«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӨБӨТДИН ҠАРТ ҺӘМ МИЛЛИАРДЕР АБРАМОВИЧ ИКЕҺЕ ЛӘ НАТУРАЛЬ РИЗЫК АШАЙ
+  - 

Яңыраҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаттары пальма майы ҡушып яһалған аҙыҡ-түлек продукттарын Таможня берлегендә һатыуҙы тыйыу тәҡдиме менән Евразия иҡтисад комиссияһына (ЕЭК) хат ебәргән. Евразия иҡтисад комиссияһы, үҙ сиратында, был проблеманы тикшерәсәге тураһында белдергән. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, һөт продукттарын етештереүҙә әүҙем ҡулланылған был компоненттың кеше һаулығына зыянлы булыуын закон сығарыусылар ҙа таный, тигән һүҙ. Киләсәктә уны тыйыу тураһында закон сыҡһа, Таможня берлегенә ҡараған илдәрҙә пальма майын аҙыҡ-түлек өлкәһендә ҡулланмай башлаясаҡтарына өмөт итергә була. Бөгөнгө әңгәмә барышында һүҙ аҙыҡ-түлек продукттары хәүефһеҙлеге тураһында барасаҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ - Башҡортостандың Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡ институтының иҡтисад бүлеге мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВ менән Башҡортостан Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, биология фәндәре докторы, профессор Вәкил Мирғәле улы ШИРИЕВ ошо һәм башҡа темаларға фекер алыша. Әңгәмәне иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар ҒӘБИТОВ алып бара.

Хәтерегеҙҙәлер, 1980 йылда СССР-ҙа аҙыҡ-түлек программаһы ҡабул ителгәс, һәр кешегә көнөнә, айына, йылына яҡынса күпме һөт, ит, икмәк продукттары ҡулланыу кәрәклеге айырым-асыҡ билдәләнгәйне. 2010 йылда ла ул ваҡыттағы Президент Д. Медведев аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһына ҡул ҡуйҙы. Ошоға бәйләп, беренсе һорау шулай: үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙҙән сығып, дәүләт илдәге аҙыҡ-түлек сәйәсәтен етерлек кимәлдә ҡайғырта, тип әйтә алаһығыҙмы? Әлеге мәлдә халыҡ аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителәме?

Вәкил Мирғәле улы ШИРИЕВ В.Шириев: Аҙыҡ-түлек менән бәйле мәсьәләләр бөтөн донъяға хас инде ул. 2009 йылда Ер шарында икмәккә туймаусыларҙың һаны миллиардтан артып, теүәл һандар менән әйткәндә - 1 миллиард 22 миллионды тәшкил итте. Был һан башлыса Латин Америкаһы, Африка илдәрендәге асығыусылар иҫәбенә барлыҡҡа килде. XXI быуатта планетала йәшәүсе халыҡтың егерме процентының аслыҡ хәлендә көн күреүе - бик аяныслы һәм ғәрлек, әлбиттә. Рәсәйҙә хәлдәр улай уҡ ҡырҡыу түгел әле. Ләкин Рәсәйҙә йәшәүселәр составында аҡһым (белок) булған продукцияға ҡытлыҡ кисерә. Аҡһым - кеше һаулығы, атап әйткәндә, уның иммунитеты өсөн бик кәрәкле матдә. Аҡһымы иң күп аҙыҡ-түлеккә диетик (майһыҙ) ит, эремсек, балыҡ, диңгеҙ үләндәре, һөт, ошоларҙың араһынан иң яҡшыһы - кәзә һөтө, йомортҡа, сәтләүек һәм сыр инә. "Икмәктә аҡһым аҙыраҡ һәм уныһы ла ауыр үҙләштерелә. Иң яҡшыһы - йомортҡа", - ти белгестәр. Уның аҡһымы бик тиҙ һәм еңел үҙләштерелә. Территорияһы 143 мең кв. км.-ҙан артығыраҡ булған Башҡортостанда күпме сәсеү майҙаны файҙаланыла? 2013 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 3,2 миллион гектар тирәһе. Сәсеүлектәребеҙҙең дөйөм майҙаны, буш ятҡандары менән бергә - 6 миллион гектар самаһы. Был майҙандарҙың барыһы ла тигеҙ ерҙә урынлашмаған, шулай уҡ климат зоналары ла төрлөсә. Ерҙең уңдырышлы урындары ла, уңдырышһыҙы ла бар. Шулай ҙа, республика халҡына етерлек уңыш алыу мөмкинлеге барыбер бар, ләкин беҙ аҡлап булмаҫлыҡ аҙ продукция етештерәбеҙ. Был, минең ҡарамаҡҡа, продукцияның хаҡына бәйле. Йәғни, урындағы етештереүселәр үҙҙәренең тауарын ҡулланыусыға һата алмай. Ҡулланыусы ситтән килтерелгән осһоҙло продуктты һатып алыуҙы хуп күрә. Һөҙөмтәлә, беҙҙең фермерҙарҙың игене аҙбарҙарҙа ятып серей.

Бындай хәлдән ҡотолоу сараһын ниҙә күрәһегеҙ?

В.Шириев: Минең фекеремсә, ауыл хужалығына дәүләт кенә ярҙам итә ала. Ергә яҡшы сығымдар һалып, бөтөн агротехник сараларҙы тулыһынса үтәгәндә, кемдер берәү әйтмешләй, республикалағы 4 миллион халыҡҡа 4 миллион тонна иген етештерелер ине. Шуның бер өлөшөн үҙебеҙ файҙаланып, бер өлөшө менән малдарҙы һимертеп (бөтөн алға киткән илдәрҙә үҫемлекселеккә киткән сығымдарҙы башлыса малсылыҡ ярҙамында ҡаплайҙар), бер өлөшөн ситкә һатып, файҙа алырға була. Алға киткән илдәрҙә, ысынлап та, аҙыҡ-түлек сәйәсәтен төп хәстәрләүсе - ул дәүләт. Ә беҙҙең илдең был юҫыҡтағы күрһәткестәре әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Йәшәйештең ниндәй генә мөһим тармағын алма - дәүләт һәр тармаҡҡа сығымдар бүлеп, үҙенең хәүефһеҙлеген тәьмин итә: сит ил ғәскәрҙәре баҫып кермәһен өсөн - әрме, ауырыу-сирҙәр көсәйеп, халыҡтың йәшәйешенә хәүеф тыуҙырылмаһын өсөн - һаулыҡ һаҡлау системаһын, янғындар ҡоторонмаһын өсөн - янғын һүндереү хеҙмәтен, ил-йорт эсендә сыуалыштар булмаһын өсөн - полиция хеҙмәтен тота. Ә иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булған аҙыҡ-түлек менән халыҡты тәьмин итеү тармағы буйынса һөҙөмтәле генә эшләгән хеҙмәт юҡ. Был өлкәгә ҡарата дәүләт тарафынан ниндәйҙер битарафлыҡ һиҙелә. Бәлки, сәйәсмәндәр ауыл хужалығына (ауыл хужалығы - шул уҡ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе төп тармаҡ) шәхси инвесторҙар килеренә өмөт итәлер? Әммә әлегә аҡсалы кешеләрҙең ауылға килеүе етерлек кимәлдә түгел.
Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВ Ҡ. Мәғәфүров: Бөтөн донъяла, шул иҫәптән, көнбайыш илдәрендә ауыл хужалығы бары тик дотациялар нигеҙендә йәшәй. Ундай дәүләттәрҙең идеологияһы ябай ғына ошо фекергә таяна: ауыл хужалығына дотация, субвенция итеп һалынған аҡса - ошо илдең бөтөн халҡына һалынған аҡса ул. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, фермерға ярҙам итеү - шул фермер етештергән продукцияны файҙаланған, ул етештергән аҙыҡ менән туҡланған бүтән ауыл-ҡала кешеләренә лә ярҙам күрһәтеү, тигән һүҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙән, ҡулланыусыларҙың эш хаҡын күтәреп, фермерҙарға ярҙам итеп булалыр, тигән фараз ишетергә тура килә. Әммә был фараз ысынбарлыҡҡа бик үк тап килеп етмәй, минеңсә. Етештереүсегә ярҙам итеүҙең файҙалыраҡ алымдарын алға киткән көнбайыш илдәре күптән өйрәнгән. Ауыл хужалығының тотороҡлолоғо - ил хәүефһеҙлегенең төп нигеҙҙәренең береһе. Быны беҙ ҙә тикшереп ҡараныҡ. Ысынлап та, утыҙынсы йылдарҙа крәҫтиәнгә ул күпме ауыл хужалығы продукцияһы етештерергә тейешлеге тураһында йөкләмәләр бирелгән. Йәғни, дәүләт ауыл хужалығын ҡаты контролдә тотҡан. Яңы ғына аяҡҡа баҫып килгән илдәргә был күренеш ят түгел. Ә бөгөн Рәсәйҙә хәлдәр нисек? Ил менән идара итеүселәргә ауыл хужалығы әллә ни кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Әммә эш шуға бара - тиҙҙән ауыл хужалығына дәүләт тарафынан иғтибар артасаҡ. Был - тәбиғи.
В.Шириев: Германияла ауыл хужалығы Эске тулайым продукттың (ВВП) бер процентын ғына тәшкил итә. Улар аҙыҡ-түлекте башҡа илдәрҙән һатып ала. Ә беҙҙең хәлдәр башҡасараҡ. Ысынлап та хәҙер беҙҙең республика аграр республика булып бара. Нефть та, энергетика ла республика ҡарамағында түгел.Республиканың бюджетын элек тулыландырған тармаҡтар хәҙер икенсе ҡулдарҙа. Ошондай үҙгәрештәр заманында ауыл хужалығы - төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора.
Ҡ.Мәғәфүров: Эйе, хәҙер ауыл хужалығына көс нығыраҡ төшөргә мөмкин. Сөнки элек ауыл хужалығы төп ролде үтәмәй ине. Вәкил Мирғәле улы дөрөҫ әйтте, киләсәктә ауыл хужалығының республиканы тотоп торған төп тармаҡ булып ҡалыуы бик мөмкин. Совет осоронда беҙҙең республикаға ауыл хужалығы продукттары етештереү буйынса бик ҙур йөкләмә бирелә торғайны. Ул ваҡытта беҙҙең һөрөнтө ерҙәр 4 миллион - 4 миллион ярым тирәһе ине, хәҙер - 3 миллион. Һөрөнтө ерҙәр ниңә аҙайтылды һуң? Сөнки уның миллиондан ашыуы - деградацияланған тупраҡ ине. Бөтөн ерҙәргә лә һөрөп сәсә торғайнылар. Ерҙең уңдырышлылығына, климат үҙенсәлектәренә әллә ни иғтибар ҙа бирелмәне тиерлек. Мәҫәлән, яҙын 2,5 центнер орлоҡ сәселә, ти, көҙөн 1-1,5 центнер ғына уңыш алынды. Хәҙер ул уңдырышһыҙ ерҙәр ҡалдауға, сабынлыҡтарға әйләндерелде. Был - дөрөҫ һәм аҡларлыҡ сара. Хәҙер элекке һөрөнтө ерҙәр ял итә.
Малсылыҡ тармағында ла, үрҙә әйтелгәнсә, битарафлыҡ күҙәтелде. Мәҫәлән, 1989 йылда "Комсомольская правда" гәзитендә донъя күргән бер мәҡәләлә Мәскәү өлкәһендәге бер колхозда һәр фураж һыйырына көнөнә бер литр һауым тура килеүен бәйән иткәйнеләр. Ул хужалыҡта ит етештереүҙең үҙҡиммәте 30 тәңкәгә етә ине. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең колхоздарҙа етештерелгән иттең үҙ ҡиммәте 1,50 тин булды. Шуға, "Ауыл хужалығы продукцияһының артығын етештереү кәрәкме?" тигән һорау бик урынлы булыр ине. Мөкиббән китеп, артығын етештереү - тәбиғәткә, республика иҡтисадына зыян килтерә, ә был беҙгә кәрәкме? Кәрәкмәй. Икенсе яҡтан, Вәкил Мирғәле улы әйткәнсә, беҙ ауыл хужалығын үҫтерәйек тиһәк, уның продукцияһын һатып алыуҙы арттырырға тейешбеҙ. Ҡыҙыҡлы нисбәт килеп сыға. Берҙән, беҙ етештереүҙе арттырырға тейешбеҙ, ә майҙанды түгел. Тимәк, ниндәй юл ҡала? Интенсив юл. Интенсив юл - шул майҙанға күберәк ресурстар һалып, күберәк уңыш алыу. Әммә мин үҙемдең тикшеренеүҙәрем һөҙөмтәһендә шундай һығымтаға килдем: Башҡортостанда, Рәсәйҙә лә ауыл хужалығын интенсив юл менән алып барыу - ахмаҡлыҡ. Экстенсив юл ғына ҡала. Былай ғына алып ҡарайыҡ. Бөгөн Рәсәйҙә 40 миллион гектар һөрөнтө ер буш ята. Әйҙә, бер миллион гектарына бөтөн малдарҙы йыяйыҡ та, Испаниялағы һымаҡ, уларҙы ашатып, һәр береһен 2 кв. метрлыҡ кәртә менән уратып, малдарҙы шунда һимертәйек. Ул сағында бөтөн донъя беҙҙән ятып көләсәк. Беҙҙең 40 миллион гектар һөрөнтө ер, әллә күпме көтөүлектәр буш ятҡан ваҡытта, беҙ сит илдән ҡыйбатлы тоҡомло мал килтереп, 500 ферма асып, уларға өр-яңы ҡорамалдар ҡуйып, айырым ғына предприятиелар төҙөһәк, был дөрөҫ булмаясаҡ.
Бөгөн ауыл халҡы нимә эшләй? Ауыл халҡы бөлдө. 2000 йылдар башында ул саҡтағы Президентыбыҙға: "Кисекмәҫтән кооперативтар ойоштороп, шәхси хужалыҡтарға ярҙам итергә кәрәк", - тигән тәҡдим менән хат яҙғайным. Ләкин ул йылдарҙа минең һүҙҙәргә әһәмиәт биреүсе булманы. Ярай әле һуңғы йылдарҙа БР Ауыл хужалығы министры: "Шәхси хужалыҡтарға ярҙам итергә тейешбеҙ", - тигән белдереүҙәр яһай башланы. Ләкин хәҙер һуң. Бөгөн хужалыҡтар бөттө. Әҙ-мәҙ эшләй алған кешеләр ҡалаларға, Себергә китте, ҡайһы бер ир-егеттәр эскелек һаҙлығынан ҡотола алмай. Ауылда, дөрөҫөн әйткәндә, ҡарт-ҡоро ғына ҡалды. Ҡарттар күпләп мал тотор ине ул, 70-80 йәшлектәр мал тотоп өйрәнгән, әммә хәлдәре юҡ. Бесән эшләргә лә, итте һатырға ла.
В.Шириев: Барыһы ла иҡтисадҡа барып терәлә. Һыйыр итенең хаҡы төштө.
Ҡ.Мәғәфүров: Әгәр кеше боронғоса итеп үгеҙ үҫтереп, уны үҙе һуйып, үҙе баҙарға алып барып һатһа, 50-60 мең һум аҡса сығара. Әммә мал көтөргә ашҡынып тороусылар аҙ.
В.Шириев: 2010 йылдағы ҡоролоҡтоң эҙемтәләре малсылыҡ тармағына насар йоғонто яһаны. Был бөтөн Рәсәйҙә шулай. Һыйыр малы, бер яҡтан, уңайлы ул. Хужалыҡтың бөтөн проблемаларын һыйырҙы һатып ҡына хәл итеп була. Элек Рәсәйҙә эре мөгөҙлө малдың һаны 65 миллион баш булһа, бөгөн - 19 миллион ярым тирәһе. Һарыҡ-кәзә шәхси хужалыҡтарҙа ғына ҡалды.

Һыйыр малының һаны ҡыҫҡарғас, һөт етештереү ҙә кәмене. Табиптар әйтеүенсә, һөт етешмәгәндә, кешенең үҫеше артта ҡала. Һөт етештереүҙе арттырыу өсөн ни эшләргә кәрәк? Иғтибарҙы тағы шуға йүнәлтке килә. Яңыраҡ бер хәбәр ишетеп аптыраныҡ: көтөүҙәре ярайһы уҡ имен йөрөгән, халҡы тырышып мал-тыуар көткән ҙур ғына бер ауылда һөт заводы төҙөлөп бөтөп бара, тик ул заводҡа һөттө, дөрөҫөрәге, порошокты сит илдән килтерәсәктәр икән. Бына һиңә мә: ауыл һөтө тигән бренд менән аталасаҡ һөт әлеге лә баяғы химик юл менән яһалған "һөт йыуынтыһы" ғына булып сығасаҡ түгелме?

В.Шириев: Хөкүмәт тарафынан шарттар тыуҙырырға, халыҡты ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Бер хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләгән рәйес ете йыл элек: "Беҙгә яҡшы эшләр өсөн игендең хаҡы 6 һум, һөттөкө - 12, иттеке 150 булырға тейеш, ула саҡта беҙ барыһын да етештерәбеҙ, һалымын да түләйбеҙ. Хөкүмәттән бер ниндәй ярҙам да кәрәкмәй", - тигәйне. Тимәк, баҙар шарттарында ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә нимәлер ҡамасаулай. Элек дәүләттең хаҡтарға ҡарата заданиеһы була торғайны. Бөгөн ундай заданиелар юҡ. Бөгөн бизнес-план төҙөй башлаһаң, бер күрһәткесте лә ышаныслы ғына итеп ҡуйып булмай. Игендең хаҡы тотороҡло түгел. Ошондай шарттарҙа алдағыны нисек планлаштырып булһын? Булмай, әлбиттә. Күп кенә фермерҙар кредит алып, төрлө аяныслы хәлдәргә тап булып, бөлгөнлөккә төштө.
Ҡ. Мәғәфүров: Бер хәл тураһында һөйләйем, булмаһа. Бер төркөм журналистар йыйылып, ҙур ғына бер һөт комбинатының ҡапҡа янында бер тәүлек буйына күҙәтеү алып барған. Тәүлек буйына бер-нисә тиҫтә машина һөт аҙыҡтары тейәп сыҡҡан, бер генә машина ла һөт тейәп инмәгән. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, май урынына пальма майы ҡулланалар. Ул пальма майынан шып-шыйыҡ майҙан алып ҡаты майға тиклем продукция алып була. Тимәк, һөт натураль түгел. Күп кенә һөт продукты ҡабының тышына: "Нормалләштерелгән һөттән эшләнгән", - тип яҙыла. Нимә менән нормалләштерәләр? Ҡаймаҡ менәнме? Юҡ. Майын, аҡһымын алып бөтөрәләр, шунан һыу ҡушалар. Һығымтаһы яп-ябай: һөт тип һатып алғаныбыҙ һөт тәме килгән һыу булып сыға. Бына шулай, хәҙер ит продукттары етештереү өсөн - ит, һөт етештереү өсөн һөт кәрәкмәй. Бразилиянан - буйволдар ите, Австралиянан кенгуру ите, ҡайҙандыр кит ите һәм башҡаһы килтерелә. Улар матурлап киҫелгән, эсенә һыу тултырылған була. Ул иттәр осһоҙ. Һанап ҡараһаң, бөгөнгө килограмы 400 тәңкә булған колбасаның составында ит, күп тигәндә, 25 процент ҡына.
В.Шириев: Эйе, ҡайһы бер етештереүселәр ҙур табыш артынан ҡыуып, натураль продукттарҙан баш тарта. Улар пальма майы, соя майы, блоклы иттәр менән эш итә. Был ризыҡтар кеше һаулығы өсөн файҙалы, тип уйламайым. Хәҙер балалар араһында аллергия менән яфаланыусылар күбәйҙе. Беҙ әрмегә барған саҡта бөтөн егеттәр ҙә хеҙмәткә яраҡлы ине. Улар башлыса ит, картуф ашап үҫте. Ә хәҙер күпме егеттәр әрмегә яраҡһыҙ!

Үҙем күҙәтеп киләм - балалар ниңәлер натураль ризыҡ ашамай. Апайым да әйткәне бар: уның балалары яңы һауылған һөттө эсмәй, һыйыр майын ашамай. Тимәк, беҙ яһалма итте, яһалма һөттө ашап-эсергә өйрәтелгәнбеҙ килеп сыға...

Ҡ. Мәғәфүров: Бер аҙыҡ-түлек кибетендә май эҙләп йөрөй инем, ярҙам һорап, һатыусыға өндәштем. Был кибеттә мин эҙләгән компанияның майы булмай сыҡты. Кәштәләр сит ил продукттары менән тулған. Һатыусы ҡыҙҙан: "Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәй май ашайһығыҙ һуң?" - тип һорауыма, ул: "Ошоларҙы инде", - тип яуап бирҙе. Минең ғәжәпләнеүемде күреп: "Хәҙер бөтәһе лә шундай май етештерә бит, натураль булмаған майҙы ашарға өйрәнеп йөрөйөм шулай", - тип, көлдөрөп ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ике тенденция бар. Байҙар, хәллеләр тик натураль продукт ҡына ашай. Берлинда йәшәгән кешеләргә ҡаланың ситенән 40 кв. метр майҙан участка алырға рөхсәт бирелгән. Унда улар үҙҙәре йәшелсә-емеш үҫтереп ҡыуана, тиҙәр. Немецтар махсус рәүештә Словакияға барып, ҡортло алмалар һатып алып ҡайта икән. Донъялағы төп ике тенденцияның береһе - аҙ тәьмин ителгәндәрҙең суррогат аҙыҡ-түлек менән туҡланыуы булһа, икенсеһе - бай ҡатламдың натураль аҙыҡ-түлек менән генә туҡланыуы. Ошо ике тенденция араһында өсөнсө тенденция ла төҫмөрләнә: ауыл кешеһе. Әйтәйек, беҙҙең ауылда йәшәгән Хөбөтдин ҡарт тик үҙ баҡсаһынан, картуфлығынан, һыйыры биргәненән натураль аҙыҡ ашай. Миллиардер Абрамович та шундай уҡ натураль аҙыҡ-түлек менән туҡланыуҙы хуп күрә. Йәғни, беҙҙең Хөбөтдин ҡарт менән Абрамович - икеһе лә бер тигеҙ.

Аҙыҡ-түлек продукттары боҙолмаһын өсөн уға теләһә ниндәй консерванттар ҡушылыуы тураһында ла беләбеҙ. Ошо хәлде берәй закон тарафынан тыйып булмаймы икән ни?

Ҡ. Мәғәфүров: Лобби тигән нәмә бар. Ниндәй генә илдең парламентарийҙарын алма, улар бәләкәй-бәләкәй төркөмдәргә, йәғни, беҙ әйткән лоббиҙарға бүленеп бөткән. Әйтәйек, хәрби өлкә, аҙыҡ-түлек, ГМО буйынса лоббиҙар булыуы мөмкин. Ҙур бизнес сәскә атҡан урында депутаттарҙы лоббиҙарға йәлеп итеү ҙә яйланған була.
В.Шириев: Әлбиттә, бөтөн консерванттарҙы ла зарарлы тип аңларға ярамай. Улар араһында оҙаҡ йылдар тикшерелеп, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткәндәре лә бар. Натураль продукт тиҙ боҙола. Ә консерваланған һөттәр яртышар йыл һаҡлана.

Вәкил Мирғәле улы, һеҙ һөйләшеү башында "Ер йөҙөндә миллиардтан артыҡ кеше асыға", тинегеҙ. Килешәм. Шул уҡ ваҡытта көнбайыш илдәрендә күптәр артыҡ күп ашауҙан яфалана. Улар аҙыраҡ ашаһа, теге миллиардҡа аҙыҡ-түлек етер ине бит. Берәү күп ашауҙан һимерһә, икенселәр аслыҡтан шешенә... Тимәк, бында иҡтисади механизм дөрөҫ ҡоролмағанмы?

Ҡ. Мәғәфүров: Башҡортостандың, Рәсәйҙең ер мөмкинлектәре ҙур һәм ул үҙ-үҙен туйындырыуға етер ине. Африканлыларҙы туйҙырайыҡ, тип, ГМО етештереү дөрөҫ булмаҫ ине. Көнбайыш илдәрендә, дөрөҫ, ашай белмәйҙәр. Уларҙа ашау мәҙәниәте юҡ. Бына башҡорттар дөрөҫ ашаған. Шуға башҡорттар араһында бөгөн дә үтә йыуан кешеләр бик аҙ. Ни өсөн? Сөнки беҙ ит ашағанбыҙ. Яңыраҡ ит ашап ябығыуҙы "кремль диетаһы" тип атап йөрөтә башланылар. Был төптө дөрөҫ түгел. Башҡорт диетаһы ул. Итте - күп, ә икмәкте аҙ ашайһың. Башҡорт халҡы икмәкте аҙ ғына сәскән. Башлыса арпа, һоло, бутҡа өсөн аҙыраҡ тары сәскән. Арпа менән һоло мал өсөн һәм буҙа ҡойоу өсөн файҙаланылған. Башҡорт ата-бабаларыбыҙ ит ашаған, ҡымыҙ эскән, күп итеп һөт продукттары, ҡорот ашаған. Бына ул дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәте. Ә инде фаст-фуд һымаҡ нәмәләрҙе умырып ашап, кока-колалар эсеү - кешене һимереүгә лә килтерә, һаулығынан да яҙҙыра.

Ашау мәҙәниәте, тип әйтәбеҙ ҙә, ә телевидение тапшырыуҙары бит кешене күберәк ашарға өндәй. Ниндәй генә рецепттар тәҡдим итмәй кухня оҫталары!

Ҡ. Мәғәфүров: Әлбиттә, хәҙер бөтөнөһө йәшелсә-емеш үҫтереп ашай башланы. Башҡорттар барыбер итте иң тәмле ризыҡ тип һанай. Һиҙҙегеҙме, һуңғы ваҡытта урыҫтар ниндәй иткә өҫтөнлөк бирә? Йылҡы итенә. Улар бер заман бал, ҡымыҙ тип ауыҙ һыуын ҡоротто, әле бына уларҙың ҡаҙы артынан ҡыуыуҙарын күҙәтәбеҙ. Ҡаҙыны ла яҡшы итеп эшләргә кәрәк, әлбиттә. Көньяҡ-көнсығыш (Урал аръяғы) райондарҙа эшләнгән ҡаҙыны таратырға, файҙаланырға кәрәк ине. Иң ысын ҡаҙыны улар ғына эшләй белә. Ҡаҙы йылҡы һыртынан бер ҡат ит, икенсе ҡатынан май алып эшләнгән булһа, ысын була. Юғиһә, мин бер тапҡыр "Ҡаҙылыҡ" тип аталған бер нәмә алғайным, уныһы йылҡының эс майынан эшләнгән булып сыҡты. Ни әйтергә теләйем? Башҡорт борон-борондан йылҡы ите ашаған. Йылҡының һөтө генә түгел, ите лә файҙалы икәнен аңлаған. Шунан ҡорот ашаған. Буҙа эскән. Эремсек һымаҡ һөт продукттарын әйтеп тә тормайым. Беҙҙең халыҡ көнө буйы ҡаймаҡ, ҡоймаҡ менән ҡаты итеп 4-5-әр сынаяҡ сәй эсә, көн кискә ауыштымы, бишбармаҡ ашап, артынан һурпаһын эсеп ҡуя, сәй эсмәй. Сәйҙе киске туғыҙҙарҙа ғына 5-6 сынаяҡ эсә лә, ята ла йоҡлай. Был, әлбиттә, бөгөн табиптар өндәгән диетаға тура килмәй. Әммә башҡорттоң үҙ диетаһы, үҙ туҡланыу мәҙәниәте. Уны беҙ ҙә үҙләштергәнбеҙ, киләһе быуындарға ла тапшырасаҡбыҙ.

XIX быуатта бер химик ялған шәкәр эшләүҙең 6 ысулын уйлап тапҡан. Хәҙерге заманда ундай химик ысулдар тағы ла күберәк. Ошо ялғанды булдырмау өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Ҡ. Мәғәфүров: Совет ваҡытында икмәк нормаль ондан бешерелә ине. Хәҙер икмәкте яһалма елемсә ҡушылған ондан бешерәләр. Хәҙер икмәк заводтарында химия ҡушылған икмәк 1-1,5 сәғәттә әсеп сыға. Ә яҡшы икмәк әсеп ҡалҡһын өсөн 5-6 сәғәт кәрәк. Фальсификация, ысынлап та, көсәйеп китте шул. Шишмә шәкәре, тигән бренд бар. Шул уҡ ваҡытта ошо бренд менән Өфөлә лә, Магнитогорскиҙа ла бүтән шәкәр һатыла. Шишмә майы ла юҡ. Сит өлкәләрҙә "Башҡорт балы" тип бүтән бал һатҡандарын күргәнем бар. Бына шулай, "Башҡорт продукты" тигән бренд оятһыҙ рәүештә файҙаланыла. Тимәк, шул арҡала башҡорт продуктының абруйы ла төшәсәк, тигән һүҙ. Бында бик дөрөҫ дәүләт сәйәсәте кәрәк. Әйткәндәй, телевидениела яһаған сығыштарымда ауыл хужалығына ярҙам итергә кәрәк, шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән натураль продукттарҙы һатыуҙы ойошторған кооперативтар булдырырға кәрәк, тип, 5 йыл тылҡыным. Бер ни ҙә эшләнмәне. Берҙән-бер эшләнгән эш шул булды - "Үҙеңдекен һатып ал!" тигән рекламалар барлыҡҡа килде...

Шулай итеп...
Ошо һөйләшеүҙе уҡығандан һуң һуң кемдер ашаған ризығына тағы ла иғтибарлыраҡ булыр, магазиндан һөт-ҡаймаҡты, итте яҡшыраҡ ҡарап алыр, кемдер ауылдан килтерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирер, тип ышанабыҙ. Хәйер, бөгөнгө ҡала кешеһе ауылдан килтерелгән ҡоротто, талҡанды, һөт-майҙы, итте былай ҙа йомолоп ала. Әйткәндәй, ҡорот ашау ныҡ файҙалы икәнен оноторға ярамай. Бөйөк Ватан һуғышында дошмандарға әсир төшкән бер башҡорт кешеһе: "Кеҫәмдәге күгәреңкерәгән бер йомарлам ҡоротом арҡаһында ғына концлагерҙарҙа тере ҡалдым", - тип һөйләгән, имеш...

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.14 | Ҡаралған: 1761

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru