«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ - ЙЫЛМАЙЫУСЫ ҠАЛА
+  - 

Баш ҡалабыҙ ысын мәғәнәһендә бик күп ҡунаҡтар йыйылған байрам майҙанын хәтерләтте был көндәрҙә. Эшлекле форматтағы етди сараға килһәләр ҙә, ҡунаҡтарҙың барыһының да йөҙҙәре яҡты, ҡәнәғәт ине. Иң мөһиме, барыһы ла йылмая. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөҙөнән дә йылмайыу китмәне. Ҡытай Халыҡ Республикаһы Президенты Си Цзиньпин да барыһына ла йылмайып баҡты. Был күренешкә ҡаҙаҡ журналистары үҙҙәренсә баһа биреп тә ҡуйҙы: "Өфөгөҙ бит - үҙе ялт итеп, йылмайып торған ҡала. Шуға ла барыһы ла йылмая..." ШОС һәм БРИКС саммиттары барышын яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан, бөтөн донъянан килгән 1700 самаһы журналистың да фекере шулай булғанмылар, билдәһеҙ, әммә күптәр шул һүҙҙәрҙе ҡабатланы: сара шул тиклем яҡшы ойошторолған! Ошо сама журналистар барыһы бергә Конгресс-холдан алыҫ түгел 19 мең квадрат метр тәшкил иткән, сатырҙарҙан махсус ҡоролған Халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә эшләне. Үҙәктә улар өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылғайны: брифинг залдары, яҙышыусы журналистар өсөн компьютер, ҡала-ара, халыҡ-ара телефон элемтәһе, күсермәләр эшләү өсөн аппаратуралар менән йыһазландырылған павильон, телерадиокомпаниялар өсөн павильон. Саммиттар саралары барышын видеоэкрандарҙан күҙәткән журналистар баш күтәрмәй эшләне, үҙ илдәренә һис һуңлатмайынса мәғлүмәттәр тапшырҙы. Ә беҙ, урындағы журналистар, эштән бушаған мәлдәрендә уларға Башҡортостаныбыҙ, Өфөбөҙ тураһында, саммиттарға әҙерлекте нисек баһалауҙары хаҡында һорауҙар бирергә ашыҡтыҡ.

Чжоу Лян, Ҡытай мәғлүмәт үҙәгенең Алматылағы бүлексәһе шеф-корреспонденты: Ҡунаҡсыл ғына түгел, ә йылмайыусы ҡалаға килеп юлыҡтыҡ бына. Кешеләрҙең йылмайыуы тураһында ғына әйтмәйем, ҡаланың һәр йорто, һәр урамы, сәскәле тротуарҙары - бар нәмә йылмайған һымаҡ тойола бында. Бар ерҙә таҙалыҡ, иң яҡшы хужабикәләр генә тыуҙыра ала торған бөхтәлек. Бик яҡшы әҙерләнгән Өфө ҡунаҡтар ҡаршылауға. Өйгә ҡунаҡ килгәндә уны йыйыштырыу, биҙәү, матурлау һеҙҙең халыҡтың да изге йолаһы, буғай. Беҙҙең ҡытайҙарҙа ла бар бындай йола. Тағы башҡорт кухняһы бик оҡшаны. Ҡаҙылыҡты ашап туйып булмай. Беҙҙең ҡытайҙарҙа ла ҡаҙылыҡ бар шикелле, тик минең үҙемә ашарға тура килмәне. Ә башҡорт балы беҙҙең илдә лә ҙур һорау менән файҙалана. Күстәнәскә күп итеп алып китәсәкмен. Ғөмүмән, ошондай һоҡланғыс Башҡортостан менән Ҡытай араһында эшлекле бәйләнештәр урынлаштырылыуы, беҙҙең инвесторҙарҙы йәлеп итеүегеҙ шатлыҡлы күренеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән брифинг ваҡытында мин, инвесторҙарға ниндәй шарттар тыуҙырыласаҡ, тигән һорау бирҙем һәм ҡәнәғәтләнерлек яуап алдым. "Беҙ инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырабыҙ. Уларға һалым льготалары булдырыла, административ ҡаршылыҡтар ҙа аҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, эшләү өсөн шарттар бик уңайлы", - тине республика Башлығы.

Ляо Чунь Ян, Ҡытайҙың үҙәк телевидениеһы алып барыусыһы: Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы тураһында тәьҫораттарым бик матур. Ҡала яланғас түгел, йәшеллеккә күмелгән, тирә-яҡтағы тәбиғәт, урман, йылғалар һәм күлдәр иҫ китмәле. Беҙ ҡаланың төп парктарының береһе - Еңеү паркын барып күрҙек. Унда балалар уйнап йөрөй, туй үткәреүсе йәштәр килгәйне. Ошо күренеш беҙгә бик ныҡ тәьҫир итте, быуындар араһындағы рухи бәйләнеш сағылышын күрҙек беҙ бында. Өфө ҡалаһы тураһында "Йылмайыуҙар ҡалаһы" тип әйткәндәрен ишеткәнебеҙ бар ине, бына әле килеп быға үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Кемгәлер интервью алырға тип мөрәжәғәт итһәң, иң тәүҙә һиңә киң йылмайып бағалар, шунан ниндәйҙер тәмле аш-һыуҙар менән һыйлайҙар, шунан ғына һинең һорауҙарыңа яуап бирәләр. Беҙгә, үҙегеҙҙе өйөгөҙҙә кеүек тойоғоҙ, тип әйтәләр. Бындай мөнәсәбәт беҙҙе йылытты, хатта һауа торошоноң һыуыҡ булыуын да һиҙмәнек. Әйткәндәй, урындағы халыҡ был турала ла хәстәрлек күрергә тырышты, һәр ерҙә "Йылы кейемдәрегеҙ бармы?" тип һорайҙар. Ә беҙ, ысынлап та, һауа торошоноң ошолай һалҡынсараҡ булырын белеп, йылы кейемдәрҙе үҙебеҙ менән алып килгәйнек. Хәйер, йылы кейемһеҙ ҙә өшөп йөрөмәҫ инек, өшөргә бирмәҫтәр ине...

Диана Ҡомағамбәтова, Астана информбюроһы хәбәрсеһе: Ҡала урамдары буйлап йөрөп килдек, уның йәшеллегенә, төҙөклөгөнә, таҙалығына һоҡландыҡ. Беҙҙең ҡаҙаҡ журналистары барыһы ла әйтә: Өфө бер аҙ Алматыға оҡшаған. Алматы ла шундай уҡ йәшел, һил, йыйнаҡ ҡала. Аэропортҡа килеп төшөү менән тойҙоҡ ҡунаҡтарҙы нисек йылы ҡаршылай белеүегеҙҙе. Волонтер ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең мөнәсәбәте, бар йәһәттән ярҙам итергә әҙер тороуы, бар һорауҙарға ла яуап биреүе оҡшаны. Ғөмүмән, ҡала урамдарында осраған кешеләрҙән дә шундай уҡ мөнәсәбәт тойҙоҡ. Беҙҙең Ҡаҙағстандан икәнде белгәс, Президентыбыҙ Нурсолтан Назарбаевты маҡтай башлай барыһы ла. Был беҙҙең өсөн айырыуса күңелгә май булып яғылған күренеш, әлбиттә.
Үҙәк баҙарҙағы сауҙа үҙәгендә булдыҡ, төрлө сувенирҙар, аяҡ кейемдәре һатып алдыҡ. Ғөмүмән, һеҙҙә тауарҙар беҙҙәгегә ҡарағанда бик арзан икәнен күрҙек. Ҡала урамынан үткәндә башҡортса-русса яҙылған алтаҡта, башҡа яҙыуҙарға иғтибар иттек. Быйыл Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы икән, шуға арналған таҡталар, ундағы шиғри юлдар ҙа иғтибарҙы йәлеп итте. Яҙыусылар менән таныштырыуҙың бик матур, бик отошло ысулы был. Был тәжрибәне Ҡаҙағстанға алып ҡайтырға кәрәк, тип һөйләштек үҙ-ара. Һәм тағы. Өфөлә ҡыҙҙар бик матур икән. Егеттәребеҙҙең күҙҙәре уйнай уларға ҡарап. Бер туҡтауһыҙ уфтаналар... Тағы. Ләлә-Тюльпан мәсетенә барҙыҡ, бик оҡшаны, шундай матур урында урынлашҡан. Астанала мәсеткә инеп сығырға ваҡыт булмағайны, шуға фитр-саҙаҡаны бында бирҙек. Ураҙа тотҡан мосолман ҡәрҙәштәрҙең ураҙаһы ҡабул булыуын теләйем. Өфөләге туғандарға сәләм юллайым, беҙ төрки халыҡтар, тамырҙарыбыҙ бер. Шулай дуҫ, туған булып йәшәйек.

Раджаб Сафаров, Бөгөнгө Иранды өйрәнеү үҙәге директоры, ижтимағи бәйләнештәр буйынса Рәсәй-Иран советы рәйесе: Өфө ҡалаһына тәүге тапҡыр килеүем, Мәскәү үлсәмдәре буйынса перифериялағы тип һаналған был ҡала инфраструктураһы, модернизм тенденциялары буйынса Европаның айырым ҡалаларынан һис ҡалышмай. Мине бигерәк тә бындағы климат, тирә-яҡтағы шул тиклем күп йәшеллек ғәжәпләндерҙе. Иң мөһиме, экологик проблемаларға ҙур иғтибар бүленеүе күренеп тора. Башҡортостандың ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек беренсе класс халыҡ-ара форумдарҙы ҡабул итә һәм үткәрә алған алдынғы инфраструктуралы булыуы хайран итте. Сөнки юғары кимәлдәге ойоштороу эштәре, күп сығымдар талап иткән бындай саралар һәр илдең көсөнән килә торған эш түгел. Шуға күрә был йәһәттән Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы минең өсөн үҙенсәлекле бер асыш булды. Рәсәйҙең перифериялағы һәр яҡлап үҫешкән, алға киткән бер төбәген күреү, ысынлап та, бик һөйөндөрҙө.
Өфөләге эшлекле ултырыштар тамамланыу менән Рәсәйҙең ШОС һәм БРИКС структураларына рәйеслек бурыстары тамамлана. Был бурысты икенсе ил үҙ өҫтөнә аласаҡ, әммә Рәсәйҙең ШОС һәм БРИКС структуралары үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһалар инем. Был йыл ойошмаға ингән илдәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен яйлау, киңәйтеү һәм нығытыу буйынса һиҙелерлек үҙгәрештәр, ойошмаларға ҡушылырға теләгән илдәр һаны артыуы менән әһәмиәтле булды. Шулай уҡ БРИКС илдәренең дөйөм банкы кеүек реаль инфраструктуралар барлыҡҡа килде. Былар барыһы ла көнбайыш конъюнктураһы һәм донъялағы бүтән финанс структураларға бәйләнмәгән тағы бер абруйлы, башҡаларға йоғонто яһай алырлыҡ үҙәк формалашыуы тураһында һөйләй.

Хан Мөхәммәд, Пакистан журналисы: Мин Пакистандан бында берҙән-бер журналисмын. Саммиттар башланырҙан бер нисә көн алда уҡ килдем Өфөгә. Бер таныш ғаиләлә урынлаштым. Ҡала менән, уның тирә-яғындағы тәбиғәт, хатта Өфөнән алыҫ булмаған бер ауыл менән дә танышырға өлгөрҙөм. Бырыһы ла бик оҡшай. Еңеү паркында булдым. Мосолманмын, шуға ла Ләлә-Тюлпан мәсетенә инеп, намаҙ уҡыным. Күп милләтле, күп төрлө динле халыҡ йәшәй икән Башҡортостанда. Уларҙың үҙ-ара татыулығы, милли йә дини нигеҙҙә бер ниндәй низағтар ҙа сыҡмауы мине бик ныҡ һоҡландырҙы. Өфө урамдары буйлап йәйәүләп йөрөргә яратам. Ҡала ла, ундағы халыҡ та шул тиклем күңелгә инеп урынлашты. Барыһы ла яҡты йөҙлө, барыһы ла ихлас.

Михад Абдиосмаан, Сомали федератив республикаһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты: Мин Өфө ҡалаһына 2011 йылдың сентябрендә уҡырға килдем. Нефть һәм газ сығарыу өлкәһендә эшләйәсәк белгес булып, ҡулыма диплом алырға торам. Бында уҡыған йылдар эсендә Башҡортостан минең икенсе йортома әйләнде, рус телен яҡшы өйрәндем, башҡорт телендә лә бер-нисә иң мөһим һүҙҙәрҙе беләм. ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары Башҡортостан өсөн дә, Рәсәй өсөн дә донъя кимәлендә иҡтисади-сәйәси мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү өсөн бик яҡшы сара. Ул сараға Өфө бик яҡшы әҙерләнде, уның йөҙө былай ҙа йылдан-йыл матурлана. Мин бында уҡый башлаған ошо биш йыл эсендә генә лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе Өфө. Ул заман талаптарына яуап биргән, һәр кеше өсөн йәшәү уңайлыҡтары тыуҙыра алған алдынғы ҡалаларҙың береһенә әүерелде. Саммитҡа килгән ҡунаҡтар ҙа шәйләне Өфөнөң өҫтөнлөктәрен. Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко: "Рәсәйҙең иң күркәм ҡалаһында булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Өфөгә тәүгә килеүем. Бик матур, уңайлы ҡала. Беҙҙең Беларусь иленә оҡшаған", - тине. Ә Ҡытай Президенты Си Цзиньпин самолеттан ҡарап килгәндә генә лә Өфөнөң урмандар менән уратып алынған йәшел, матур ҡала булыуын күреп һоҡланыуын әйтте. Үҙем белем алған, биш йыл ғүмерем үткән ошо төбәктең башҡалар тарафынан да шулай маҡталыуына шатланам.

Сальман Хачизаде, Иран Республикаһы, журналист: Әссәләмәғәләйкүм! Өфө ҡалаһы матур, халҡы шул тиклем ихлас, ҡунаҡсыл булып сыҡты. Беҙ һоҡланып туя алмайбыҙ! Беҙгә ҡала, башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте һәм милли аш-һыуҙары, тарихы тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итеп өлгөрмәһәк тә, Милли музейҙа булып, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, ишеттек. Башҡорттарҙы беҙ тарихи тамырҙарыбыҙ уртаҡ булған туғандаш халыҡ тип беләбеҙ. Улар хаҡында тағы ла күберәк белер өсөн, әлбиттә, бында күп ваҡытҡа килеү кәрәк. Форсат сығыу менән мин быны эшләйәсәкмен, тип өмөт итәм.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.07.15 | Ҡаралған: 1364

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru