«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРЙӘН ЕГЕТТӘРЕНЕҢ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ
+  - 

Мәҡәләнең төп геройҙары - Бөрйән егеттәре Шәмсетдин Көнәфин менән Ҡадир Кинйәбулатовтар хеҙмәт иткән 136-сы уҡсылар дивизияһы составына ингән 733-сө уҡсылар полкы башта Кавказ аръяғында, фашистик Германияның союздашы булған Төркиә сиген һаҡлай. 1941 йылдың 2 сентябрендә дивизия эшелон менән фронтҡа - Украинаға оҙатыла.

Дошман менән беренсе алышта, 28 сентябрҙә 733-сө уҡсылар полкы бер румын бригадаһы һәм ике немец ротаһын ҡыйрата. Артабан дивизия октябрь урталарына тиклем Днепропетровск өлкәһе Павлоград ҡалаһы тирәһендә дошмандың өҙлөкһөҙ атакаларын кире ҡағып, оборона тота. Миңә, мәҡәлә авторына, бер саҡ Павлоград ҡалаһында булырға тура килгәйне. Ҡала тирәһендә совет яугирҙарының туғандар ҡәберлеге күп булыуы тетрәндергәйне. Бында бик ҡаты һуғыштар барған - шуға шаһит был ҡәберлектәр.
Октябрҙең икенсе яртыһында дивизия ашығыс рәүештә Луганск өлкәһенә күсерелә. Тиҙ арала оборона нығытмалары төҙөлә. 5 ноябрь көнө иртән генерал Клейстың 16 танк дивизияһы "СС-Викинг" мотопехота дивизияһы менән берлектә һөжүмгә күсә. Илбаҫарҙар Грозный, Баку нефтенә, икмәккә бай Кубань өлкәһенә ынтыла. Төп удар Дьяково ауылы янында оборона тотҡан 733-сө уҡсылар полкына тура килә. Полкка ҡаршы ҡорос стена яҡынлашҡан кеүек күренә. Маскировкалап йәшереп ҡуйылған артиллерия уты аҫтында, ҙур юғалтыуҙар кисереп, танкылар кире борола. Автоматсыларҙың да атакаһы кире ҡағыла. Аҙаҡ асыҡланыуынса, совет һалдаттарында паника тыуҙырыу маҡсатында техника һанын күберәк итеп күрһәтергә теләп, атакаға килгән фашист танкыларына фанеранан эшләнгән танк макеттары тағылған булып сыға. 733-сө полк алдындағы һуғыш яланы янған дошман танкылары менән тула. Был картина беҙҙең һалдаттарға көс-дәрт өҫтәй, дошмандың рухын төшөрә. 6 ноябрь көнө, беҙҙең оборона линияһын көслө артиллерия утына тотҡандан һуң, немецтар һөжүмгә күсә. Ҡаты алыш башлана. Артиллерия, бомба уты аҫтында ер яна, металл ирей, күкте төтөн менән туҙан ҡаплай. Был көндө лә дошман 45 танкыһын, 1500 һалдат һәм офицерын юғалтып, кире сигенә.
- Тамуҡ булды, тамуҡ. Күп кеше ҡырылды, - тип һөйләй ине ошо алыштарҙа ҡатнашҡан Кейекбай ауылынан Әхмәтбаҡый бабай Ҡунаҡбаев. - Һуғыш бер аҙ тынған ваҡытта Шәмсетдин Көнәфиндың миңә әйткәне хәтерҙә: "Ағай, әгәр тере ҡайта алһаҡ, аралашып, ҡунаҡ булышып ҡына йәшәрбеҙ инде". Икебеҙ ҙә иҫән ҡайттыҡ, нишләптер, саҡырыша алманыҡ.
Бөйөк Октябрь революцияһы көнөнә беҙҙең дивизия һөжүмгә күсеп, дошманға көслө удар яһай. Фашистарҙың байтаҡ тере көсө юҡ ителә, шул иҫәптән 14-се танк дивизияһы командиры генерал Репс үлтерелә. Ҡиммәтле документ, карталар, ҡорал тейәлгән 200 автомашина трофейға алына.
8 ноябрь көнө немецтар реванш алыу ниәте менән авиация ярҙамында ҙур резерв көстәр менән Дьяково ауылы районында һөжүмгә күсә. Арыған, яраланған совет яугирҙарына ярҙам көтөр урын юҡ, төп резерв көстәр Мәскәүҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Техника, тере көстәр нисбәте буйынса бер нисә тапҡыр күберәк булған дошман оборонаны өҙөп, дивизия полктарын айырып ҡамауға ала. Көн аҙағына беҙҙең частар алыша-алыша ҡулсаны йырып сыға. Был көн совет һалдаттарының ныҡлығы, хәрби оҫталығы менән тарихҡа инеп ҡала.
Бер нисә йыл элек интернетта Рәсәй оборона министрлығының сайтындағы электрон архивта яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһындағы документтар табылды. Уларҙың береһе - һуғыштың башынан аҙағынаса булған, үрҙә телгә алынған Шәмсетдин Көнәфин. Хөкүмәт наградаһына тәҡдим ителгән документта түбәндәгеләр яҙылған: "1941 йылдың 8 ноябрендә Дьяково ауылы янындағы ҡаты бәрелештә иптәш Көнәфин Шәмсетдин үҙенең ҡул пулеметынан дошмандың ҡырҡлап һалдат һәм офицерын юҡ итте. Үҙ ҡоралын таҙа, яҡшы сифатта тотҡанлыҡтан, уның пулеметы тотҡарлыҡһыҙ эшләне. Ике тапҡыр ҡулына яраланып, күп ҡан юғалтыуға ҡарамаҫтан, батыр пулеметсы иптәш Көнәфин үҙ ҡоралын ташламай, дошманға ут асыуын дауам итте. Ҡамауҙа ҡалған пулеметсы Көнәфин дошман автоматсылары ҡуласаһы аша үҙенә юл ярҙы, мәргән уты менән үҙ отделениеһына ҡамауҙан сығыуға булышлыҡ итте. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн иптәш Көнәфин Хөкүмәт наградаһы - Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә".
Үкенескә күрә, Шәмсетдин бабайға ваҡытында наградаһын алырға насип булмай. Ноябрь аҙаҡтарында сираттағы алышта яраланып, һуғыш яланында ятҡанында, эргәһенә ике немец һалдаты килеп, автоматын тоҫҡай. Шул секундтарҙа яралы яугирҙың яҙмышы хәл ителә. Үҙ-ара бер аҙ һөйләшкәндән һуң, Шәмсетдин бабайҙы әсирлеккә алалар. Хәрби әсирҙәр лагеры лазаретында барлы-юҡлы медикаменттар менән дауаланып, иптәштәре ярҙамында аяғына баҫа. 1943 йылдың сентябрендә әсирлектән ҡасып, Ҡыҙыл Армияға ҡушыла. Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. Севастополде алғанда, ҡул һуғышында өс дошманды үлтереп, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Һуңғы алған ҡаты яранан һуң хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылып, 1944 йылдың авгусынан санитар поезға келәт мөдире итеп тәғәйенләнә. Һуғыш бөткәнсе фронттан тылға яралылар ташый.
1970 йылдар башында Көнәфин Шәмсетдин бабайҙы мәктәпкә, балалар менән осрашыуға саҡырып, һуғыш тураһында һөйләүен һоранылар. Мыҡты кәүҙәле, көр тауышлы, кешегә һәр саҡ яғымлы бабайҙың күҙенә йәш килеп, күңеле тулып, бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Һуғыштың һөйләп аңлата алмаҫлыҡ фажиғә - афәт икәне шунан да күренә ине. Ҙур ғаилә башлығы Шәмсетдин бабай фронтта алған яраларынан арына алмай, ҡаты ауырып, 1974 йылда 56 йәшендә донъя ҡуйҙы. 2014 йылдың 8 майында Шәмсетдин бабайҙың ҡан түгеп яулаған Ҡыҙыл Байраҡ ордены юллап алынып, тантаналы рәүештә кесе улы Ихсанға тапшырылды.
Күптән түгел Иҫке Собханғол урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Рөстәм Вәлиуллин икенсе геройҙы - Ҡадир Кинйәбулатовты тапты. Уның награда ҡағыҙында: "1941 йылдың 8 ноябрендә Дьяково ауылы районында 5-се уҡсылар ротаһының өсөнсө взводына ҡаршы атакаға фашистар ротаһы килә. Беренсе номер ҡул пулеметсыһы, ышаныслы иптәш ҡыҙылармеец Кинйәбулатов һалҡын ҡанлылыҡ менән дошманды кире ҡағырға әҙерләнә. Ошо көндә генә пулеметсы фашистарҙың 60 кешеһен юҡ итә. Дошман атакаһын кире ҡағып, ҡыҙылармеец Кинйәбулатов яралы иптәштәренә ярҙам итә һәм үҙ отделениеһынан ике ҡаты яралыны һуғыш яланынан алып сыға. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Ҡадир Кинйәбулатов Хөкүмәттең юғары наградаһына - Ленин ордены менән Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә", - тиелә.
Артабан ни сәбәплелер яҡташыбыҙҙың батырлығы Ленин орденына ғына лайыҡ тип табыла, ә Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында һүҙ онотторола.
Ленин ордены СССР дәүерендә иң юғары награда һанала. Һуғыш ваҡытында был орден менән ҙур батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бик һирәктәр генә наградлана. Үкенескә күрә, данлыҡлы яҡташыбыҙҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Меңәрләгән башҡа яу батырҙары менән берлектә уны ла рәхимһеҙ утлы һуғыш машинаһы йотҡандыр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге яҙылған "Хәтер китабы"нда ла уның исем-шәрифе күренмәй. Бөгөн Бөрйәндә уны хәтерләгән кеше лә ҡалмаған. Ошо мәҡәлә донъя күргәс, Ҡадир Кинйәбулатов тураһында өҫтәмә мәғлүмәт табылыр тип ышанғы килә.
Һүҙ ыңғайы әйтеп үтергә кәрәк, составында үлемһеҙ 733-сө полк булған данлыҡлы гвардия исеме алған 136-сы уҡсылар дивизияһы Дьяково ауылы янында 1942 йылдың июненә тиклем дошманды үткәрмәй тотоп тора.
Ҡайһы саҡ, "беҙ дошманды мөғжизә менән еңдек", тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был мөғжизә Тыуған ил өсөн үҙен ҡорбан итергә әҙер булған совет кешеһенең ҡаһарманлығынан тороуына шик юҡ.

Заһир ДӘҮЛӘТБИРҘИН.
Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.06.15 | Ҡаралған: 1441

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru