«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАНЫҢ МИЛЛӘТЕ ЮҠ, Ә МАЛТАБАРҘЫҢ МИЛЛӘТЕ БАР
+  - 

Совет власы йылдарында был синыф вәкилдәре лә, синыфтың атамаһы ла хәтерҙән юйылды йә кире мәғәнәлә ҡулланылды. Буржуа синыфы тураһында һүҙебеҙ. Һүҙлектәрҙә аңлатылыуынса, буржуа - ул капиталистик йәмғиәттә етештереү сараларының хужаһы һәм ялланып эшләүселәрҙе файҙаланыу юлы менән килгән килемгә йәшәүсе. Европа тарихсылары һәм сәйәсмәндәре буржуаны төрлө тарихи осорҙарҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәргә нигеҙ һалыусылар, алдынғы ҡатлам тип тә баһалай. Бөгөнгө телгә әйләндергәндә, буржуа - ул шул уҡ эшҡыуар, малтабар, зыялылар ҡатламы була түгелме? Бармы бөгөн беҙҙә ошондай зыялылар? Кем ул заман буржуаһы? Ошолар тураһында һөйләшергә беҙ "Коммунальник" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе Дамир АЛЛАЯРОВты һәм Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты доценты Нурислам ҠАЛМАНТАЕВты саҡырҙыҡ.

Буржуа, малтабар, эшҡыуарҙар араһында айырма бармы, әллә улар бер синыф кешеләреме? Кемдер ауыл магазиндарында һыра һатып, аҡса эшләй, кемдер етештереү менән була. Ошо ике төркөмдәгеләр психологияһы араһында айырма нимәлә?

Дамир АЛЛАЯРОВ Д. АЛЛАЯРОВ: Магазин асып, унда башҡалар етештергәнде һатып ҡына байып китеп булмай, унан алған килем ғаиләңде ҡарауға ғына етә. Эште ниндәй кимәлдә ойоштора алыу һәр кешенең донъяға ҡарашынан, психологияһынан тора, әлбиттә. Бай булыу кешегә ҡандан килә, затыңда була. Бөтәһе лә генерал булмаған кеүек, бөтәһе лә эшҡыуар, миллионер ҙа була алмай. Ә малтабарлыҡтың төп үҙенсәлеге - ул кеше бер ҡасан да туҡтап ҡалмай, туҡтай ҙа алмай. Баҫҡыстан өҫкә менә бара, менә бара. Яңы үрҙәргә ынтылмаһаң, артыңдан килеүселәр һине тапап үтеп китә, йә үҙең ҡолап төшәһең. Шуға күрә, булмышың бай, етеш йәшәгән кешенеке түгел икән - байып китеүең икеле. Беҙҙең халыҡ эшҡыуарҙы ла, малтабарҙы ла аҡса артынан ҡыуыусылар тип кенә ҡарай. "Аҡса һаман етмәйме ни әле һиңә?" тигән һорауҙы миңә лә биргәндәре бар. Сөнки улар һинең был кимәлгә еткәс, аҡса табыу өсөн эшләмәүеңде аңламай. Эшҡыуарлыҡ, малтабарлыҡ тора-бара күңелеңә ятҡан шөғөлгә әйләнә, шунан инде ошо өлкәлә яңы баҫҡысҡа күтәрелеү, яңы мөмкинлектәр асыу өсөн тырышаһың. Үҙеңде генә ҡайғыртмайың, ҡул аҫтыңда эшләгән эшселәрҙе лә уйлайһың, уларҙы ла арыу эш хаҡы менән тәьмин итергә теләйһең. Кибет асып, спиртлы эсемлектәр һатып, бер көнлөк байлыҡ менән йәшәүселәр бар - уның мәғәнәһен күрмәйем. Кәсепселәр менән эшҡыуарҙар араһында ғына түгел, эшҡыуарҙар менән буржуа араһында ла айырма ҙур. Мин 23 йыл буйы көнө-төнө тир түгеп эшләйем, әммә буржуа кимәленәсә үҫеп етә алмайым әле.
Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ Н. ҠАЛМАНТАЕВ: Ул кимәлгә барып етеү өсөн, йәғни буржуа тип һаналыр өсөн, һеҙҙеңсә, аҡсағыҙ күпме булырға тейеш һуң?
Д. АЛЛАЯРОВ: Бәлки, минең фекерҙе уҡып, кемдер көлөр, шулай ҙа минең күҙаллауым буйынса, буржуа синыфына ҡараған кешенең кәм тигәндә 100 миллион доллар аҡсаһы булырға тейеш. Сөнки 10-20 миллион доллар хәҙер һәр чиновниктың кеҫә-һендә бар.

Хәҙер "буржуа" тигән ҡатлам бөтөнләй юҡтыр беҙҙең йәмғиәттә?

Д. АЛЛАЯРОВ: Тарих биттәре-нән билдәле булыуынса, халыҡты алға этәреүсе көс - милли буржуазия. Совет власы урынлашҡас, шул ҡатламды юҡҡа сығарып, был хаҡта онотторҙолар. Беҙ, олатайҙарҙың ыштандары ла булмаған, яңы власть күҙебеҙҙе асты, тип ҡупырайып йәшәнек. СССР тарҡалғас, ул системаны ла яманлап, хәҙер бөтәбеҙ ҙә эшҡыуар булып китәбеҙ, байыйбыҙ, тигеҙләшәбеҙ, тип лаф орҙоҡ. Тик улай килеп сыҡманы. Милли сәйәсәт тә совет заманындағы кеүек түгел хәҙер, йәғни тиңдәр араһында тиң булып йәшәү тигәнде лә онотторҙолар. Элек был мәсьәләне барыбер ҙә партия системаһы көйләй торғайны. Мәҫәлән, беренсе секретарь урыҫ икән, икенсеһе - башҡорт, өсөнсөһө мотлаҡ бүтән милләт вәкиле. Уҡырға ингәндә лә тигеҙлек һаҡланды. Театр, концерттарҙа ике телдә бер тигеҙ һөйләнеләр, китаптар ҙа русса, башҡортса баҫыла торғайны. Береһе лә үҙен кәм күрмәһен өсөн эшләнде былар, ләкин хәҙер шул ыңғай тәжрибә юҡҡа сыҡты. Шуға бөгөн беҙгә үҙебеҙҙең милләттән сыҡҡан буржуалар, байҙар кәрәк. Аҡсаның милләте юҡ, тиһәләр ҙә, эшҡыуарҙың, байҙың милләте бар. Башҡорт йәмғиәтендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ошо өлкәлә кәрәкле структуралар булдырыуҙың мөһимлеген аңлатырға кәрәк йәштәргә.
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: Буржуазияға килгәндә, беҙҙең милли буржуазия булған: Тасим Маметов, Туҡтамыш Ишбулатов, Мансур һәм Арыҫлан Ҡырыҫовтар, Исмәғил Тасимов. Әйткәндәй, Исмәғил Тасимов Елизавета Петровнаның Уложенная Комиссияһына Пермь мәғдәнселәренең наказын төҙөүселәрҙең береһе. Башҡорттарҙы мәғдән сығарыу эшенә уҡытыу ниәтендә 1771 йылда Берг-коллегияға тау училищеһы астырыу тураһында үтенес яҙыусы ла ул. Француз тарихсыһы Роже Порталь үҙенең "Рәсәй өлкәләренең тарихын, тарихнамәһен, сығанаҡтарын өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр" китабында: "Башҡорт байҙары булған, халыҡ уларҙы шул тиклем ихтирам иткән", - тип яҙа. Бай ағай эш бирә, ашата. Байҙар булғас, үҙебеҙҙең һин дә мин йәмғиәтебеҙ булған. Ихтилал башлыҡтары ла - бөтәһе лә байҙар, был аңлашыла: үҙен дә ҡарай алмаған фәҡир кеше артынан кем эйәрһен?
Бөгөн эшҡыуарҙар сәйәсәткә ҡыҫылырға теләмәй, тиһәгеҙ ҙә, элек улай булмаған. Ерҙәрен Твердышев тартып алғас, уны судлашып та еңә алмағас, Юлай Аҙналин улы Салауат менән Пугачевҡа ҡушылып китәләр. Һеҙ әйтмешләй, власть менән килешә алмағас, урау юлын табалар. Пугачевтың ысын Петр III булмауын белә тороп та, үҙ ерегеҙҙә иркен йәшәгеҙ, тигәне өсөн генә эйәрәләр уға.
Эйе, байҙарға булған ихтирамды Совет власы заманында бөтөрҙөләр. Улар насар кеше, халыҡты талайҙар, муллалар ҙа алама кешеләр, алдаҡсылар, ярлылар иҫәбенә йәшәйҙәр, тигән фекер мейегә һеңдерелде. Ә беҙ үҫкәндә ауылдағы клубыбыҙ ҙа, мәктәп тә, китапханалар ҙа байҙарҙың йорттарында урынлашҡайны, ике ҡатлы өйҙәр күп ине. XXI быуат башында башҡорт йәмғиәте байып, аяҡҡа баҫҡан, ныҡ алға киткән булған. Тик халыҡтың байлығын тартып алдылар ҙа, хәтерен дә юйҙылар. Һеҙ ярлы, ҡулығыҙҙан эш килмәгән халыҡ, тип тигеҙләп ҡуйҙылар.
Бөгөн беҙ байҙарҙы күтәрергә, балаларҙы бай булырға өйрәтергә тейешбеҙ. Уларҙы мәктәп эскәмйәһенән алып уҡытырға кәрәк быға. Кешегә күп аҡса бирҙең дә, ти, әммә ихтыяр көсө, характеры булмаһа, уның байып китеүе икеле. Ул аҡсаны тота белергә, капиталын нимәгә һалырға мөмкин икәнен аңларға, башлы һәм уҫал да булырға тейеш. Бындай сифаттарға күптәр эйә була алмай, шуға йәмғиәттә байҙар билдәле бер процентты ғына тәшкил итә. Бөгөн беҙгә үҙебеҙҙең байҙарға юл бирергә кәрәк, ә улар халыҡ ихтыяжы менән дә йәшәргә өйрәнергә тейеш. Шунһыҙ булмай. Дамир дөрөҫ әйтә, тиңдәр араһында тиң булып йәшәү тураһында бары тик үҙебеҙ генә ҡайғырта алабыҙ хәҙер. Мәҫәлән, Өфөләге таныштар дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаларына сират күп булғас, шәхси башҡорт балалар баҡсаһы эҙләп, таба алмауҙары тураһында һөйләгәйне. Баҡтиһәң, башҡа милләттәрҙең шәхси балалар баҡсалары бар, ә башҡорттарҙыҡы юҡ икән. Байҙарыбыҙ булһа, исмаһам, баш ҡалабыҙҙа сабыйҙарыбыҙҙы башҡортса тәрбиәләү мөмкинлеге тыуҙырылған балалар баҡсаһы асыр ине...
Д. АЛЛАЯРОВ: Әлеге көндә республикалала урман хужалығы, ерҙе хосусилаштырыу, нефть мәсьәләләре буйынса бәхәс бара. Урал аръяғы башҡорттарының йәшәү рәүеше шул урман хужалығына туранан-тура бәйләнгән, әммә беҙҙең аранан сыҡҡан урман сәнәғәтселәре ҡайҙа? Спортсылар, ғалимдар, эшҡыуарҙар, малтабарҙар кәрәк икән милләткә, уларҙы мәктәптән тәрбиәләй башлау фарыз. Юғары уҡыу йорттарында менеджмент, эшҡыуарлыҡ, бизнес ойоштороу буйынса эш хаҡынан эш хаҡына тиклем йәшәгән уҡытыусылар уҡыта. Теорияны өйрәтергә лә булалыр, әлбиттә, әммә аҡсаны дөрөҫ тотонорға китап уҡып ҡына өйрәнеп булмай, уңышлы эшҡыуарҙарҙы саҡырып, дәрестәр үткәргәндә, бәлки, файҙалыраҡ булыр ине. Әлбиттә, эшҡыуарҙарға ла еңел түгел. Чиновниктар эшҡыуарҙар менән саҡ ҡына ла кәңәшләшмәйсә, төрлө ҡанундар сығарып, шарттар ҡуйырға әҙер генә тора. Бөтә закондар ҙа насар тимәйем, әммә улар сығып тора, эшҡыуарҙар уның урау юлдарын табып тора. Хөкүмәт менән эшҡыуарҙар араһында бәйләнеш юҡ, уртаҡ һүҙ табыуы ҡыйын. Шуға күрә, фекер алышыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн кәңәш ҡорҙары кәрәк ине. Эшҡыуарҙарға власть кәрәкмәй, беҙҙең менән иҫәпләшеүҙәре генә кәрәк. Бөгөн үҙ бизнесын башларға теләүселәргә дәүләт ҡаҙнаһынан 150 мең һум субсидия бүленә. Мин, комиссия ағзаһы булараҡ, ғариза биреүселәр менән күрешәм, һөйләшәм. Теплицала йәшелсә-емеш үҫтерергә, мал тоторға, хужалыҡтарын киңәйтергә иҫәп тотоп килеүселәр күп. Хәҙерге заманда 150 мең һум аҡсамы инде ул?
Бөгөн төрлө статистик мәғлүмәттәрҙе ҡараһаҡ, башҡорттар бөтөн күрһәткестәр буйынса ла урталыҡтан аҫта тора. Мәҫәлән, хәрби дәрәжәләр буйынса башҡорттарҙың дәрәжәһе капитандан түбәнерәк, арабыҙҙа адмиралдар, генералдар юҡ. Илдең, донъяның иң бай кешеләре исемлегенә лә башҡорттар инмәгән, беҙҙең Абрамович, Ходорковский кеүек байҙарыбыҙ юҡ. Сәйәси, иҡтисади, социаль, юридик мәсьәләләрҙе лә кемдең аҡсаһы күберәк, шул үҙ мәнфәғәтендә хәл иткән көндә, беҙҙең шундай бай кешеләребеҙ булмауы үкенесле. Башҡорттарҙың уртаса күрһәткестәрҙән аҫта тороп ҡалыуын милләттәштәрҙең төрмәгә нисек эләгеүе лә асыҡ сағылдыра. Улар әсәһенең пенсияһын талай, ҡаҙ йә һарыҡ урлай. Миллиондар, миллиардтар урлап, төрмәгә ултырыусылар юҡ, сөнки быға ла баш кәрәк.
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: "Бай булам!" тигән ынтылыш беҙҙең менталитетта ла юҡ шул. Башҡорт тигеҙлекте яратҡан халыҡ, динебеҙ ҙә шулай. Юҡҡа ғына Ислам динен социализм дине тип атамайҙар. Зәки Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр"ендә: "Мосолман илдәренең Европанан артта ҡалыуы диндән килә икән", - тип яҙа. Ризаитдин Фәхретдинов та беҙҙең халыҡтың тәҡдир көтөп, маңлайына яҙылғанды үҙгәртеп булмауға һылтанып йәшәүен билдәләй. Хоҙай Тәғәлә шулай ҡушҡан икән, уны үҙгәртеүҙән ни файҙа? Алла бабай бирһә бирә, бирмәһә - бирмәй. Тәҡдиргә ышаныу ҡул ҡаушырып ултырыуҙы аңлатмай: "Ҡулыңдан килгәнсә тырышлыҡ күрһәткәндән һуң ғына Аллаһы Тәғәлә ярҙамына өмөтләнергә кәрәк. Кешеләрҙең ерҙәге йәшәйеше, уларҙың тормошо һәм алға китеше, үҫеше тырышлыҡҡа һәм хеҙмәткә нигеҙләнгән", - тигән Ризаитдин Фәхретдинов.

Эшҡыуарлыҡ башҡорттоң асылына тап килмәй, тигәнде әленән-әле ҡабатларға яратабыҙ инде ул. Ысынлап та, эшҡыуарлыҡ менән беҙҙең ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ сифаттарыбыҙ бер-береһе менән яраша алмай һымаҡ түгелме?

Д. АЛЛАЯРОВ: Башҡорт халҡының яҡшы ла, насар ҙа бер сифаты бар - беҙ бигерәк ҡунаҡсыл халыҡ. Бигерәк тә ауыл халҡы ҡыҙыҡ: балаларына ашатмаһа, ашатмай, әммә өйөнә килгән ҡунаҡҡа иң ҡәҙерле, иң затлы ризыҡтарын да сығара. Ҡунаҡтар алдында бейеп, уралып йөрөйбөҙ. Хәләл тапҡаныбыҙҙы бушҡа таратырға, бушҡа хеҙмәт күрһәтергә әҙер торабыҙ. Хәҙерге көндә "буштың атаһы үлгән", бөтә нәмә өсөн дә түләргә кәрәк. Мин сит илдәргә күп йөрөйөм. Немецтарҙы ғына миҫалға алғанда ла, улар һине йылмайып, матур итеп ҡаршы алып, тамағыңды туйҙырһалар ҙа, аҙаҡтан бар уңайлыҡтар өсөн дә түләтәләр. Япондар ҙа шул тиклем ихлас йылмайып, матур һөйләп, башҡаларға яҡшы мөғәмәлә күрһәтә белгән халыҡ, әммә улар ошо яҡшы мөғәмәләне һата белә, шуға улар байҙар. Бөтә ерҙә лә хәҙер шулай. Башҡорттар, бәлки, шул ҡунаҡсыллығы менән бүтән халыҡтарҙан айырылып та торалыр, әммә... Урыҫтарҙың бик тапҡыр бер мәҡәле бар: "Яҡшылыҡ йоҙроҡло булырға тейеш".
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: Башҡорт халҡының иң төп сифаты - яҡшылыҡ. Лев Толстой "Кешегә күпме ер кәрәк?" тигән хикәйәһенда башҡорттоң ошо сифаты тураһында бәйән итә. Рус крәҫтиәне Пахом, ерҙәрен бушлай таратыуҙарын ишетеп, башҡорттар янына килә. Ыснлап та, күпме ер кәрәк, шул тиклем алырға була, тик бер генә шарт ҡуйыла: ҡояш байығансы кире ауылға әйләнеп килергә тейешһең. Пахом күберәк ер эләктерергә теләп, атлап түгел, йүгереп китә. Ҡояш байыуға ауыл яғына ыңғайлай - башҡорттар быны ауыл осона сығып, ашыҡтырып ҡысҡырып тора, ти. Пахом ауылға инә лә, хәле бөтөп йығыла, шул ятыуынан тормай. Баҡтиһәң, кешегә ер күп кәрәкмәй икән. Лев Толстойҙың үҙ философияһы: ул ике ҡарашты ҡаршы ҡуя - байлыҡ артынан ҡыуған ҡомһоҙ Пахом үлеп ҡалды, киң күңелле башҡорттар рәхәтләнеп иркенлектә, тәбиғәт ҡосағында йәшәүен дауам итә.
Ҡунаҡсыллыҡ, яҡшылыҡ, алсаҡлыҡ, байлыҡ туплау тураһындағы бәхәсте беҙ уйлап тапмағанбыҙ, ул һәр ваҡыт буласаҡ. Уйлап ҡараһаң, һеҙ ҙә дөрөҫ һөйләйһегеҙ, беҙ асыҡ-ярыҡ булыу менәнме ни, эргәләге кешеләр улай уҡ ябай түгел шул. Улар бик әрһеҙ, һинең һуңғы телем икмәгеңде лә тартып алырға әҙер тора, ә беҙ яҡшы күренергә теләп, улар алдында бейеүҙе дауам итәбеҙ.

Йәмғиәттә бөтәһе лә буржуа була алмай, тип әйттегеҙ бая. Әлбиттә, характерың булмаһа, уҡып ҡына аҡса эшләргә өйрәнеп булмай. Эшҡыуар, малтабар булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк һуң?

Д. АЛЛАЯРОВ: Эшҡыуарлыҡты үҫтереү, башҡортто аҡса эшләргә өйрәтеү тураһында уйлай башлаһам, йән көйөп, ҡулдар төшөп китә. Беҙҙең егеттәрҙе эшҡыуарлыҡҡа тартыу бик еңелдән түгел. Был йәһәттән башҡаларҙан өлгө алырға кәрәк тә бит. Яҙғыһын бер ауыл йыйылышына барҙыҡ, халыҡ, эш юҡ, тип зарланып йөрөй, әммә береһе лә көтөүсе булырға риза түгел. Хәҙер былар әлеге лә баяғы тажиктарҙы көтөүсе итеп ялламаҡсы итә. Ә бит тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙә эсмәй, уларҙың балалары күп була, бер 10-15 йылдан ошонан ер алып, донъя ҡороп, төпләнеп китһәләр, уларға көтөүсе булып башҡорттар үҙҙәре ялланып йөрөйәсәк. Кеше, исмаһам, әҙерәк уйланһа, фәһем алһа ине ошо халыҡтарға ҡарап.
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: В.И. Ленин "Капитализм үҫеше" тигән китабында Пермь башҡорттары миҫалында статистик мәғлүмәттәр килтерә. "Кисәге бай башҡорттар бөгөн урыҫтарға көтөүсе булып эш һорап бара, ниндәй ирония, байҙар меҫкенлеккә төштө", тип яҙа ул. Ошондай хәл беҙҙең менән бөгөн дә ҡабатланмаһын өсөн, бер аҙ алға ҡарап эш итергә кәрәк. Үзбәктәрҙе, тажиктарҙы саҡырырбыҙ, ә улар бит бик көслө, хәйләкәр халыҡ. Һиңә бер нәмә һөйләп тора, икенсе төрлө уйлап тора улар. Әҙ генә көс йыйып алһалар, ауылыңа килеп, һиңә күрһәтмәләр бирә башларға ла күп һорамаҫтар.
Эшҡыуарҙар, малтабарҙар һуңғы ваҡытта хөкүмәт ҡарамағындағы ойошмаларға "Беҙ һеҙҙең тамаҡты туйҙырабыҙ", тип, өҫтән ҡарай башланы. Тимәк, эшҡыуарҙар үҙенең урынын тоя, үҙаңдары формалаша. Шулай ҙа киләсәктә ваҡ буржуазия менән хөкүмәт араһындағы мөнәсәбәт нисек булыр икән, тип тә уйланыла...
Д. АЛЛАЯРОВ: Ленин: "Һәр бер ашнаҡсы дәүләт менән идара итә белергә тейеш", - тиһә лә, мин икенсе фекергә яҡыныраҡ торам: "Ярлыларҙы власҡа яҡын ебәрергә ярамай", - тигән Черчилль. Элек дәүләт менән идара итеүселәр һәр ваҡыт бай кешеләр араһынан сыҡҡан, сөнки уларҙың аҡсаһы аҡса эшләй. Власҡа кеше үҙенә етерлек мөлкәт туплағас ынтыла башлай. Ә өҫтә ултырған түрәләргә ҡулға өйрәнгән кешеләр кәрәк, һине эргәләрендә йөрөтәләр икән, уларҙың һүҙен һөйләргә тейеш булаһың. Шуның арҡаһында бөгөн Рәсәйҙә юғары вазифалы чиновниктар һәм түбәнерәк вазифалағылар араһында ҡаршылыҡтар күп, өҫтәгеһе аҫтағыны теләгән тиклем талай. Йәштәрҙе шулайтып баҫып торғас, беҙҙә кадрҙар, депутаттар ротацияһы юҡ. Бәлки, бөгөн Рәсәйҙе тарҡатыуҙы көҫәп, һәр яҡлап яҫҡынған көстәр күп булған осорҙа ил менән идара итеү өсөн ҡаты власть кәрәктер ҙә. Сәбәптәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, власть кешеләре эшҡыуарҙарҙы ла һанға һуғып өйрәнергә тейеш барыбер. Ә әлегә беҙгә иң мөһиме - милли патриотик буржуазия кәрәк. Тағы берҙе әйтәм, был осраҡта Кавказ халыҡтарынан өлгө алайыҡ, улар араһынан донъяның иң бай кешеләре исемлегенә инеүселәр күп.
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: Беҙ ул исемлектә юҡ шул, берәй ҡасан булырыбыҙға ла шикләнәм. Сөнки беҙ байҙарҙы күрә алмайбыҙ бит. Берәү байыһа, бөтә ауыл шул кеше тураһында яманлап һөйләргә, уңайы сыҡҡан һайын уға ҡаршы һүҙ әйтергә, йүнле кеше булмауын билдәләргә, бер насар яғын табып, нисек булһа ла юҡҡа сығарырға тырыша. Беҙ ул кешене тиҙерәк төрмәгә ябып ҡуйырға теләйбеҙ. Ҡабатлап әйтәм, беҙ тигеҙлекте яратҡан халыҡ, бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ - фәҡир йөрөргә тейешбеҙ. Йөҙәрләгән йылдар буйына мейегә һеңдерелгән шул сифатты үҙгәртеүе лә еңел түгел. Йәһүдтәр кеүек, тәүәкәлләп, власҡа ынтылырға, ҡулынан эш килерҙәй кешеләребеҙгә юл ҡуйырға, бер-беребеҙҙе күтәрмәләп өйрәнергә кәрәк беҙгә.
Д. АЛЛАЯРОВ: 1990 йылдарҙа әле эш башлап ҡына торған саҡта Магнитогорск ҡалаһы рэкетирҙары ҙур ҡурҡыу һала торғайны. Уларға ҡаршы бер ниндәй сара күреп тә, милицияға мөрәжәғәт итеп тә ғәҙеллек табып булмай ине. Ҡала баҙарына һөт продукцияһы, емеш-еләк алып барып һатыусыларҙың биҙрәләрен осора тибеп, хаҡ түләтеп йөрөүселәре лә булды. Бөгөн улай асыҡтан-асыҡ талаусылар юҡ, әммә эшҡыуарҙар административ ресурстарҙан яфалана хәҙер.
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: Шуның өсөн үҙеңдең дә, милләттең дә абруйын күтәреүҙе хәстәрләргә кәрәк. Беҙ әле башҡорттарҙың рухлы, көслө, ҡөҙрәтле халыҡ булыуы тураһында тарих биттәренән генә уҡып беләбеҙ. П.И. Рычков, И.И. Лепёхиндар ошондай мәғлүмәттәр яҙып ҡалдыра: иң фәҡир башҡорттоң 50 баш йылҡы малы, байҙарҙың 5 мең йылҡыһы бар. Тимәк, беҙ завод хужаһы булып байымайбыҙ, капиталыбыҙ мал менән үлсәнә. "Малтабар" һүҙенең килеп сығышы, бәлки, ошоға бәйлелер ҙә әле. Ерҙәр күп, малдар иркен йөрөй, үрсей - хөрриәт! Бөгөн ерҙәребеҙ ҙә кәмене, мал да юҡҡа сыҡты, хәлебеҙ ҙә бөттө. Аттан төшөп, атлап йөрөй башлағайныҡ, күтәрелеп кенә йәшәп китә алмайбыҙ.
Д. АЛЛАЯРОВ: Япондар әйтмешләй, беҙгә тарихыбыҙҙы иҫебеҙҙә тоторға, әммә бөгөнгө көн менән йәшәргә кәрәк. Замана лидерҙары - эшҡыуарҙар, бизнесмендар араһынан сыҡҡан кешеләр. Улар ҡылыс күтәреп, халыҡты яуға әйҙәмәй, эште яҡшы ойоштора белеүҙәре менән алда бара. Бөгөнгө көндә күп ерҙәрҙе ҡулдан ысҡындырҙыҡ инде, бигерәк тә Урал аръяғы территорияһына ҡараған биләмәләр халыҡҡа бүтән эләкмәйәсәк. Шулай ҙа, тарих ҡабатлана, тиҙәр бит әле, ерҙе хосусилаштырыу тағы бер ҡат булыр, тип уйлайым. Шул моментты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, законға ярашлы рәүештә, иғлан ителгән торг аша ерҙәребеҙҙе һатып алып өлгөрөргә кәрәк беҙҙең башҡорт эшҡыуарҙарына.
Н. ҠАЛМАНТАЕВ: Мин үткән заманды маҡтап, кире ҡайтарырға теләгәндән әйтмәйем. Бөгөн беҙ тарихыбыҙҙы юғалтҡан өсөн шундай хәлдәбеҙ, элек ғәскәребеҙ һәм яугир тигән даныбыҙ булғас, беҙҙең менән иҫәпләшкәндәр. Тарихыңды белмәй тороп, халҡыңдың киләсәген ҡайғыртыу мөмкин түгел, шул уҡ Зәки Вәлиди ҙә быға асыҡ миҫал. Әле уның кеүек илдәге һынылышты тойған, бөтөн ситуацияны яҡшы аңлаған, иҡтисадты белгән лидер кеше килеп сығыуын көтәбеҙ. Ул мотлаҡ хәрби кеше йә сәйәсмән булмаҫҡа ла мөмкин, тик халыҡ мәнфәғәттәрен үҙенекенән өҫтөн ҡуйған, башҡорт рухлы, илһөйәр шәхес тип күҙ алдына килтерәм уны.
Д. АЛЛАЯРОВ: Тарихыбыҙ шанлы, данлы, йәш быуынға фәһем бирерлек. Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә, Зәки Вәлиди кеүек бөйөк шәхестәрҙе, һис шикһеҙ, оноторға ярамай. Ләкин алдыбыҙға юғары маҡсаттар ҡуйып, бөгөнгө менән йәшәргә кәрәк. Юғиһә, боронғоно иҫкә төшөрөп зарланабыҙ ҙа, илайбыҙ ҙа, күңелдәге зарҙы сығарыр өсөн ҡурайҙа уйнайбыҙ ҙа, эш шуның менән бөтә. Башҡорт ғүмер буйы ҡурай уйнап, һыбай йөрөгән икән, бөгөн уға атынан төшөп, ҡурайын ситкә ҡуйып тороп, ең һыҙғанып эшләй башларға кәрәк. Рәсәй һәм донъя кимәлендәге цивилизациянан артта ҡалмаҫ өсөн тырышырға кәрәк.

Эшеңде балаларың дауам итерлек булмаһа, үҙеңдең генә тырышыуыңдың мәғәнәһе лә юҡтыр?

Д. АЛЛАЯРОВ: Тырышып, үҙ көсөң менән ойошторған эшеңде елгә осороп ҡуйғы килмәй, әлбиттә. Шулай ҙа мин үҙем өсөн эшләйем, балаларымдың юлымды дауам итеүҙәрен бик үк теләмәйем. Сөнки эшҡыуарға үҙен яҡлауы ауыр, беҙгә бер ҡайҙан, бер кем дә ярҙам итмәй. Баш ҡалабыҙҙа эшләп, уҡып йөрөүсе балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем эшҡыуарҙарға ҡарата мөнәсәбәттәрҙе күреп, үҙҙәре лә минең эште дауам итергә теләк белдереп бармай. Ситтән килеп, күберәк аҡса төртөүселәргә ер ҙә, урман да еңел генә бирелә, ә урындағы халыҡ хатта диләнкә лә ала алмай. Беҙҙең Әбйәлил яҡтарында төҙөлөш өсөн дә ер алып булмай, тотош Силәбе өлкәһе байҙары һатып алып бөткән. Ер өсөн һалым, кадастр хаҡы бигерәк юғары. Үҙемдең 4 объектым бар, уны арендалаған өсөн хаҡ түләйем, һатып алырға 2-3 миллион кадастр хаҡы түләргә кәрәк. Үҙебеҙҙең башҡорттарға аҫаба халыҡ булараҡ ниндәйҙер ташламалар индергән закон кәрәк ине лә бит. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙебеҙҙең депутаттар булыуы шарт.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмә, моғайын, кемдәрҙелер уйландырыр. Кемдәрҙер үҙ һорауҙарына, мәҫәлән, ни өсөн үҙебеҙҙең олигархтар булмауы тураһындағы һорауына ла, яуап алыр. Эйе, әлегә башҡа халыҡтағы һымаҡ "Форбс" исемлегенә ингән байҙарыбыҙ юҡ, әммә был турала хыялланмайбыҙ ҙа. Үҙ ватанын һөйгән, халҡы мәнфәғәтен хәстәрләгән эшҡыуарҙар үҫтереү - маҡсатыбыҙ. Ошоға өлгәшергә яҙһын яҡын йылдарҙа.

Илдар ҒӘБИТОВ әңгәмәләште,
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1790

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru