«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ УЙНАМАЙБЫҘ, БЕҘ СӘХНӘЛӘ ЙӘШӘЙБЕҘ!
+  - 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ -Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Илһам РӘХИМОВ менән ижад һәм тормош ҡапма-ҡаршылыҡтары, театр донъяһындағы, актерҙар тормошондағы ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ, халҡыбыҙҙың бөгөнгө хәленә байҡау яһайбыҙ. Эшенең үҙенсәлеге арҡаһында гел халыҡ араһында йөрөгән артистар ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй? Уларҙы бөгөнгө ниндәй проблемалар борсоуға һала? Геройыбыҙҙың фекерҙәрен түбәндәге әңгәмә барышында белә алаһығыҙ.

Кешелә ижад осҡондары барлығы, ғәҙәттә, бала сағынан уҡ төҫмөрләнә. Ул осҡондарҙы дөрләтеп ебәреү өсөн этәргес көс биреүсе өлгө, остаз да кәрәк. Актерлыҡ һәләтегеҙҙе үҫтереүгә, театрға йөҙ бороуығыҙға кемдәр булышлыҡ итте?

- Уйлана башлаһаң, уйҙарҙан уйылып китерлек: кеше үҙен һаҡлаусы, ҡурсалаусы фәрештә ҡанаты аҫтында тыуа, тигән ышаныу бар бит халыҡта. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Тормош юлында миңә лә дөрөҫ юл күрһәткән, ошо юлдан йөрөткән, ситкә тайпылдырмаған фәрештәм барлығына ышанам хәҙер. Ә юл былай булды: тыуған ауылым Стәрлебаш районы Табылды ауылы мәҙәниәт йортондағы үҙешмәкәр театр, бейеү түңәрәктәрендә бәләкәйҙән шөғөлләнеүем минең артабанғы сәхнә тормошома этәргес булды. Хыялым мине 1987 йылда унынсы синыфты тамамлағас та туп-тура Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килде. Институтта Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Рифҡәт Исрафилов курсына эләктем, институтты ла 1991 йылда уңышлы ғына тамамланыҡ, шул уҡ йылдың апрель айында Стәрлетамаҡта театр асылды. Театрҙы ойоштороу эшен баш режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова бынамын тигән итеп атҡарып сыҡты. Илшат ағай Йомағолов та ул йылдарҙа унда эшләне. Беҙ, курсыбыҙҙан бер-нисә йәш белгес, институтты тамамлағас та туп-тура Стәрлетамаҡ театрына ҡайтырға һөйләшкәйнек. Әммә курсыбыҙ Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн артистар әҙерләгәс, күптәребеҙ баш ҡалала ҡалды. Стәрлетамаҡ театрына бер үҙем ҡайттым. Тыуған яғым булғанғалыр, был ҡала мине элек-электән үҙенә тартты. Яҙмышымды ошо ҡала менән бәйләүемә бер ҙә үкенмәйем. Әйткәндәй, тап ошо ҡалала ике йыл эшләгәндән һуң үҙемдең курсташым Физәлиә Ғәлина (Башҡортостандың халыҡ артисы) менән ғаилә ҡороп ебәрҙек. Тормош тигәнең ҡыҙыҡ: курсыбыҙҙағы биш ҡыҙҙың дүртәүһе студент саҡта уҡ үҙебеҙҙең курс егеттәренә кейәүгә сыҡҡайны, бишенсеһен мин ҡулымдан ысҡындырманым. Шулай, бер ҡыҙыбыҙҙы ла ситкә ебәрмәнек. Хәҙер тоталар ҙа, "Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт кешеләренә кейәүгә сыға", тип яу һалырға яраталар. Ҡыҙҙарҙы ситтәргә ҡалдырырға ярамай! Был да бик етди мәсьәлә.

Ҡайһы саҡта күңел торошоңа тап килмәгән ролдәрҙе лә уйнарға тура киләлер. Күңелегеҙ төшөнкө саҡтарҙа үҙегеҙҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ күтәренке рухты ҡайҙан алаһығыҙ?

- Институтта уҡығанда беҙгә ролгә башкөллө инеп китеп, уның эсендә йәшәргә, тормошоңда ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда үҙеңде сәхнәлә нисегерәк тоторға кәрәклеген бик ентекләп өйрәттеләр. "Станиславский мәктәбе" тип аталған актерҙар мәктәбен үтеүебеҙгә бер ҙә үкенмәйем. Был тәғлимәттең философияһы "уйнау" һүҙе менән бик тап килеп бөтмәй. Беҙ ҙә ул һүҙҙе ҡулланмаҫҡа тырышабыҙ. Ни өсөн икәнен хәҙер аңлатам. Стәрлетамаҡта башҡорттар ҙа, рустар ҙа күп. Беҙҙең театрға рус телле, рус милләтле тамашасылар ҙа күп йөрөй. Ул тамашасылар беҙгә: "Һеҙҙең спектаклдәрегеҙҙә йәшәү көслө, уйын юҡ, шуға ла беҙ һеҙгә йөрөргә яратабыҙ", - тиҙәр. Беҙҙең милли театр шул яҡтан алдыра, минеңсә. Бының сәбәбе - халҡыбыҙҙың тәбиғәтендә. Башҡорттар бик боронғо, ихлас халыҡ: улар яһалмалыҡты өнәмәй. Халҡыбыҙҙың холоҡ үҙенсәлеге өҫкә сыға, әлеге лә баяғы...
Тормоштағы ҡыйын саҡтарға килгәндә, әлбиттә, улар беҙҙән һорап килмәй. Күңелдәге һағышты беҙ тап сәхнә ярҙамында баҫабыҙ ҙа инде. Икенсе яҡтан, театрға ял итеү, күңел асыу өсөн килгән тамашасы актерҙың кәйефе булмағанға ғәйепле түгел, тип ҡарайбыҙ, шуға ла күңел төшөнкөлөгөнә урын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Уй-хистәреңде көйләй белеү профессиональ әҙерлек тә талап итә. Әгәр тамашасыларыбыҙ онотолоп, уй-хәсрәттәренән арынып, беҙ бүләк иткән ял минуттарынан ҡәнәғәтлек алып ҡайта икән, ижадымдың мәғәнәһе лә, асылы ла ошолор, тип уйлайым.
Тормошта юмор бик ярҙам итә бит ул. Юморҙы аңлауым, уны тамашасыға еткерә алыуым менән бәхетлемен. Ҡайһы кеше юморҙы аңламай, буш-юҡҡа көйәләнә башлай. Ә күпме сетерекле хәлдәрҙән юмор ярҙамында сығып була!

Һеҙҙе тамашасылар М.Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһындағы Мөхәмәтша, М. Ҡунафиндың "Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын"да - баш табип, Б. Бикбайҙың "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһында Яппар ҡарт, Н. Ғәйетбаевтың "Иремде һатам" комедияһында Миҙхәт ролдәре аша яҡшы белә. Һеҙ башҡарған драматик ролдәр ҙә тамашасы күңеленә үтеп инә. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа республика халҡы һеҙҙе "Күңелле йәшәйбеҙ" тип аталған көләмәстәр сериалы аша ла таный. Ошо телевизион проект тураһында ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙсе.

-"Күңелле йәшәйбеҙ" тапшырыуын беҙ 2008 йылдан башлап хәҙер инде 6 йыл дауамында эшләйбеҙ. Ул башта үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ телевидениеһында, "Туған тел" каналында күрһәтелде, хәҙер (дүрт йыллап барҙыр), Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирына ла сығарыла. Был юмористик тележурналды Руслан Юлтаев исемле егетебеҙ төшөрә. Режиссерыбыҙ бик аҡыллы, һәләтле, үҙ эшен белеп башҡарыусы белгес: аныҡ ҡына итеп әйтә лә, шатырлатып, эшен эшләп тә ҡуя. Коллектив та уның менән бик ҡәнәғәт. Руслан беҙҙең театр өсөн ҙур эш эшләне: һәр артисыбыҙҙы республикаға танытты. Йәштәргә күтәрелеүе ауырыраҡ - билдәлелек яулау өсөн оҙайлы ғына ваҡыт талап ителә. Ә беҙҙең йәштәребеҙҙе телевидение аша белеп, танып торалар.

Тормоштағы Илһам ағай менән сәхнәләге Илһам ағай араһында айырма бармы? Әгәр бар икән, ул нимәлә сағыла? Күптәр билдәлелек яулауҙы тормош маҡсаты итеп ҡуя. Ә һеҙ, ишетеүемсә, үҙегеҙҙе йәмәғәт урындарында танытмаҫҡа тырышаһығыҙ. Бының сәбәбе ниҙә?

- Сәхнәләге Илһам менән тормоштағы Илһам - икеһе ике төрлө кешеләр. "Мин артисмын", тип, тормошта уйнап йөрөй, үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуя алмайым. Минең бергә үҫкән дуҫтарым, ауылдаштарым, бер подъезда йәшәгән, минең менән бер лифтта йөрөгән күршеләрем бар. Тормошта беҙ бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙбеҙ. Шуның өсөн сәхнә - бер яҡта, тормош - икенсе яҡта.
Һорауығыҙҙың икенсе өлөшөнә килгәндә, ысынлап та, мин тормошта кеше күҙенә күренеп барырға бик тырышмайым. Сөнки, беҙҙең ҡала артыҡ ҙур ҙа түгел... Был холҡом менән дә бәйлелер, бәлки.

Улай булғас, холҡоғоҙ баш бала холҡона оҡшаш, буғай... Әйткәндәй, һеҙ ниндәй атай тәрбиәһе алдығыҙ? Ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләп үтмәҫһегеҙме?

- Юҡ, мин биш балалы ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгәнмен. Ике апайым, ағайым, ҡустым бар. "Атай тәрбиәһе"нә ҡайтҡанда, беҙҙең быуын балаларына атай тәрбиәһе эләктеме икән? Был турала йыш ҡына уйланғаным бар. Беҙҙең заман атайҙары колхоздың иң сәскә атҡан көслө ваҡытында эшләне. Атайым Ринат Рәхимов райондың алдынғы комбайнеры булды. Күберәк ер һөрөргә, күберәк ашлыҡ урырға тырышты. Ни өсөндөр, беҙ бәләкәй саҡта гел ҡоролоҡ булды, атайҙар һәр саҡ һалам "пресларға" ситкә йөрөнөләр: бер ҡышты Краснодар крайында, бер ҡышты - Хәйбулла районында, бер ҡышты - Украинала, бер ҡышты Ҡаҙағстанда ҡышланы улар. Атай ҙа, әсәй ҙә колхоз эшенән бушаманы. Шулай ҙа, беҙҙең заман балаларына әсәй тәрбиәһе нығыраҡ эләкте. Элек халыҡты "иң тәүҙә - эш, аҙаҡ - ғаилә" тигән принцип менән тәрбиәләгәндәрҙер инде. Миңә өләсәй тәрбиәһе эләкмәне. Атайым һуғыш ваҡытында етем ҡалған, туғандары ҡарамағында үҫкән. Олатай, өләсәйҙәре булған кешеләргә мин һәр ваҡыт көнләшеп ҡарай торғайным. Хәҙер үҙебеҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙең булыуы, уларҙың ейәндәре менән аралаша алыуы ифрат яҡшы күренеш. Ата-әсә тәрбиәһенән бигерәк, олатай-өләсәй (улар иҫән булһа) нәсихәте күберәк файҙа бирәлер, тип уйлайым. Быуындар күсәгилешлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Атай, әсәй, ғәҙәттә, эш менән мәшғүл булып, күп нәмәне күҙ уңынан ысҡындыра. Ә олатай, өләсәйҙәр - күҙ-ҡолаҡ. Ата-әсәле ғаилә генә тулы түгел - олатай-өләсәйле ғаилә ысын мәғәнәһендә "тулы ғаилә" тип әйтер инем. Әсәйем Асия Рәхимова тыуған ауылыбыҙҙа үҙҙәре ҡорған нигеҙҙе һыуытмай (атайыбыҙ донъялыҡта юҡ инде), беҙ уға йыш ҡайтып йөрөйбөҙ. Үҙемдең ғаиләгә килгәндә, бер малай, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Улыбыҙ Юлдаш БДУ-ның иҡтисад факультетының 4-се курсында, ә ҡыҙыбыҙ Алһыу - Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө лицейында 8-се синыфта уҡыйҙар.

Һеҙҙе алға әйҙәгән берәй хыялығыҙ бармы?

- Әле көстөң ташып торған мәле. Бер уйлаһаң, дәрт тә етерлек. Йәшлек тә үтеп китмәгән һымаҡ. Уйнарға ла, уйнарға. Хыялым - ҙурыраҡ ролдәр башҡарыу. Беҙҙең менән эшләйбеҙ, тип янып торған режиссерҙар күберәк килһен ине театрыбыҙға. Беҙ уларҙы көтәбеҙ. Шәхси тормошомдағы хыялым - балаларҙы тормош юлына аяҡ баҫтырыу. Бөтөн нәмә: яҡшыһы ла, яманы ла еңел бирелә, еңел табыла торған заманда йәшәйбеҙ. Йәштәрҙең "ысҡынып" ҡына бара торған ваҡыты. Шуның өсөн балаларыбыҙҙы дөрөҫ юлға аяҡ баҫтырыуҙы төп маҡсатым итеп билдәләгәнмен.

Халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөнә ниндәй ҡараштаһығыҙ? Һеҙҙе нимәләр һағайта? Нимә уйландыра?

- Халыҡ менән йыш аралашырға тура килә. Беҙ башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләргә гастролдәргә йыш сығабыҙ. Башҡортостанды ул өлкәләр менән сағыштырғанда, беҙ бер аҙым алда һымаҡбыҙ. Ситтә йәшәгән башҡорттар милли мәҙәниәтебеҙгә, театр сәнғәтебеҙгә ныҡ һыуһап йәшәй. Улар йыш ҡына Башҡортостандағы тормош менән ҡыҙыҡһынып: "Телевизорҙан һөйләгәндәре дөрөҫмө?" - тип, беҙҙең республикалағы яҡшы хәлдәрҙе ҡабат-ҡабат һорайҙар. Ситкә сыҡһаң, беҙҙә барыһы ла һәйбәт кеүек, ә "өйгә" ҡайтһаң, барыбер халҡыбыҙҙың битарафлығы уйландырып ҡуя. Битарафмы беҙ, әллә вайымһыҙбыҙмы? Милләтебеҙҙә һүлпәнлек бар. Шуныһы бошондора. Мәктәптәрҙең ябылыуына ла күҙ йомдоҡ. Клуб емерелеп төштөмө - төштө. Эсте бошорған күренештәргә тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡта шаһит булаһың бит инде. Беҙҙең ауылда ла клуб емерелеп бара ине, яптылар ҙа, эш бөттө. Балалар һаны аҙ булғас, мәктәпте лә яптылар. Ҙур быуабыҙ бар ине. Уны һуңғы биш йыллыҡта, 1980-1985 йылдарҙа, быуғайнылар. Быуа ярҙамында яландарҙы һуғара торғайнылар. Районда бер бөртөк ине. Емерек хәлдә, тинеләр ҙә, уны ла йырҙылар ҙа ебәрҙеләр. Беҙҙең район - ҡоролоҡ зонаһы, беҙҙә ҙур һыуҙар юҡ. Ярай әле, колхоз эшләй. Ауылға илткән юлдар ҙа матур - асфальт һалынған, ауылдарға газ үткән.
Йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, халыҡтың ситкә эшкә китеүе күңелде ҡыра. Ниңәлер, башҡа милләт вәкилдәре эш эҙләп беҙҙә төпләнеп, эш таба, ә беҙҙең милләт Себер тарафтарына "зимагорлыҡҡа" ашҡына. Ғаиләләрен ташлап китәләр, күҙ алдында ғаиләләр тарҡала. Тарҡала инде, ҡуҙҙар ҙа бер-береһенә яҡын ятмаһа, һүрелә, һыуына бит. Элек беҙҙең халыҡта "зимагор" тип кемде әйткәндәр? Минең аңлауым буйынса, яҙғы эш башланғас, иген сәскәндәр, бесәнен сапҡандар, игенен урғандар ҙа, көҙгө эште бөтөрөп, ҡышҡылыҡҡа ҡалаға "зимагор" булып, эшкә киткәндәр. Ә хәҙер бөтә милләт "зимогор"ға әйләнеп бара. Бының менән ризалашып булмай, ағай-эне. Йәштәребеҙ эш урындары асып ебәрһен, эшҡыуарлыҡты үҫтерһен ине. Шулай ҙа, өмөтһөҙ - шайтан, тиҙәр. Хәҙер тормошобоҙ барыбер яҡшыраҡ инде ул. Халҡыбыҙға яңырыуҙы йәштәр алып киләсәк. Тик әлегә улар араһында лидерҙар күренмәй. Лидерҙарҙы күреп, үҫтерә беләйек. Йәштәрҙе үҫтермәһәк, милләтебеҙҙең киләсәге нисек булыр? Йәштәребеҙгә юлдар асыҡ, тик улар үҙ бәхетен ситтән эҙләмәһен. Бәхет тыуған ерҙә.

ЙОМҒАҒЛАП...
Әлеге һөйләшеүҙә яратҡан артисыбыҙға - Илһам Рәхимовҡа төрлө һорауҙар бирҙек һәм береһенән-береһе матур, ҡыҙыҡлы яуаптар ишеттек. Шулай уҡ әңгәмә барышында шундай шаян актерҙың да күңелендә етди, үткер һорауҙар, ауыр һыҙланыуҙар ятыуы тураһында белдек. Хәйер, ҡунағыбыҙ үҙе лә: "Сәхнәләге Илһам менән тормоштағы Илһам - икеһе ике төрлө кеше", - тине бит. Шулай ҙа уларҙың икеһен дә Физәлиә апайға һөйөү берләштерә бит. Ана бит, ирле-ҡатынлы Рәхимовтар сәхнәлә лә, тормошта ла бер ғаилә булып йәшәй.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1482

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru