«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠЫҘЫЛ АТЛЫЛАР" - БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДВИЗИЯҺЫНЫҢ ПРОПАГАНДА ҠОРАЛЫ
+  - 

"Һуғыш мәлендә гәзит - һулар һауа. Кешеләр гәзитте яҡын кешеләренән килгән хаттан алдараҡ аса. Хәҙер гәзит мотлаҡ һиңә төбәлгән хат. Һинең яҙмышың унда яҙылғанға буйһона", - тип яҙа билдәле памфлет оҫтаһы Илья Эренбург һуғыш йылдарында. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡәләм яҙыу ҡоралы ғына түгел, бәлки, һуғыш ҡоралына әйләнә. 1942 йылдың аҙағына һуғыш майҙанында 4 үҙәк, 13 фронт, 60 армия, 33 корпус, 600 дивизия һәм бригада гәзите сығарыла. Милли дивизиялар шулай уҡ үҙ гәзиттәрен булдыра, шулар иҫәбендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә нәшер ителгән "Ҡыҙыл атлылар" гәзите лә була.

Гәзитте кемдәр сығарған?

"Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең яҙмышы кавалерия дивизияһының һуғыштағы тәүге этабы менән тығыҙ бәйләнгән. Билдәле булыуынса, Башҡорт АССР-ында 112-се һәм 113-сө һанлы ике кавалерия дивизияһы төҙөлә. 113-сө кавалерия дивизияһы составы башҡа хәрби берекмәләргә таратып бирелә, ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың апрелендә юлға сыға. Ошо көндән алып, билдәле булған бөйөк һәм трагик рейдҡа тиклем (рейдта дивизияның күп өлөшө ҡырыла һәм һуңынан уның составы СССР-ҙың төрлө төбәктәренән килгән кешеләр менән тулыландырыла, башҡорттар нисбәте кәмей), "Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә башҡорт атлыларының легендар юлы яҡтыртыла. Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡойоп ямғыр яуғанда ла, ел-дауыллы буран ҡоторғанда ла, сатлама һыуыҡта ла - ниндәй шарттарҙа ла гәзиттең һәр һанын үҙ ваҡытында фронттағы яугирҙарға еткереп тора. Гәзит һуғышсыларҙың рухын күтәрә. Уның биттәрендә яңынан-яңы мәғлүмәттәр, тыуған яҡтан килгән хаттар, һуғышсыларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһындағы яҙмалар донъя күрә. Гәзит һуғышсыларҙы батырлыҡҡа, дошмандан үс алырға өндәй.
Хәрби шарттарҙа гәзит сығарыу еңелдән булмай. Ҡайһы саҡта мөхәррир русса килгән мәҡәләләрҙе наборщиктарға туранан-тура башҡортсаға тәржемә итеп йыйҙыра. Ҡағыҙ етешмәгән саҡтар ҙа була. Әммә ниндәй генә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мөхәррир Али Карнай, гәзиттең бер һаны ла сыҡмай ҡалмаһын, тип тырыша.
Дивизияла хәреф йыйыусы булып эшләгән Хөршиҙә Хәирова иҫтәлектәренән: "Хәтеремдә, Башҡорт атлылар дивизияһы гәзитенең беренсе һанын 1942 йылдың апрелендә сығарғайныҡ. Тирә-яҡта тынлыҡ, һалдаттар шаяра-көлә, беҙгә эшләргә ҡамасаулаусы юҡ. Шуға күрәлер инде, ул саҡта миңә дивизия гәзите типографияһында эшләү артабан да бына шулай еңел генә үҙ ыңғайына барыр төҫлө тойолғайны. Тәүге һанды сығарған ваҡытта уҡ мин йыйған һәр бер бәләкәй генә ҡурғаш хәрефтең немец фашистары йөрәгенә пуля булып ҡаҙалыуын теләнем. Артабан ошо теләк көсәйгәндән-көсәйә барҙы... Бына беҙ фронттың алғы һыҙығында, Елецк ҡалаһы эргәһендәге бер ауылда. Ҡала яна, тирә-яҡты һуғыш һөрөмө ҡаплап алған. Ошонда беҙ дивизия гәзитенең икенсе һанын сығарҙыҡ, һуғыш шарттарында гәзит сығарыуҙың ауырлыҡтарын мин тәүге тапҡыр ошонда татыным. Бынан һуң беҙ шундай ауырлыҡтар менән йөҙәрләгән гәзит һандары, листовкалар баҫтырҙыҡ. Бармаҡтарым, хәрефтәр соҡоп, ҡанап бөтә торғайны. Эшебеҙ бик күп - үҙебеҙ йыябыҙ, үҙебеҙ уҡып төҙәтәбеҙ (корректор ҡаралмаған), гәзит баҫа торған машинаны ла йыш ҡына үҙебеҙгә әйләндерергә тура килә. Хатта ҡайһы саҡта гәзиттәрҙе полктарға үҙебеҙ алып барып тарата торғайнык. Төндә типографияла эшләүселәр алмашлап, ҡулға карабин тотоп, үҙ мөлкәтебеҙҙе һаҡлайбыҙ - поста торабыҙ. Ләкин беҙ, теш ҡыҫып, бирешмәҫкә, һыр бирмәҫкә тырыштыҡ. Шулай итмәй булмай. Беренсенән, ир-егеттәр ҡан ҡойоп һуғышҡанда, ниңә беҙ, ҡыҙҙарбыҙ, тип, иҙереп төшөргә тейеш? Килешмәй. Икенсенән, үҙебеҙ сығарған гәзитте уҡығас, һуғышсыларҙың дәрте күтәрелеп, батырлыҡтары артып киткәнен күреү беҙгә яңынан-яңы көс өҫтәй ине.
Һуғыштар ҡыҙыу барған көндәрҙә гәзит сығарып өлгөрөп булмай. Шундай саҡтарҙа "Ҡыҙыл атлылар" гәзите редакцияһы иң мөһим хәбәрҙәр менән листовкалар баҫтыра. Редакция хеҙмәткәрҙәренә шәмде снаряд гильзаһынан эшләп алырға тура килә ине. Шинель итәгенән филтәлек бер-ике иле буҫтау ҡырҡып алып, шуны яндырып, тоноҡ яҡтылыҡта хәреф йыйып, корректура уҡып, листовкалар әҙерләйбеҙ. Гәзиттең наборщик ҡыҙҙарына көслө һуғыштар мәлендә санитар булып эшләргә лә тура килде. Улар төнө буйы эшләп арыуҙарын онотоп, һуғыш яланынан яралыларҙы алып сығып, яраларын бәйләргә тотона ине .
Бер тапҡыр алыҫ юлға сыҡҡанда гәзит сығарыу өсөн кәрәк булған типография материалдары - линейкалар, бабашкалар, башҡа материалдар ҡойолоп төшөп ҡалды. Билдәләнгән урынға барып еткәс, "Ҡыҙыл атлылар" хеҙмәткәрҙәре, нисек итеп гәзит сығарабыҙ инде, тип аптырап ҡалды. Бәхеткә күрә, разведчиктар яҡында ғына немецтарҙың типография тейәлгән бер машинаһы ҡыйралып ятҡанын килеп әйтә. Редакция хеҙмәткәрҙәре унда барып, байтаҡ техник материалдар йыйып алып ҡайтты. Гәзит ваҡытында сыҡты..."
"Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә танылған өс әҙип эшләй. Мөхәррир вазифаһын күренекле яҙыусы Али Карнай (Имамғәли Мөхәмәтдин улы Зөлкәрнәев) башҡара. Редакцияның яуаплы сәркәтибе икенсе бер ҙур әҙип Шакир Насиров була. Шағир Әхтәм Ихсан штаттағы хәбәрсе сифатында алғы позиция менән редакция араһында йөрөп, гәзитте мәҡәләләр менән тәьмин итә. Яу яланынан репортаждар яҙа, һалдаттарҙың мәҡәләләрен ойоштора.
Али Карнай башҡорт яҙыусыларынан иң тәүгеләрҙән булып, һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китеү теләген белдерһә лә, уның теләге 1942 йылда ғына бойомға аша. Ошо йылдың мартында партияның өлкә комитеты тәҡдиме буйынса ул яңы ойошторолған Башҡорт атлылар дивизияһы эргәһендә сыға башлаясаҡ "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Али Карнайға бер юлы яуаплы ла, үҙенсәлекле лә вазифа йөкмәтелә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы фронтында сыҡҡан берҙән-бер башҡорт телендәге гәзиттең мөхәррире була. Яҙыусы-журналист фашистарға ҡаршы ҡылысҡа-ҡылыс килеп һуғышҡан совет һалдаттары менән яҡындан аралаша. Улар менән бер блиндажда йәшәй, тиһәң дә була. Фронт гәзитендә "Ҡыҙылармеец Х. Мансуров" имзаһы менән ул ошо ҡыйыу көрәшселәр тураһында һөйләүсе тиҫтәнән артыҡ бәләкәй-бәләкәй очерк-һүрәтләмәләр, хикәйәләр урынлаштыра. Күләм яғынан ҙур булмаһалар ҙа, оҫта яҙыусы-журналист тарафынан яҙылған был мәҡәләләр фронт ысынбарлығының күп яғын яҡтырта. Яҙыусы Ватан һуғышы күренештәрен һүрәтләмә-мәҡәләләр аша сағылдырыу менән генә сикләнеп ҡалмай. Ул Башҡорт дивизияһының һуғышсан юлын, уның батырлыҡтарын ныҡлап өйрәнә. Ҙурыраҡ әҫәр өсөн материалдар туплай. Бәрелеш булған урындарҙы тасуирлаған һәм ваҡиғаларҙы тәфсирләп яҙған көндәлек алып бара. Ләкин алыҫ Дон далаларында, өҫкә пуля ямғыры яуып торған шарттарҙа, башҡорт телендә гәзит сығарыуҙы ойоштороу, уны һуғышсыларҙы яңынан-яңы еңеүҙәргә рухландырырҙай йәнле материалдар менән тәьмин итеү яҙыусының бөтә иғтибарын ялмай. Тәүҙәрәк уға ҙурыраҡ әҫәр яҙырға форсат та ҡалмай. Был хаҡта Карнай үҙе лә: "Яҙып булмай! Ваҡыт юҡ. Ә яҙаһы нәмәләр страшно күп! Шулай ҙа тырышып ҡарарға иҫәп юҡ түгел", - тип яҙа Баязит Бикбайға ебәргән хатында.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1825

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru