«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘЙГЕ ТОТТОЛАР ТАПҠЫРЛЫҠТА
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һайында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының III миҙгел финал уйындары үтте. Уны тамаша ҡылыусылар көр күңел, йырыҡ ауыҙ менән таралышты.

"Миҙгелдең өсөнсө яҙы" темаһына арналған финал уйындары үҙ эсенә дүрт конкурсты берләштерҙе. Ярыштың беренсе өлөшөндә квнсылар "Муйын миҙалға әҙер" темаһына шаяртты. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары үткәрелә башлағандан бирле беренселеккә бер аҙым етмәй тороп ҡала килгән "Еңмештәр" КВН-командаһы (Сибай ҡалаһы) "Финал - һин ал, тип ишетелә башланы", тип шаяртып, муйындары миҙалдар көтөүен баштан уҡ белдереп ҡуйҙы. "Райком"дар (Учалы районы) иһә, уйын башында уҡ бик етди һәм актуаль мәсьәләләрҙе көлкөгә һалып "ҡаптырҙы". Был "пионерҙарҙың" өләсәләре русса аңламағанлыҡтан, БСТ каналын ҡарамай булып сыҡты. Башҡортса КВН үткәрелә башлағандан алып төрлө командаларҙа уйнап, күптән тамашасыларҙың яратҡан квнсыһына әүерелгән Фидан Ҡолмөхәмәтов - "Кәкре Сүкеш", бөтәһенә лә бәхетле булыуҙың төп серен асты. Баҡтиһәң, бәхетле булыу өсөн майҙа бешкән картуф һәм һыуыҡ һөт кенә кәрәк икән. Шулай ҙа тамашасылар был минуттарҙа бары тик ҡаймаҡ булып яғылыр йор көләмәс кенә талап итә ине. Ҡыҫҡа, тос, ҡыйыш атып тура сәпкә тейгән шаяртыуҙар конкурстың "Разминка" өлөшөндә яңғыраны. "Фотофиниш" - фотоһүрәттәргә ҡарап ҡыҙыҡлы комментарий биргәндә һәр команда үҙенең нимәгә һәләтле булыуын күрһәтеп ҡалырға тырышты.
Һәр эштә, һәр өлкәлә кешеләрҙе үҙенең артынан эйәрткән, ниндәйҙер бейеклектәргә әйҙәгән лидер булырға тейеш. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындарында ҡатнашҡан йәш таланттар бөтәһе лә лидер, тип әйтерлек булһа ла, капитандар алдынғылыҡта көс һынашҡанда КВН-командаларының уңыш нигеҙе тап ошондай "етәкселәр"ҙән тороуы асыҡ сағылды. "Минең рекордтарым" темаһына һәр капитан үҙе аңлағанса интерпретация бирҙе, әйтергә кәрәк, баймаҡтарҙы береһе лә уҙҙыра алманы. Сибай ҡалаһының "Еңмештәр" КВН-командаһы капитаны Шамил Солтанов тамашасыны көлдөрөү нигеҙендә тәү сиратта көләмәстән бигерәк аудиторияны ауыҙына ҡаратып ала белеү, башҡортса көлдөрәһең икән - был телдә оҫта һөйләшеү, телмәр байлығы, актерлыҡ оҫталығы талап ителеүен тағы бер тапҡыр иҫбат итте. Бөтә зал тороп ҡул сабып оҙатты уны. Ярыштың иң ҡыҙыҡлы һәм көтөп алған конкурсы "Йондоҙ менән өйгә эш"тә был юлы йәштәр менән Альмир Мөхәмәтйәнов, Илсур Тайсин, Хәбир Сөләймәнов, Лилиә Ишемйәрова, Рәшиҙә Туйсина сығыш яһаны.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы III миҙгел финал уйындары бер тында, шаярып, көлөп үтеп тә китте. Ярыш һуңында жюри ағзаһы, йырсы Рөстәм Ғиззәтуллиндың әйткән һүҙҙәре иҫтә ҡалды: "Бөгөн был залда минең йәштәштәрем, сәхнә йондоҙҙары, билдәле шәхестәр булмауы ҡыҙғаныс", - тине ул.
Ә еңеүселәр ошолар:
I урын - "Еңмештәр" КВН-командаһы (Сибай ҡалаһы);
II урын - "Кәкре Сүкеш" КВН-командаһы (Өфө ҡалаһы);
III урын - "Централ" КВН-командаһы (Өфө ҡалаһы) яуланы.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.05.15 | Ҡаралған: 1312

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru