«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕМ БУЛЫП КИЛӘ ҠАЛАҺЫМ...
+  - 

Үҙен белә-белгәндән алып бейеүсе булырға хыяллана Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында донъяға килгән, саңлы урамында балалыҡ эҙҙәрен ҡалдырған, эргәләренән аҡҡан йәмле Ағиҙел йылғаһына, уның мәғрүр аҡ ҡаяларына ҡарап таң ҡалған һәм ошонан ҙур тормошҡа юл алған Сөмбөл.

- Ун ғына йәшемдә Белоретта үткән "Башҡортостан йондоҙсоҡтары" конкурсында ҡатнаштым һәм тәүге ҙур еңеүемә өлгәштем, - тип иҫкә ала бөгөн Сөмбөл Моратова. - Ошо уңышым миңә ҡанат ҡуйҙы ла инде: яңы йырҙарҙы тағы ла дәртләнеберәк, сәмләнеберәк өйрәнә башланым. Тырышлығым бушҡа китмәне - 1997 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Сибай ҡалаһында үткәрелгән "Ирәндек моңдары" икенсе төбәк-ара бәйгеһендә балалар араһында беренселекте яуланым. Мәртәбәле бәйгелә уңыш ҡаҙаныуым минең балалыҡ хыялдарымды киҫкен генә бороп ебәрҙе. Быға ҡәҙәр бейеүсе булыу теләге менән яныуым сәнғәттең икенсе юҫығына табан йүнәлеш алды....
Йыр-моң бәйгеләрендә юғары баһалар алған ҡыҙ, ауылы мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағас, документтарын Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә илтеп тапшыра. Бында ул билдәле педагог Әлфиә Мәсәлимова класында шөғөлләнә, унан бик күп файҙалы кәңәштәр, төплө белем ала. Нәҡ остазының тәҡдиме һәм кәңәше буйынса буласаҡ йырсы училищела уҡыған йылдарында уҡ республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт юғары башҡарыу оҫталығы, халыҡ йырҙарын тәрәндән тойомлау, аңлау һәләтен күрһәтә. Әлбиттә, талапсан тамашасылар ҙа Сөмбөлдөң тәбиғи һәләтен, йыр-моңға маһирлығын үҙ күрә һәм уның һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмә. 2000 йылда "Урал моңо"нда - икенсе, 2002 йылда "Оҙон көй"ҙә - өсөнсө һәм шул уҡ йылда "Ирәндек моңдары"нда икенсе урындарҙы яулауын йырсы тәү сиратта Әлфиә Кәрим ҡыҙы биргән һабаҡтар менән бәйләй һәм икәүһенең уртаҡ уңышы тип һанай. Сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлаған, хәҙер инде башҡорт йырҙарын һөйөүселәр араһында ярайһы ғына танылыу алған ҡыҙ хеҙмәт юлын Нефтекама филармонияһында башлап ебәрә. Тик күңеле тыуып үҫкән Бөрйәненә яҡын булған Сибай ҡалаһына тартыла һәм бер йылдан бындағы филармонияға ҡайтып, яҡташтарын моңло йырҙары менән һөйөндөрә башлай.
Талантлы йәш йырсы тамашасылар алдында йырлауҙан тыш, үҙен төрлө йыр-моң бәйгеләрендә һынап ҡарауын дауам итә. 2006 йылда үткәрелгән "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы Сөмбөлгә ҙур еңеү килтерә: ул профессионал йырсылар араһында иң юғары дәрәжәгә - мәртәбәле бәйгенең төп призына лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһы Президенты уға еңел автомобиль асҡысын үҙ ҡулдары менән тапшыра!
...Әсәһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф милли өҫтөнлөклө проекты гранты лауреаты Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙинаның халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле моң менән яратып йырлауын тыңлап үҫә Сөмбөл. Кем белә, бәлки, нәҡ Фәнүзә апай һалғандыр ҙа кескәй ҡыҙының бөрөләнеп килгән йөрәгенә милли көй-моңдарыбыҙға һөйөүҙе. Һәр хәлдә, уҡытыусылар ғаиләһендә матур тәрбиә алып, аныҡ маҡсат һәм донъяға аңлы ҡараш менән үҫкән ҡыҙҙың бөгөн сәхнә күрке булыуы бушалъюҡтан ғына түгелдер. Заманында мәктәп директоры булып эшләгән, "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы", "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исемдәренә лайыҡ атаһы Ривал Рәхмәт улы ла ҡыҙының уңыштарына үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр.
Бөгөн Сөмбөл тормошта аныҡ маҡсаттар менән йәшәгән, заман менән бер аҙымда алға атлаған хәстәрлекле хужабикә лә. Тормош иптәше Ғәйсәр менән бына һигеҙ йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп бик матур йәшәйҙәр.
- Аллаға шөкөр, эш көнөнән һуң арып ҡайтып инергә йылы, күңелебеҙгә хуш килгән өйөбөҙ, иртән тороп, ашҡынып барыр эш урындарыбыҙ бар, - тип ҡыуанып һөйләй әңгәмәсем. - Атай, әсәй, тип һaғынып ҡайтыр тыуған йорттарыбыҙ имен, яҡын туғандарыбыҙ иҫән-һауҙар. Мин үҙемде икеләтә бәхетлемен, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам: мине аңлаусы, һәр һулышымды тойоусы, кәрәк икән - тәнҡитләүсе, йөрәк яраларыма дауа булыр яратҡан тормош иптәшем янымда. Иремә, унан да бигерәк уны үҫтергән ҡайным менән ҡәйнәмә ҙур рәхмәтлемен мин. Иҫән генә була күрһендәр, тим гел...
Популяр йырсы билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәренең кемеһенәлер эйәреп, уларҙы ҡабатларға тырышмай. Арҙаҡлы сәхнә йондоҙҙары Флүрә Килдейәрова, Абдулла Солтанов, Ғәлиә Солтанова, Нәжиә Аллаяроваларҙың талантына ғашиҡ булып үҫкән ҡыҙ ижад өлкәһендә үҙ юлын, үҙ һуҡмағын һала. Уның өсөн кемделер ҡабатлау, кемгәлер оҡшарға тырышыу, әҙер, тапалған юлдан барыу ситен күренеш. Маҡсаты - киләсәккә, тамашасылар күңеленә үҙ һуҡмағын ярыу, тик үҙенсә генә булып ҡалыу! Булмышы менән тыныс холоҡло булған, һәр эште лә урын-еренә еткереп эшләргә яратҡан йырсы республикабыҙ тамашасыларына хис-тойғоларға бай, күңелдәргә үтеп инерлек йырҙарҙан торған үҙ концерт программаһын әҙерләү, йырҙарынан диск сығарыу өҫтөндә ныҡышмалы һәм ентекле эшләй.
- Насип булһа, ҙур сәхнәләргә лә сығырмын әле, тип өмөт итәм, - хушлашыр алдынан Сөмбөл эске кисерештәре, уй-хыялдары менән дә уртаҡлаша. - Иң мөһиме, һайлаған һөнәрем күңелемә яҡын һәм мин тамашасыларымды шул тиклем ныҡ яратам! Ни сәбәптәндер, уларҙы мин кескәй балалар кеүек күрәм. Уларҙы бер нисек тә алдап булмай - сәхнәлә һин нисек барһың, шулай ҡабул итәләр... Сәхнә - ул минең тормошом, һулар һулышым, йәшәү рәүешем! Һәр тамашасының үҙ йырсыһы, үҙ сәхнә оҫтаһы булған кеүек, минең дә үҙ тамашасыларым, йырҙарымды иш иткән үҙ тыңлаусыларым бар һәм мин шуның менән бәхетлемендә...

Мотал РӘМОВ,
РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.14 | Ҡаралған: 1705

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru