кеше булыу өсөн уның ҡалған ғәмәлдәрен дә үтәргә кәрәк. Зәҡәт биреүҙе, үҙ байлығыңдан өлөш сығарыуҙы үтәү мотлаҡ.

Күңел ҡылдары

Бер хәҙис бар: һиңә йөҙ мөфтөй фәтүә бирһә лә, уларҙы тыңлама, күңелеңде тыңла, күңелең һине алдамаҫ. Ысынында, беҙ Аллаһы Тәғәлә менән күңелебеҙ аша тоташҡанбыҙ. Һәр кем кисергәне барҙыр, беҙ ҡайҙалыр күңел тартмай барабыҙ икән, берәй нәмә булып тора. Күңел ҡылдары бик нескә, уларҙы өҙмәҫкә, Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеште нығытырға тырышырға кәрәк. Күп осраҡта күңел теләмәгәнде лә эшләргә мәжбүрбеҙ. Шуның арҡаһында бәлә-ҡазалар булып тора. Был донъяла йәшәйем тип, әхирәтте онотма, әхирәткә әҙерләнәм тип, был донъяны онотма, тиҙәр. Икеһен дә бер тигеҙ тартырға тырышырға кәрәк. Мәҫәлән, мин әхирәткә әҙерләнәм, тип, намаҙлыҡ өҫтөндә ултырып, доға ғына ҡылам икән, улай дөрөҫ булмай, ғәмәл дә ҡылырға кәрәк. Йә булмаһа, бол туплап, мал йыйып ҡына йәшәһәк, улар был донъяла ҡаласаҡ, сөнки әхирәткә тик ғәмәлдәрҙең әжерҙәрен, сауаптарын ғына алып китәбеҙ.

Тәүбә
Намаҙ уҡымаған, ураҙа тотмаған, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡанын үтәп, тыйғанынан тыйылып йәшәмәгән кешене, әлбиттә, әлегә гонаһлы тип әйтеп булмай. Белгән гонаһҡа ҡарағанда, белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙ күберәктер ҙә әле. Беҙ бит тәүбәгә килеп, намаҙ уҡыйбыҙ - был буштан-бушҡа түгел. Күңелебеҙҙе таҙартыу өсөн кәрәк ул беҙгә. Изге бәйғәмбәрҙәребеҙ, сәхәбәләр, изге булыуҙарына ҡарамаҫтан, намаҙ уҡығандар, тәүбәгә килгәндәр, ғибәҙәт ҡылғандар. Аллаһы Тәғәлә уларҙы тере саҡтарында уҡ ожмах менән шатландырған хәлдә лә, ожмахлы булдыҡ, тип, түбәгә төкөрөп ятмағандар, киреһенсә, үҙҙәренең ғибәҙәттәрен арттырып, ғәмәл ҡылырға тырышҡандар. Был донъяла берәү ҙә үҙен, мин - изге, мин - гонаһһыҙ, тип әйтә алмай. Уны Аллаһы Тәғәлә Үҙе генә белә. Мәҫәлән, христиан дине буйынса кешеләр сиркәүгә килеп, гонаһтарынан таҙарыныуҙы һорай. Әммә ундайҙар дин әһеленә түгел, уның аша Аллаһҡа мөрәжәғәт итә, сөнки Аллаһ үҙе генә кисерә ала. Беҙҙең, мосолмандарҙың, туранан-тура Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлегебеҙ бар икән, уны файҙаланырға, тәүбә намаҙҙары уҡырға тейешбеҙ.

Диндә көсләү юҡ

Дингә мөкиббән китеп, фанатиктарса бирелеү дөрөҫ түгелдер, тим. Ундай инаныу күп яңылышлыҡтарға алып килә. Хатта енәйәттәргә алып килеүе ихтимал. Диндә көсләү юҡ. Намаҙға баҫырға көсләү ҙә дөрөҫ түгел. Ысынында, Аллаһы Тәғәләне танып, уның ҡушҡанына ышанып баҫҡан намаҙ хәйерлерәк. Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, тиҙәр бит. Нурһыҙ имандың бер файҙаһы ла юҡ.
Ысынында, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡырға кәрәкмәй, беҙ үҙебеҙҙән үҙебеҙ ҡурҡырға, Аллаһы Тәғәлә ҡушмаған ғәмәлде үтәүҙән, яңылыш юлға баҫып китеүҙән ҡурҡырға тейешбеҙ. Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтле, шәфҡәтле, ул беҙгә тик изгелек теләй. Аллаһы Тәғәләнең Әл Ҡәһару кеүек ҡурҡыныс исеме лә бар, әммә Аллаһы Тәғәләне язаһынан ҡурҡып түгел, киреһенсә, Уны хөрмәтләп, ололап ғибәҙәт ҡылып таныу хәйерлерәктер, тип уйлайым. Үҙ балаларыбыҙға ни тиклем һөйөү менән ҡараһаҡ та, сиктән сыҡһалар, шелтәләп ташлайбыҙ бит. Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтле булһа ла, кеше сиктән сыҡһа, ҡазаһын да, язаһын да бирә. Дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн шунһыҙ ҙа булмайҙыр.

Илаһи нур

Аллаһы Тәғәләне ниндәйҙер сүрәттә күреүҙе дин тыя. Уны һынландырыуға беҙҙең аң етмәй. Үҙемсә мин Аллаһы Тәғәләне яҡты нур һымаҡ тойомлайым. Аллаһы Тәғәләнең туҡһан туғыҙ исеме бар. Миңә иң яҡыны - Нур исеме. Шуға ла үҙемдең малайға, Нурҙың ҡоло булһын, тип, Ғәбдинур тип исем ҡуштым.

Дәғүәт

Үҙем Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанғас, башҡаларҙы ла ышандырғым килә. Башҡалар ҙа Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә, беҙҙе күреп, ишетеп торғанлығына ышанһын, үләбеҙ ҙә бөтәбеҙ, тип йәшәмәһен ине. "Кешенең йәне бар, ул ожмахҡа йә тамуҡҡа юлыға, ә бына хайуандарға ниндәй яҙмыш?" тип һораған сәхәбәләр Бәйғәмбәребеҙҙән. "Улар тупраҡҡа әйләнер, ә кафырҙар, ниңә тамуҡта бындай ғазаптар кисергәнсе, хайуандар кеүек, беҙ ҙә тупраҡҡа ғына әйләнмәнек, тиерҙәр", тип яуап биргән Аллаһ Рәсүле. Ҡайҙа ғына булһам да үҙем өсөн дәғүәтте, дингә саҡырыуҙы, төп маҡсат итеп ҡуям. Кешеләр, ысынлап та, үлем юҡ икәнен, үлгәндән һуң тыуабыҙ икәнде аңлаһындар һәм дә бар хәленсә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылып, бәхетле булырға тырышһындар, тим. Шулай, үҙем ышанғанға башҡаларҙы ышандырғым килә. Мәҫәлән, мин еләкле аҡланға килеп сыҡтым икән. Башҡаларҙан йәшермәй, бөтәһен дә шунда саҡырған кеүек, үҙем иман юлына килгәнмен икән, башҡаларҙы ла иманға саҡырғым килә. Улар ҙа Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, Ул бит бөтә ниғмәттәрен дә буш бирә, алайыҡ шуларҙы.

Ваҡыт хаҡы
Әхирәттә беҙҙең һәр бер ағзанан яуап аласаҡтар, ти. Тел нимә һөйләгән, күҙҙәр ни күргән, ҡолаҡтар ниҙәр ишеткән, аяҡтар ҡайҙа йөрөгән, ҡулдар ни башҡарған? Иң ауыр һорау: "Ваҡытыңды нисек үткәрҙең?" тигәне, ти. Был донъяла иң ҡәҙерле нәмә - ваҡыт. Ысынында, дингә баҫһаң, ваҡыт етмәй. Көндө намаҙҙарға, башҡа эштәргә бүлһәң, ултырып телевизор ҡарарға ваҡыт та ҡалмай, көн бәрәкәтле үтә. Ә кемдер берәү ваҡыт үткәреү өсөн кәрт һуға, ләстит һата, йә сериалдар ҡарай икән, ул ваҡытын үлтерә. Киреһенсә, һәр бер минуттың, секундтың, сәғәттең ҡәҙерен белеп, Аллаһы Тәғәләгә яҡынларға тырышып йәшәргә тейешбеҙ - шул саҡта иң ауыр һорауға яуап биреүе еңелерәк булыр. Ғибәҙәт ҡылырға, тәүбәгә килергә, ваҡытлыса булһа ла, донъяның ауырлыҡтарын кисереп булһа ла, был донъяның ҡәҙерен белеп йәшәргә мөмкинлек бирелгәс, беҙ Аллаһы Тәғәләгә хөрмәт йөҙө менән боролоп, киләсәкте уйлап йәшәргә тейешбеҙ.

Шулай итеп…
Ауылдан ҡалаға килеп төпләнгәндәрҙең күбеһе, ауылға ҡайтам, ҡалаға барам, тип һөйләй. Был ғәҙәт ғәләмәте генә түгелдер. Дингә лә килмәйҙәрҙер, ҡайталарҙыр. Әлмисаҡтан бирле килгән асылыбыҙға ҡайтайыҡ, мөхтәрәм ҡәрҙәштәр.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.14 | Ҡаралған: 2269

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru