«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ЫШАНЫСТЫ АҠЛАП ЙӘШӘЙЕК
+  - 

Бер саҡ фәйләсүфтар батшаһы Сократ бер үҫмерҙе шаяртырға була һәм унан: "Ҡайҙа зәйтүн майы һатып алып була?" - тип һорай. "Баҙарҙа",- тип ышаныслы яуап бирә үҫмер. "Ә белемде ҡайҙа һатып алып була?" - ти Сократ. Үҫмер ҡаушап ҡала һәм: "Белмәйем",- тип яуаплай. "Минең арттан эйәр!" - тип тәҡдим итә аҡыл эйәһе...

Бына 12 йыл инде "Белем, Фәһем, Аҡыл эҙләп, "Киске Өфө" гәзитенә мөрәжәғәт итеү ғәҙәтегеҙҙе ҡуймаһағыҙ, беҙҙең арттан эйәрһәгеҙ ине", тип саҡырабыҙ беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙы. Ошо саҡырыуыбыҙ күңелдәргә уй, ғәм, сәм орлоғо һалһын ине лә, улар шытым бирһен ине, тип өмөтләнәбеҙ. Ә өмөттәр барыбер ҙә яйлап булһа ла аҡлана килә...
Эйе, 2012 йылдың 6 ноябрендә Өфө ҡалаһы тарихында башҡорт телендәге тәүге баҫма булараҡ барлыҡҡа килде "Киске Өфө". Ул саҡта шәғбан айы тамамланып, Исламдың иң хөрмәтле рамаҙан айы башланып тора ине. Шуға ла байтаҡ зыялыларыбыҙ, шулар иҫәбендә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин гәзитебеҙ сыға башлауҙы хәйерлегә юрап, фатиха һүҙе әйткәйне. "Беҙҙең шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың күпселеге ауылда тыуһа ла, Өфөлә йәшәй. Гәзит-журналдарыбыҙ Өфөлә сыға. Китаптарыбыҙ Өфөлә ташҡа баҫыла. Ҡыҫҡаһы, Өфө Башҡортостандың ғына түгел, башҡорт әҙәбиәтенең дә баш ҡалаһы ул. Өфөлә башҡорт телендә ҡала гәзите сыға башлауы - ул суверенитеттың матур ҡаҙаныштарының береһе. Ул башҡорт теленә дәүләт статусы бирелеүҙең рәсми ҡағыҙҙа ғына ҡалмауын, ә ғәмәлгә ашырылыуын раҫлаусы мөһим бер күренеш ул", - тигәйне үҙенең ҡотлау һүҙендә Рауил Бикбаев.
"Заманында Өфө урыҫ ҡалаһы ине. 60-70 йыл эсендә баш ҡаланы башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, башҡа милләттәр ҙә үҙ итте. Шуға ла "Киске Өфө"нөң үҙ уҡыусылары буласағына иманым камил", - тигәйне ул саҡта Мостай Кәрим. Ысынлап та, гәзитебеҙ сыға башлағас, "Нимәгә кәрәк ул Өфөгә башҡорт гәзите?" тигән ҡараш менән дә көрәшергә, баш ҡалабыҙҙа баҫмабыҙҙың уҡыусылары байтаҡ буласағын әленән-әле раҫлап торорға ла тура килгәйне. Ә бының өсөн, әлбиттә, Өфөләге уҡыусыларыбыҙҙың кимәлен, дәрәжәһен тойоп, улар зауығына, талабына ярашлы һүҙ әйтергә, лайыҡлы йөкмәтке булдырырға кәрәк ине. Был талап аҙмы-күпме күҙаллана ине: Өфө уҡыусыһы юғары фекерле, үҙенсәлекле зауыҡлы халыҡ. Улар баш ҡалаға ауылдарҙан килеп төпләнгән, белем алған, юғары дәрәжәләр яулаған кешеләр, туған телде лә яҡшы беләләр, ләкин туған телдәге баҫмаларҙы бик уҡый һалып бармайҙар. Ни өсөн? Мин был һорауға әле булһа аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Ләкин шуға инанғанмын: йөкмәтке менән теләһә ниндәй уҡыусыны йәлеп итеп була. Баш ҡалалағы уҡыусыларыбыҙҙы ла йөкмәткеле, үҙенсәлекле баҫма менән генә яулап буласаҡ ине. Коллективым алдында шундай бурыс ҡуйылды ла инде. Шул уҡ ваҡытта зауыҡлы, фәһемле һүҙҙе баш ҡалала йәшәүсе зыялыларыбыҙ үҙҙәре әйтергә тейеш икәнлеген дә белә инек. Шулай тыуҙы баҫмабыҙҙағы иң төп рубрикалар - "Диалог", "Монолог", "Бәхәс ҡоро", "Фекер ҡоро".
Тәүҙән үк шул маҡсатты ла йөкмәп алдыҡ: "Киске Өфө" баш ҡала гәзите генә түгел, ә республика ауылдарында һәм ҡалаларындағы туған телдә уҡый белгән һәр кем яҡын итер баҫма булырға тейеш ине. Өфө үҙе лә бит өфөләр өсөн генә түгел, ә республиканың бар халҡы өсөн яҡын, үҙ ҡала. Өфө - Башҡортостан дәүләтенең "мейеһе", арҡа һөйәге. Яҙмышыбыҙ Өфөлә хәл ителә. Иртәме, һуңмы, ауылдарҙа йәшәүсе һәр ғаиләнең иғтибары улы, ҡыҙы, туғаны уҡыған, эшләгән баш ҡалаға төбәлә. Баш ҡалала булып ятҡан ваҡиғалар, ундағы көнитмеш, ығы-зығылар, шәхестәр, бигерәк тә уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәттәр - барыһы ла яҡын республика халҡына. Тимәк, баш йортобоҙҙоң гәзите лә республика халҡы өсөн ят була алмай, тигән инаныуыбыҙҙы республика халҡы хупланы. Баш йорттоң башҡорт донъяһы тураһындағы хәбәрҙәребеҙҙе бөгөн "Киске Өфө" аша Баймаҡта ла, Әбйәлилдә лә, Хәйбуллала ла, Ғафуриҙа ла, Асҡында һәм Илештә лә - барлыҡ райондарҙа ла уҡыйҙар. Йөкмәткегә килгәндә, "Киске Өфө" тәүҙән үк һәр кемдең рухи таянысы булыуға дәғүә итте. Авторҙарыбыҙ алдына ла шундай маҡсат ҡуйылды: халҡыбыҙҙың йолаларын, тәрбиә алымдарын иҫкә төшөрәйек. Йәнәшәбеҙҙә генә йәшәп ятҡан матур ғаиләләр, матур кешеләр, матур өлгөләр, уларҙан бөркөлгән изгелек нуры тураһында яҙайыҡ. Ауыр замандың ауырлыҡтарынан сығыу юлын тапҡан, үҙ көсө менән мал, байлыҡ туплап, уны матур итеп тотона белгән, етеш тормош өлгөһө күрһәткәндәрҙе лә күтәрәйек - улар башҡаларға маяҡ булһын. Ғөмүмән, гәзитебеҙ тәүҙән үк шундай маҡсатты күҙҙә тотоп ижад ителә: ул һәр кемгә трибуна була ала, йәғни беҙҙең һөйләшеү, фекер алышыуҙарҙа һәр кем ҡатнаша, тәҡдим, кәңәш, хатта тәнҡит рәүешендә әйтелгән һүҙҙәрен еткерә ала. Уҡыусың зауҡы ниндәй икәнен белмәй, белешмәй, үҙ ауыҙынан ишетмәй тороп, уға нисек "Мә, уҡы!" тип һонмаҡ кәрәк гәзитеңде!
Һәр хәлдә, яҙыусы ла, журналист та үҙ уҡыусыһын тойорға, кемгә мөрәжәғәт иткәнен белергә тейештер ул. Кемдер берәүҙең: "Мин шиғырҙарымды яҙғанда әсәйемде күҙ алдына килтерәм",- тигәне хәтерҙә. Ә мин, "Киске Өфө" тигән гәзитте ойоштор, ижад ит, тип ҡулыма тотторған саҡта тәбиғәте менән сабый, рухи аҙыҡты бар нәмәнән өҫтөн ҡуйған, әммә ошо яңы замандың заңына, ҡатмарлы ҡанундарына яраҡлаша алмай, бер аҙ баҙап ҡалған кешеләрҙе күҙ алдыма килтерҙем. Беҙ ижад иткән баҫма уның "Артабан ни эшләргә?" тигән һәм башҡа бик күп һорауҙарына яуап та бирергә, рухын да күтәрергә, сәмләндерергә лә, танһығын да ҡандырырға тейеш ине. Нисек кенә булмаһын, Артур Миллер тигән бер аҡыллы кеше әйткән бурысты иңебеҙгә артмаҡлап алыуыбыҙ. Ул шулай тигән: "Нимә ул яҡшы гәзит? Ул милләттең үҙ-үҙе менән һөйләшеүен ойоштора алған гәзит". Беҙ ҙә шуға ынтылабыҙ. Беләбеҙ, был ынтылыш әле... 110 проценты менән атҡарылып та бөтмәйҙер. 110 процентҡа эшләү генә камиллыҡты тәьмин итә, ти бит уңышлы кешеләр. Артылырға ине шул камиллыҡҡа... Бәлки, беҙҙән һуң килгән быуын артылыр ул үргә. Ни генә тиһәң дә, беҙҙән һуң киләсәк быуын беҙҙән яҡшыраҡ буласаҡ, яҡшыраҡ йәшәйәсәк, яҡшыраҡ эшләйәсәк һәм... яҡшыраҡ гәзит сығарасаҡ. Шул быуындың быуынын нығытырға ярҙам итергә тейеш гәзитебеҙ һүҙе, шәхестәребеҙ аҡылы.
Әйткәндәй, "Беҙҙән һуң гәзит булыр тиһеңме ни, бынауындай прогресс заманында..." тип йылмайып ҡуйғанһығыҙҙыр әле, шулаймы? Бәлки, булыр. Ишеткәнегеҙ бармы: теге замандарҙа әле, радио барлыҡҡа килгәс, гәзит журналистары, хәҙер инде беҙҙең гәзит кемгә кәрәгер икән, тип оло ҡайғыға ҡалған, ти. Шунда берәү: "Гәзит кешеләргә барыбер кәрәгәсәк, радио менән себенде һуғып үлтереп булмай бит", - тигән. Шуның кеүек, бәлки, ҡағыҙ битенә яҙылған аҡ һүҙ, хаҡ һүҙ йәшәүен дауам итер әле, тип өмөтләнәйек. Сөнки... Сөнки гәзиттәрҙә, китаптарҙа яҙылған һүҙгә мөкиббән китеп ышаныу йәшәй әле халҡыбыҙҙа. "Гәзиттә уҡымаһа, дәүләт метеорология институты прогнозына ла ышанмаған кешеләр була", тигән бит берәү. Ошо ышанысты аҡларға, ҡаҡшатмаҫҡа ине ул, тип йәшәй 12 йәшлек сабыйыбыҙ - "Киске Өфө" гәзите. Әлбиттә, уның үҙенең ышанысы ла аҡланһын ине - быныһы инде һеҙҙең, уҡыусыларыбыҙҙың ҡулында. Нимәгә ишаралағанды яҡшы беләһегеҙ. Сөнки һеҙ - иң аҡыллыһы, иң аңлыһы, иң зауыҡлыһы. Рәхмәт һеҙ-гә шундай булғанығыҙ өсөн.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.14 | Ҡаралған: 1603

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru