«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Балыҡсылар башҡорт ихтилалдарында


Балыҡсыларҙың артабанғы тарихы урыҫ сығанаҡтарында яҡшы сағылдырылған. Балыҡсы улысы Башҡортостандың Себер даруғаһына ҡарай. 1725-1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев был улыста 120 ихатала "һуғыша алған" 360 ир-егет булыуын билдәләй. Биш кешегә бер яугир тигән стандарт нисбәттән сығып һанағанда, был ерҙә 1800-2000 кеше йәшәгән булһа кәрәк.
Ә.З. Әсфәндийәров: "Балыҡсы улусы - халыҡ азатлығы өсөн көрәшеүсе ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар төйәге", - тип яҙа. Себер ханлығын тергеҙеү, хатта Башҡорт ханлығын төҙөү лозунгыһы аҫтында үткән 1662-1664 йылдарҙағы ихтилалда балыҡсылар Күсем хандың ейәне Көсөк хан яғында алыша. 1664 йылда воевода А. М. Волконский уларға: "Товарищ наш стольник и воевода князь Дмитрий Андреевич Волконский вас, айских волостей и Балыхчинских, за ваше неправды повоевал, побил и в полон поимал многих и разорил, и то вам разоренье от себя учинилось, от вашего воровского заводу и умыслы", - тигән хәбәр ебәрә.
1704-1711 йылдарҙағы ихтилалда, Себер даруғаһы башҡорттары, шул иҫәптән балыҡсылар, хөкүмәт ғәскәрҙәре менән Өфө өйәҙе территорияһында һуғыша. Улар шулай уҡ күрше Ҡаҙан һәм Көнгөр өйәҙҙәренә лә походтар эшләй.
Балыҡсыларҙың 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашыуы тураһында күп кенә мәғлүмәт һаҡланып ҡалған. 1736 йылдың башында хөкүмәт ғәскәрҙәре командирҙарының береһе полковник А. И. Тевкелев Себер даруғаһында баш күтәреүселәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнаша. Балыҡсы улысының Һөйәнтөҙ ауылы кешеләре Ялтыр Досаев һәм Ғабдулла Һарткилдин, язалау ваҡытында карателдәргә: "Оная деревня Сеянтус и своей Балыхчинской волости башкирцы намерены были, чтоб идти на лыжах и на конях, соединясь з бунтующими ворами Юсупом и Тюлкучуром, напасть сзади и команду Тевкелева разбить, как оная команда выйдет из леса" (Башҡортостан тарихы буйынса материалдар" китабының 4-се томында килтерелгән документтарҙан) - тип әйтергә мәжбүр була. Был турала белеп ҡалған Тевкелев, Һөйәнтөҙ ауылына инеп, ҡот осҡос ҡан ҡойош ойоштора. Был ҡанһыҙлыҡтың шаһиты булған П. И Рычков: "Близ тысячи человек с женами и детьми их во оной деревне перестреляно и от драгун штыками, а от верных башкирцев и мещряков копьми переколото; сверх того сто пять человек собраны были в один амбар и тут огнем сожжены", - тип яҙа. Тик, ниңәлер, кешеләрҙе күпләп ҡырыу факты түгел, ә тереләй яндырылған башҡорттарҙың реакцияһы билдәле тарихсының асыуын килтерә: "... при чем всего удивительнее, что многие из тех воров, будучи в огне, имевшиеся в амбаре копья со многими хулбными и браными словами на стоящих тут драгун выбрасывали и нескольких там поранили", - тип яҙа ул. Артабан тарихсы ауыл халҡының тулыһынса, енесенә һәм йәшенә ҡарамайынса, бәләкәй балаларҙан алып олоһона тиклем - ут һәм ҡорал менән юҡ ителеүен, ә өйҙәр көлгә әйләндерелеүен яҙа. Полковник Тевкелевтың исеме башҡорт халҡында яуызлыҡ мөһөрөнә әйләнә. Был турала "Тәфтиләү" йырында шулай тип әйтелә:

Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ -
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.
Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.
...Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.

Хөкүмәт ғәскәрҙәренең репрессив ысулдары балыҡсыларҙың хәрби рухын һындыра алмай, киреһенсә, уларҙа үс алыу тойғоһон арттыра һәм яңы болаларға этәрә. Ихтилал етәкселәренең береһе Йосоп Арыҡов 1736 йылдағы ихтилалдың яңы көс менән тоҡанып китеүенең сәбәбе "Мырҙа полковниктың аманаттар биргән Балыҡсы һәм башҡа улыстарҙы ғәйепһеҙгә ҡырыуы", ти. Баш күтәреүселәр 1736 йылдың июлендә Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә Көнгөр өйәҙененең Красноярск ҡәлғәһенә һөжүм итә. Уны һаҡлаған полковник Мартаковтың отряды ҡыйратыла һәм ҡасырға мәжбүр була. Баш күтәреүселәр үҙҙәренең был аҙымын: "Беҙ һуғышты мырҙа Тевкелев менән алып барабыҙ", - тип аңлата, шулай уҡ полковниктың бер нисә сәғәт алдан ғына ҡасыуы хаҡында ла әйтәләр. Күп документтарҙан күренеүенсә, артабанғы ваҡиғаларҙың ҙур ғына өлөшөндә Тевкелевҡа үс алыу мотивы беренсе планға күсеүен күрергә була. 1773 йылда Башҡортостан территорияһында яңы ихтилал ҡуба. Уның сәбәбе "мөғжизәле рәүештә ҡотҡарылған" батша Петр III була. Ләкин "Пугачевлыҡ" сиктәрендәге башҡорт ихтилалы айырым хәрәкәтте тәшкил итә. Уның үҙ идеологияһы, маҡсаттары була. Башҡорттар улар ризалығынан тыш аҫаба ерҙәрендә һалынған заводтарҙы һәм ҡәлғәләрҙе юҡ итеү, ошо ерҙәрҙе ҡабаттан ҡайтарыу мөмкинлеген эҙәрлекләй. Балыҡсылар ҙа 1773-1774 йылдарҙағы ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар сафынан бер нисә билдәле ихтилал етәксеһе сыға. Иң билдәлеләре Сөләймән Итҡустин була. Ул бөгөнгө Ҡариҙел районы территорияһында булған Итҡусты ауылында тыуа. С. Таймасов яҙыуы буйынса, 1774 йылда, Пугачев отрядтары тар-мар ителгән һәм яуҙан ситләшкән ихтилалдың иң ауыр мәлендә Сөләймән яуҙы дауам итә. 1774 йылдың 22 апрелендә Бөрө ҡалаһынан төньяҡтараҡ булған Тимкино ауылында ул майор Тютчевтың отряды менән алышҡа инә. Был яуҙа боласылар тар-мар ителә, ә Сөләймән Итҡусин үлтерелә.
Пугачев болаһына ҡараған документтарҙа "Көнгөр өйәҙенең башҡорт казактары старшинаһы" Ҡунаҡбай Йомаев тураһында ла телгә алына. Ул 1774 йылдың башында баш күтәреүселәр отряды менән идара итеп, полковник Мәүлит Айытов һәм Ҡәнзәфәр Усаев менән берлектә, Исәт ҡәлғәһен баҫып алалар. Ошонан алда ғына был ҡәлғәгә Екатеринбургтан Красноуфимскиҙы һаҡлау өсөн ебәрелгән 130 кешенән торған отряд килә. Көтөлмәгән һөжүмдән юғалып ҡалған хөкүмәт ғәскәрҙәре әсирлеккә бирелә. Каратель командаһының командиры шунда уҡ язалана. Һуңынан Ҡунаҡбай Йомаев Салауат Юлаев ғәскәрҙәре составында Көнгөрҙө ҡамауҙа ҡатнаша.

Йомғаҡлау

Шулай итеп, балыҡсы ырыуының барлыҡҡа килеүе төньяҡ-көнсығыш башҡорттары менән бәйле. Улар башҡа башҡорт ырыуҙарына хас булғанса, ырыу-клан системаһы буйынса үҫешәләр. Был системала башҡорт йәмғиәтенә ҡараған һәр ырыу тигеҙ хоҡуҡтарға эйә була. Тәү сиратта был хәрби ойоштороуға һәм ер мөнәсәбәттәренә ҡағыла. Ләкин ошо системаның боҙолоуы халыҡтың милли-мәҙәни йөҙөн үҙгәртә башлай. Аҫабалыҡ хоҡуҡтары кәмегәндән һуң төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының бер өлөшө мишәрҙәр, типтәрҙәр, Ҡаҙан татарҙары менән яҡынлаша. Бер нисә тиҫтә йылдан һуң был уларҙың милли үҙаңын юғалтыуға килтерә.
Балыҡсы ырыуының тарихы тәрән тамырлы. Уның төпкөлөндә Ҡытайҙы яулаусы, һуңынан уларға үҙ исемдәрен биреүсе ҡатайҙарҙың, Майҡы бей Уйшиндың ҡурҡыу белмәҫ яугирҙарының һәм Урал буйы черемистарының ҡатнашлығы ята. Этногенездың ҡатмарлылығы ҡурҡыу белмәҫ, бойондороҡһоҙ кешеләрҙән торған төньяҡ башҡорттарының айырым тибын барлыҡҡа килтерә. Урта быуаттарҙа балыҡсыларҙың ата-бабалары Батый хандың ғәскәрҙәре составында көнбайышҡа походҡа йөрөй, һуңынан Себер һәм Ҡаҙан ханлыҡтарында хеҙмәт итәләр. Һуңынан башҡорт ихтилалдарында халыҡ азатлығы өсөн әүҙем көрәшәләр. Уларҙың үткәне бар Башҡортостан тарихын сағылдыра.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 2014 йылдың 50-52-се, 2015 йылдың 1-8-се һандарында).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.15 | Ҡаралған: 1466

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru