«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСЛӨ ИЛДЕ БИЛДӘЛӘҮСЕ СИФАТ УМАРТАСЫЛАР ЯРЫШЫНДА АСЫҠЛАНДЫ
+  - 

Ырыҫ - тырыш ҡулында, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙең хаҡ булыуы кеше тормошонда ғына түгел, бөтөн йән эйәләренең йәшәү рәүешендә лә сағыла. Шулай булмаһа, тырышлыҡтың төп һынланышы булып бал ҡорттарының уңғанлығы һаналмаҫ та ине. Ә шулай ҙа, бөгөн миңә: "Был донъяла иң тырыш йән эйәһен әйт", - тиһәләр, һис икеләнмәй: "Умартасы!" - тип яуап бирер инем. Яуабыма дәлилде оҙаҡ эҙләйһе лә түгел, ни бары ошо көндәрҙә Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында уҙғарылған XIV Республика умартасылар һәм VIII "Йәш умартасы" республика конкурстарында ҡатнашыусыларҙың исемдәрен атау ҙа етер ине.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, өлкәндәр араһында үткәрелгән ярыштың шарттары быйыл ҡатмарлана төшкән: теоретик белемдәрен тест ярҙамында тикшергәндән һуң, конкурстың икенсе этабында уларҙың практик оҫталыҡтарын һынау өсөн алдағы йылдарҙа кеүек ике түгел, ә йәмғеһе дүрт күнекмә үткәреү ҡаралған. Улар бал ҡорттарын дүрт йыл миҙгеленә әҙерләү эштәренән ғибәрәт. Тәжрибәле умартасылар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫлыҡ тойолһа ла, буш умарта менән нимә эшләргә кәрәклеген белеү өсөн махсус китап биттәрен асып ҡарамайса булмай икән. "Йәнле" умарталар менән эшләүе күпкә еңелерәк, уларға күҙ һалыу менән нимә талап ителеүен төшөнәһең. Шуға күрә, ете йыллыҡ тәжрибәм булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ албырғап та ҡалдым", - ти Әбйәлил районынан килгән бәйгесе Ринат Шаһыбалов. Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусылар етештергән продукцияға быйыл беренсе тапҡыр экспертиза үткәрелеүе лә ярышҡа етдилек өҫтәне. Бәйгенең төп ойоштороусыһы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов был хаҡта: "Балдың сифатына дөрөҫ эшмәкәрлек алып барыуы йәки бармауы менән умартасы ла тәьҫир яһай, тип иҫәпләйем. Шуға күрә, беҙ уларҙы ошо юҫыҡта тикшереп ҡарарға теләнек. Башҡорт балы - илебеҙҙең брендына әйләнеүен теләһәк, эшебеҙҙең сифатына иғтибарҙы арттырырға кәрәк", - тигән фекерен еткерҙе. Һәр нәмә артабан да үҫешһен, яңы кимәлгә күтәрелһен өсөн алда тағы ла ҡатмарлыраҡ маҡсаттар барлыҡҡа килергә, үтәлергә тейеш шул.
Бер һөнәр эйәләре йыйылған сараларҙа, ғәҙәттә, тәжрибә уртаҡлашыу, етди мәсьәләләрҙе хәл итеү урынына күптәрҙең битараф ҡалыуын күреп өйрәнгәнгәме, сәмләнеп үҙ-ара ярышыусы умартасыларҙың һәр урында бер-береһенә кәңәш-төңәш итеүенә, белгәндәрен өйрәтергә тырышып йөрөүҙәренә тағы бер һоҡланырға тура килде. Өлкәндәр ярышының "Өйгә эш" тип аталған этабында умартасы эшен еңелләштергән яңы ҡорамалдар, төрлө ысулдар тәҡдим итеү, уларҙың практик әһәмиәте тураһында фекер алышыуҙа барыһы ла ихлас ҡатнашты, идея авторына һорауҙар бирҙе.
Шулай ҙа бөгөн умартасы өсөн әҙер балды ҡулланыусыға нисек итеп еткереү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан килгән Энгельс Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, балды үҙ баһаһына һатыу ҡыйынға төшә. "Иң тәүҙә умартасыларҙан балды тейешле хаҡҡа йыйып, ситкә сығарыу юлын табырға кәрәк. Бына әле беҙгә башҡа яҡтан бал килтереп һатыу юлдарын табалар, ә ниңә үҙебеҙгә Ер йөҙөндәге иң сифатлы балды икенсе илдәргә сығарыу сараларын эҙләмәҫкә? Шул юҫыҡта эш яңы башланған тип ишетеп ҡалғайным, яйға һалынһа, умартасыларға ҙур ярҙам булыр ине", - ти, умартасы. Ысынлап та, 30 баш умарта тотҡаны ла, 250 йәки 700 умартанан торған ҙур хужалыҡҡа эйә булғаны ла етештерелгән продукцияны ауылдаштарына, йәки сит өлкәләргә таныштары аша һатыуы тураһында һөйләне. Умарталар һанын арттырырға теләгәндә лә, быны нәҡ ошо сәбәптән генә тормошҡа ашыра алмай икән күптәр. Шулай ҙа башҡорт балын ситтәргә танытыу эшмәкәрлеге менән ныҡлап шөғөлләнеүсе Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов был проблеманы ыңғай хәл итергә мөмкин булыуына ышандыра. "Республика территорияһында 535 мең тонна бал етештерергә була, уның 33 процентын алыуға өлгәшкәндә лә, 175 мең тонна бал килеп сығасаҡ. Ә беҙ бөгөн 6,5 тонна ғына етештерәбеҙ, - ти Әмир Миңлеәхмәт улы. - Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан да умартасыларға ҡарата иғтибар артты, ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса дәүләт программалары эшләй башланы". Ауыл хужалығының иң перспективалы өлкәһенә дәүләт ярҙамы бик мөһим шул. Мал тотоу килем килтермәһә лә, күҙ ҡараһындай тәрбиәләп торған бал ҡорттары ауыл халҡының бер аҙ аҡса эшләүгә өмөтөн аҡларға тейештер, моғайын.
XIV Республика умартасылар конкурсында Башҡортостандың 44 төбәгенән йыйылған 55 бәйгесе араһынан иң-иңдәрҙе һайлауы еңел булмаһа ла, Ауырғазы районы "Осҡон" ауыл хужалығы етештереү комплексынан Семен Иванов еңеүсе тип табылды. Ә VIII "Йәш умартасы" республика конкурсында беренселекте Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азамат Исхаҡов яуланы. Был ике конкурс һөҙөмтәләре буйынса билдәләнгән иң яҡшы умартасылар нәҫеле исеме Тәтешле районынан Леонид Байдуллин һәм уның туғаны Линар Зидымышевтарға бирелде. Уларҙы баһалаусы жюри ағзалары әйтеүенсә, балалар мәрәйҙәр һаны буйынса тәжрибәле умартасыларҙан һис тә ҡалышмаған. Тимәк, конкурстың төп маҡсаттарының береһе - быуындар араһындағы бәйләнеште тергеҙеү, бәләкәйҙән үҙ кәсептәребеҙҙең береһенә ҡарата бала күңелендә һөйөү уятыу, был изге шөғөлөбөҙҙө аманат итеп тапшырырлыҡ йәштәр үҫтереү теләге тормошҡа аша.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Гөж килеп, йә бер ергә өймәкләшеп шаулашып китеүсе, йә ҡапыл таралып һәр ҡайһыһы үҙ эшенә мөкиббән йомолоусы умартасыларҙы ситтән күҙәтә йөрөгәндәр, уларҙың үҙҙәрен дә бал ҡорттарына оҡшатҡандыр, моғайын. Көндөң эҫе булыуына, конкурс шарттарының ҡатмарлығына иҫтәре лә китмәне уларҙың. Бары тик эшһөйәр бал ҡорттарылай башҡара торған эштәрен еренә еткереп үтәргә тырышып, йүгерешеп йөрөнөләр. Көслө умарта геүләүенән билгеле булған кеүек, көслө ил дә бына ошондай сараларҙа бер-береһенә битараф булмаған, йәштәрҙе үҙ артынан эйәртә алған уңған кешеләре менән билдәләнә икән дәһә!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 1606

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru