«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарих ярсыҡтары
+  - 

ҠАТАЙҘАР ҠАРАҺАҠАЛ ЯУЫНДА

Нуғай юлындағы көнбайыш ҡатайҙар башҡорт халҡы тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған. Бигерәк тә был ХVII - ХVIII быуаттарҙа башҡорт яуҙары ваҡиғаларында асыҡ сағыла. Был мәҡәләмдә башҡорт халҡының артабанғы йәшәйешенә ҙур йоғонто яһаған 1735 - 1740 йылдарҙағы яуҙың һуңғы осоро - 1740 йыл миҫалында башҡорт ихтилалдарында ҡатайҙарҙың ҡатнашыуын асыҡларға теләнем.

1740 йылға тиклемге ваҡиғаларға байҡау

1737 йылда ихтилалды баҫтырыусы етәкселәр алмашына. Румянцевты алмаштырған Хрущев урынына генерал Соймонов тәғәйенләнә, мәрхүм Кириллов урынына В. Н. Татищев килә. Яңы етәкселек элеккеһен хаталарҙа ғәйепләй. Мәҫәлән, Хрущев башҡаларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай ҡабул иткән ҡарарҙары менән яңы баш күтәреүҙәргә килтерҙе, ти Татищев (Татищев әсирҙәрҙе көслө ҡарауыл аҫтында тоторға, ә язаламаҫҡа кәрәклеген иҫкәртһә лә, Хрущев ҡаты саралар ҡуллана, бөтә сараларҙы тормошҡа ашырыуға уны Төрөк һуғышына ебәреү генә ҡамасаулай). Соймонов сентябрь айында тауҙарҙағы баш күтәреүселәргә ҡаршы походты үҙе етәкләй. Ул Табынскийҙан Алатау, Ҡалыу, Башты, Юрми тауҙарын үтеп, Ағиҙел үренә сыға, тик баш күтәреүселәр Ағиҙел аша сығып өлгөрәләр. 18 сентябрҙә тауҙарҙа тороп ҡалған баш күтәреүселәр һәм капитан Гольчин отряды араһында һуғыш була. Ҡалыу тауындағы һуғыш өс сәғәт дауам итә, 81 кеше үлтерелә. Был һуғышта яҡын-тирә улыстарҙан (Нуғай юлының ун биш улысынан) мең ярым кеше ҡатнаша. Баш күтәреүселәр араһында Иҙел-Ҡатай һәм Инйәр-Ҡатай улыстары ла була (6-сы т., 483-сө бит). Көҙгә хәрәкәт дөйөм һөжүмгә әүерелә алмайынса, һүнә. Декабрь башында баш күтәреүселәрҙең ҡайһы берҙәре баш һала башлай. Кәлсер-, Дыуан-, Кесе-, Ҡумрыҡ-, Ҡара-Табын улыстары, Ҡарағай-, Сәнкем-, Бошман-Ҡыпсаҡ улыстары, Ҡыуаҡан, Бөрйән, Юрматы, Түңгәүер, Күбәләк улыстары башлыҡтары менән Ҡатай улысынан Аҡҡусҡар бей ҙә баш һала. Декабрь аҙаҡтарында Өфө воеводаһы А. И. Алфимовҡа Тамъяндан - Сәйетбай һәм Рысабай, Кәлсер-Табын улысынан - Килдеш сәсән, Юрматынан - Мортаза, Дыуандан Солтан һәм дә Ҡатайҙан Күсекәй яҙған хатты тапшыралар. Ул хаттан башҡорттарҙың воевода уларға ебәргән дүрт кешенең килеп етеүен бик тә ыңғай ҡабул итеүен, шул уҡ ваҡытта Әбелхәйер хандан да Ҡарабай исемле вәкил ебәрелеүен һәм уның да властар менән дә, Әбелхәйерҙең үҙе менән дә башҡорттарҙы яраштырырға килеүен белергә була. Яу етәкселәре Алфимовҡа, "беҙ императрица ғали йәнәптәре ҡанаты аҫтынан баш тартырға уйламаныҡ, бының өсөн беҙҙе битәрләмәгеҙ", тип яҙа. Шул уҡ ваҡытта, "...беҙ Килмәк һәм Аҡайҙы, Абдулла һәм Йосопто иреккә сығарыу тураһында указ сыҡҡан тип тә ишеткәйнек, әммә уларҙы иреккә сығармай тороп, башҡорттарҙың береһе лә был хәбәргә ышанмай", тип өҫтәйҙәр. Уға тиклем улар тотҡондағы яу етәкселәренән хаттар алған була. Килмәк, Аҡай, Абдулла, Йосоп яу етәкселәренә, "беҙ бында һеҙҙең һаман да тынысланмауығыҙ арҡаһында тотҡонлоҡта ятырға мәжбүрбеҙ, әгәр ҙә Аллаға тапшырып, бөтә гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауҙы һорап, батшабикәбеҙ ғали йәнәптәренә баш эйһәгеҙ, Ҡөрьән үбеп, яңынан антҡа килтерелһәгеҙ, беҙгә лә еңеллек килер ине", тип яҙалар (еңеллек, әлбиттә, килмәй - улар язалап үлтерелә (6-сы т., 349-350-се биттәр). Ошондай хатты ҡатайҙарҙан Йәнебәк тә ала.
Бында ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйерҙең хыянатын да иҫкә алып китергә кәрәк - ул рус властары һәм башҡорттар араһында ҡойроҡ болғап (батша властарына - башҡорттарҙы тынысландырасаҡмын, ә башҡорттарға - властарҙан еңеллек һораясаҡмын, тип вәғәҙә итә), хәрәкәткә ҙур зыян килтерә. Хәрәкәт тик киләһе йылдың яҙында ғына яңыра. Ҡаҙан юлы Гәрәй улысынан Әбләғужа Йәнғужин һүҙҙәренә ҡарағанда, баш күтәреүселәр ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән һөйләшеүҙәрҙе яңыртырға тырышып ҡарай. Әммә башҡорттар рус властарына ышанмауҙарын белдерә һәм Әбелхәйер Ҡатай улысына йүнәлә (6-сы т., 550-се бит). Юл ыңғайы Ҡыр Көҙәй улысында ла булып, уларҙы властар менән яраштырырға маташҡандан һуң, ул Ҡатай улысына килеп, Аҡҡусҡар бей ауылында урынлаша. Ҡаҙаҡтар менән бәйләнеш булдырырға тырышыу 1736 йылда уҡ башланған булһа ла, үрҙә әйтелгәнсә, был файҙа килтермәй. Шулай ҙа яу етәкселәре ҡаҙаҡтар менән бәйләнештең бик мөһим икәнлегенә халыҡты ышандырырға тырыша. Был эштә ҡатайҙарҙан Аҡҡусҡар бей ҙә тырышлыҡ күрһәткәне аңлашыла артабанғы документтарҙан. Ҡатай Яныбай янындағы кәңәшмәлә Алдар Иҫәнгилдин яу етәкселәрен баш һалырға, штраф аттарын Табынскийға алып барырға өгөтләүенә Аҡҡусҡар бей риза булған кеүек тороп ҡалһа ла, ул китеү менән яуҙы дауам итергә була, Сәйетбай Алкалин менән берлектә ҡаҙаҡтар менән килешеүҙе яңыртырға, ҡалмыҡтар менән дә бәйләнеш булдырырға килешәләр. Әммә 1738 йылда хәрәкәт киң йәйелеп китә алмай.
Яу барышында даими рәүештә властар яҡлы булып ҡалған түрәләр ҙә була. Мәҫәлән, ҡатай Булат Йәлекәев тә - шундайҙарҙың береһе. Ул властарға даими рәүештә баш күтәреүселәр тураһында хәбәрҙәр еткереп тора, үҙенең кешеләре менән баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәшә. Властарға еткергән бер хәбәрендә ул, "намерение имеют башкирцы подлинно, чтоб, нынешним летом собрався, вырубить живущих близ Табынска верных башкирцов старшину Полата и сотника Якупа и протчих иноверцев", ти (6-сы т., 619-сы бит). Шулай ҙа власть яҡлы кешеләр аҙыраҡ булғанға оҡшай. Быға миҫал итеп түбәндәге донесениены килтерергә була. Татищев ҡушыуы буйынса Собханғол Ураҙов исемле берәү Нуғай юлы Ҡатай улысына 1739 йылдың яҙында бында йәшәгән сыуаштарҙы казак отрядына яҙҙырырға килә. Шунда ул Ҡоҙашман исемле башҡорттан Ҡатай улысы һәм башҡа улыстарҙың йәйгә баш күтәрергә йыйыныуын белә. Ҡоҙашман тағы ла уның өйөндә тимерселәр һөңгөләр һәм уҡ башаҡтары эшләүен дә әйтеп, ошоларҙы өҫтәп ҡуя: "Хотя кузнецов у них выводят, но у них де кузнецов много..." Һуңынан ул, әгәр тимерселәрҙе тоторға килеүселәр булһа, барыһын да үлтерәсәкбеҙ, тип тә иҫкәртә. Ҡоҙашман Алдар Иҫәнгилдиндың да йәйге сығышҡа ризалығын, рустарҙың, штраф аттары алһалар ҙа, һәр саҡ башҡорттарҙы ҡыҫыуҙарын әйтә. Май урталарында, Булат Йәлекәев хәбәр итеүенсә, Нуғай һәм Себер юлы улыстарында баш күтәреүселәр, иллешәр кешелек төркөмдәргә бүленеп, ауылдар буйлап көрәшкә күтәрелергә өндәп йөрөй башлайҙар. Шул уҡ ваҡытта Тубыл йылғаһы үрендә ҡаҙаҡтар күпләп туплана, уларҙың башҡорт улыстары буйлап 20, 30, 40 кешелек төркөмдәр менән йөрөп ятыуҙары тураһында хәбәрҙәр ишетелә, әммә ҡалмыҡтар менән дә, ҡаҙаҡтар менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырырға тырышыу һөҙөмтә бирмәй. Нуғай юлының "баш буры" Сәйетбай Алкалиндың Табынский тирәһендә хәрәкәт итеүе, генерал Соймонов уның менән һөйләшеүгә Рысай байҙы ебәреүе тураһында май-июнь айҙарындағы документтан белеп була. 16 июлдә "тоғро" татар Ибрай Әхмәтов Ҡатай улысында (Аҡҡусҡар байҙың янында булырға тейеш) үткән йыйында биш йөҙләп башҡорт, утыҙлап ҡаҙаҡ ҡатнаша, тип хәбәр итә. Тик был ҡарарҙар һүҙҙә генә тороп ҡала. Был йылда ла хәрәкәт киң йәйелә алмай, әммә башҡорттар халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын өҙөүгә өлгәшәләр.

Ринат ШӘЙБӘКОВ,
Белорет районы Зөйәк урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
(Дауамы. Башы 29-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.14 | Ҡаралған: 1604

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru