«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕМӘС АУЫЛЫНДА ВӘЛИДИ, БАБИЧ ЭҘҘӘРЕ
+  - 



Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә Темәс ауылында Башҡорт совет автономияһы тураһындағы килешеүгә - 96 йыл, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Уның эшендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Х. Х. Ишморатов, район хакимиәте башлығы И. Х. Ситдиҡов, Ҡоролтайҙың башҡа ағзалары, тарихсы-ғалимдар ҡатнашты.

Темәс - Башҡортостан тарихында үҙәк урындарҙың береһен алып торған ауыл. 1919 йылда бында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә. 18 февралдә тап ошо ауылда Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына күсә. Ә 21 февралдә бында беренсе башҡорт хәрби съезы үтә һәм Башҡорт Хөкүмәте вәкәләттәренә эйә булған Ваҡытлы революцион комитет (Башревком) төҙөлә. Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән Темәс Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Бөтөн ошо ваҡиғалар тетрәндереп тә, тулҡынландырып та, ғорурландырып та күҙ алдынан үтте Темәстәге музейҙа үткәрелгән экскурсия мәлендә.
Артабан Баймаҡ районынан ғына түгел, Өфөнән, күрше Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан, Сибай ҡалаһынан килгән вәкилдәр музейҙа сағылдырылған тарихи ваҡиғаларға тағы бер тапҡыр байҡау яһау, аныҡлау, иҫкә төшөрөү өсөн мәҙәниәт йортона йүнәлде. Фәнни-ғәмәли конференцияла билдәләнеүенсә, Башҡортостанда милли дәүләт төҙөү эше 1917 йылдың июль (Ырымбур) - август (Өфө) айҙарында уҙған Беренсе һәм Икенсе башҡорт ҡоролтайҙары менән башланып китә. Был съездарҙа тәү сиратта ерле автономия мәсьәләләре ҡарала. Ҡоролтайҙарҙы ойоштороу эшенә, төрлө ҡарарҙар ҡабул итеүгә Әхмәтзәки Вәлиди бик күп көс һала, башҡорт милли хәрәкәтенең етәксеһе, төп идеологы була.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: совет тарих фәне 1917 йылғы башҡорт милли хәрәкәтенә революцияға ҡаршы, реакцион булған, тип баһа бирә, башҡорт хәрәкәтен, халыҡ менән ныҡлы бәйләнеше булмаған һәм тик буржуаз-юғары ҡатлам мәнфәғәттәрендә ойошторолған, тип иҫбатларға тырыша. Был осраҡта улар башҡорт халҡының сәйәси һәм иҡтисади үҫеш кимәлен инҡар итергә маташа. Имеш, үҙбилдәләнеш идеяһы ярымкүсмә тормош алып барған башҡорттар өсөн буй етмәҫлек бейеклек булған. Башҡорт халҡының тарихи традициялары, быуаттар дауамында үҙенең ерен һәм азатлығын, хоҡуҡтарын яҡлап көрәшеүе бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Башҡорттарға автономияны Октябрь революцияһы, большевиктар бирҙе, тигән фекер алға һөрөлә. Был ҡараш ҡайһы бер тарихсылар һәм публицистар араһында хәҙерге көндә лә йәшәп килә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килеүе, тәүге ҡоролтайҙар үтеүе һәм автономия, үҙбилдәләнеш мәсьәләләре Ваҡытлы хөкүмәт алдына ла ҡуйылыуы бындай фекерҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен күрһәтә. Әммә Башҡорт автономияһын төҙөү тарихын объектив рәүештә һүрәтләү һәр төрлө уйҙырмаларҙы фашларға төплө нигеҙ бирә. Был фарман "Ырымбур губернаһының Щадринск, Екатеринбург өйәҙҙәре башҡорттарына, округ һәм район башҡорт шураларына" тип атала һәм Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналары сиктәрендә Башҡортостандың ерле автономияһын иғлан итә. Башҡорт халҡы автономия иғлан итеүҙе ҙур шатлыҡ, оло ҡыуаныс менән ҡаршы ала. Темәс, Мораптал, Борай һәм башҡа ҙур башҡорт ауылдарында, Бөрөлә ошо айҡанлы йыйылыштар ойошторола һәм Ырымбурға ҡотлау хаттары, телеграммалар ебәрелә. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, Үҙәк шураның сәркәтибе Шәйехзада Бабич ерле автономия иғлан итеүгә үҙенең "Олуғ шатлыҡ" шиғырын бағышлай. Уның был шиғыры Башҡорт шураһының баҫма органы булған "Башҡорт" гәзитендә 1917 йылдың 24 ноябрь һанында донъя күрә.
Ошо ваҡиғанан һуң башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре шунда уҡ Бөтөн башҡорт ҡоролтайын саҡырыу буйынса әүҙем эш башлай. 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтөн башҡорт ҡоролтайы Башҡортостандың үҙбилдәләнеше, йәғни ерле автономияһы буйынса ҡарар ҡабул итә: "Ҡоролтай бер тауыштан 15 ноябрҙә Үҙәк башҡорт шураһы тарафынан иғлан ителгән Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлай" тип белдерелә унда. Ҡоролтайҙың "Бөтөн Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың шул федерацияға мөнәсәбәте" исемле резолюцияһы менән ил кимәлендә беренселәрҙән булып федерализм проблемаһы күтәрелә. Уның буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының автономиялы өлөшө булараҡ таныла һәм Үҙәк власть уны закон нигеҙендә рәсми раҫларға тейеш була. Ойоштороу ҡоролтайында автономияның биләмәләре туғыҙ кантонға бүленә. Ҡоролтайҙа шулай уҡ закондар сығарыусы һәм башҡарма власть органдары ла төҙөлә. "Кесе Ҡоролтай" тип аталған автономия предпарламенты ойошторолоп, ул закондар сығарыу вәкәләтенә эйә була. Предпарламент беренсе Башҡорт хөкүмәтен төҙөй. Уның рәйесе итеп юғары белемле юрист Юныс Бикбов тәғәйенләнә. 3. Вәлиди, Хөкүмәт ағзаһы булараҡ, хәрби һәм эске эштәр бүлеген етәкләй, И. Мутин - финанс, Ғ. Айытбаев - ер эштәре, Ғ. Әҙеһәмов - халыҡ мәғарифы, X. Йомағолов иҡтисад бүлектәренә етәкселек итә. Ғ. Ҡыуатов һәм А. Йәғәфәров юстиция һәм эске эштәр бүлектәрендә урынбаҫар вазифаһын башҡарырға тейеш була. Ҡоролтайҙың милли ғәскәр, дини идара төҙөүгә ҡағылышлы ҡарарҙары ла айырым иғтибарға лайыҡ. 1918 йылдың башында демократик принциптарға нигеҙләнгән Башҡортостандың беренсе Конституцияһы төҙөлә. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөү тарихына иғтибар итһәк, ул Рәсәйҙең федератив ҡоролошоноң нигеҙен тәшкил иткән субъект булды һәм буласаҡ. Рәсәйҙә ошо ҡоролошто нығытыу һәм үҫтереү, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын таныу барлыҡ милләттәргә үҫеш өсөн гарантия биргән берҙән-бер юл булыуын һис иҫтән сығарырға ярамай...
Пленар өлөштән һуң конференция үҙ эшен секцияларға бүлеп дауам итте. Артабан иһә сараға йыйылыусылар тағы ла нығыраҡ тулҡынландырған ваҡиғаға шаһит булды: Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары Шәйехзада Бабичтың ижадынан ҡоролған театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Был уҡыу йортоноң уҡытыусылары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова беренсе тапҡыр ғына ойоштормай бындай сараны. Һәр хәлдә, шиғри тамашаның театрҙарҙа ҡуйылған теләһә ниндәй спектаклдән дә тәьҫирлерәк тәрбиәүи сара икәнен раҫлай йөрөй улар. Уны әлеге конференцияла ҡатнашыусылар ҙа юғары баһаланы: "Һәр ауылда, һәр ҡалала күрергә тейештәр бындай тамашаны!" тигән һығымта яһаны һәр кем.

Гүзәл СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.04.15 | Ҡаралған: 1549

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru