«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҠАР АҒИНӘЙҘӘРЕ ТАРИХИ ҠАЛАҒА СӘФӘР ҠЫЛДЫ
+  - 

Каруанһарай исемен ишетеүҙән генә лә күңел ғорурланыу һәм әсенеү, һоҡланыу һәм һыҙланыу менән тула. Бизмәндең бер яғында - ата-бабаларыбыҙҙың ер йөҙөндә башҡорттоң мәртәбәһен күтәрерлек ҡомартҡы һалыуы менән ғорурланыу, икенсе яғында - был тарихи комплекстың артабанғы яҙмышы, ҡулдан-ҡулға күсеүе, үҙ тәғәйенләнешен үтәмәүенә әсенеү.

Каруанһарай - ысын архитектура ҡомартҡыһы. Мәшһүр архитектор А.П. Брюллов уны башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә яҡын итеп, мәсетен тирмә формаһында эшләгән, эстәге биҙәктәр, төҫтәр ҙә башҡорт халыҡ сәнғәте өлгөһөндә һүрәтләнгән. Ҡылыс һалған яугир ҡунып китһен, үҙенә, атына ял бирһен, күңелен тәртипкә килтерһен тип, башҡорттоң үҙ көсө, үҙ аҡсаһына изге ниәттәр менән һалынған Каруанһарай тирәләй низағтар күп булды һуңғы йылдарҙа. Башҡорт йәмәғәтселеге уның мәсетен булһа ла халҡыбыҙға хеҙмәт иттереү өсөн бик оҙаҡ айҡашты, ҡултамғалар йыйҙы, судлашыуға барып етте. Шөкөр, хәҙер Каруанһарай мәсете милләттәштәребеҙҙең осрашыу урынына әйләнде.
Ишембай районы Байғужа ауылы ағинәйҙәренең Ырымбурға, Каруанһарайға сәйәхәт ҡылыуы хаҡында ишетеп тә, уҡып та белгәйнек. Уларҙың ҡул арты еңел булды. Яҙҙың ҡояшлы бер иртәһендә Маҡар ауылы ағинәйҙәре лә Ырымбурға юлланды. Беҙ килгәндә Ырымбурҙың күк йөҙөндә ап-аҡ болоттар йөҙә ине, шул фонда мәсеттең манараһы, бәүелеп-бәүелеп, беҙҙе сәләмләгән кеүек тойолдо. Маҡар ағинәйҙәре Каруанһарайға изге ниәттәр, бай программа, бүләктәр менән килде. Тәүҙә мәсеттә төрлө йылдарҙа яуҙа һәләк булғандарҙың, Маҡар ауылының данлыҡлы шәхестәренең рухына аят уҡылды. Бер кемдең дә күңеленә бик һалынмаған: һәр кем үҙ әруахтарын барланы, доғалар уҡыны, хәйер-саҙаҡаһын юлланы. Артабан маҡарҙар мәсет тирәләй үҙ тыуған төйәгенән тупрағы-нийе менән алып килгән шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртты.
Бына беҙҙең автобус Ырымбур урамдары буйлап елдерә: ҡаланың боронғо йорттарын күҙҙән үткәреп, бөгөнгө төҙөлөшөнә һоҡлана-һоҡлана, Милли-мәҙәни үҙәккә килеп туҡтаныҡ. Ырымбурҙы төйәк иткән һәр халыҡтың үҙ мөйөшө урынлашҡан бында. Башҡорттарҙың йорто тирмә рәүешендә төҙөлгән, тирә-яғы умарталар, олатай ихатаһы, аласыҡ кеүек ҡоролмалар менән уратып алынған. Бында милли кейемдәге Маҡар ағинәйҙәре, музыка инструменттары, милли аш-һыуы, хатта көйәнтә-биҙрәләрен дә ҡалдырмай, халҡыбыҙҙың "Ҡар һыуына барыу" йолаһын күрһәтте. Ырымбурҙар ҙа яуапһыҙ ҡалманы: моңлолары йыр һуҙҙы, сәсәндәре ҡобайыр әйтте, ҡурай моңо яңғыраны...
Хушлашҡанда Каруанһарай мәсете хәҙрәте Хөрмәтулла Буранбаев рәхмәт һүҙҙәрен һәм ихлас теләктәрен еткерҙе:
- Хаҡ мосолман донъяһы Мәккәгә хаж ҡыла. Изге, сауаплы ғәмәл. Ә беҙҙең тирәләге мосолмандар хаж ҡылған кеүек Каруанһарайыбыҙға килһә ине, сөнки ул да Мәккәләге Ҡәғбәтулла проектына нигеҙләнеп эшләнгән. Әле беҙ яңы ғына Баймаҡ тарафтарынан килгән ҙур делегацияны ҡаршылағайныҡ, бөгөн ишембайҙар менән осрашып һөйөндөк. Килегеҙ, күрегеҙ, башҡаларға һөйләгеҙ...
Осрашыу аҙағында Маҡар ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, һәүәҫкәр композитор Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова көйөнә яҙылған "Маҡар гимны" яңғырай, баян моңона ҡушылып йырлаған ағинәйҙәрҙең йөҙҙәре яҡтыра, күңелдәре тулыша, ә аһәңле көй күктәргә олғаша...

Әнисә ҺӨЙӘРҒОЛОВА.
Ишембай районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1681

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru