«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛБАШСЫҺЫ ТИК ҺҮРӘТТӘ ҠАЛҒАН...
+  - 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил БИКБАЕВ күптән түгел Америкаға барып ҡайтты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә ҡәләмдәштәренә һәм уҡыусыларына сәйәхәт тәьҫораттары тураһында һөйләне, Америкала яҙылған бер шәлкем шиғырҙарын уҡыны. Гәзит уҡыусы иғтибарына Рауил Төхвәт улы сығышынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

-Америкаға икенсе сәйәхәтем был. Тәүгеһенә 1997 йылдың апрель аҙағында Азия яҙыусыларының Вашингтонда үткән оло йыйынында ҡатнашҡан саҡта юлланғайным. Сараға 33 илдән 300-ләп яҙыусы саҡырылғайны. Улар араһында байтаҡ таныштарымды күреп ҡыуанғайным. Азия яҙыусылары йыйынында беҙ ижад, фекер мөхитендә йәшәнек. Ул саҡтағы юлъяҙмаларым "Вашингтонда ла булдыҡ беҙ, Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ" тигән исем аҫтында "Ағиҙел"дә баҫылып сыҡты, аҙаҡ китаптарыма ла инде.
Был юлы сәйәхәтем бөтөнләй башҡа төрлө булды. Былтыр июнь айында Рәсәйҙән бер генә кеше отоп алған грант ярҙамында Америкаға бер йылға уҡырға киткән иҡтисадсы ейәнебеҙ Артурҙы һәм уның ғаиләһен, айырыуса Асҡар бүләбеҙ менән Әсил бүләсәребеҙҙе күрер өсөн юлландыҡ Америкаға ҡатыным менән һәм унда 28 ноябрҙән алып 26 декабргәсә сәйәхәт иттек. Артур Мичиган штатының баш ҡалаһы Лансинг ҡалаһында урынлашҡан Мичиган университетында белем ала. Ҙур ғына ҡаласыҡ майҙанын биләгән, 48 меңгә яҡын студент уҡыған Мичиган университеты Лансинг ҡалаһын тотоп тора - 10 мең кешене эш менән тәьмин итә. 48 мең студенттың яртыһы сит илдән килгән. Беҙ ейәнебеҙ белем алған ошо уҡыу йортон ҡарап сыҡтыҡ. Ҙур китапханаға ла иркен генә үтә алдыҡ.
Студенттар йәшәгән ҡаласыҡ элек хәрби ҡала булған, унан һуң Мичиган университетына биргәндәр. Ике ҡатлы бер төрлө корпустарҙың һәр береһендә унлап фатир бар. Артурҙарҙың фатиры бер йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Унда ике бәләкәй генә йоҡо бүлмәһе, зал кеүек бүлмәһе бар. Дөйөм алғанда, һәйбәт кенә йәшәйҙәр. Ҡаласыҡ урынлашҡан урын да тыныс - тейендәре, боландары йәшәгән ыҡсым ғына урман буйы.
Лансингта күп ҡатлы йорттар ул тиклем күп түгел, тәбиғәтте лә бик матур һаҡлағандар. Вашингтондағы Капитолийға оҡшатып, үҙҙәренсә Капитолий ҙа төҙөгәндәр. Беҙ уның эсенә лә индек. Рәсәйҙәгеләрҙән айырмалы рәүештә, бындағы полиция хеҙмәткәрҙәренең һәр кемде йылмайып ҡаршы алыуы, беҙҙең бүләбеҙ менән бүләсәребеҙгә балалар китаптары бүләк итеүе ғәжәп күренде. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ тойолдо - Капитолий эргәһендәге парковкала һәр депутаттың үҙенә генә тәғәйенләнгән автомобиль урыны бар. Автомобилде ҡайҙа етте, шунда ҡалдырмайҙар икән. Һәр ерҙә - тәртип, һәр ерҙә зауыҡ хөкөм һөрә.
Ейәнем: "Әйҙә, ҡартатай, Чикаго ҡалаһына барып киләйек. Унда күккә олғашҡан йорттар күп", - тигәс, Лансингтан 400 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Чикагоға барып килергә булдыҡ. Юлға сығыр алдынан ейәнемдән: "Беҙ үтәһе юл буйында берәй резервация урынлашмағанмы, интернеттан шуны ҡара әле", - тип һораным. Ысынлап та, оло юлдан 50 саҡрымға эскә боролоп керһәң, индеецтар йәшәгән резервация бар икән. Юл ыңғайы беҙ ошо резервацияға һуғылдыҡ. Күрәбеҙ: бейек тимер бағаналарға матур итеп байраҡтар элгәндәр. Улар юғарыла елберҙәп тора. Административ үҙәктәрендә беҙҙе бер аҫаба ҡатын ҡаршы алды. Быялалар эсендә сувенирҙар урынлаштырылған, түрҙә ҡырыҫ йөҙлө юлбашсыларының һүрәте ҡуйылған. Ейәнем тәржемәһе ярҙамында индеец ҡатын менән аралашып алдыҡ. "Мәктәбегеҙҙә уҡытыу ниндәй телдә алып барыла?" - тигән һорау биргәйнем, ул: "Инглиз телендә", - тип яуап бирҙе. Артабан: "Милли матбуғатығыҙ бармы?" - тип ҡыҙыҡһындым. Әңгәмәсем: "Матбуғатыбыҙ юҡ", - тине. "Ғаиләлә туған телегеҙҙә аралашаһығыҙмы?" - тиеүемә: "Туған телде ололар ғына белә, тигәндә лә була. Ғаиләләрҙә башлыса инглиз телендә аралашалар", - тип яуап бирҙе. Ошо осрашыуҙан һуң "Резервация" тигән шиғыр яҙҙым:

Тамырҙары тарих һөйләрме, тип,
Битем ҡуйҙым олпат пальмаға.
Боронғоноң моңон хәтерләрлек
Пальмалар ҙа инде ҡалмаған.

Байраҡтарын ғына елберҙәтә
Резервация - сәйер акция.
Тарихҡа ул иң арзан хаҡ ҡуя,
Бысаҡһыҙ ҙа һуя, рухты ҡыя,
Туған телде мәкер оҫта тыя,
Шәжәрәне йәштәр саҡ тоя.

Улар күптән башҡа телгә күскән,
Юҡ үҙ матбуғаты, мәктәбе.
Онталған, йотолған, онотолған

Тыуған моңдар йәме, тел тәме.
Ике ҡитғала ла ҡырылғандар
Ирокездар, инктар, майялар.
Ер өҫтөндә йәшәр ерҙәр бөтә,
Ер өҫтөнән ер аҫтына китә -
Күпме ырыуҙарҙы гүр ялмай.
Һаҡлай алмай хатта юлбашсылар,
Булһалар ҙа мәғрүр ҡаялай.

Ир-егеттәр ҡомһоҙ илбаҫарға
Яуҙырһа ла уҡлы уттарҙы,
Иң мәргәндәр атҡан утлы уҡтар
Еңерлекме утлы туптарҙы?

Бер ҡатлылыҡ инде бөлдөрөр, тип,
Аҙмы ни һуң тарих киҫәтте?
Нисек тапшырайым ацтектарға
Сәләмдәрен башҡорт-истәктең?

Мин белмәгән бер бәһлеүән ағас
Шыбырланы кеүек эргәлә:
-Вигвамдарҙы уттар ялмағанда
Янманымы һеҙҙең тирмәләр?

Был яҙмыштар нисек шулай оҡшаш -
Тарихтарҙы нығыраҡ хәтерлә...
Тарих битен күпме аҡтарһаң да,
Хәтәр һүҙҙәр биттәр әйтерҙәр.

Баш эймәгән башҡорт - баш күтәргән,
Дер һелкеткән Рәсәй батшалығын.
Уралҡайҙың һирәк һил сағы.
Башҡорт өсөн һөргөн булған ерҙәр
Иңләһә лә ике ҡитғаны,
Ирек даулап, ҡупҡан ил тағы.

Уйлағанмы халҡым ере, ирке
Ҡыҫылғандан-ҡыҫыла барыр, тип?
Резервация-һөргөн бер башҡортто
Хафаларға шулай һалыр, тип?

Уйлағанмы халҡым, ерен һаҡлап,
Етербеҙ, тип, бөгөн был көнгә?
Күпме башҡорт, донъя көтәбеҙ, тип,
Себерҙәргә китә һөргөнгә!

Башҡортостан! Алыҫтарҙан һине
Өҙөлөп һағынғаным мең ҡабат.
Тигеҙ елпһен, киләсәккә илтһен
Уҙған менән бөгөн - пар ҡанат!

Ниндәй сәйер акция - резервация,
Шомдар артты һине күреүҙән.
Юлбашсыһы тик һүрәттә ҡалған,
Буш байраҡтар ғына елберҙәй...

Чикаго - бик ҡеүәтле, ҙур ҡала. Ул хаҡта В. Маяковский "Моё открытие Америки" тигән юлъяҙмаларында 20-се йылдарҙа уҡ яҙған. Нью-Йорк менән Чикагола беренсе небоскребтар барлыҡҡа килгән. Бында 500 метрҙан ашыу бейеклектәге Америкалағы иң бейек йорт урынлашҡан. Ейәндәрем тиҙ йөрөүсе лифт менән уның башына ла менде. Чикаго - күккә ашҡан йорттар ҡалаһы. Улар йөҙ йылдан ашыу тора. Уларҙы төҙөүгә, ҡарауға бик ҙур көс һалынғандыр, алдынғы технологиялар ҡулланылғандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Семирамида баҡсалары - бер мөғжизә, пирамидалар - тағы бер мөғжизә булған кеүек, күп ҡатлы йорттар ҙа - бөгөнгө кешенең күҙ алдында эшләнгән бер мөғжизәлер, тип ҡарап йөрөнөм.
13 декабрь көндө тағы бер сәйәхәт ҡылдыҡ. Был юлы ҡуртымға алынған иҫке генә "Тойота" машинаһына ултырып, Канада сигенә яҡын ғына урынлашҡан Мичигандан - Американың иң төньяғынан иң көньяғына - Флорида штатындағы Майами ҡалаһына сығып киттек. Беренсе көндө 1350 саҡрым юл үттек. Юлдары иҫ киткес шәп: дүртәр, бишәр һыҙатлы. Ҡаршы юл ҡайһы ваҡыт беҙҙең юл эргәһенән, ә ҡайһы ваҡыт - бөтөнләй беҙгә күренмәгән ерҙән - ситтән үтә. Атланта тигән ҡалала туҡталып, төндө шундағы ҡунаҡханала үткәрҙек. Иртәнге аштан һуң ары ҡуҙғалдыҡ. Йәнә мең саҡрымдан ашыу юл үттек. Һанап ҡарағайныҡ, ике көндә бөтәһе 2500 саҡрым юл үтелгән. Хәҙер иҫәпләп ҡараһаң, бер көндә генә үткәне - Силәбенән Мәскәү аша Смоленскиға барып етеүгә тиң булған икән...
Майами - Американың иң көньяғындағы ҡала. Кубаға ла йыраҡ түгел - 150-ләп саҡрымда ята. Ҡояшлы ҡалала "Нью-Йоркер" тип аталған ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Майамиҙа күп ҡатлы йорттар ҙа, бер ҡатлы йорттарҙан торған урамдар ҙа бар. Күп ерҙәрҙе үҙебеҙҙең Ырымбур яҡтарына, Ырымбурҙың бер ҡатлы йортло урамдарына оҡшаттым. Артурҙар Бәләкәй Гавана тигән районда ике яҡлы йортта торҙо, бер яғында - улар, икенсе яғында - икенсе ғаилә. Бәләкәй Гаванала күбеһе испан телле халыҡ йәшәй. Ғөмүмән, Майамиҙа испан теле бик ныҡ таралған. Ҡалала йәшәүселәрҙең 72 проценты - төҫө буйынса Европалы халыҡ, 19 процент - афро-американлылар (унда "негр" тип әйтергә ярамай. Уның өсөн ултыртып ҡуялар йәки штраф түләтәләр). Ни өсөн испан телендә генә һөйләшәләр, тиһәгеҙ, бында элек Мексика ерҙәре булған. Ҡоллоҡтоң иң ныҡ үҫешкән урыны - шул көньяҡ штаттар икән. Литл-Гавана буйлап китеп барһаҡ, бер урында "Куба" тип яҙып ҡуйылған бер стенд тора. Артур: "Әйҙә, ҡартатай, фотоға төшәйек", - ти. Мин әйтәм: "Юҡ, төшмәйем. Был минең Куба түгел, ҡасып килгән халыҡтың "Кубаһы", - тим. Ысынлап та, унда йәшәгән халыҡтың күбеһен ҡасып килгән эмигранттар тәшкил итә.
Ейәндәрем туңдырма һатып алып килергә, тип киткәнсе, мин эргәләге йәйге кафе янында ултырып торҙом. Йәйге япма аҫтында ирҙәр шарт та шорт килеп, домино һуғалар, шашка уйнайҙар. Көйәрмәндәре лә бар - улары ҡысҡырып ебәрә, шаулаша. Ҡыҙмаса кешеләр ҙә күренгеләп ҡала. Һәр кеше үҙенсә ҡыҙыҡлы. Күрәһең, был кешеләр Кубанан ҡасып килгән, йәки унан элегерәк киткән кешеләрҙер, бер-береһен белгән кешеләргә оҡшайҙар. Шаулашып, шаҡ та шоҡ домино һуҡҡан ошо кешеләргә ҡарап, мин: "Кубалар барыбер американлыға әйләнмәгән икән", - тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки ысын американлы шаҡ та шоҡ килеп домино һуғып ултырмаҫ. Ул ваҡытын ҡәҙерләй...
Майамиҙың иң иҫтә ҡалған урыны, әлбиттә, океан. Ғүмерҙә лә океанда булғаным юҡ ине. Артур менән килен алдан йүгерҙе, Фәриҙә менән икебеҙ бүләбеҙ менән бүләсәребеҙҙе коляскаға ултыртып алып, эре генә арттан эйәрҙек. Беҙҙе күргән кешеләр: "Үҙе - ҡартатай булырлыҡ йәштә, ә йәш кенә балалары бар икән", - тигәндәй, аптыраулы ҡараш ташлай. Сөнки уларҙа ҡартатайҙар, өләсәйҙәр бала менән йөрөмәй, ә баланы ата-әсәһе генә йөрөтә икән. Йәштәр ғаилә ҡорғас та айырылып китәләр, ә беҙҙәге һымаҡ бергә, бер ғаилә булып йәшәү юҡ.
Сит ерҙәрҙә күп нәмәне тәү тапҡыр күргәс, яңылыҡтар күҙгә ташланып бара. Америка минең хәтеремдә йылмайған Америка булып ҡаласаҡ. Кешеләр унда йылмайып йөрөйҙәр. Әлбиттә, ул йылмайыуҙың яртыһы, бәлки, яһалмалыр. Кеше һиңә йылмайып ҡаршы килгәндә: "Һин йылмайма, йылмайыуың ысын түгел", - тип әйтеп булмай бит. Уға ла йылмаяһың. Кешеләр бер-береһенә йылмайышып, матур мөғәмәләлә йөрөйҙәр. Әлбиттә, беҙҙәге, Башҡортостандағы, тотош Рәсәйҙәге кешеләр матурыраҡ. Ә инде халыҡ шулай йылмайып та йөрөһә, тағы ла матурыраҡ булыр ине. Ләкин беҙҙең тормош хәлдәрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ - гел генә йылмайып йөрөп булмай. Күбебеҙ асыулы. Бер-беребеҙгә ихлас йылмайып ҡарау мөмкинлектәребеҙ ҙә аҙ.
Тағы, халыҡтың ябайлығы иҫтә ҡалған. Халыҡ бик ябай унда. Һауаланыу тигән нәмә юҡ. Костюм кейеп, галстук тағып йөрөмәйҙәр. Нимә бар - шуны кейәләр, нимә теләй - шуны әйтәләр. Һиңә ниндәй мөнәсәбәте бар - шуны белдерә улар. Хәйер, насар мөнәсәбәт тә күрмәнек. Майамиҙа ҡунаҡханала йәшәгәндә ишек алдында бассейн бар ине. Шунда бер-ике рәт һыу инеп алдыҡ. Беренсе тапҡыр һыу ингәндә бер заман йыр яңғырап китте. Матур йырлайҙар. "Был тирәлә радио-фәлән ишетелмәй ине", - тип һөйләнеп алдым. Ҡараһаҡ, матур ғына бер креслола йыуан ғына ҡара тәнле ҡатын йырлап ултыра. Аптырап киттек. Ул Фәриҙәнән: "Мин һеҙгә ҡамасауламайыммы?" - тип һорап алды. "Юҡ", - тине ҡатыным. Беҙгә ни, ҡыҙыҡ - тыңлайбыҙ. Иртәгәһенә асыҡ һауа аҫтындағы кафеға ашарға ингәйнек, был ҡатын да килеп керҙе. Ул да сәй эсеп ултыра, беҙ ҙә ултырабыҙ. Бер заман йәнә йырлап ебәрҙе был. "Фәриҙә, был беҙгә ғашиҡ булған, ахырыһы", - тим. Баҡһаң, ул йырламай, ә доғаларҙы шулай башҡара икән...

ЙОМҒАҠЛАП...
Сил илдәргә барып, ғибрәт ал, тиҙәр. Сит илдә йөрөгәндә ғибрәт кенә алмайһың - уның хикмәттәрен дә өйрәнәһең. Уның үрнәк яҡтары ла бар. Ләкин хәҙерге хәлдәрҙе күреп торабыҙ - ҡулынан килһә, Америка бөтөн донъяны резервацияға ҡыуып индереүҙән дә тартынмаҫ ине. Быға оятһыҙлығы етер ине, тимәксемен. Элекке бер шиғырымды иҫкә төшөрөп, көндәлегемә: "Ҡул һелтәп бар сәйәсәткә, сығып китәм сәйәхәткә..." - тип яҙып ҡуйғайным инде. Сәйәсәткә ҡул һелтәп сыҡһам да, сәйәхәттә сәйәсәт менән дә осрашырға тура килә. Шулай итеп, бер ай буйы Америкала йөрөп ҡайттыҡ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.15 | Ҡаралған: 1463

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru