«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ВАҠЫТ, ҺӘР ҠАЙҘА... ҺӘМ ҺӘР НӘМӘЛӘ ӨЛГӨРӨРГӘ!
+  - 

Интернет селтәрендәге Bashkort 2.0 проекты Ер шарының төрлө төбәктәрендә йәшәгән, Башҡортостандан йә республиканан ситтәге аҫаба төбәктәрҙән сыҡҡан эшлекле һәм талантлы башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләй. Ошо проект аша уҡыусылар үҙенең тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы арҡаһында уңыш үрҙәренә өлгәшкән заман геройҙары менән таныша, ә ватандан ситтә йәшәүсе яҡташтар бер-береһе менән табыша.

Мөнир һәм Юнир Хәмзиндәр - игеҙәктәр. Һис һүҙһеҙ, тышҡы яҡтан улар бер-береһенә бик ныҡ оҡшаған. Ә бына күңел донъяларының төрлө булыуы бер аҙ аптырата һәм игеҙәктәр бер төрлө кейенә, бер төрлө уйлай, бер һуҡмаҡтан йөрөй, бер-береһенән айырылғыһыҙ, тигән ҡалыплашҡан ҡарашты емерә. Улар һәр береһе айырым шәхес булыуҙарын мәктәп йылдарында уҡ аңлай һәм һәр аҙымда быны раҫлай йөрөй. Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе Башҡорт республика гимназия-интернатында унынсы класта уҡыған саҡта, мәҫәлән, улар ятаҡтың төрлө бүлмәләрендә йәшәй. Һуңынан төрлө университеттарға уҡырға инәләр: Юнир Мәскәү дәүләт университетының химия факультетын тамамлай, Мөнир Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында инженер-технолог һөнәрен үҙләштерә. Социаль эксперимент рәүешендә, игеҙәктәрҙең һәр береһе менән айырым әңгәмә үткәрҙем. Түбәндә шул әңгәмәне тәҡдим итәм.

Егеттәр, быйыл һеҙ тамамлаған 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының юбилей йылы, шуға ла тәүге һорауым шуға бәйле булыр: һеҙҙең тормошоғоҙҙа гимназия ниндәй роль уйнаны?

Мөнир: Төп ролдәрҙең береһен уйнаны, тип һис икеләнмәй әйтә алам. Киләсәккә юлды, буласаҡ һөнәребеҙҙе тап ошонда билдәләнек. Әгәр ҙә гимназия уҡытыусылары беҙҙе ваҡытында илдең баш ҡалаһы менән ҡыҙыҡһындырмаһа, моғайын да, Рәсәйҙең иң яҡшы университеттарында белем ала алмаҫ инек. Мәскәүҙе беренсе тапҡыр унынсы класта күрҙек. Гимназия-интернаттың химия уҡытыусыһы беҙҙе, дүрт уҡыусыны, Мәскәү дәүләт университетында йыл һайын үткәрелә килгән Ломоносов олимпиадаһына алып килгәйне. Призлы урындар яулауын яуламаныҡ, әммә был сәфәр хәл иткес булды: Юнир менән илдең баш ҡалаһында уҡырға ҡарар иттек. Юнир бигерәк тә Мәскәү дәүләт университетының мөхитен, уҡытыусыларын, урынлашҡан территорияһын үҙ итте, ә мин дөйөм алғанда Мәскәүҙе оҡшаттым.
Юнир: Баш ҡалаға килеп уҡый башлағас, уҡытыусылар беҙгә студент дуҫлығының ғүмергә хәтерҙә ҡаласағы тураһында һөйләй торғайны. Әммә бындай дуҫлыҡты беҙ гимназияла уҡыған саҡта уҡ татыныҡ. Ысын дуҫлыҡ беҙҙең яратҡан гимназия-интернатыбыҙҙа формалашты. Беҙҙең кластан ете кеше Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Һәм беҙ күп ваҡытты бергә үткәрҙек, бер-беребеҙгә терәк булдыҡ.

Мәскәүгә уҡырға бергә китһәгеҙ ҙә, һеҙ үҙегеҙгә төрлө юлды - төрлө һөнәр, төрлө уҡыу йорто, төрлө йәшәү урынын һайлағанһығыҙ, тимәк...

Мөнир: Эйе, игеҙәктәр булһаҡ та, беҙ холҡобоҙ, күңел донъябыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ менән бер-беребеҙҙе ҡабатламайбыҙ. Быны һин ошо әңгәмә барышында ла һиҙә алырһың. Минеңсә, игеҙәктәр бер-береһенән ни тиклем тиҙерәк айырылһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Сөнки игеҙәгең менән ғүмер буйы йәнәш йәшәп булмай, тормошта үҙаллы булып өйрәнергә кәрәк. Беҙ гимназияла бер класта уҡыһаҡ та, интернатта айырым бүлмәләрҙә йәшәй торғайныҡ.
Юнир: Беҙҙең тағы ла бер өлкән ағайыбыҙ бар. Беҙ уның менән дә оҡшаш түгелбеҙ.
Мөнир: Төрлө университетта белем алыу, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең төрлө булыуы ла һиндә төрлө характер, төрлө ғәҙәттәр, донъяға төрлө ҡараш тәрбиәләй. Ғөмүмән, барыһы ла үҙеңдән тора. Беҙ шуны аңлағанға күрә лә, үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙ ҡулыбыҙға алырға, үҙ юлыбыҙҙан барырға тырышабыҙ.

Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре, университетта уҡыу бер ни ҙә бирмәне, тип зарлана. Ә һеҙҙең фекерегеҙ нисек?

Мөнир: Бауман исемендәге университетты тамамлағандан һуң мин унда алған белемемдең кәрәкле булыуын һәм ваҡытымды бушҡа үткәрмәүемде тоям. Унда алған һабаҡтарҙы хәҙер эшемдә ҡулланам. Әлбиттә, бер уҡыу йортонда алған белем менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай, Юнир һымаҡ, төрлө өлкәлә белемеңде камиллаштырыу яҡшыраҡ.
Юнир: Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында химик-тикшеренеүсе өсөн кәрәкле, нигеҙле белем бирҙеләр, фекерләргә өйрәттеләр. Фән менән шөғөлләнәсәк кешегә киң мәғлүмәтле булырға һәм фекерләй белергә кәрәк тә инде. Ләкин быға өлгәшеү еңел түгел, сөнки химия физика һәм математика фәндәре кеүек формулаларға ғына буйһонмай. Шулай итеп, МДУ-ла нигеҙле белем алғандан һуң уҡыуымды Өфө дәүләт нефть техник университетында аспирантурала дауам итергә булдым. Бында алған белем өлкәһе бер аҙ икенсерәк, ләкин барыбер ҡыҙыҡлы - нефть химияһы. Университет ысынлап та ошо өлкәлә һәйбәт белгестәр әҙерләй. Бер үк ваҡытта юғары уҡыу йорто эргәһендәге Проект институтында эшләйем. Был институттағы етәкселәрем - минең уҡытыусыларым да. Был ғилми хеҙмәтемдең һөҙөмтәлелеген күтәрә.

Һеҙҙең ғаиләлә өс ул тәрбиәләнгән һәм һеҙҙең һәр берегеҙ иң кәрәкле һөнәрҙәр - химик, инженер һәм врач-хирург һөнәрҙәрен һайлаған. Белем алыуға ынтылыш, моғайын, ғаиләнән киләлер...

Юнир: Эйе, ата-әсәләребеҙ беҙгә һәр ваҡыт "Уҡығыҙ!" тине.
Мөнир: Шул уҡ ваҡытта улар беҙҙе уҡыу буйынса ул тиклем контролдә лә тотманы, гел генә "Иң мөһиме - һаулыҡ, ә ҡалғанын кредитҡа алып була", ти торғайнылар. Ата-әсә ауыҙынан ишеткән тағы ла бер аҡыл: "Һәр ваҡыт, һәр ҡайҙа һәм һәр нәмәлә өлгөрөргә!".

Һуңғы йылдарҙа инженер һөнәрҙәренә ихтыяж үҫте, тиҙәр. Бындай ихтыяж һиҙеләме?

Мөнир: Ысынлап та, яҡшы инженерҙарға ихтыяж ҙур. Ләкин инженер дипломы өсөн генә уҡырға барыуҙың мәғәнәһе юҡ, сөнки тейешле белемде тейешенсә алмайынса тороп, һин был һөнәрҙе еренә еткереп атҡара алмаясаҡһың. Мәҫәлән, университетта бергә уҡыған ун алты төркөмдәшемдең яртыһы ғына ошо хәҡиҡәтте аңлай һәм үҙ һөнәре буйынса эшкә барырға планлаштыра.
Мин машиналар төҙөү технологияһы буйынса белем алам. Минең ғилми етәксем әйтеүенсә, машиналар төҙөү - ул Рәсәй иҡтисадының йөҙөк ҡашы. Мәҫәлән, машиналар ярҙамынан тыш һин хәҙер бер аҙым да алға китә алмайһың, баҫыуҙа үҫтерелгән икмәкте лә йыйып ала алмайһың. Шуның өсөн хөкүмәт машиналар төҙөүгә ҙур сығымдар һалырға тейеш. Әлеге мәлдә мин "Росатом" атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы ҡарамағындағы Н.А. Доллежаль исемендәге Электротехника фәнни-тикшеренеү институтында эшләйем. Беҙ әлеге мәлдә көнбайыш санкцияларының тәьҫирен арыу ғына тоябыҙ, сөнки үҙебеҙҙең эшебеҙҙә сит илдең ҡырҡыусы инструменттарын ҡулланабыҙ. Ниндәйҙер уникаль технологияларҙы беҙ үҙебеҙ ҙә етештерәбеҙ һәм йыябыҙ, уларҙы башҡа илдәрҙә йыя алмайҙар. Әммә процесты тәьмин итеү өсөн ярҙамсы инструменттар, ҡайһы бер ҡулайламалар кәрәк һәм беҙ уларҙы сит илдәрҙән һатып алабыҙ. Әлеге санкциялар дауам итһә, беҙҙең эш тотҡарланыуы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2000 йылдарҙан алып совет заманындағы технологиялар, С.П. Королев кеүек совет ғалимдары, конструкторҙарының тикшеренеүҙәре иҫәбенә йәшәйбеҙ. Хәҙер ундай белгестәр юҡ. Беҙ мәлде ҡулдан ысҡындырғанбыҙ, шуға ла ҡайһы бер нәмәләрҙе сит илдәрҙән һатып алырға мәжбүрбеҙ.
Королев кеүек белгестәр әле лә булыр ине, бәлки, ләкин йәштәр оҙаҡ йылдар инженер һөнәренә ылыҡманы. Ҡапыл ғына заводта эшләү абруйһыҙ була башланы. Барыһы ла юридик һәм иҡтисади һөнәр үҙләштереүгә ташланды. Хәҙер иһә инженер һөнәре яңынан модаға инә башланы, күптәр техник белем алыуға өҫтөнлөк бирә. Әммә беҙ тәжрибә, белем туплағансы һәм үҙебеҙҙең тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен күрә башлағансы, тиҫтәләгән йылдар үтергә тейеш. Сөнки идеяны металға әйләндергәнсе, тәжрибә өлгөһө булдырғансы, артабан уны етештергәнсе оло ваҡыт һәм хеҙмәт ресурстары талап ителәсәк.

Үҙ һөнәрең менән һин бик тә ҡәнәғәт, шулаймы?

Мөнир: Эйе, ҡәнәғәтмен. Ләкин, минеңсә, тулыһынса ҡәнәғәт булыу дөрөҫ түгел, хатта зарарлы. Сөнки бер ваҡыт һинең ошо шөғөлөң өлкәһендә психологик көрсөк барлыҡҡа килеүе мөмкин.Университеттағы бер уҡытыусым әйтеүенсә: "Әгәр ҙә хәҙерҙән үк тормоштағы маҡсатығыҙҙы билдәләмәһәгеҙ, бик тиҙҙән психологик көрсөк барлыҡҡа килеүе мөмкин. Һеҙ, әлбиттә, эшкә йөрөйәсәкһегеҙ, әммә ләкин ул бары тик үҙегеҙҙе аҫрау өсөн генә башҡарылған шөғөл буласаҡ. Шуның өсөн үҙ маҡсатығыҙҙы хәҙерҙән үк билдәләп ҡуйығыҙ".
Юнир: Ысынлап та, уҡыуҙы тамамлағандан һуң йәш кешелә ниндәйҙер бер рухи көрсөк барлыҡҡа килә икәнен үҙемдең иптәштәрем миҫалында раҫлай алам. Үҙ-үҙеңде ваҡытында ҡулға алып, көйләмәһәң, һиңә нимә ҡыҙыҡлы икәнен, нимә теләүеңде билдәләмәһәң, артабан тормоштағы маҡсатыңды эҙләүгә әллә күпме ваҡыт сарыф итеүең, шул уҡ ваҡытта эшһеҙ ултырыуың мөмкин. Шуның өсөн университетты тамамлап сыҡмаҫ элек үк үҙ маҡсатыңа асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Эшең менән параллель рәүештә ниндәйҙер өҫтәмә шөғөл дә булырға тейеш. Бөгөнгө көн менән йәшәү дөрөҫ түгел йәш кешегә, әленән үк аҙаҡ нимә эшләреңде планлаштыр. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр нимәлә нигеҙ төҙөү кәрәк.
Мин Мәскәүҙә университетта уҡыған саҡта уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетына аспирантураға барасағымды белә инем.
Мөнир: Мин әле Бауман университетының 6-сы курсында уҡыйым (беҙҙә специалитет алты йыл), быйыл тамамлайым. Йә шул уҡ Бауман университетына, йә әле эшләп йөрөгән Н.А. Доллежаль исемендәге Электротехника фәнни- тикшеренеү институтына аспирантураға инергә ҡарар иткәнмен.

Һеҙҙеңсә, ни өсөн бөгөнгө быуын йәштәренә аспирантурала уҡыу кәрәк?

Мөнир: Бөгөнгө көндә һәр икенсе кеше юғары белемле. Конкурентлыҡҡа һәләтле булыу өсөн хәҙер бер юғары белемгә эйә булыу ғына етмәй. Юғарынан юғары, йәғни фәнни дәрәжә кәрәк. Әлбиттә, бөтәһенә лә түгел, ә һәләтлеләргә генә. Әгәр ҙә кеше үҙ өлкәһендә яҡшы белгес булмаһа, ул башҡаларҙы нимәгә өйрәтә ала? Ул үҙе һымаҡ уҡ яуапһыҙ белгестәр быуынын ғына тәрбиәләй аласаҡ. Шуның өсөн аспирантураға барырға кәрәк, әммә бөтәһенә лә түгел, тигән фекерҙәмен.
Юнир: Үҙ һөнәрең буйынса иң яҡшы булырға ынтылырға кәрәк. Ә бының өсөн шул уҡ аспирантурала белем алыуҙы дауам итеү мөһим. Үҙ һөнәреңдең бар нескәлектәренә төшөнә башлағанда ғына һин үҙеңде хөрмәт итә башлаясаҡһың...

Һеҙгә ҡасан да булһа бирелгән иң файҙалы кәңәш...

Мөнир: Әсәйем беҙгә һәр ваҡыт "Оялмағыҙ!" ти торғайны. Беҙ, башҡорттар, ысынлап та ҡыйыуһыҙыраҡбыҙ. Беҙҙең турала башҡалар нимә уйлар, кеше нимә тиер, тип көйөнәбеҙ. Мин ошо ҡыйыуһыҙлығым менән һәр ваҡыт көрәшәм. Әсәйем тағы ла: "Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Һәр ваҡыт алға барығыҙ, ҡыйыу булығыҙ. Хаталанаһығыҙ икән, бының өсөн һеҙҙе берәү ҙә үлтермәҫ. Үҙ-үҙеңдә ҡурҡыу тойғоһо үҫтерергә ярамай", - тип әйтә торғайны.
Юнир: Мәктәптәге уҡытыусымдың, Мәскәүгә уҡырға барырға кәрәк, тигән кәңәше ҙур роль уйнаны. Мәктәптә уҡығанда уҡ, ил баш ҡалаһында юғары белем аласаҡмын, тигән ҡарар беҙҙең уҡыуҙа өлгәшеүгә лә йоғонто яһаны. Учалыла уҡығанда минең бер "өслө" була торғайны. Ә гимназия-интернатта унынсы-ун беренсе кластарҙа уҡығанда мин "отличник" инем инде. Сөнки яҡшы уҡыуға сәбәп барлыҡҡа килде. Йәш кешегә ваҡытлы һәм дөрөҫ бирелгән кәңәштең ни тиклем мөһим икәнен үҙ миҫалымдан беләм, шуға ла мәктәп уҡыусыларын ныҡлап шөғөлләнергә, һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләргә саҡырам.

Белем алыуҙы сит илдә дауам итергә тигән уй юҡмы?

Мөнир: Мин ярты йыл тирәһенә генә сит илгә барып, сит телде өйрәнергә, ундағы тормош менән танышырға риза булыр инем. Әммә шунан да артыҡ түгел. Хәҙер күптәр сит илгә китә башланы. Ә мин үҙемдең хеҙмәтем менән сит ил иҡтисадын байытырға теләмәйем. Шул уҡ эш менән бит Рәсәйҙә лә шөғөлләнергә була. Әлбиттә, шундай парадокс та күҙәтелә: Рәсәй Хөкүмәте белемле кешеләрҙең сит илгә китеүенә туҡтауһыҙ зарлана, ләкин белем алыу системаһын йәш кеше еңел генә ситкә китерлек итеп ҡуллайлаштырыуҙы дауам итә. Бакалавриат һәм магистратура системаһын күҙ уңында тотам. Был беҙгә сит илдән килгән система. Рәсәйҙә дүрт йыл бакалавриатта уҡып, һин ике йылға сит илгә магистратураға уҡырға китә алаһың. Ә магистратуранан һуң йәштәрҙе сит илдә тороп ҡалырға ылыҡтырыусы нәмәләр байтаҡ. Ғөмүмән, йәш кеше үҙенең сит илгә ҡарағанда үҙ ватанында кәрәгерәк икәнен һәр ваҡыт тойорға тейеш.

Мәскәү биргән һабаҡтар ниндәй?

Юнир: Һәр ерҙә, һәр ваҡыт һиңә рухи таяныс биреүселәр - улар тыуған ер, ата-әсә, туғандарың икәнен тағы ла нығыраҡ аңланыҡ. Унан һуң, Мәскәүҙә йәшәгәндә баяғы оялсанлыҡты оноторға, үҙеңдә етеҙлек һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләргә кәрәк булды. Бер ниндәй ауырлыҡ һәм проблема алдында ла юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк икәнен аңланыҡ.
Мөнир: Минең һабаҡ шул булды: әгәр ҙә һин нимәләлер икеләнәһең, нимәлер оҡшап етмәй икән, ул хәлде үҙгәртеү яғын ҡара, кисектермә. Мин тәүҙә документтарымды Мәскәү дәүләт университетына тапшырғайным, күңелемдә ҡапыл ғына, миңә Бауманкаға барырға кәрәктер, тигән уй барлыҡҡа килде. Был икеләнеүем тынғы бирмәне һәм бер төн эсендә ҡарарымды үҙгәртеп, Бауман исемендәге университетҡа документтарымды алып барҙым, шунда уҡырға индем һәм был ҡарарыма бер ваҡытта ла үкенмәнем.

Заман йәштәрендә һеҙгә нимәләр оҡшамай?

Юнир: Беҙҙең йәштәрҙең йыш ҡына икенсе милләт вәкилдәренә оҡшарға тырышыуы менән осрашырға тура килә. Беҙҙең үҙ милләтебеҙ, үҙ йолаларыбыҙ, үҙ телебеҙ бар, һәм улар менән ғорурланырға кәрәк.

Милли үҙенсәлектәрегеҙ, тамырҙарығыҙ һеҙҙең эшегеҙгә, уҡыуығыҙға йоғонто яһаймы?

Юнир: Университетта уҡыған саҡта беҙ Башҡортостандан килгән өс студент бер төркөмдә уҡыныҡ. Беҙ шул тиклем берҙәм инек һәм ошо берҙәмлек беҙҙең тирәләй башҡаларҙы ла тупланы. Тәүҙә барыһы ла башҡорттарҙы ҡайҙандыр Кавказдан килгән халыҡ тип иҫәпләй ине. Аҙаҡ иһә беҙ матур тәртибебеҙ, ихласлығыбыҙ менән уларҙы йәлеп итеп, Башҡортостан тураһында һөйләп, аңлатып, бөтөнләй был стереотиптарҙы юҡ иттек.
Мөнир: Мин үҙемдә тойған милли үҙенсәлектәрҙең береһе - ул хеҙмәтте яратыу һәм һәр эште илке-һалҡы түгел, ә еренә еткереп эшләү ғәҙәте. Былар, әлбиттә, миңә ныҡ ярҙам итә.

Үҙегеҙҙең тормош вазифағыҙҙы нимәлә күрәһегеҙ?

Юнир: Мин үҙ вазифамды башҡаларҙы үҫтереүҙә күрәм. Нигеҙ төҙөргә, ғаилә ҡорорға, балаларымды белемле итеп тәрбиәләргә теләр инем. Мөнир: Минең вазифам - үҙемә тиклем булмаған ниндәйҙер яңы асыш яһауҙалыр. Һәм, әлбиттә, матур ғаилә ҡорорға хыялланам.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Заман геройҙары эҙләйбеҙ, тип саң ҡағырға яратабыҙ, йыш ҡына уларҙың йәнәшәбеҙҙә йөрөгәнен шәйләмәйбеҙ. Беҙҙең бөгөнгө ҡоробоҙҙоң белемле, фекерле, һөнәрле ҡунаҡтарын заман геройҙары итеп иҫәпләп булмаймы ни? Тап улар һымаҡ илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәгән, төрлө һөнәр үҙләштергән, профессиональ һәм шәхси камиллыҡҡа өлгәшкән йәштәр генә халҡыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индерәсәк, милләтте бар донъяға танытасаҡ. Ошондай үҙ иңенә замандың барлыҡ мәшәҡәт-хәстәрҙәрен йөкмәргә әҙер йәштәребеҙ күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалам.

Фатима ЯНБАЕВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.15 | Ҡаралған: 1422

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru