«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ БАШ ҠАЛАҺЫ - РӘСӘЙҘЕҢ ЯҢЫ КОНГРЕСС ҮҘӘГЕ
+  - 



"Инфраструктураны яңыртыу һөҙөмтәһендә Рәсәй картаһында яңы конгресс майҙансығы барлыҡҡа килде, йәғни Башҡортостандың баш ҡалаһын Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәге тип атарға мөмкин. Булдырылған база бынан ары халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк", - тине журналистар менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015-2016 йылдарҙа БРИКС берекмәһендә Рәсәйҙең рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитетының яуаплы секретары Антон Кобяков.

Инфраструктураны яңыртыу, тигәндән, ысынлап та, өс йыл элек ҡалабыҙға, республикабыҙға Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын үткәреү хоҡуғы бирелгәс, был хоҡуҡты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек сиктәрендә Өфөлә байтаҡ эштәр башҡарылды: Өфө аэропортының яңы халыҡ-ара терминалы төҙөлдө һәм сафҡа индерелде, саммиттар үтәсәк төп урындар - Конгресс-холл, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм башҡа объекттар төҙөкләндерелде, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алты яңы ҡунаҡхана төҙөлдө, "Башҡортостан" ҡунаҡханаһы реконструкцияланды. Һәм, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев әйткәнсә, "...Өфө донъяның сәйәси картаһында донъяуи ваҡиғаларҙың баш ҡалаһына әйләнде".
Шулай итеп, 7 июлдән саҡырылған ҡунаҡтар Башҡортостан еренә, Өфөбөҙгә килә башланы. Иң тәүҙә Башҡортостанға эш сәфәре менән Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума килде. Ул БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында ҡатнашты.
Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Көньяҡ Африка Республикаһы араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 53,4 мең доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 83 проценты экспорт тауарҙарына тура килә. Тауар әйләнешендәге иң юғары күрһәткестәр 2012 йылда, Башҡортостан Көньяҡ Африка Республикаһына иген оҙатҡан ваҡытта күҙәтелгән. Республика биләмәһендә Башҡортостандың "Нефаз" һәм Көньяҡ Африка Республикаһының "Bell Equipment" компанияһының "Bell" самосвалдарын эшләү буйынса берлектәге проектына старт бирелгән. Әлеге ваҡытта тәүге өлгөләрҙе сафҡа индереү башланған. Самосвалды республика карьерҙарының береһендә һынау планлаштырыла. 8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин килде. Ул БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашты.
Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 685,1 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 79 проценты экспорт тауарҙарына тура килә. Республика биләмәһендә Ҡытай капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 18 предприятие эшләй. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Башҡортостанда Ҡытай Халыҡ Республикаһы инвесторҙары ҡатнашлығында ун инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға әҙерләйҙәр. Республика Ҡытай партнерҙары менән ауыл хужалығы, предприятиелар, атап әйткәндә, рапс майы, шәкәр етештереү буйынса завод төҙөү өлкәһендә эшләйәсәк. Шулай уҡ металлургия заводы төҙөү планлаштырыла, унда металл һыныҡтары эшкәртеләсәк. Тау сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендә эш планлаштырыла, уларҙан алтын, көмөш алырға мөмкин.
8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Һиндостан Республикаһының Премьер-министры Нарендра Моди килде. Ул БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында һәм күҙәтеүсе дәүләт хоҡуғында хеҙмәттәшлек иткән ил булараҡ, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашты.
Белешмә. Һиндостан Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында һигеҙенсе урында тора. Башҡортостандың был ил менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 2014 йылда 398,3 миллион доллар тәшкил итте, уның 98 проценты экспорт тауарҙарына тура килә. Һиндостанға Башҡортостандан экспортланған тауарҙар иҫәбендә машина һәм ҡорамалдар, барыһынан элек авиация двигателдәре һәм уның өлөштәре, шулай уҡ синтетик каучук, органик химия продукцияһы, металл изделиелар бар. Төп импорт тауарҙары - ул йылылыҡ насостары, токарь һәм туҡыу станоктары, үлсәү приборҙары, органик булмаған продукттарҙан - алюминий хлориды. Башҡортостан предприятиелары Һиндостандан шулай уҡ металл изделиелары - тирмәндәр өсөн онтау шарҙары, һығылмалы торбалар, фармацевтик продукттар, керамик әйберҙәр һатып ала. Республика территорияһында Һиндостан капиталы ҡатнашлығында башлыса күмәртә сауҙаһы өлкәһендә булдырылған 10 предприятие эшмәкәрлек йәйелдергән.
8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Бразилия Федератив Республикаһы Президенты Дилма Руссефф килде. Ул БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында ҡатнашты.
Белешмә. Бразилия Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында 45-се урында тора. Бразилия менән тышҡы сауҙа тауар әйләнеше күләме 2014 йылда 17,6 миллион доллар тәшкил итте, уның 97 проценты экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Бразилияға экспортланған тауарҙар иҫәбендә - химик сәнәғәт продукцияһы, шулай уҡ рафинирланмаған көкөрт һәм һаҡлау клапандары. Ә импорт структураһында спорт ҡоралдары, ҡара металл изделиелары, машиналар төҙөү продукцияһы бар. Нефтекама автозаводы базаһында берлектәге предприятие төҙөлгән, ул 2012 йылдан "Бравиа"пассажирҙар автобусы эшләп сығара.
8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин килде һәм рәйеслек итеүсе ил башлығы булараҡ, БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашты.
Шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко, Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон, Афғанстан Президенты Әшрәф Ғәни Әхмәдзай, Пакистан Премьер-министры Наваз Шәриф, Үзбәкстан Президенты Ислам Кәримов, Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев, Әрмән Республикаһы Президенты Серж Саргсян, Иран Президенты Хәсән Рухани, Монголия Президенты Цахиагийн Элбэгдорж, Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев килде.
БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуында сәйәси һәм дөйөм идара итеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеште тәьмин итеү проблемалары, берекмә сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү юлдары тикшерелде. БРИКС-тың яңы үҫеш банкы һәм Валюта резервтары берекмәһенең эшмәкәрлек перспективалары тураһында фекер алышыу булды. Саралар программаһында БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союздарының дәүләт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә, БРИКС-тың Эшлекле советы вәкилдәре менән осрашыуҙар, БРИКС илдәренең профсоюз ойошмалары лидерҙары менән айырым әңгәмә үткәрелде, саммит йомғаҡтары буйынса бер нисә документ ҡабул ителде.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының көн тәртибенә ойошманы артабан үҫтереү, уның халыҡ-ара ареналағы ролен нығытыу, мөһим донъя һәм төбәк проблемалары буйынса идара итеүҙе көйләү мәсьәләләре индерелгәйне. Лидерҙар документтар йыйылмаһына, шул иҫәптән ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү ғәмәле башланды. Саммит йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйылды. Өфөлә Владимир Путиндың БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусы сит ил дәүләт башлыҡтары менән ике яҡлы осрашыуҙары үтте.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.07.15 | Ҡаралған: 1481

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru