«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАНЫ ИХЛАС ЯРАТЫРҒА КӘРӘК – ДӨРӨҪ ТӘРБИӘ ОШОНАН БАШЛАНА
+  - 

Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәүлектең һәр ваҡытында ла эштә була. Был бигерәк тә гел халыҡ араһында булған, уларға бөтөн яңылыҡты еткереп торған, олоһона ла, кесеһенә лә ихлас кәңәштәр биргән, бер сара ла уларҙан тыш үтмәгән ауыл уҡытыусыһына хас. "Айыҡ ауыл - 2014" республика конкурсында еңгән Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе Тәскирә менән Ишморат МАЛИКОВтар ғаиләһе лә шундайҙарҙан. Ишморат Фәйзулла улы Яңы Яуыш дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Тәскирә Надир ҡыҙы Федоровка районының иң яҡшы мөғәллимәләренең береһе, БР Мәғариф отличнигы, ошо уҡ мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, өлгөлө ғаилә ағзалары менән һөйләшеү ғаилә тәрбиәһе, ауыл уҡытыусыһы эшенең үҙенсәлектәре һәм, әлбиттә, айыҡлыҡ кеүек күркәм ғәҙәттәр тураһында барҙы.

Маликовтар ғаиләһе барлыҡҡа килгән көнгә тиклемге ваҡиғаларға байҡау яһап алайыҡ: бер-берегеҙҙе тәү башлап ҡайҙа күрҙегеҙ?

Тәскирә Надир ҡыҙы: Мин үҙем Бөрйән районы Ҡотан ауылынан, Белорет педагогия училищеһын тамамлап, эшләй башлағас, БДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә ситтән тороп уҡырға ингәйнем. Студент саҡта таныштыҡ, Ишморат та география факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала ине ул саҡта.
Ишморат Фәйзулла улы: Тәскирәнең курсташ егеттәре менән фатирҙа бергә тора инем. Бер саҡ тәнәфес ваҡытында бүлмәләш егеттәр эргәһенә барғайным. Шунда Тәскирәне күреп, бер ҡараштан ғашиҡ булдым. Яйлап ҡына егеттәрҙән уның тураһында һораштырам. Башҡаларҙан төҫө-башы, холҡо менән дә айырылып торған кеүек, бигерәк тә иплелеге күңелгә ятты. Башта уҡып бөтәйек, тип, байтаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнөк. Бөрйәндең юлдары ла байтаҡ һынаны тойғоларҙы, әммә бер ҡасан да, башҡа бармайым, тип уйлағаным булманы. Ул яҡтың йор һүҙле халҡы ла оҡшаны. Бер йәй, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, мотоцикл менән Бөрйәнгә сығып киттем. Барып етергә күп тә ҡалманы, тик мотоцикл батты ла ҡуйҙы. Төндө урманда үткәреп, иртәгеһенә "Урал" машинаһына мотоциклымды тейәп, Тәскирәнең ауылына барып төштөм дә, Ағиҙел ярында мотоциклды йыуырға уйлап торам. Ауыл халҡы элек колхозға сенаж эшләргә ярҙам итә ине, бер төркөм кешеләр йылға аша аҫылмалы күперҙән эшкә китеп бара, шунда берәүһе: "Иң тәүҙә үҙеңде йыу!" - тип ҡысҡыра. Уҡытыусыларына килгән дала егетенә былай берәү ҙә ҡырын ҡарағаны булманы. Шулай йөрөй торғас, үҙем диплом алдым да, тағы бер йыл уҡыуы ҡалыуға ҡарамаҫтан, Тәскирәне килен итеп, үҙебеҙҙең яҡҡа алып ҡайттым.
Тәскирә Надир ҡыҙы: Һүҙ ҙә юҡ, урманды ташлап, ялан, дала яғына йәшәргә китеүе ауыр булды. Тыуған ауылымдың һәр ташын, һәр ҡыуағын һағынып бер булам әле лә. Әммә тыуған ерҙән төшкән ер яҡын, тиҙәр, тормош иптәшең яҡшы икән, бөтөн ерҙә лә күңел тыныслығы табасаҡһың. Уның ипле, тыныс холоҡло булыуын тәүҙән үк баһалағайным, матур һөйләшә белеүе, иғтибарлы булыуы ла оҡшаны, ҡатын-ҡыҙ өсөн былары ла мөһим. Ул ышаныслы тормош иптәше, Рәсил улыбыҙ менән Нәркәс ҡыҙыбыҙ өсөн һәйбәт атай. Беҙ йәшебеҙ етеп, хатта бер аҙ һуңыраҡ та өйләнештек, тип уйлайым, сөнки Ишморатҡа - 31, миңә 26 йәш ине инде.

Һеҙ сағыштырмаса һуң кейәүгә сыҡтым, һуң өйләндем, тиһегеҙ, ә хәҙерге йәштәр ғаилә ҡорорға бөтөнләй ашҡынып бармай. Был күренешкә ҡарашығыҙ нисек?

Тәскирә Надир ҡыҙы: Улар араһында бик иртә кейәүгә сығып, иртә өйләнгәндәре лә бар бит әле. Тойғоларын һынамайынса, ҡабаланып өйләнешәләр ҙә, тиҙ генә айырылышып та ҡуялар, бына ошоноһо бигерәк ҡурҡыныс. Мин ғаилә ҡороу өсөн һуңыраҡ өлгөрөп етеүемә һис үкенмәйем, әгәр ҙә ҡабаланған булһам, тормош иптәшемде дөрөҫ һайламаған да булыр инем, кем белә...
Ишморат Фәйзулла улы: Бөгөн йәмғиәттә шундай күренеш тә барлыҡҡа килде бит: күп кенә олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәре ҡарай, ә улдары-ҡыҙҙары йә шәхси тормошон яйға һала был ваҡытта, йә ситкә эшкә китә. Үҙ балағыҙҙы үҙегеҙ тәрбиәләгеҙ, ти торғайны элек ололар. Был һүҙҙәрҙең нигеҙендә үҙеңә лә сәләмәтлек, шулай уҡ ғаиләңә лә ныҡлыҡ теләү ята бит. Ниндәй генә замандар булмаһын, ғаилә институты ныҡ булырға тейеш, шунда ғына милләтебеҙгә яҡшы балалар тәрбиәләй аласаҡбыҙ. Ошоно аңлаһа, йәштәрҙең ғаиләне иртә йәки һуң ҡороуында айырма юҡтыр, моғайын. Хәҙер яңғыҙ ҡартайған ир-егеттәр күп, ныҡ һайланып йөрөп, улар шундай кимәлгә етә - өйләнмәй ҙә ҡуя. 45-50 йәшлек донъя көтөрлөк бынамын тигән ир-егеттәрҙән, нишләп өйләнмәйһең, тип һораһаң, атарлыҡ аныҡ сәбәбе лә юҡ уның. Ҡыҙҙар иһә, 30 йәште үткән егеттең йүне бармы ни, тип уйлап, кейәүгә сыҡмай.
Хәҙер йәштәр аҡыллы, күп уҡыйҙар, мәғлүмәт тә тулып ята. Ғаилә тормошондағы әллә ниндәй психологик көрсөктәр тураһында ауыҙ тултырып һөйләйбеҙ. Уйлайым да, беҙ бергә йәшәй башлағас, бер-беребеҙҙең холоҡ-ҡылыҡтарына өйрәнеү мәлен дә шул тиклем еңел кисерҙек. Бында бер ниндәй ҙә сер юҡ, бары тик икенсе яртыңды нисек бар, шулай ҡабул итергә генә кәрәк. Уны төҙәтәм, үҙгәртәм, тип уйлайһың икән, был инде эгоизмдың билдәһе. Шулай уҡ уға артыҡ талап ҡуйырға ла кәрәкмәй. Эш эшләһәк, гел бергә эшләнек. Мин кәртә-ҡураға, баҡсаға сығып, нимәлер эшләйем икән, Тәскирә лә эргәмдә булыша. Ул өйҙә өлгөрмәйерәк китә икән, мин ярҙам итәм. Бер-беребеҙгә дәғүә белдерешеп, әрләшеп ултырырға ваҡытыбыҙ бөтөнләй юҡ.

Башҡорт халҡында килен - ҡәйнә, кейәү ҡайны буҫағаһынан, тиҙәр, бигерәк тә кейәүҙәргә ҡәйнә тарафынан айырыуса ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә. Атай-әсәй тәрбиәһенән тыш, ҡайны-ҡәйнәләрегеҙҙән ниндәй һабаҡтар алдығыҙ?

Ишморат Фәйзулла улы: Ҡәйнәмдең 9 ҡыҙы, 1 улы бар, мин өйләнгәндә ҡайным мәрхүм ине инде. Был ғаиләгә мин етенсе бажа булып барҙым. Ҡәйнәм, ысынлап та, кейәүҙәренә бер ҡасан да насар һүҙ әйткәне юҡ. Былай үҙем төшкә, йондоҙнамәләргә әллә ни ышанып бармайым, шулай ҙа өйләнер алдынан төш күрәм: ҡәйнәм ағас табаҡты тултырғансы он һалып алған да, аласыҡта нимәлер бешереп йөрөй. Эстән генә уйлап ҡуйҙым: ҡәйнәм һәйбәт кеше булырға тейеш. Ауылдың иң хөрмәтле инәйҙәренән һанала, төпкөлдә йәшәйбеҙ, тип тормаған, бар балаһын да уҡыта алған. Ҡәйнә хөрмәтен татыған бәхетле кеше мин, уға ҡунаҡҡа гел ашҡынып барам.
Тәскирә Надир ҡыҙы: Мин дә тормошомдан ҡәнәғәтмен, ата-әсәйемдән яҡшы тәрбиә алдым, килен булып төшкәс, иремдең ата-әсәһе үҙ балаһылай ҡабул итте. Бына шуның өсөн дә балалар тәрбиәләү менән бергә, уҡытыу, йәмәғәт эшен дә тигеҙ алып бара алдыҡ. Элегерәк ауыл советы уҡытыусыларға йорт бирә ине, ҡәйнәмдәр менән ярты йыл бергә йәшәнек тә, башҡа сыҡтыҡ, үҙебеҙ йорт һала башланыҡ. Хатта балалар менән декрет ялында ла оҙаҡ ултырманым, эшкә сыҡтым, балаларҙы ҡәйнәм ҡарашты. Ҡәйнәмде тик йылы һүҙҙәр менән генә хәтергә алам, башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш, был сифаттар бөтәһе лә унда бар ине. Былай эшләгәнеңде яратмайым, тимәне, нимәлер оҡшамай, тип тә йөҙ йыртманы. Әйтер һүҙен кинәйәләп, берәй ғибрәтле хәл аша белдерер ине. Әсәйемдең һабаҡтарына өҫтәп, унан күп нәмәгә өйрәндем мин. Ваҡыты етеп, ҡәйнә булғас, уның кеүек аҡыллы булырға яҙһын.

Улығыҙ менән ҡыҙығыҙ тәрбиәһендә нимәгә күберәк иғтибар бүлергә тырышаһығыҙ?

Ишморат Фәйзулла улы: Балаларҙы, тәрбиәләп алайым әле, тип, махсус тәрбиәләп булмай, улар барыбер ҙә һинең холоҡ-фиғелеңде, ҡылыҡтарыңды ҡабатлаясаҡ. Тәрбиә нигеҙендә ошо ябай ғына хәҡиҡәт ята. Улыбыҙ Рәсил күберәк минең эргәлә, ҡыҙыбыҙ Нәркәс - әсәһе янында. Шул рәүешле уларҙы төрлө эшкә лә өйрәтәбеҙ, холоҡтарын да камиллаштырабыҙ. Бушты-бушҡа ауҙарып, маҡсатһыҙ урам ҡыҙырып йөрөү беҙҙең балаларға хас ҡылыҡ түгел. Ауылда йорт тирәһендә эш тә күп, мин тышҡа сыҡҡанды күрә икән, улым да минең менән сыға. Әле ул Ишембай нефть колледжында уҡый. Йәш саҡтан ваҡытыңды ҡәҙер итә бел, тип өйрәтәм уны, спорт секцияларында, йыр ансамблендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, балаларҙың икеһен дә күрше ауылға - Бала Сытырманға музыка мәктәбенә йөрөтөп уҡыттыҡ, музыкаль белем баланы ныҡ үҫтерә. Ваҡыты етмәй киткәнен күрһәк, берәй шөғөлөңдө ташлап тор, тип әйткәнебеҙ ҙә бар улыбыҙға. "Бер башлағас, эш ташлау ир-егет холҡо түгел", ти, алдына ҡуйған маҡсатына етеү өсөн үҙен йәлләмәй. Улымда ихтыяр көсө, ғәҙеллек кеүек сифаттар тәрбиәләүгә баҫым яһаһам, ҡыҙым бөтөнләй икенсе мөнәсәбәт талап итә. Нәркәсте, матурым, сәскәм, аҡыллым, зирәгем, тип, наҙлы һүҙҙәр менән атап йөрөтәбеҙ. "Ҡыҙлы кеше - наҙлы кеше" тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Залда яҙышып ултырһаҡ, батмусҡа сәй, тәм-том ҡуйып, беҙҙе һыйларға сыға ул ҡайһы берҙә. Беҙгә лә оҡшай уның был хәстәре, маҡтап, күңелен күтәреп ебәрәбеҙ.
Тәскирә Надир ҡыҙы: Ҡыҙ бала матурлыҡты ла күрә, тоя белергә тейеш. Атаһы менән ағаһы беҙгә сәскәләрҙе йыш бүләк итә, Нәркәс үҙе лә бәләкәй саҡтан төрлө үлән, сәскәләрҙән гөлләмә эшләп, миңә бүләк итергә ғәҙәтләнгән. Үҫкәс, сәскә һатыусы йә табип булырға хыяллана, ике эштә лә бер юлы эшләп буламы, ти. Әсәйем өйҙә кейеп йөрөгән кейеме менән бер ҡасан да урамға сыҡмай. Күлдәктәрҙе лә үҙе текте, мин дә тегенергә әсәйемдән өйрәндем. Ҡыҙым да матур кейенә белһен, тием, зауыҡ тыумыштан бирелә, тиһәләр ҙә, уны ла тәрбиәләргә була. Ҡайһы бер ғаиләләрҙәге кеүек, балаларыбыҙ бәләкәй әле, тип, уларҙы йәлләп, кеше ҡушып эшләтеү юҡ беҙҙә. Бөтөн нәмәне дүртәүләп эшләйбеҙ. Бәләкәйерәк саҡтарында ла картуф сәскәндә лә, алғанда ла эргәбеҙҙә йөрөй торғайнылар, эшләйем тип торған баланы тыйырға кәрәкмәй.
Тәрбиә ысулдарына килгәндә, нимәнелер яңылышыраҡ эшләһәң, улар үҙҙәре үк һине төҙәтеп ҡуя. Балаларҙың бәләкәй саҡта һөйләгән һүҙҙәрен махсус дәфтәргә теркәп бара торғайныҡ. Яҙмаларға ҡарағанда, уларға ҡайһы берҙә әрләү ҙә эләккән. "Һинең әрләүең генә бар" йәки "Яратып ҡына йөрөй инем, әрләй ҙә башланы" тигәндән һуң үҙеңде үҙгәртәһең инде. Балаға бер аҙ ҡатыраҡ та булырға кәрәк, шулай уҡ беребеҙ әйткәндә, икенсебеҙ ҡушылмай, балаларҙы яҡлашмай ҙа. Шунан тағы ла бер мөһим нәмә тураһында оноторға ярамай. Бала атай менән әсәйҙең үҙен яратыуын тойорға тейеш, шул саҡта ғына уның һинән серҙәре лә, йәшерен эштәре лә булмай. Берәй нәмә эшләгәндә Нәркәс үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирә, эш ыңғайында һөйләшеүе лә еңелерәк кеүек. Башҡорт халҡында яратыуыңды белдереп, артыҡ хис-тойғоға бирелеп китеү юҡ бит инде ул. Беҙҙең балалар, байрамдар, тыуған көндәр менән ҡотлағанда бер-береһенә, беҙгә матур һүҙҙәр әйтеүҙән, яратыуын белдереүҙән, туғандар, дуҫтар килеп инһә, уларҙы ҡосаҡлап алыуҙан тартынмай. Улар үҙ ғаиләһен үҙҙәре үҫкән ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәргә ҡарап ҡорасаҡ, тимәк, был яуаплылыҡ та ата-әсә иңендә. Шөкөр, аталары эсмәй ҙә, тәмәке лә тартмай, улыбыҙ киләсәктә уға оҡшаһын. Күреп йөрөйбөҙ бит, бөтөн проблемаларҙың нигеҙендә эскелек ята. Бер ваҡыт ғаиләләр бәләкәй балаларының да тыуған көндәрен эскелек табыны менән үткәрә башлағайны. Быны эсеү өсөн сәбәп табыу тип кенә аңларға була. Хәҙер был ғәҙәт тә юҡҡа сығып бара.

Яңы Яуыш ауылы "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһе еңеүсеһе лә. Уҡытыусы булараҡ, был конкурс барышында һеҙгә лә күп көс түгергә тура килгәндер. Яңы яуыштарҙың йәшәйешенә был сара ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?

Тәскирә Надир ҡыҙы: Бындай саралар, иң тәүҙә, халыҡты күтәрә. Ниндәйҙер бер уртаҡ сара, уртаҡ уй-теләк кешене берләштерә лә. Битарафлыҡ бик алама күренеш, кеше өйөнән сыҡһын, эргә-тирәһен таҙартһын, матурлаһын, тигән ниәт менән тотонғайныҡ. Элек колхоз-совхоздар булғанда халыҡты артынан эйәртерҙәй, һис юғында, эш ҡушып эшләтерҙәй етәкселәр бар ине. Хәҙер ундайҙар юҡ, бәләкәй ойошмалар етәкселәре үҙ ойошмаһы өсөн яуап бирһә лә, ауыл өсөн яуап бирмәй. Шуға ла ауыл халҡы менән һөйләштек, етмәһә, еңә ҡалһаҡ, уның премияһы ла була, уны мәсет төҙөтөүгә тотонорбоҙ, тигәйнек, халыҡ күтәреп алды.
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡас, беҙҙә хәҙер берәү ҙә эсмәй, тип әйтә алмайбыҙ, ғүмер буйы эсеүселәр менән көрәшеүҙе маҡсат итеп тә ҡуйманыҡ. Быға өлгәшеүе мөмкин дә түгел. Шулай ҙа ауылда спиртлы эсемлектәр һатыуҙы туҡтатып булмаҫмы, тигән уй ҙа бар ине. Ҡаҙағстандан килгән ағыулы араҡыны эсеп, байтаҡ кеше ҡырылды, хатта ирле-ҡатынлы парлашып "киткән" осраҡтар булды. Ошо ваҡиғаларҙан һуң халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Шунан "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашайыҡ, тигән ҡарар тыуҙы. Һөҙөмтәләр әле лә бар, әммә улар киләсәктә тағы ла күберәк буласаҡ. Эскелектән тыйыусы баннерҙар ҡуйҙыҡ, был яҙыуҙарҙы уҡып, уның эргәһенән үтеп йөрөйҙәр, эскәненең дә, самогон һатҡанының да намыҫына тейә бит инде барыбер. Иң мөһиме, балалар, эсергә ярамай, тигәнде һеңдереп үҫергә тейеш. Дәрестә күпме генә әйтһәң дә, был етмәй. Балаларҙы яман ғәҙәттән аралау өсөн икенсе юл кәрәклеген аңлап та "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаштыҡ. Был иң тәүҙә улар өсөн кәрәк.
Ишморат Фәйзулла улы: Ауылда йәшәгәс, күреп йөрөйбөҙ, уҡыусыларға "Эсмәгеҙ" тип кенә әйтеүҙең бер файҙаһы ла юҡ. Ә был конкурс сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа балалар үҙҙәре ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр 1 Сентябрь байрамында улар: "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!" тип ант бирҙе. Әсәй-атайҙар, байрамда ҡатнашҡан етәкселәр ҙә ошо уҡ антты бирҙе. Аҙаҡтан балаға берәйһе һыра тәҡдим иткәндә: "Юҡ, мин ант бирҙем бит, оят була", - тип булһа ла тыйылып ҡаласағына ышынысыбыҙ бар. Һуңғараҡ айыҡлыҡ йәшәү рәүешенә әүерелеп китер. Бер тапҡыр эш буйынса икенсе мәктәптә булырға тура килгәйне. Малайҙарҙың бәҙрәфе лә, ҡыҙҙарҙыҡы ла тәмәке төпсөктәре менән туп-тулы. Беҙҙең уҡыусылар араһында тәмәке тартҡан кеше юҡ, эсеп йөрөгәндәрен дә күргәнебеҙ юҡ, шөкөр. Тулы булмаған мәктәп, уҡыусылар бәләкәй, шуға беҙҙә тәртип, тип әйтер инең, 9-сы класс балаһы сабый түгел. Баланың аңын яҡшы нәмәләр менән тултырып була бит бына!
Был конкурста ҡатнашыу ауыл халҡының аңын да үҙгәртте. Ағинәйҙәр ҡоро ойоштороп ебәрҙек, улар профилактик әңгәмәләр үткәрә. Полиция, инспекция хеҙмәткәре менән барыуҙың тәьҫире юҡ, ә өлкән кеше әйткәндән ояла кеше. "Әҙерәк кенә хилафлығы булған кеше лә урап үтә беҙҙе", тип әйтеп тора үҙҙәре лә. Төҙөлөш эштәре әүҙемләште, яңы йорттар төҙөлөп ята бөгөнгө көндә. Элек өмәләргә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар сыға ине, хәҙер бөтөн ауыл йыйыла.

Ауыл уҡытыусыһының элек-электән абруйы ла ҙурыраҡ, эше лә күберәк инде ул. Күптәр, ауылда йәшәүе күңелһеҙ, ти, ә һеҙ төрлө ансамблдәр төҙөп, ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндереп ебәргәнһегеҙ. Йәмәғәт эштәре менән булышыу - ул күңел талабымы? Әллә йәш быуынды тәрбиәләүҙә бер өҙөклөк тә булырға тейеш түгел, тигән ҡараштан сығып эш итәһегеҙме?

Ишморат Фәйзулла улы: Үҙеңдең тормошоңдо үҙең йәмләп йәшәйһең инде ул. Минең тәүге һөнәрем - мәҙәниәт хеҙмәткәре. Йырсыларҙың Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы тәүге йыл ойошторолғанда өсөнсө урын яулағайным, "Ирәндек моңдары"нда дипломант булдым, мөмкинлек булғанда, башҡа бәйгеләрҙә лә ҡатнашып торам. Мәктәптә уҡытыусы-тәрбиәселәрҙән ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле төҙөгәйнек тәүҙә. Был "Айгүзәл" ансамбле 2006 йылда халыҡ ансамбле исеменә лайыҡ булды. "Ашҡаҙар таңдары" республика конкурсында лауреат булдылар.
Тәскирә Надир ҡыҙы: Мин балалар ансамблен етәкләйем, "Ынйыҡай" тип атала ул. Үҙебеҙ йәшәгән ауыл, райондағы халыҡ фольклорын йыйып, йыр-таҡмаҡтарҙы сәхнәгә сығарабыҙ. 2014 йылда ансамбль өс тапҡыр республика кимәлендә лауреат булды: "Башҡортостан ынйылары"нда - икенсе, "Народные забавы" бәйгеһендә - беренсе, "Ашҡаҙар таңдары"нда икенсе урын яуланыҡ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ, мин сценарийҙар яҙһам, Ишморат балаларҙың сәхнә теле, сәхнәлә үҙен тотошо йәһәтенән шөғөлләнә. Уҡыусылар менән халыҡ ижадын өйрәнеүҙең файҙалы яҡтары күп ул, тыуған төбәккә генә түгел, тыуған илгә һөйөү ошонан башлана бит. Конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, сөнки был баланы үҫтерә. "Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә", ти халыҡ та. Ауылда ғына ятмайыҡ әле, тип, олимпиада булһынмы, тикшеренеү эштәре буйынса конкурс булһынмы, балаларҙы йөрөтәбеҙ. Шуға беҙҙең ғаилә - ғаилә лә, эш тә.
Ишморат Фәйзулла улы: Ҡайһы берҙә арып китеп, етте, башҡа йөрөмәйем, тиһең дә, әҙерәк ваҡыт үткәс, тегендә был бәйге үтә, шуға ошо уҡыусыны әҙерләһәк нисек булыр, тип һүҙ башлап, бер-беребеҙгә ҡарап көлөп ебәрәбеҙ. Хатта ҡайһы берҙә берәй саранан ҡайтышлай уҡ планлаштырып ҡайтаһың әле. Уҡытыусы ижади ҡарашлы булмаһа, уҡыусыларға ҡыҙыҡ түгел. Уҡытыусы үҙе берәй идея менән янмаһа, уҡыусыла ут тоҡандыра алмаясаҡ. Берәй ҡайҙа сығыш яһарға барһаҡ, "Ынйыҡай" ансамблен райондың йыйылма командаһы тип уйлайҙар. "Юҡ, беҙ бөтәһе 38 бала уҡыған мәктәптән килдек", тиһәң, бөтәһе лә аптырай. Артистар һымаҡ сығыш яһайҙар, барыһының да күҙҙәре осҡонланып тора. Патриотик тәрбиә тураһында күп һөйләргә була, әммә тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, ата-әсәйегеҙҙе ихтирам итегеҙ, тип кенә ватансылыҡ тойғоһо уятып булмай. Шуға ла был юлды һайлап, яңылышмағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Уҡытыусылар, балалар ансамблдәренең сығышын күреп йөрөйҙәр, әле бына яңыраҡ ауылдың ағинәйҙәре килде, беҙҙе лә өйрәтегеҙ, тип. Уларҙы йыйып, шәжәрә байрамы үткәргәйнек, хәҙер үҙҙәре лә дәртләнеп китте.
Тәскирә Надир ҡыҙы: Ауылыбыҙҙың халҡы яҡшы, донъялары төҙөк, матур итеп йәшәргә тырышалар. Йорттарына һыу үткәреп, ҡаласа шарттар эшләп бөттөләр хәҙер. Күпләп мал аҫрайҙар, техника алалар, фермер хужалыҡтары ла бар. Мәҙәни тормош та гөрләп торһа, тағы ла күңеллерәк була бит. Беҙ бының бер ауырлығын да күрмәйбеҙ, киреһенсә, башҡаса төрлө йәшәй ҙә белмәйбеҙ.

Шулай итеп...
"Мәктәп уҡытыусыһы эйә булған власть тураһында ҙур түрәләр хыяллана ғына", тигән бер аҡыллы кеше. Был дөрөҫ, әммә ул власть уҡытыусы дипломына ҡушып бирелмәй, абруй изге ниәттәр, изге эштәр менән яулана. Ишморат Фәй-зулла улы һәм Тәскирә Надир ҡыҙы менән һөйләшеүебеҙ быны раҫланы ла инде. Ауыл халҡын матур, айыҡ тормошҡа, төрлө мәҙәни сараларға әйҙәп йәшәгән Маликовтар үҙҙәре артынан башҡаларҙы эйәртә ала, иң мөһиме, үҙҙәре матур өлгө күрһәтә икән, тимәк, улар ҙа бына шул түрәләр хыялланған "власҡа" эйә, тигән һүҙ...

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.05.15 | Ҡаралған: 1969

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru