«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМ ЭСТӘР ӨСӨН ӨФӨЛӘГЕ УҠЫУ ЙОРТОН ҺАЙЛА ЛА ҠУЙ!
+  - 

Хәҙер бөтөн нәмәне күпселек осраҡта реклама һәм пиар хәл итә икәнен "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы ла раҫланы: баш ҡаланың барлыҡ юғары уҡыу йорттары ректорҙары бергә йыйылып, ни өсөн әллә ҡайҙа белем эстәргә юлланмайынса ғына тап Башҡортостан вуздарына өҫтөнлөк биреү зарурлығын дәлилләне.

- Башҡортостан вуздарының ҡеүәте бик ҙур, әммә беҙ уны ла, Өфөнөң студенттар ҡалаһы икәнен дә күрһәтә белмәйбеҙ. Рәсәй вуздары мониторингы асыҡлауынса, беҙҙең барлыҡ уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдары ете критерий буйынса алты-ете күрһәткес менән алдынғы урындарҙа килә. Шул уҡ ваҡытта илдең биш тикшеренеү университеты Башҡортостан вуздарынан түбәнерәк урында тора, - тип билдәләне БР Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин.
Әйткәндәй, Раил Мирвай улы юғары уҡыу йорттарының БДМУ базаһында Башҡортостандың Дөйөм университеты (Сетевой университет) төҙөлөүенә лә туҡталып үтте:
- Беҙҙең юғары уҡыу йорттарының үҙҙәренең мәҙәниәт йорттары, спорт майҙансыҡтары, барлыҡ студенттарҙы ла тәьмин итерлек ятаҡтары бар. Әгәр әлегә тиклем һәр вуз үҙаллы йәшәһә, хәҙер беҙ дөйөм бер вузды тәшкил итәбеҙ, йәғни һәр студент башҡа вуздарҙың хеҙмәте менән файҙалана, шулай уҡ бер үк дисциплина буйынса теләгән вуздың теләгән уҡытыусыһына лекцияға йөрөй аласаҡ. Баш ҡала вуздарының фәнни ҡеүәте дөйөм алғанда миллиард ярымлыҡ йыһазға эйә һәм уның менән дөйөм рәүештә файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Икенсе яҡтан, беҙҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 80 проценты ҡулына диплом алыу менән эшкә урынлаштырыла. Бының өсөн беҙ уҡыу процесы барышында уҡ сәнәғәт ойошмалары менән килешеү төҙөп, студенттар унда практика үтә. Был бер юлы ике мәсьәләне хәл итә: студент уҡып бөткәс, квалификацияһын үҙгәртеү өсөн ҡабаттан уҡып тормаясаҡ, икенсенән, сәнәғәтсе практика барышында уҡ кемдең кем икәнен асыҡ күрәсәк.Әлеге ваҡытта был йәһәттән республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Эш биреүселәр союзы, айырым эш биреүселәр менән килешеүҙәр төҙөлә. Ошо көндәрҙә уҙған ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтары саммиттарынан һуң яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, уларға яңы "аҡыл"дар талап ителәсәк. Ә кем республиканан ситкә китә, улар күпселек осраҡта кире әйләнеп ҡайтмай, ҡайтҡан осраҡта ла эш урыны табыуы еңел булмаясаҡ. "Беҙҙең маҡсат - тыуған Башҡортостаныбыҙға хеҙмәт итерлек белгестәр әҙерләү..."
Шулай уҡ йыйылыусылар һорауҙарға ла яуап бирҙе. Мәҫәлән, күптәрҙе вуздарҙағы бюджет урындарының ҡыҫҡарыуы борсоуға һала. Әммә ректорҙар белдереүенсә, быйыл, киреһенсә, магистратураны ла индереп, бюджет урындары тағы ла 740 урынға артҡан һәм дөйөм һан 10780-гә еткән. Түләүле урындар һәм бюджет урындарын һәр вуз үҙе билдәләй, нигеҙҙә, ул 50:50 нисбәтендә. Ә инде түләүле белем алыуға килгәндә, был эш РФ Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы башҡарыла һәм ул инфляцияға ҡарап индексациялана. Быйыл индексация 11,2 процент тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта һәр төбәк, һәр вуз үҙенең дә коэффициентын билдәләүе мөмкин.
Раил Әсәҙуллин күптән түгел Рәсәй Юғары уҡыу йорттары ректорҙары съезы үтеүен һәм унда төбәктәрҙә студенттарҙың һаны икеләтә кәмеүе тураһында билдәләүҙәрен, быға Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙың абитуриенттарҙы үҙҙәренә тартып алыуы сәбәп булыуын да белдерҙе. Әлбиттә, илдең баш ҡалаһында белем алыу абруйлы, әммә, сығыш яһаусылар билдәләүенсә, уларҙың ҡайһы берҙәре Өфө вуздарынан ҡайтышыраҡ та икән. Педагогия университетында шаяртып әйтеүҙәренсә, Универсаль, Фундаменталь, Академик белем үҙәге икән ул Өфөбөҙ. Быны сит ил юғары уҡыу йорттары ла таный. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университетында алған белем кимәле Германияның шундай уҡ вуздарыныҡына тиң. Шуға күрә, Башҡортостан вуздарында күрше-тирә төбәктәрҙән генә түгел, хатта БДБ, сит илдәрҙән килеп белем алырға теләүселәр ҙә йылдан-йыл арта бара. Нефть-техник университетында сит ил студенттары дөйөм һандың 7,8 процентын тәшкил итһә, медуниверситетта - 5, педуниверситетта 2 процент. Бынан тыш, ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының саммиты Өфөлә үтеү һөҙөмтәһендә юғары уҡыу йорттарына бер нисә ил үҙ проекттары менән сыҡҡан да инде. Ә Башҡорт дәүләт медицина университетында быйылдан алып 30 кешелек төркөм БДУ-ла ҡытай телен өйрәнәсәк, шулай уҡ Бразилияла эшләү өсөн 30 кешелек махсус төркөм дә асыла. Вуз ректорҙары белдереүенсә, әлеге ваҡытта ата-әсәләр балаларын һаман да иҡтисадсы һәм юрист итеп күрергә теләй. Әммә 10-15 йылдан һуң, бөтөнләй икенсе профессиялар барлыҡҡа киләсәк һәм бөгөн үк ошо яңы һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләргә кәрәк. Һәм бала мәктәпте тамамларға ике ай ҡалғас түгел, ә мәктәпкә килгәндә үк үҙенең алдағы һөнәрен белергә тейеш.
"Кемдәндер ишеткәнгә ҡарағанда, үҙ күҙҙәрең менән юғары уҡыу йорттарына килеп ҡарау - иң яҡшыһы. Шуға күрә вуздарҙың үҙенә, уларҙың сайттарына инеп, уларҙың ниндәй ҡеүәткә эйә булыуы менән танышырға мөмкин. Хатта документтар тапшырғанда ла белгестәр һеҙгә тулы мәғлүмәт бирәсәк", - тине һәр вуз етәксеһе.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.07.15 | Ҡаралған: 1416

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru