«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫРСЫ МЕНӘН ТАМАШАСЫНЫ ТИК ТЕРЕ ТАУЫШ ҠЫНА БӘЙЛӘЙ
+  - 

Бөгөнгө көндә сәхнәгә сығып йырлар өсөн тауыш та, моң да артыҡ әһәмиәткә эйә түгел кеүек. Ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай, сөнки көн дә тиерлек сәхнә күгендә ҡабынып торған йондоҙҙарҙың күбеһе, тәбиғәт тарафынан бик һирәктәргә генә бүләк ителгән һәләткә эйә булмау сәбәпле, ҡапыл янып, ҡапыл һүнә. Әлбиттә, техник мөмкинлектәрҙе ҡулланып, фонограммалар яҙҙырып, яҡшы продюсер тапҡанда ижад донъяһында оҙаҡ ҡына өйрөлөргә була. Тик күңеле тулы моң булған, ысын ижадты аһәңһеҙ көйҙән айыра белгән тамашасыны оҙаҡ алдап булмай. Шуға күрә халыҡ тарафынан тере тауыш яңғыраған концерттар, башҡорт халҡының көй-моңона оло иғтибар бирелгән тамашалар көтөп алына һәм ҙур аншлаг менән үтә. Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт халыҡ һәм заманса эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы, халыҡ, төбәк-ара һәм республика кимәлендәге төрлө фестиваль һәм конкурстар лауреаты Ғәзим ИЛЬЯСОВ тамашасыһын бер ваҡытта ла фонограмма менән алдамай, ә тик тере тауыш менән һөйөндөрөүсе йырсыларҙың береһе. Ижадсының бөгөнгө башҡорт сәнғәтен нисек баһалауын белеү маҡсатында үҙенә мөрәжәғәт иттек.

- Аллаға шөкөр, Башҡортостаныбыҙ таланттарға бай төбәк. Күңел түрендәге иң нескә хистәрҙе ҡуҙғатырлыҡ һәләткә эйә сағыу, һәләтле, халыҡсан йырсыларыбыҙ булыуы менән бәхетлебеҙ. Абруйлы сәнғәт әһелдәре менән бер рәттән, үҙҙәрен сәхнәлә һынап ҡараусы йәш ижадсыларҙың күп булыуы ла һөйөнөслө күренеш. Ләкин улар араһынан халҡыбыҙҙың моңон лайыҡлы башҡарыусыларҙы һайлап алыу, уларҙы күтәреү, төрлө яҡлап ярҙам итеү, үҙенсәлекле тауыштарын үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлеккә иғтибар юҡ кимәлендә. Әлбиттә, республикала төрлө йыр-моң бәйгеләре уҙғарыла, тик унда үҙҙәренең юғары һәләткә эйә булыуын күрһәткән таланттарҙың күбеһе өсөн ошо бәйгеләрҙең Гала-концертында сығыш яһау иң юғары баҫҡыс булып ҡала. Шуға күрә, йыр белгестәренә бәйгенән һуң да ошондай һәләтле йырсылар менән тығыҙ бәйләнештә булыу уларҙың оҫталығын тағы ла сағыуыраҡ итергә ҙур этәргес булыр ине. Тағы ла шуныһы - бындай бәйгеләргә йәштәрҙе йәлеп итеп, аҙаҡ ҡул һелтәп ҡуйыуыбыҙ уларҙың яҙмышы менән уйнауға тиң, сөнки бер тапҡыр тамашасы һөйөүен тойоп, көслө алҡыштарға күмелгән кешегә был мөхиттән айырылыу, үҙен башҡа өлкәлә табыу бик ауырға төшә. Ошо хаҡта оноторға тейеш түгелбеҙ һәм йәштәрҙең күңел бөтөнлөгөн боҙмаҫ өсөн бик һаҡ эш итергә бурыслыбыҙ.
Бөгөнгө башҡорт йыр сәнғәтендә һәләтле ижадсылар байтаҡ, ләкин улар араһында тере тауышҡа йырлаусылар һирәк. Йырҙың бар булмышын үҙенең күңеле аша үткәреп, уның моңон йөрәге менән тойоп йырламаған йырсы тамашасыһы менән тулы бәйләнеш булдырыуҙан мәхрүм. Сәнғәттә элек-электән "Йөрәктән - йөрәккә" тигән матур төшөнсә йәшәй, ә фонограмма ҡулланған йырсы ошо аралашыуҙы, аңлашыуҙы, фекер алышыуҙы юҡҡа сығара.
Хәҙерге концерттарҙа баян, гармун тауыштары һирәгәйә бара, сөнки уларҙы электрон синтезаторҙар алмаштыра. Ә шул уҡ ваҡытта халыҡ нәҡ ошондай, йәғни музыка ҡоралдары моңо менән үрелеп барған тамашаларға һыуһаған. Быны мин үҙемдең шәхси тәжрибәмдән алып әйтәм - ниндәй генә төбәккә барһаҡ та, ҡурай моңон, баян тауышын, гармун зыңын тамашасы йотлоғоп тыңлай. Ошо өлкәгә ҡағылышлы тағы бер мәсьәлә - халыҡсан баянсыларҙың әҙ булыуы, йәғни әлеге ваҡытта сығыш яһаусыларҙың күбеһе нотаға ныҡ "бәйләнгән". Республиканың һәр районында, ауыл-ҡалаһында бер ниндәй нотаһыҙ ҙа, йырҙы күңеле менән тойоп ҡына ла юғары кимәлдә уйнаусы баянсыларыбыҙ барлығына шикләнмәйем. Бәлки, ошондай халыҡ таланттары өсөн дә республика кимәлендә ниндәйҙер бәйге ойоштороп ебәреү һәйбәт булыр ине. Бындай бәйгенең файҙаһы ҙур буласаҡ. Бер яҡтан, үҙҙәренең төбәгендә генә билдәле баянсыларҙы бөтә Башҡортостанға танытырға була, икенсе яҡтан, йырсылар уларҙы үҙ концерттарына йәлеп итеп, тамашаларын тағы ла байытыу мөмкинлеге аласаҡ.
Ижад кешеһе һәр саҡ эҙләнеү, үҙ-үҙен үҫтереү юлында булырға тейеш - шәхсән үҙем ошоно һәр саҡ иҫтә тотам һәм был йәһәттән әүҙем эшләйем. Халыҡты бер төрлөлөк ялҡыта, шуға күрә тамашасы менән осрашыуға һәр ваҡыт яңы йырҙар - күстәнәстәр әҙерләйем. Шулай уҡ гастролдәргә үҙенсәлекле тауышлы, һәләтле йәш йырсыларҙы ла алып сығам. Был, беренсенән, йәш таланттар өсөн сәхнәлә сынығыу булһа, икенсенән, концертҡа килгән төрлө йәштәге тамашасының ихтыяжына тап килгән йыр тәҡдим итеү мөмкинлеге. Март дауамында республика ҡала-райондары буйлап уҙасаҡ концерт программаһында ла тамашасым минең ижадым менән бергә йәш йырсылар менән танышасаҡ, оҫта бейеүселәрҙе күрәсәк, баян тауышына моңланасаҡ.

Сәлимә АРЫҪЛАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1329

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru