«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯМАН ШЕШ - ҺУҢҒЫ ХӨКӨМ ТҮГЕЛ
+  - 

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала икенсе урынды биләгән яман шеш менән сирләүселәрҙең дөйөм һанынан сығып ҡарағанда, беренсе урында - күкрәк биҙҙәре яман шеше, икенсе урында - үпкә рагы, өсөнсө урында тире рагы тора. Артабан ашҡаҙан, простата биҙе, йыуан эсәк, бөйөр шеше килә. Ауыҙ ҡыуышлығы шештәре буйынса хәл-торошто ла киҫкен тиергә мөмкин.
Насар сифатлы шеш - күҙәнәктең генетик составы үҙгәреүенә бәйле сир. Беҙ яман шеш менән ауырымайбыҙ, ә ошо яман шеш барлыҡҡа килгәнгә тиклем йөрөйбөҙ. Хәл-торошто анализлағанда ололарҙа яман шеш күберәк табыла. Шуға күрә, яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн даими рәүештә табипҡа күренергә, профилактик тикшереүҙәр үтергә кәрәк. Иртә стадияла дауалау ваҡытын үткәреп ебәрмәгәндә ғүмерҙе оҙайтырға була, сөнки табиптар ямаш шеш ауырыуҙарының 90-95 процентын дауаларға мөмкин, тип иҫәпләй. Әйтелгәнде дәлилләп, Әбйәлил районы үҙәк дауаханаһының хирург-онкологы Ринат Таңғатар улы МӘҺӘҘИЕВтың уй-фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.


Битарафбыҙ шул...

Тормошобоҙға заманса технологиялар инеп, эшмәкәрлегебеҙҙе еңеләйтеү, үҙебеҙгә күберәк ваҡыт бүлеү мөмкинлектәре тыуҙырылһа ла, кешегә барыбер ваҡыт етмәй. Шул сәбәпле ул хатта үҙенең һаулығына ла битараф. Шул уҡ ваҡытта, медицина алға киткән һайын, сирҙәр һәм сирлеләр һаны ла арта, ауырыуҙарҙың мутацияланған төрҙәре күбәйә. Беҙ бала саҡта мәктәптә медицина нигеҙҙәрен уҡыттылар. Ошо традицияны дауам итеп, хәҙер ҙә белем биреү системаһына медицина нигеҙҙәрен өйрәтеүсе предмет индерергә кәрәк, тип уйлайым. Уны алып барыуҙы берәй табипҡа йөкмәтергә була йәки дәресте дауаханала, медпунктта үткәрергә мөмкин. Бик булмаһа, йылына бер нисә тапҡыр класс сәғәттәрен ошо темаға бағышларға кәрәк. Һәр хәлдә, бала бәләкәйҙән үк сәләмәтлектең ни тиклем ҡәҙерле икәнен белеп үҫергә тейеш. Беҙгә, табиптарға, киң мәғлүмәт саралары аша медицина проблемаларын мөмкин тиклем күберәк күтәреү зарур. Күҙәтеүҙәремдән сығып әйтә алам: халыҡ араһында даими аңлатыу эштәре алып барылһа, баҫма матбуғатта мәҡәләләр сыҡһа, радиосығыштар булһа, кешеләр бер ни тиклем әүҙемләшеп, дауаханаларға йөрөп ала. Һуңынан тағы ла башкөлләй эшкә сумалар. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәр һаулыҡ өсөн ваҡыт бүлергә атлығып тормай: яҙғыһын бәпкә алып ҡарай, баҡса эштәре менән була, йәйгеһен бесән әҙерләй, көҙгөһөн үҫтерелгән уңышын йыйып алыу менән мәшғүл. Ҡышҡыһын инде һуғым мәшәҡәттәре башлана. Был осорҙа бала-саға мәктәпкә йөрөй - үҙең хаҡында хәстәрлек күреү икенсе планға күсә. Врачтарҙың ауылдарға күсмә ҡабул итеүҙәре булып тора, хатта халыҡ шунда килергә лә ваҡыт тапмай.
Һуңғы йылдарҙа яңынан тергеҙелгән диспансерлаштырыу - профилактиканың бер яҡшы ысулы ул. Ваҡыт тарлығына һылтанырға күнеккән кеше бер көн эсендә иң мөһим анализдарын тапшыра ала. Ниндәйҙер тайпылыштар асыҡланһа, уны артабан белгестәр тикшерә. Әммә был осраҡта һан артынан ҡыумайынса, сифатҡа иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, район үҙәгендә мәктәп балаларының һаулыҡ торошон тикшереү нисек тормошҡа атҡарыла? Дауаханаға 100 баланы бер юлы килтереп тултыралар ҙа, уларҙы врач алдына теҙәләр. Нисек кенә тырышһа ла, врачтар уларҙың 100-әүһен дә сифатлы итеп хеҙмәтләндерә алмай. Диспансерлаштырыуға күпләп түгел, әҙләп, мәҫәлән, көнөнә 10-15 баланы ҡабул итергә кәрәк. Белгестәр уларҙы яйлап ултырып, ҡабаланмай ҡараһын. "Нимәгә зарланаһың, ҡайһы ерең ауырта?" тигәндә күптәр "Бер ерем дә ауыртмай, бер зарым да юҡ", тип яуаплаусан. Был балаларға ғына түгел, ололарға ла ҡағыла. Табиптарға килгәнһең икән, оялыу тигәнде оноторға кәрәк. Ентекләп һөйләһәгеҙ, врач ниндәй проблема барлығын күҙ алдына тулыраҡ баҫтырасаҡ. Юҡҡа ғына "Сирен йәшергән - үлгән" тимәгәндәр. Сирҙе йәшереп кенә еңеп булмай. Ҡала ерҙәрендә саҡ ҡына сөскөрһәләр ҙә шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итәләр, ә ауыл ерендә, үтеп китер әле, тип йөрөй бирәләр. Аҙаҡ бит һуң булыуы мөмкин.

Яман шеш хөкөм түгел

Статистика буйынса, бөгөн яман шеш төрҙәре араһында күкрәк биҙе яман шеше беренсе урында, йәғни ҡатын-ҡыҙ хәүеф төркөмөндә тора. Был сирҙе, тәү сиратта, нәҫелдән килә, тиер инем, йәғни сир әсәһендә күҙәтелгән икән, ҡыҙы хәүеф төркөмөнә эләгә. Икенсенән, был шеш организмда гормональ тайпылыш булғанда ла барлыҡҡа килә. Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ ваҡытында тикшерелеп торорға тейеш. Элек мөмкинлектәр бик булмай торғайны, ә хәҙер бөтөн шарттар, онкомаркер бар. Лабораторияла ҡанды, күҙәнәкте тикшерәләр. Маммография, УЗИ үтеү, гистологик анализ тапшырыу мотлаҡ. Әлбиттә, 35 йәштән һуң маммография тикшереүе кәңәш ителмәй, сөнки күкрәк биҙҙәренең рентген нурҙарына һиҙгерлеге кәмеүе арҡаһында һөҙөмтә түбәнәйә. 35-40 йәштә инде маммографияны бары тик белгес ҡушыуы буйынса ғына үтергә кәрәк. 40-49 йәштә - ике йылға бер тапҡыр, 50 йәштән һуң - йыл һайын тикшереү үтеү мотлаҡ. Бөгөн яман шеште йәки уның барлыҡҡа килеү ихтималлығын асыҡлау маҡсатында табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт иткәндә, күп кире эҙемтәләрҙән ҡотолоп ҡалырға мөмкин.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ үҙен-үҙе лә тикшереп торорға тейеш. Гүзәл зат көҙгө алдында бөтөрөлөргә ярата. Шуға, үҫмер ваҡытта, ҡыҙ ҡорона ингәндә, күкрәк биҙҙәре үҫә башлағас та, көҙгөгә ҡарап, үҙгәрештәр бармы, юҡмы икәнлеген асыҡлауҙы ғәҙәткә индерергә кәрәк. Бәлки, түштең береһе ҙурыраҡтыр, бәлки, ниндәйҙер ҡыҙарыу йәки шешеү урыны барҙыр? Әгәр шеш бар икән, күкрәк ауырта. Күрем ваҡытында ла күкрәктә ауыртыу тойола, түш шешеңкерәп китә. Шундай үҙгәрештәр тойғанда мотлаҡ табиптарға - маммологҡамы, хирургҡамы, онкологкамы - барып күренергә кәрәк.
Әсәйҙәр - ҡыҙҙары, атайҙар малайҙары менән енси өлгөрөү, организмдағы үҙгәрештәр темаһына һәр саҡ асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, әңгәмәләшеп торорға тейеш. Эйе, ҡасандыр был темаға һөйләшеү уңайһыҙ тип һаналды, әммә бөгөн заманы икенсе. Бөтөн нәмәне дауаханаға, балалар баҡсаһына, мәктәпкә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Балаға был хаҡта ата-әсә һөйләмәһә, ул белемде урамдан, дуҫтарынан, төрлө компанияларҙан ала башлаясаҡ.
Ирле ҡатын-ҡыҙ күкрәк биҙе яман шешенә сағыштырмаса әҙерәк дусар була, ә инде кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙа, шулай уҡ тол ҡалған ҡатындарҙа гормональ фон үҙгәрә һәм уларҙа был сир йышыраҡ осрай. Бындай категориялағы гүзәл зат гормонотерапия ала ала. Тик бының өсөн дә мотлаҡ табиптарға күренеп, анализдар тапшырып, үҙеңә тап килгән терапияны алыу урынлы буласаҡ.
Тағы бер мәсьәлә: ир-егеттәргә 40 йәш тулды икән, уларҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк. Улар йылына бер тапҡыр мотлаҡ урологта тикшереү үтергә тейеш. Сөнки күптәр тикшерелмәй йөрөй ҙә, простата шеше ныҡлап борсой башлаһа ғына табипҡа мөрәжәғәт итәләр. Ә был сирҙең дә яйлап простата рагына килтереүе ихтимал.

Тағы бер тапҡыр иғтибар!

Яман шештән тыш, ҡатын-ҡыҙҙа күкрәк биҙенең яҡшы сифатлы шеше, мастопатияның бер төрө фиброаденома ла йыш осрай. Ул гормональ дасбаланс фонында барлыҡҡа килә. Ләкин уны ябай шеш тип ҡарарға ярамай, күләме ҙур булһа, шулай уҡ хирургик юл менән алырға кәрәк. Ә инде бәләкәй күләмле икән, уны гормональ терапия ярҙамында дауаларға мөмкин. Әммә был да ҡатын-ҡыҙ өсөн даими тикшерелеп тороуға бер сигнал кеүек ҡабул ителергә тейеш.
Ҡайһы берҙә йәш ҡыҙҙар, йәшлектәренә барып, күкрәктәрендә төйөн барлыҡҡа килеүенә артыҡ иғтибар итмәй. Ҡайһы осраҡта яңылыш бәрелеп, һуғылып китеп тә онота. Һуғылыуҙан күкрәк биҙенә ҡан һауыуы, ҡан төйнәлеүе, йәғни ошо урын күгәреп тороуы (гематома) мөмкин. Бында ла гистологик анализ ярҙамында уның ниндәй шеш булыуын белергә кәрәк. Ҡан һауған, ҡан ойошҡан, тибеҙ, ә ул ҡан таралмай, шулай тороп ҡалып, берәй ваҡыт үҙенең мәкерле эшен эшләүе лә бар. Мәҫәлән, ҡасандыр кеше башы менән бәрелеп, һуғылып, унда ҡан төйнәлеп ҡалып, йәшәй-йәшәй уның яман шешкә әйләнеүе лә ихтимал. Хатта беҙ артыҡ иғтибар итмәгән һыуыҡ алдырыуҙың да яман шешкә килтереүе мөмкин. Мәҫәлән, ҡасандыр кеше пневмония менән ауырыған, дауаланмаған йәки дауаны ахырынаса алмаған, йәки бронхит менән ауырыған. Был сирҙәр тора-бара, сәләмәтлегеңә бигүк иғтибар бирмәгәндә, үпкә яман шешенә килтереүе мөмкин. Ашҡаҙан сей яраһын аҙҙырһаң, ул ракка алып килә. Хәҙерге ваҡытта стресс торошон да ниндәйҙер кимәлдә яман шеш ауырыуына килтереүсе сәбәптәрҙең береһе итеп ҡарайҙар. Ҡала халҡы, саҡ ҡына һыҙлауыҡ сыҡһын, шунда уҡ табиптарға йүгерә. Ә ауыл халҡы бәләкәй генә сиҡанды ла ауырыуға һанамай, уның тулышҡанын көтөп, үҙ аллы һытып, карбункулға әйләндереп, үҙ белдегенә төрлө үләндәр, дарыуҙар һалып бәйләп, үҙәге сыҡҡансы интегеп йөрөй. Беренсенән, үҙе һыҙлана, икенсенән, был шештең эсендә бит эрен йыйыла. Ҡайһы бер ваҡытта кеше тире яман шешен фурункул менән бутауы ла ихтимал. Сөнки тире рагы ла фурункул кеүек килеп сыға, симптомдары ла оҡшаш. Шуға күрә, фурункулды мотлаҡ хирургик юл менән таҙартырға, бигерәк тә ҡанды даими тикшереп торорға кәрәк. Сөнки эрен ҡанға китеп, сепсисҡа әйләнеүе мөмкин. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың түшенә сиҡан сыҡҡан ваҡытта үҙаллы дауаланырға ярамай. Уның фурункул түгел, ә рак, хатта күкрәк биҙе сифилисы ла булыуы ла ихтимал.

Әбйәлилдәр бәхетле!

Беҙҙең район халҡы эргәлә генә Магнитогорск ҡалаһы булыуы менән ысынлап та бәхетле. Ошо мегаполис төҙөлгәндән бирле беҙ уны үҙебеҙҙеке тип һанайбыҙ, сөнки уны төҙөүҙә ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡатнашҡан, ауырыһалар, шунда дауаланғандар. Әле лә шулай. Әбйәлил халҡын, әгәр йүнәлтмә менән барһалар, һин Башҡортостандан, тип, кире бороп ҡайтармайҙар. Райондың онкосирлеләре уларҙа тикшереү үтә, дауалана, кәрәк икән, операция ла яһайҙар. Халыҡ өсөн, был, әлбиттә, бик уңайлы. 400 километр алыҫлыҡта булған баш ҡалаға барыуға ҡарағанда, 40 саҡырымдағы Магнитогорскиға барыуы еңелерәк тә, өйрәнелгән дә. Бөтөн нәмәне оптималләштереүгә, экономияға япһарабыҙ икән, халыҡтың финансын экономиялау тураһында ла уйларға кәрәктер. Шуға ла ауырыуҙарҙы, Силәбе өлкәһе тип тормай, Магнитта ла ҡабул итәләр икән, был дөрөҫ. Полис системаһына күсеү ҙә быға булышлыҡ итә, сөнки Рәсәй гражданы илдең теләһе ҡайһы мөйөшөндә лә бушлай дауаланыу алырға хоҡуҡлы.
Әбйәлил районында оҙаҡ йылдар врач-онколог булып эшләгән осорҙа үҙемсә яман шеш ауырыуҙары буйынса күҙәтеүҙәр яһап, уны дүрт өлөшкә бүлгәйнем. Тау зонаһы - Хәмит, Исхаҡ, Буранғол, Мәйгәште, Амангилде. Ялан яғына, әйтәйек, Хәлил, Тәпән, Һарт ауылдары инә. Күл яғынан - Ташбулат, Бикҡол, Яңауыл. Дүртенсе зона - Магнитогорскиға яҡын булған Красная Башкирия, Самар ауылдары. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәре бар. Әйтәйек, тау зонаһында ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан яман шеше күҙәтелә. Был уларҙың тәбиғәтенә бәйле, улар иртә тора, һуң ята. Тау яҡтары ҡунаҡсыл, ашты эҫе көйөнсә, тоҙлоҡло, майлы итеп ашайҙар. Шул арҡала атап үткән ағзалар термик яныу алалыр, тип уйлайым. Күлдәр яғында тел, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, тире шеше йышыраҡ осрай. Ялан яғында бауыр-бөйөр ауырыуҙары таралған. Дүртенсе зонала, Магнитогорскиҙың тәьҫиреме икән, үпкә шештәре бар.

Үҙаллы дауаланыу

Хәҙер төрлө гәзит-журналдар бик күп. Хатта махсус рәүештә теге йәки был ауырыуҙы дауалау рецептарын баҫтырғандары ла етерлек. Ә халыҡта шундай ҡараш йәшәй: гәзиттә яҙылған икән, тимәк, ул дөрөҫ. Әммә гәзит-журналда баҫылған һәр нәмә - хаҡ, тип уйларға ярамай. Тегенән-бынан уҡып, үҙаллы дауаланыу ҡотолғоһоҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Оло ғына бер ағайҙың үпкә яман шеше менән ауырығаны асыҡланғас, уның юғары белемле ҡыҙы бер гәзит тотоп килгән, бында бер төнәтмә ярҙамында ракты еңеп сығыу тураһында яҙғандар, атайыма ла шул төнәтмәне эсереп ҡарайыҡмы, ти. Минең дә йәш, тәжрибәһеҙ саҡ. Шулайтып яҙылғас, эшләп ҡарағыҙ һуң, тинем. Күпмелер ваҡыттан һуң теге ағай үлеп ҡалды, ҡыҙы миңә үпкәләп йөрөнө. Шул тиклем уңайһыҙ булды. Һуңынан ошо осраҡ тураһында беҙҙең билдәле, бөйөк хирург-онкологыбыҙ, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Салауат хосписын асыусы Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һөйләнем. Һин, табип булараҡ, ауырыуҙарға үҙ белдеге менән дауаланыуҙы тыйырға тейешһең, тип иҫкәртте ул мине. Шунан алып ундай халыҡ рецептарын башта үҙем ентекләп өйрәнәм, составын ҡарайым. Һәр кемдең организмы үҙенсәлекле, берәүгә дарыу булған нәмә икенсегә ағыу булыуы ла бик ихтимал. Хатта үләндәрҙе ҡулланғанда ла ошо хаҡта оноторға ярамай.

Шулай итеп...
Психологтар кешенең логик фекерләү кимәлен тикшергәндә шундай һорау ҡуя: ниндәйҙер бер объектта күмәк кеше фажиғәгә тарынығыҙ, ти. Эргәгеҙҙә балағыҙ ҙа бар. Һауа аҙ, тын алып булмай. Ике кешегә бер кислород битлеге бирәләр. Уны кемгә кейҙерерһегеҙ? Күптәр, әлбиттә, балама, тип яуаплаясаҡ. Ләкин балағыҙ иҫән ҡалып, һеҙ үлһәгеҙ, ул кемдең ҡулына ҡаласаҡ, артабанғы яҙмышы ниндәй буласаҡ? Ә кислород битлеген башта үҙегеҙ ҡулланып, һуңынан балаға кейҙерһәгеҙ (артабан был алымды алмашлап эшләһәгеҙ), хәүефле ваҡыттың үтеп, икегеҙ ҙә тере ҡалыу мөмкинлеге бар. Бәлки, балалар хаҡына булһа ла, үҙебеҙҙең сәләмәтлеккә илке-һалҡы ғына түгел, ә етди ҡарарға кәрәктер? Хатта күптәр тәҡдир тип ҡабул иткән яман шеш тә бит хөкөм түгел, уны ваҡытында асыҡлап, ваҡытында дауалап, табиптарҙың ҡушҡанын теүәл үтәп, ғүмереңде тиҫтәләрсә йылдарға оҙайтырға мөмкин.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.02.15 | Ҡаралған: 2006

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru