«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТТӘР ҺӘМ... АУЫЛДАР
+  - 

Ысын булһа, тәүтормошта маймылдың кешегә әйләнеү процесында төп ролде хеҙмәт үтәгән. Кешене кеше итеп йәшәтеүсе - ул, ысынлап та, хеҙмәт икәнлегендә бер шик тә юҡ, әммә ләкин һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә илдәге хәл менән бәйле мәшғүллектән мәхрүм тороп ҡалған эшһеҙҙәр армияһының кәмеүгә табан бармауы бик күп ир-егеттең тормош психологияһын кирегә табан үҙгәртте: улар эшләмәйенсә лә ашап-эсеп, күңел асып йөрөүҙе ғәҙәти хәл итеп күрә башланы. Типһә тимер өҙөрлөк ир-аттың бәғзеһе ҡатыны елкәһендә йәшәүҙе хуп күрә йә ҡартайып бөткән ата-әсәһе пенсияһын ашап ята, бик тә булмаһа - балалар пособиеһынан да баш тартмай, һис тә ғәрләнмәй. Ни булды һуң ир-егеттәребеҙгә? Рәхәткә кеше тиҙ өйрәнә, тиҙәр. Өйҙә ятып, әллә уларҙың психикаһына зыян килдеме икән (ысынлап та, 3-4 аҙна больничныйҙа ятҡанда ла психикаңда үҙгәрештәр тоя башлайһың икән ул: ялҡауландыра, тәртибеңдә пассивлыҡ, битарафлыҡ һәм депрессия башлана, хатта ки ҡыл да ҡыбырлатмаҫлыҡ хәлгә килеп етеүең ихтимал). Көслө затҡа бындай ирекһеҙ "тотҡонлоҡтан" ҡотолоу юлдары бармы? Һорауҙарыбыҙҙы Күмертауҙан "Юшатыр" гәзитенең яуаплы секретары Тәлғәт ШАҺМАНОВҡа, Әбйәлил районынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик ӨМӨТҠУЖИНға, Баймаҡ районы Ярат ауылының "Аҡһаҡалдар ҡоро" етәксеһе Мөхтәр МОНАСИПОВҡа төбәнек.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ Т. Шаһманов: Был хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы - хеҙмәт. Һуңғы йылдарҙа ғаиләлә лә, мәктәптә лә балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү күҙ уңынан төшөп ҡала бара. Беҙҙең халыҡ былай ҙа яйманыраҡ бит инде. Был һүҙемде ғәйепкә алмаһын ине милләттәштәрем. Егәрлелек, уңғанлыҡ, хеҙмәт һөйөү мәсьәләһендә үҙебеҙҙең ниндәй кимәлдә булыуыбыҙҙы Башҡортостанға эш эҙләп килгән үзбәктәр менән сағыштырыу ҙа етә. Уларҙың: "Их, һеҙҙәге кеүек сөм-ҡара тупраҡ, һеҙҙәге кеүек йылға-күлдәр беҙҙә булһа, белер инек нисек йәшәргә, нисек байырға", тигәндәрен ишетә йөрөйбөҙ бит...
Радик ӨМӨТҠУЖИН Р. Өмөтҡужин: Хеҙмәттең дә төрлөһө була: физик хеҙмәт (тән хеҙмәте), аҡыл хеҙмәте (аң хеҙмәте), күңел хеҙмәте (йән хеҙмәте). Был өс төрлө хеҙмәтте лә емереүсе көс - ялҡаулыҡ. Дарвин бабайға ышанғанда, маймылдар физик яҡтан беҙҙән егәрлерәк булған, күрәһең. Тик ғалимыбыҙ аҡыл хеҙмәте менән күңел хеҙмәте тураһында уйланмаған да хатта. Бөгөн дә тик физик хеҙмәт кенә күҙгә күренеп баһалана һымаҡ: эшләмәгән - тешләмәй. Ир-уҙаман "тешләрлек" физик эш тапмай икән, хеҙмәттең ҡалған ике төрөнә мөрәжәғәт итһендәр, Хоҙай аң менән йәнде бөтәбеҙгә лә тигеҙ биргән бит.
Мөхтәр МОНАСИПОВ М. Монасипов: "Ни сәсһәң - шуны урырһың" тигән халыҡ мәҡәлен иҫкә төшөрөү ҙә етә бында. Ир-егеттәребеҙҙең бөгөнгө хәле ата-әсәләрҙең, өлкәндәрҙең балаларға тейешле кимәлдә рухи тәрбиә бирмә-үенән килә ул. Ысынбарлыҡта беҙ күптән инде балаларҙы тәрбиәләмәйбеҙ. Бер-ике йәштән балалар баҡсаһына, унан һуң мәктәпкә, артабан институтҡа бирәбеҙ. Өлкән быуын кешеләрен иманлы ата-әсә тәрбиәләгән, ә хәҙерге йәштәрҙе телевизор, интернет тәрбиәләй. Балаларыбыҙ сабый сағында - балалар баҡсаһына, артабан мәктәпкә уҡырға барғыһы килмәй, һуңынан эшләгеһе лә килмәй. Әгәр кеше бала саҡтан дөрөҫ тәрбиә алһа, ата-әсә улар өсөн үрнәк булһа, йәштәребеҙ, шул иҫәптән ир-егеттәребеҙ, улай булмаҫ ине. Көслө заттарҙың ошондай хәлгә төшөүендә ҡатын-ҡыҙҙың да ғәйебе барҙыр. Кешенең етешһеҙлеге булмай тормай. Ҡатын кеше, иренең ҡайһы бер ҡырын яҡтары булған хәлдә лә, сүп өҫтөнә сүмәлә өймәй, уның яҡшы яҡтарын күрергә тырышып, уның һүҙен алға ҡуйып, ихтирам итеп торһа, ир абруйы артыр ине, балалар ҙа атайҙарын хөрмәт итеп, уны ғаиләнең тотҡаһы, иң абруйлы зат күреп ҡабул итер ине. Ҡатын-ҡыҙҙың, ире алдына төшөп, улар башҡарырға тейешле эште үҙе башҡарыуы ла ирҙе кәмһетә, абруйын төшөрә. "Ир-егет бит үҙенең ғаиләһе өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы; ә ҡатын-ҡыҙ йорт эсендә көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы." Ошо хәҙистең мәғәнәһен ир бала күңеленә йәштән һеңдерергә кәрәк. Эйе, ир кеше өҫтөн булырға тейеш, ә өҫтөнлөккә ҙур тырышлыҡ менән генә өлгәшеп була. Ир-аттың урыны - йәмғиәттә. Ир кеше йәмғиәттә тейешле урында булһын өсөн, ҡатын кеше өйҙә булырға, иренең йәмғиәт өсөн тырышып йөрөүен тәьмин итергә, уны дәртләндерергә тейеш.
Шөкөр, беҙ күтәргән әлеге проблема беҙҙең Баймаҡ районы Ярат ауылында юҡ тиерлек. Ғаиләләр күпләп мал көтә, үҙ эштәрен аса, бик булмаһа, вахта ысулы менән ситкә китеп аҡса табыу яйын күрәләр. Ир-егеттең абруйын күтәреү, уларҙы күпләп үҙ эштәрен асыуға өндәү, йәмәғәт эштәренә әүҙем йәлеп итеү, ғаилә именлеген һаҡлау маҡсатында ауылыбыҙҙа районда ғына түгел, республикала беренсе булып "Ир-егеттәр ҡоро" ойошторҙоҡ. Был ҡорҙоң эш һөҙөмтәһе буласаҡ, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам.

Эшһеҙлек, депрессия, билдәле, эскелеккә килтерә. Ләкин ошомо һуң эскелектең сәбәптәре? Эшһеҙ ятҡан хәлдә лә, эсмәйенсә йәшәп буламы?

Р. Өмөтҡужин: Бахмурҙан ҡотолоуҙың да, эскелектән арыныуҙың да берҙән-бер юлы - иҫерткес эсемлектәр ҡулланмау. Ҡалған төр эсемлектәрҙе күңел теләгәнсе эсергә мөмкин. Иҫерткес эсемлектәр - тыйылған ғәмәл, табу. Тыйылғандан тыйылмауҙың язаһы оҙаҡ көттөрмәй, тере сағыңда уҡ ҡыуып етә. Эшһеҙ ятҡан хәлдә лә ни эсергә кәрәклеге аңлашылалыр…
М. Монасипов: Эшһеҙлек, депрессия, тормош ауырлыҡтары ғына эскелеккә килтерә, тип әйтә алмайым. Эскелектең киң таралыуының сәбәптәре - уны һатып алыу мөмкинлегенең сикһеҙ булыуы һәм үҙәк телевидениенан эскене бер туҡтауһыҙ һәм "тәмләп" күрһәтеүҙә, дөрөҫөн әйткәндә, кешене "мәҙәни эсергә" өйрәтеүендә, тип иҫәпләйем. Эшһеҙ ятҡанда ла эсмәйенсә йәшәп була. Уның өсөн рух ныҡлығы, донъя матурлығын күрә белеү, тормош маҡсаттарыңдың аныҡ булыуы кәрәк.
Т. Шаһманов: Ауылда эшһеҙлек юҡ. Буш хәбәр ул. Эштән күп нәмә юҡ ауылда. Ә бына эскелек бар. Йыйын ялҡауҙарға "эш юҡ" тигән һүҙ эсеү өсөн бер һылтау ғына. Эскелектең тамырҙары тәрәндә, сәбәптәре үҙебеҙҙә. Беҙҙе башҡа ҡайһы бер халыҡтар вәкилдәре эсергә өйрәтте, тип, ғәйепте бүтәндәргә ауҙарырға тырышыусылар бар. Беҙҙең халыҡ үҙе эсергә өйрәнде. Бер кем дә ауыҙҙарына көсләп ҡойманы. Ә хәҙер үҙҙәре үк йәш быуынды сәләмәт, айыҡ тормош алып барырға өйрәтергә бурыслы. Ҡулдары менән эшләгәнде иңдәре менән күтәрһен әйҙә милләттәштәр!

Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны ла кәмеүгә бармай. Бында ла әлеге факторҙар (эшһеҙлек, эскелек) сәбәпсе булып торамы, әллә проблеманың тамырҙары (ниндәйҙер йән сире, рухһыҙлыҡ, ихтыярһыҙлыҡ, ғаилә янъялдары, яуапһыҙ мөхәббәт, алғараҡ бағып, перспектива менән йәшәй белмәү һ.б.) төптәрәк микән?

Р. Өмөтҡужин: Проблеманың тамырҙары төптәрәктер, күрәһең. Был проблемаға ҡарата бөгөнгө донъяуи ғилемебеҙ аныҡ ҡына яуап бирә алмай икән, тимәк, яуапты дини ғилемдән эҙләргә кәрәктер.
М. Монасипов: Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һанының кәмемәү сәбәптәре күп инде ул. Эшһеҙлек, эскелек, йән ғәриплеге, рухи зәғифлек, ихтыярһыҙлыҡ, яуапһыҙ мөхәббәт, ғаилә янъялдарын да сәбәп итергә мөмкин. Ә шулай ҙа төп сәбәптәрҙең береһе - кешенең был доньяға ни өсөн яратылыуын, үҙ вазифаларын, бурыстарын аңламауылыр.
Кешенең үҙ ғүмерен үҙе өҙөүе динебеҙҙә оло гонаһ иҫәпләнә. Әммә ғаиләләрҙә балаларға дин, иман тәрбиәһе биреүгә бик үк етди иғтибар юҡ әле. Кеше фажиғәләренең сәбәптәре барыбер ғаиләгә, ундағы тәрбиәгә килеп тоташа. Ғалим-мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин: "Ғаилә бәләкәй генә бер дәүләт кеүек", тигән бит. Ғаиләләребеҙҙе дәүләт итеп ҡороуға, унда иман нуры ҡундырыуға өлгәшһәк, әлбиттә, әле әйткән бәләләр ҙә булмаҫына иманым камил.
Т. Шаһманов: Милләттәштәрҙең байтағының нәҫел ағасы олоно серек. Шулай булмаһа, үҙ зат-ырыуына ҡара тап төшөрөүҙән хурланып, үҙ-үҙенә ҡул һалыуға тиклем барып етмәҫтәр ине. Мин күп йылдар дауамында башҡорт ырыуҙары шәжәрәләрен яңыртып төҙөү өҫтөндә эшләйем. Һуңғы бер нисә быуындар теҙмәһендә йә эсеп, йә аҫылынып үлеүсе ир-егеттең күплеге! Етмәһә, ҡатнаш никахтарҙан тыуған, исемдәре ҡолаҡты ярып килгән әллә ниндәй маңҡорттарҙың Тамъян, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Юрматы кеүек ҡәбиләләр шәжәрәләренә атай яғынан килеп эләгеүе! Ҡулдан ҡәләм төшөп китә: был тарихи-рухи мираҫты яңыртып, халҡыма ҡайтарам, тип йөрөүҙән берәй фәтүә бармы икән?
Ир-аттың үҙ-үҙенә ҡул һалыу сәбәптәре күп, тинек. Шуларҙың береһе - ғаиләлә ир баланы алдына тормош, йәшәү маҡсаты ҡуйып үҫтерә белмәүҙә. Мәҫәлән, нишләп әле беҙ улдарыбыҙға: "Һин үҫкәс, Башҡортостандың Премьер-министры булырға тейешһең. Һин өлгөлө ғаилә башлығы, балаларыңа һәйбәт атай, кәләшеңә яҡшы ир булып, халҡыңды, туған телеңде, Башҡортостаныңды яратҡан ул, ҡыҙҙар үҫтерергә бурыслыһың. Беҙ ҙә ҡулдан килгән хәтле ярҙам итергә тырышырбыҙ. Шулай ҙа төп яуаплылыҡ һинең үҙеңдә, улым. Беҙҙең нәҫелдән күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан, һин дә ырыу тарихына бар яҡлап үҙ өлөшөңдө индерергә тейешһең", - тип, аныҡ маҡсаттар ҡуйырға ҡулыбыҙҙан килмәйме ни? Өйрәнгәнбеҙ барыһын да мәктәпкә япһарып! Таба белгәс, баға ла бел, тигәнде күпселек атай-әсәйҙәр, сабыйҙарының өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булһа, шул икән бала үҫтереү, тип уйлай. Ә баланың буйын ғына түгел, аҡылын да үҫтереү, улар алдына аныҡ маҡсаттар ҡуя белеү күбеһенең башына инеп тә сыҡмай. Ике аяҡлы мал кеүекбеҙ инде: ашаһаҡ, эсһәк - шул еткән. Ә ундай балаларҙа ниндәй аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл булһын да, уларға ниндәй ҡот ҡунһын! Быларҙың береһе лә йүнләп бала күңеленә һалынмағас, улар эскегә һалыша. Кеше нимә менән булһа ла шөғөлләнергә тейеш бит инде. Ә беҙҙең ир-егет эскелекте яҡын итә.
Бында мәсьәләнең тағы ла бер яғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтер инем: ауылда ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттарыбыҙ ҙа эсә. Ҡалайыраҡ эсәләр әле! Бер ниндәй ғәрләнеү тоймайҙар. Берәйһе уларҙы оялтырға, аҡыл өйрәтергә тырышһа, һинең дә балаларың үҫә, тип кенә ебәрәләр. Йәш быуынға ошондайҙарҙың әҙәм ғибрәте булып йөрөүен, ырыу-нәҫелдәренә ҡара тап төшөрөүен даими рәүештә аңлатып тороу, тәрбиәүи эш алып барыу кәрәк. Юғиһә, ғаилә тәрбиәһен өй түрендәге ҡара ҡумта - телевизор менән компьютер һәм кеҫә телефоны алмаштырҙы. Улар - ике осло. Балаһы ысын кеше булһын өсөн йәнен уртаға ярып бирәһе урынға, беҙҙең ата-әсә, һуңғы малын һатып булһа ла, балаһына шул техниканы алып бирә. Бына шул була уларса бала тәрбиәләү.

Ҡайҙа-ҡайҙа, ә бына ауылда ғаилә ҡормай яңғыҙаҡ ҡартайыусы ир-егет статусын тәбиғи хәл тип иҫәпләйһегеҙме?

Т. Шаһманов: Ниндәй тәбиғи хәл булһын! Ғаилә тәрбиәһен үҙ теләгебеҙ менән юҡҡа сығарыу һөҙөмтәһе был. Ғаиләлә тәрбиә юҡ икән, милләттең дә юҡҡа сығыуы бар. Балаһын өйләндереү - атай-әсәйҙең төп бурыстарынан береһе. Ғаиләле булыуҙың милләтең, нәҫелең өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңламайбыҙ, дөрөҫөн әйткәндә, аңларға ла теләмәйбеҙ, шикелле. Ҡалай рәхәт! Үҙҙәре өйләнгәс, еткән. Балаһы теләһә нәмә эшләһен. Хәҙерге йәштәр үҙҙәре белә, йәнәһе. Ана шул арҡала ир балаларыбыҙ ғаилә ҡороуҙан мәхрүм. Был уларҙың ғәйебе түгел, ә бәләһе. Беҙ, атай-әсәйҙәр, ғәйепле быға! Беҙ ир балаларыбыҙҙы шундай бәхетһеҙлеккә дусар итәбеҙ, беҙ милләтебеҙҙе бөтөрәбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ алдына йәшәү маҡсаты ҡуя белмәгән эскесе егеттәребеҙҙән бүтән милләт ир-аты ҡосағына ҡасыуҙы хуп күрә йә атайһыҙ бала үҫтерә. Эйе, тәрбиәләмәй, ә үҫтерә генә. Беҙҙең малайҙарға ысын ир - атай, ҡартатай тәрбиәһе етмәй. Бына шунда ята ул проблеманың асылы. Улдарына тәрбиә бирер ине лә ул атайҙар, тик үҙҙәре тәрбиәһеҙ, сөнки бөгөн ғаиләлә ир-егет тәрбиәһе юҡҡа тиң. Сылбыр өҙөк. Уны ҡайҙан тотоп, ҡалай итеп ялғарға?
М. Монасипов: Ауылдарҙа ғаилә ҡормайынса яңғыҙаҡ ҡартайыусы ир-егеттәр һаны артҡандан-арта бара. Сәбәптәр, әлбиттә, бик күп. Шуларҙың береһе - ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы хеҙмәт урындарының аҙ булыуы. Шунлыҡтан ҡыҙҙар мәктәпте тамамлау менән ҡалаларға ынтыла.
Атай-әсәйҙәрҙең балалары аңына: "Балам, ҡалаға кит, ауылдың киләсәге юҡ", - тигәнде һеңдереүе лә сәбәптәрҙең береһелер. Ошолай "тәрбиәләп", беҙ үҙебеҙҙең ҡартлығыбыҙға ғына түгел, ата-бабалар рухына ла балта сабабыҙ. Бала өсөн тыуған нигеҙҙең ниндәй мәғәнәгә эйә икәнлеген үҙебеҙ ҙә аңламайбыҙ, уларға ла аңлатмайбыҙ. Тыуған нигеҙҙе ташлап, бәхет табып булмағаны былай ҙа аңлашыла ла бит...

Ауылға, бигерәк тә бәләкәйҙәренә, бөтөү ҡурҡынысы янай, тибеҙ. Урыҫ халҡында, батып барыусыны ҡотҡарыу -батып барыусының үҙ эше, тигән бер әйтем йәшәй. Ысынлап та, ауылдарҙы үҫтереү түгел, уны, исмаһам, һаҡлап ҡалыу буйынса дәүләт сәйәсәтенә өмөт итеп булмағанда, уны ҡотҡарыу мәсьәләһе шул ауылдарҙа йәшәүселәр ҡулына ҡарап ҡала түгелме? Бының өсөн ауылда ниндәй тергеҙеү эштәре башҡарылырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Т. Шаһманов: Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу, уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуына юл ҡуймау өсөн аҫабалыҡ мәктәбен тергеҙеү мотлаҡ. Әлеге лә баяғы, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Шуға бәйле ырыу традицияларын тергеҙеү ҙә ҡамасауламаҫ. Ана бит, тамъяндар тупланып, Шәғәле Шаһман исемендәге хәйриә фонды төҙөп ята. Насармы ни?
М. Монасипов: Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн үҙидараны үҫтереү кәрәк, тип уйлайым. Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡтың үҫеш алыуы ла ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Төрлө йәмәғәт ойошмаларының, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының, ауыл Советы депутаттарының әүҙем эшләүе, мәҙәниәт йорто, мәктәп, китапхана кеүек инфраструктура үҫеше лә ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Ярат ауыл биләмәһенә Йәрмөхәмәт тигән ауыл ҡарай. Унда башланғыс мәктәптә бер генә уҡытыусы эшләй, бер фельдшер бар. Башҡа эш урыны юҡ. Ә ауыл бәләкәй генә дәүләт һымаҡ үҫеүен дауам итә. Унда ир-егеттәрҙән торған лидерҙар төркөмө - ауыл старостаһы Ҡадир Ишҡыуатов, "Атайсал" клубы рәйесе Мәүлетдин Мөхәмәтшин, шулай уҡ Ғибаҙулла Хәлиуллин, Сәлимйән Истәков ауылда тәртип, төҙөкләндереү, көтөү мәсьәләләрен ойоштороу һәм башҡа проблемаларҙы халыҡ менән бергәләп, кәңәшләшеп хәл итә. Үҙ көстәре менән мәсет төҙөнөләр. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаштылар. Ошондай формаль булмаған лидерҙар тырышлығы менән үҙидара принциптарын тормошҡа ашырғанда, ауылды һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе лә бойомға атҡарыла инде. Ир-ат хужа булған ерҙә тәртип тә ныҡлы, ауылдың киләсәге лә өмөтлө була.
Р. Өмөтҡужин: Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, тиҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, бәләкәйендә ни бар, өлкәнендә лә шул уҡ хәл. Юғарыла һаналған проблемалар ҡала ерлегендә лә бар, тик масштаб ҙурыраҡ булғас, улар күҙгә салына һалып бармай. Ауылдарҙың бөтөүенә килгәндә, бөгөн ҙурыраҡ ҡалалар үҙенән бәләкәйерәк ҡалаларҙы "йота" башланы түгелме һуң? Был проблема ауылдыҡы, быныһы ҡаланыҡы, тип айырып ҡарамайынса, бөтөн халыҡ, бөтөн милләт тураһында берҙәй ҡайғыртырға кәрәк. Ауылдарҙы тергеҙеүгә килгәндә, Бөтә Донъя банкы ҡатнашлығында уҙғарылған "Урындағы инициативаларҙы яҡлау - 2014" проекты уңышлы эшләп китһә, ауылдарға, ниһайәт, иғтибар артыр ине, тигән өмөт бар.

Шулай итеп…
Ауыл проблемаларының бөгөн күп йәһәттән ошо ауылда йәшәүселәрҙең үҙ башланғысына һәм булдыҡлылығына бәйле булыуын күрмәү мөмкин түгел. Дөрөҫ, ситтән килеп, берәүҙең дә урындағы мәнфәғәттәр өсөн янып-көйөп йөрөмәҫе билдәле. Ауыл хакимиәттәренең дә хатта ҡайһы берҙәренең төп бурысы фәҡәт һалым йыйыу эшенә генә ҡалып килә түгелме? Ауылға бына ошондай мөнәсәбәт шарттарында уның мәнфәғәттәрен һаҡлау, яҡлау бурысы, әлбиттә, шунда йәшәгән зыялылар, абруйлы ветерандар - үҙ төйәгенең патриоттары иңенә төшә. Был йәһәттән матур башланғыстар бар ҙа инде. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Ярат ауылы уҙаманы Мөхтәр Фәйез улы Монасиповтың ошо ҡорҙағы фекерҙәре шуға дәлил. Автор хаҡ: ерҙе эш итеү, ауыл тормошон яйға һалыу, ир бала тәрбиәләү өсөн ир ҡулдары кәрәк. Яраттарҙың республикала беренсе булып "Ир-егеттәр ҡоро" ойоштороп ебәреүе фәҡәт хуплауға лайыҡ. Башҡаларҙың да был өлгөнө дәррәү күтәреп алыуҙарына өмөт итергә генә ҡала.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.14 | Ҡаралған: 2278

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru