«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫ БЕЛГЕСТӘР БУЛЫП ӨФӨБӨҘГӘ ҠАЙТЫҒЫҘ!
+  - 



Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәтендә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов быйыл баш ҡала мәктәптәрен тик "бишле"гә тамамлаған, "Уҡыуҙағы ҙур уңыштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яулаған 50 егет һәм ҡыҙ менән, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре, Өфө райондарының мәғариф бүлектәре начальниктары менән осрашты.

- Быйыл баш ҡала мәктәптәрен 5 меңдән ашыу уҡыусы тамамланы, - тине үҙ сығышында Сынтимер Биктимер улы. Уларҙың күбеһе киләсәктә кем булырын аныҡ күҙаллай. Берҙәм дәүләт имтихандары үтте, алда - сығарылыш кисәһе. Ә бөгөн был осрашыуға беҙ ғүмерҙәрендәге иң тәүге ҙур уңышына хаҡлы рәүештә ғорурлана алған тырыш уҡыусыларҙы йыйҙыҡ. Ошондай егеттәр, ҡыҙҙарҙың йылдан-йыл күберәк була барыуы айырыуса ҡыуандыра беҙҙе. Уларҙың уңыштары уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең күмәк, берҙәм хеҙмәт емеше. Беҙ баш ҡалабыҙҙа үҙебеҙгә ышаныслы, лайыҡлы алмаш тәрбиәләнгән мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар менән дә ғорурланабыҙ...
Артабан Сынтимер Биктимер улы Өфө ҡалаһының уңыштары менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, Өфөнөң финанстар менән идара итеү буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы ҡала булыуын, инвестициялар өлкәһендә ыңғай хәрәкәт һаҡланыуын, мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Урынбаҫарҙың сығышында яңғыраған фекерҙәрҙе артабан күрһәтелгән видеояҙма ла йөпләп ҡуйҙы. Уҡыусылар һәм башҡа ҡунаҡтар Өфө ҡалаһының тарихын, бөгөнгөһөн һәм киләсәген сағылдырған матур презентация-видеояҙма менән ихлас танышты.
Байрамса биҙәлгән, тантана бөркөлөп торған ҡала хакимиәте залына килгән йәш ҡунаҡтар был көндә Сынтимер Биктимер улы ҡулынан Ирек Ялаловтың ҡотлау һүҙҙәре яҙылған хатын алып та ҡыуанды. Был хатта: "Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусыһы! Мәктәпте уңышлы тамамлауығыҙ һәм оло, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ менән ҡотлайым һеҙҙе! Был тормошта үҙ юлығыҙҙы табырһығыҙ, тип ышанам. Иң мөһиме - үҙ көсөңә ышаныу, киләсәккә ышаныс менән бағыу, осраясаҡ ауырлыҡтарға һыр бирмәй, һәр башланғыста үҙегеҙҙең иң яҡшы һыҙаттарығыҙҙы ғына күрһәтеү. Баш ҡаланың артабан сәскә атыуы һеҙҙән тора. Һеҙгә ысын күңелдән тормошта ышаныслы дуҫтар һәм ҡуйған маҡсаттарығыҙға өлгәшергә ярҙам итер уңыштар юлдаш булыуын теләйем", - тигән тәбрикләү һүҙҙәре, ихлас теләктәр бар.
Сараға килгән 5 тиҫтә алдынғы уҡыусының һәр береһе үҙенсә талантлы икәненә шаһит булынды. Һәр баланы уртаға саҡырған саҡта уның уҡыуҙа, спортта, фәндә, ижадта, йәмәғәт эштәрендә ниндәй уңыштарға өлгәшеүе, уҡыу алдынғыһының киләсәккә хыялдары, ниндәй һөнәр һайларға теләүе уҡып ишеттерелде. 2015 йылда мәктәпте уңышлы тамамлаған йәштәр араһында табип, төҙөүсе, геолог, астрофизик, яҙыусы, ғалим, физик-ядерсы, архитектор һәм... РФ Президенты булырға теләүселәр ҙә бар ине. Киләсәккә яҡты өмөттәр менән ҡараған уҡыусылары, йәштәре булған илдең генә бөгөнгөһө ныҡлы нигеҙле, киләсәге ышаныслы булалыр ул. Хәйер, уҡыусылар темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Улар араһында шулай уҡ, федераль кимәлдәге олимпиадалар еңеүселәре, спорт мастерлығына кандидаттар, БР Президенты, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы стипендиаттары, төрлө әҙәби конкурстар лауреаттары барлығы ла һөйөндөрҙө, әлбиттә. Киров районының 16-сы мәктәбе уҡыусыһы Зарема Бакирова, мәҫәлән, туплы хоккей буйынса беренсе үҫмерҙәр разрядын, ҡыҙҙар араһында футбол буйынса - БР, туплы хоккей буйынса РФ беренселеге еңеүсеһе, фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй ярышында - 3-сө, заманса бейеү йүнәлештәре буйынса Рәсәй конкурсында 2-се урын яулаһа, Гүзәл Әлибаева ла, Киров районының М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, бик күп уңыштарға өлгәшкән. Ул "Чистая наука" республика фәнни-ғәмәли конференцияһында - 2-се, "Тормош һабаҡтары" фәне буйынса республика олимпиадаһында - 1-се, инглиз теле буйынса бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған "Интеллект-экспресс" асыҡ конкурсында - 2-се урын яулаған, "Шаяниум" отҡорҙар һәм зирәктәр конкурсында "Тамыр" телеканалы ойошторған махсус бүләккә, туған телдәр, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса асыҡ республика олимпиадаһында юғары һөҙөмтә күрһәткәне өсөн маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған, быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ла призлы урын яулаған. Гүзәл Әлибаева менән "Берҙәмлек" лицейын тамамлаусы Айрат Молҡамановҡа һабаҡташтары исеменән сығыш яһау хоҡуғы ла бирелде. Гүзәл үҙ сығышында: "Киләсәктә кәрәкле һөнәрҙәргә эйә булып, Башҡортостаныбыҙҙың мәртәбәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерһәм, мин бик бәхетле булыр инем", - тигән кисерештәре менән ихлас уртаҡлашһа, Айрат: "Беҙ баш ҡалабыҙҙың беҙгә бағлаған өмөттәрен аҡларға, Өфөнөң, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышырбыҙ. Көн һайын һалған тырышлыҡ ҡына уңыш килтерә. Ошоно сағылдырған бүләгебеҙ ҙә бар", - тине һәм бүләкте Сынтимер Биктимер улына тапшырҙы.
"Хәҙерге балалар бигерәк аңлы", тигәйне бер танышым. Килешмәү мөмкин түгел. Әйтәйек, бер генә күҙәтеү: сара ваҡытында бер-нисә тапҡыр әйтелһә лә, кеҫә телефондарын һүндермәгән ололар осраны. Әлбиттә, был күҙәтеү республика кимәлендәге абруйлы баҫма биттәрендә урын алмаһа ла булыр ине, ләкин беҙгә ул күренештең шуныһы ҡиммәт: уҡыусылар яғынан бындай хатаға юл ҡуйылманы шикелле. Олораҡ быуын әле яңы аңғара башлаған мәғлүмәттәрҙе хәҙерге балалар күптән белә, кем әйтмешләй, "киптереп элгән" түгелме? Уларҙың зирәклегенә, һәр быуын вәкиленә хас булғанса, һоҡланырға ғына ҡала. Бәхетле булһын балалар! Үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы хәл итергә тырышһын, заман һынауҙары алдында юғалып ҡалмаһын, тип теләге килә. Шул сағында тәүарих ҡуласабыҙ ҙа бер урында өйрөлмәҫ, үҙ тиҙлеген ташламаҫ.

ЙомҒаҡлап...
Һүҙҙең аҙағында Сынтимер Биктимер улының һүҙҙәрен килтерге килә: "Һеҙ, ҡәҙерле сығарылыш уҡыусыларыбыҙ, хәҙер төрлө яҡтарға уҡырға китерһегеҙ. Күптәрегеҙ сит өлкәләрҙә, сит илдәрҙә белем алыр. Шулай ҙа һеҙ мотлаҡ рәүештә Өфөгә ҡайтырға, уны үҫтереүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә тейешһегеҙ. Беҙ һеҙҙең яҡшы белгестәр булып, тыуған ҡалабыҙға эшкә ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ".

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.06.15 | Ҡаралған: 1396

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru