«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЙӘШЕБЕҘ БИК ӨЛКӘН
+  - 

Өфөбөҙҙөң барлыҡҡа килеү датаһы быға саҡлы ла тарихсыларҙы ҡыҙыҡһындырманы түгел, ҡыҙыҡһындырҙы. Был темаға иң етди мәғлүмәтте ХVIII быуаттың күренекле рус ғалимы П.И. Рычков хәбәр итә. Ул үҙенең "Топография Оренбургская" тигән хеҙмәтендә XVIII быуаттың 40-50-се йылдарында мең башҡорттары старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев менән осрашыуы, унда "Башҡорт тарихы" тип аталған ҡулъяҙма китап булыуы, тик уның 1734 йылғы ихтилал ваҡытында яныуы тураһында һөйләүен телгә ала. Ҡыҙрас Муллаҡаев П. Рычковҡа был документтың йөкмәткеһен һөйләп бирә. Ә ғалим был һөйләшеүҙә ишеткәндәрен баҫтырып сығара. Был яҙмаларҙағы төп дөрөҫлөк шул: Өфө биләмәһе рустар килгәнгә саҡлы мең башҡорттарыныҡы булған һәм ул Дим йылғаһы бассейнына тиклем һуҙылған.

"Башҡорт тарихы"нда XV-XVI быуаттарҙағы Башҡортостан тормошо аныҡ ҡына һүрәтләнә. Мәҫәлән, Көньяҡ Башҡортостанда Басман хан хакимлыҡ итә, уның ставкаһы Маяҡ (Аҡтүбә) тауы, йәғни хәҙерге Ырымбур тирәһендәге биләмәлә урынлашҡан була. Ҡулъяҙмала билдәләнеүенсә, Үҙәк Башҡортостанда Басмандың ағаһы Торахан хакимлыҡ иткән. Торахан ул ваҡытта хәҙерге Өфө ҡалаһы биләмәһендә йәшәй. Дим, Ағиҙел, Ҡармасан, Сиремшан, Ҡуюш, Сөн һәм Айыу йылғалары буйҙары ерҙәре лә уға ҡарай. Сығанаҡта Алтакар, Бей-Тюрәк тигән хакимдарҙың исеме лә телгә алына. Улар менән алыш ваҡытында Торахан менән Басман хан һәләк була ла инде. Алтакар еңеүсе булып сыға. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Башҡортостанда хакимлыҡ оҙаҡ ваҡыт Аҡназар Солтан ҡулында була.
Күренекле башҡорт тарихсыһы А. Усманов үҙенең хеҙмәтендә барлыҡ ошо ваҡиғаларҙың XV-XVI быуаттарҙа булыуын раҫланы.
Сығанаҡта Басман хан да, Торахан, Аҡназар-Солтан да ноғай хандары тип әйтелә. Ләкин бында ғәжәпләнәһе юҡ. Алтын Урҙа дәүләте тарҡалғас, Башҡортостандың төп территорияһы Ноғай ханлығы составына инә, ә был ханлыҡ XV-XVI быуаттарҙа башҡорт халҡы дәүләтселегенең мөлкәт төрө иҫәпләнә. "Ноғай ханлығы", "Ноғай ханы" билдәләмәһе был ханлыҡтың идара итеүсе элиталы этник төркөмө атамаһынан килеп сыҡҡан.
Өфөгә нигеҙ һалыныу ваҡытын асыҡлау өсөн Ҡыҙрас Муллаҡаевтың һөйләгәндәрендә бик мөһим бер мәғлүмәт бар. Уның әйтеүенсә, Өфө биләмәһендә урыҫтар килгәнгә саҡлы уҡ "Ағиҙелдең өҫкө яғынан Өфө йылғаһы тамағына саҡлы һуҙылған бөйөк ҡала" булған. Бында заманында Торахандың һәм Аҡназар Солтандың ставкаһы торған. Ошо мәғлүмәттәрҙе яҙып алған Рычков был ҡаланың булыуында ныҡлап инана һәм "был ҡаланың һуңғы хакимы Түрә Бабай Ҡылысов" булған тип яҙа. А. Усманов раҫлауынса, ул хакимдың исеме Түрә Баба-Туҡләс була. Рычков белдереүенсә, ул ҡышын ғына бында йәшәгән, ә йәйҙәрен Өфөнән 50 километр алыҫлыҡта, Дим йылғаһы буйында, ҙур Аҡзыярат күле, Ислаҡ йылғаһы буйҙарында йәшәгән. Хәҙер ҙә ул күл янында мәсет бар, ә Ислаҡ йылғаһында мәсет тә, таш йорттар ҙа күренә, ләкин улар емерелеп төшкән". Түрә Баба-Туҡләстең йәйләгән урыны Шишмә ҡасабаһы янында, Хөсәйенбәк һәм Торахан кәшәнәләре янында булған, тип күҙаллана. Торахан кәшәнәһенең "Башҡорт тарихы"нда телгә алынған Торахан ҡәбере булыуында шик юҡ.
Хөсәйенбәк һәм Торахан кәшәнәләре тарихсылар тарафынан, башҡорттарҙа Исламдың тулыһынса раҫланған осоро ҡомартҡылары, тип баһалана. Һәм килтерелгән факттарҙан шундай һығымта яһала: Өфө XIV-XVI быуаттарҙа эре мәҙәни һәм сәйәси үҙәк, урындағы хакимдарҙың йыйылыу урыны булған, ә хәҙерге Шишмә ҡасабаһы биләмәһе һәм Аҡзыярат ҡәберлеге ошо хакимдарҙың йәйге торағы һәм зыяраты булған. П. Рычковтың, башҡорт хандары ҡышты ҡалала үткәреп, йәйен тораҡтың Дим йылғаһы буйына Аҡзыярат тирәһенә күсеүен раҫлауы Өфө ҡаласығы һәм Торахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләренән торған археологик ҡомартҡылар комплексын Х һәм ХV быуаттарҙағы башҡорт хакимдарының берҙәм ҡомартҡыһы итеп ҡарау мөмкинлеген бирә. Бында П. Рычковтың, хәҙерге Өфө биләмәһендә имән стеналар менән уратып алынған ҙур ҡала булған, тигән раҫлауын да хәтергә төшөрәйек.
Өфө ҡалаһы биләмәһе археологик ҡомартҡыларға ифрат бай, улар уның тарихының тағы ла боронғораҡ этабына ишара яһай. Бында, мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем VIII-IX быуаттарҙан беҙҙең эраның X-XIV быуаттарында барлыҡҡа килгән тиҫтәләгән ҡаласыҡ-ҡәлғә бар. Шуларҙың береһе "Новомостовая" урамынан башлап, Пушкин урамының түбәнге кварталдары тапҡырында урынлашҡан Өфө-II ҡаласығы. Был морон ике яҡтан да тәрән йырындар менән уратып алынған, морондоң осо Ағиҙел аша яңы күпер һалғанда емерелгән. Өфө-II морон-ҡаласығына параллель Ә.З. Вәлиди урамы буйлап тар морон һуҙылған, яҡынса V-X быуаттарҙа бында ла ҡаласыҡ булған. Ағиҙел йылғаһы буйлап күпер төҙөгәндә был морон тулыһынса ҡыйратыла. Был морондарҙың икеһе лә Сутолока йылғаһы ағышына табан тәрән йырынға барып сыға. Һәм тап ошонда XVI быуатта урыҫ күскенселәре Өфө ҡәлғә-кремлен төҙөй.
50-се йылдарҙа танылған Өфө тарихсыһы П. Ф. Ищериков Пушкин һәм Ә.З. Вәлиди урамдарындағы морон-ҡаласыҡтар биләмәһенән көршәк ярсыҡтары таба, уларҙы хәҙерге тикшереүселәр Турбаслы культураһы ҡомартҡыларына (V-VIII быуаттар) индерә. Был ҡомартҡыларҙың стратиграфик ятҡылыҡтарын белер өсөн 1957-1958 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәкселеге миңә һәм П. Ищериковҡа Өфө-II ҡаласығы биләмәһендә Пушкин урамының бер-ике ихатаһында ҡаҙыныу эштәре үткәреүҙе йөкмәткәйне. Ҡаҙыныу эштәре ошо урында XVII-XVIII быуаттар заманынан - 2,5-3 метр тәрәнлектә, саҡ ҡына аҫтараҡ V-XII быуаттың тағы ла ҡеүәтлерәк археологик ҡатламдары барлығын асыҡлау мөмкинлеге бирҙе. Билдәле булыуынса, XII быуаттың ғәрәп тарихсыһы Иҙриси башҡорттар йәшәгән илде аныҡ һүрәтләгән карта төҙөй. Ул унда Ҡараҡыя, Казира, Мазира ҡалаларын билдәләй. Был ҡалаларҙың береһе, моғайын, хәҙерге Өфө-II ҡаласығы биләмәһендә урынлашҡан булғандыр.
Археологик факттарҙан иң әһәмиәтлеһе шул: был ҡаласыҡтар эргәһендә унда йәшәүселәрҙе күмер өсөн ҡурған рәүешендәге ялан-зыяраттар ҙа була. Өфөнөң XVIII-XIX быуаттарҙағы крайҙы өйрәнеүселәре хәҙерге Өфөнөң Киров районы кварталдарында, бер яҡтан - Туҡай, Ә.З. Вәлиди, Пушкин, икенсе яҡтан Ленин, Карл Маркс, Гоголь, Аксаков һәм бөгөнгө мосолман зыяратына тиклемге биләмәлә меңәрләгән ҡурғандар булыуын асыҡлай. Улар әлеге көнгәсә асыҡлана тора һәм уларҙа көмөш һәм алтын әйберҙәр табыла. Тимәк, был ҡурғандарҙа юғары вазифалағы кешеләр күмелгән булған. Мәҫәлән, XVIII быуаттың 60-сы йылдарында хәҙерге Хөкүмәт йорто урынында ҡаҙыныуҙар алып барғанда 3 кило алтын табыла һәм ул Екатерина II батшаға бүләк итеп ебәрелә. Табыштар араһында беҙҙең эраға тиклем V быуатҡа ҡараған Византия тәңкәһе лә була. Ошондай уҡ бай табыш теге быуаттың 30-сы йылдарында хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Опера һәм балет театры тирәһендә лә табыла.
Өфө тирәһендә, Дим, Затон, Миловка биҫтәләре тирәһендә лә VI-XIV быуаттарға ҡараған ауылсыҡтар асылды. ‰Ғөмүмән, XI-XV быуаттарҙа хәҙерге Өфө биләмәһе урынында башҡорт ҡаласыҡтары урынлашыуын раҫлаған археологик материалдар һәм яҙма сығанаҡтар шул тиклем күп. Ул ҡаласыҡтар, ауылсыҡтар, ҡурғандар һәм меңәрләгән табылдыҡтарҙың барыһында ла башҡорт эҙҙәре барлығы раҫлана.

Нияз МӘЖИТОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.07.15 | Ҡаралған: 1065

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru