«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫНДА ҮҘ ЭҘЕҢДЕ ҠАЛДЫР!
+  - 

Өфө ҡалаһында, республикабыҙҙың иң төп юғары белем биреү усағы булған Башҡорт дәүләт университетында, ошо көндәрҙә донъя кимәлендәге мәртәбәле, матур сара - Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған "Вики-Һабантуй" һәм халыҡ-ара фәнни-ғәмәли кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, төрлө ҡалаларынан, сит илдәрҙән Википедияның әүҙем ирекмәндәре килде. Улар коллегалары менән төрлө темаларға фекер алышты, Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, был сайтҡа яҙыша башларға теләүселәрҙе мәҡәләләр яҙыу тәртибе, талаптары менән таныштырҙы.

Кәңәшмәнең пленар өлөшөн шағирә, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова башҡорт һәм рус телдәрендәге сығышы менән асты. Алғараҡ китеп булһа ла, шуны әйтергә кәрәк - кәңәшмәлә ҡатнашыусы күп кенә сит ил, Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтар башҡорт телен һәйбәт аңлай булып сыҡты. Мәҫәлән, Иерусалим ҡалаһынан килгән Әмир Аарони үҙ сығышында башҡорт тексын тәржемәһеҙ ҙә аңлауы, Украинанан Виктор Семенюк хатта башҡорт телендә бер-нисә мәҡәлә яҙыуы тураһында белдереп, һоҡландырҙы. Саха (Яҡустан) Республикаһынан килгән Николай Павловтың саха һәм башҡорт телдәрендәге уртаҡ һүҙҙәрҙе һанап ишеттереүе лә күңелле булды. Ғөмүмән, сарала өс сит ил дәүләтенән - Польша, Израиль һәм Украинанан, Рәсәйҙең тиҫтәгә яҡын төбәгенән Википедия ирекмәндәре ҡатнашыуы һәм уларҙың барыһының да аҙмы-күпме башҡорт телен белеүе, аңлауы үҙе үк беҙҙең башҡорт ирекмәндәренең фиҙаҡәрлеге тураһында һөйләй.
"Википедия"ның башҡорт бүлегенең тарихы менән таныштырып, уның иң әүҙем мөхәррирҙәренең береһе, "бей" статуслы ирекмән Рөстәм Нуриев түбәндәге мәғлүмәттәр килтереп: "Википедия"ның башҡорт бүлегендә "Башҡортостан" исеме аҫтында беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә исемһеҙ автор тарафынан яҙыла. Шул ваҡыттан алып башҡортса "Википедия"ла 10 меңдән ашыу ирекмән теркәлә һәм уның үҫешенә ярайһы уҡ өлөш индерә. 446 мең тапҡыр яңы мәғлүмәт өҫтәлә, йә булмаһа иҫкергән мәғлүмәт яңыртыла. "Википедия"ның башҡортса бүлеге - донъяла иң йылдам үҫешеүсе ойошма", - тине.
Пленар бүлек тамамланғас, конференцияла ҡатнашыусылар ике секцияға бүленеп, береһендә - саха, чечен, татар, украин, себер татарҙары, поляк телдәрендәге "Википедия"ның хәҙерге хәле һәм үҫеш юлдары тураһында фекер алышһа, икенсе секцияла башҡорт йәмәғәтселеге, башҡорт ирекмәндәре үҙ-ара фекер алышты. Был секцияла интернет селтәрҙәрендә башҡорт төркөмдәренә анализ яһалды, уларҙы үҫтереү, артабан байытыу, мәғлүмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу тураһында фекер алышынды. Был бүлектә уҡытыусылар интернет мөмкинлектәрен дәрестәрҙә ҡулланыу тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты. Израилдан килгән программасы Әмир Аарони "Википедия"ға мәҡәлә ултыртыу тәртибен эҙмә-эҙлекле рәүештә күрһәтте.

ЙОМҒАҠЛАП...
"Википедия"ның башҡорт бүлеге ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арналған "Вики-Һабантуй" башҡорт теленә лә заман технологиялары үтеп инә барыуын, ошо йүнәлештә әүҙем эшләүсе ирекмәндәребеҙ, энтузиастарыбыҙ барлығын, уларҙың бик шәп ойоштороусы икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбат итте. Мәҡәләбеҙҙе Фирүзә Абдуллинаның ошо сараға арнап яҙған шиғыр юлдары менән тамамлағы килә.
...Ил яҙмышы һине борсой икән,
Телең өсөн әгәр көйөнһәң,
Үҙ халҡыңдың һәр бер ҡаҙанышы,
Уңыштары өсөн һөйөнһәң -
Һинең урын бында! Рәхим итеп,
Ҡалдыр әле һин дә эҙеңде!
Халҡың, илең өсөн кәрәк итеп
Тойорһоң һин шул саҡ үҙеңде...

Иҙел РӘХИМОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1770

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru