«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ КИНОБЫҘҘЫ КҮРГЕ КИЛӘ
+  - 

Интернеттан ҡаҙаҡ батыры Сартай хаҡында "Мын Бала ғәскәре" ("Войско Мын Бала") тигән нәфис фильмды ҡарағандан һуң күңелде күптән өйкәп йөрөгәнде ҡағыҙға төшөрөргә булдым.

Бынан алда шулай уҡ ҡаҙаҡтың данлы улы Аблай хандың тарихын бәйән иткән "Кочевник" фильмын тетрәнеп ултырып ҡарағайным. Киноларҙың икеһе лә ҡаҙаҡтың көнкүрешен, йолаларын, яу алымдарын күрһәтеп, ә иң мөһиме, тарихын һәм шул тарихта яҡты эҙ ҡалдырған батырҙарын, уларҙың һоҡланғыс мөхәббәтен сағылдырған картиналар. Артистары ла шәп уйнай, ул костюмдар, ул аттар, ул алыштарҙағы халыҡ төркөмө… "Монгол", "Баҫып алыусы", "Патриот", "Мулан" кеүек донъя кимәлендәге тарихи-романтик фильмдар рәтендәләр. Хисләндерә, уйландыра, рухландыра һәм шул мәл күңелдә көнсөл бер уй тыуа: "Ниңә беҙҙеке юҡ? Беҙҙең нимә, батырҙарыбыҙ булмағанмы, әллә тарихыбыҙ һаймы? Кино төшөрөр шәхестәребеҙ, кисерештәребеҙ, ғибрәттәребеҙ, данлар, данланыр эштәребеҙ юҡмы?"
"Киске Өфө"нөң 23-сө һанында баҫылған "Фильмдарыбыҙ бар, тамашасы кәрәк" тигән мәҡәләне уҡып сыҡҡас, ғәфү үтенәм, әммә телгә үҙенән-үҙе ошондай тупаҫ яуап килә: көтмәгеҙ, ундай фильмдарға тамашасы булмаясаҡ. Ни өсөнме? Әйҙәгеҙ, бер нисә генә "кино" тип аталғандарыбыҙҙы барлап үтәйек әле. Тәүгеһе - "Ай ҡыҙы"н ҡараным. Беренсенән, унда кино түгел, ә спектакль уйнала. Ун етенсе рәттәге тамашасыға ишеттерәйем әле, тип тырыша артистар. Кино теле, кино һөйләше бөтөнләй юҡ. Икенсенән, нимә пропагандалана? Эскелек, бала ташлау, ирһеҙ бала табыу, йәғни ирекле мөхәббәт һ.б. "Тормош шундай" тиеүселәр ҙә табылыр. Ошондай идеяға ҡоролған, дөрөҫөрәге, бөтөнләй идеяһы булмаған сериалды "башҡорт киноһы" тип, сит милләттәргә күрһәтерлекме? Юҡ, әлбиттә.
Киноларҙың башҡаларын да ҡарап сыҡтым. Ҡайһыларындалыр ниндәйҙер иғтибарҙы йәлеп итерҙәй кескәй генә эпизодтар бар барлыҡҡа, әммә уларҙың береһе лә кино түгел. Улар спектакль формаһындағы документаль фильмдар. Ниндәй маҡсат менән был эштәр күккә сөйөп маҡтала - шуға аптырайым. Артабан киткәндә - "Алдар менән һоро бүре" йәнһүрәтенең күрәләтә телде мәсхәрәләү икәнен күреү әрнетә. Геройҙар бер һүҙҙе русса, икенсеһен башҡортса әйтә. Бер көлкөһө лә, идеяһы ла юҡ. Өфө гербындағы һыуһар хаҡындағы әкиәттең, әлбиттә, эстәлеге бик матур, әммә әлеге экран аша бирелеше күңелһеҙ. Бөгөнгө заман балаһын ундай мультфильм менән әүрәтеп, иғтибарын йәлеп итеп булмай, минеңсә. Ә инде "Ел һуҡҡан яҡ" йәнһүрәтен ҡарау - үҙе бер стресс. Ышанмаһағыҙ, интернеттан табып ҡарағыҙ. Ошо тәңгәлдә, ҡыйын булһа ла, әлеге ҡаҙаҡтың "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтен хуплап телгә алғы килә.
"Был кеше башҡорт киноһына ҡаршы! Үҙебеҙҙекен яратмай!" тиерһегеҙ. Яңылышаһығыҙ. Киреһенсә, яҡшы булыуын, сифатлы булыуын теләйем. Ни өсөн төрөк, ҡаҙаҡ, монгол халыҡтарының донъя кимәленә сығарыр, илап-көлөп ҡарар кинолары бар ҙа, беҙҙеке юҡ? Республикабыҙҙа кино сәнғәтенең 25 йыллығы билдәләнгән был көндәрҙә ошолар хаҡында ла уйланһындар ине. Байрамдар бит маҡтаныу өсөн генә түгел, киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн дә үткәрелә. Мәҫәлән, шул маҡсаттар исемлегендә мотлаҡ "Урал батыр" эпосы буйынса һис юғы йәнһүрәт төшөрөргә булмаймы? Йәки берәй тарихи герой тураһында кино төшөрөлһә лә ятып ҡарар инек. Әҙер идея, әҙер текст, ер-һыуы аяҡ аҫтында. Салауат батыр тураһында алып ҡарар бер нәмә юҡ! Шул уҡ Аблай хандан кәмме ни ул? Яҙыусыларыбыҙҙың "Һауыр ҡумта", "Сыбар шоңҡар", "Кинйә", "Шунда ята батырҙар һөйәге", "Бөркөт ҡанаты" һ.б. кеүек әҫәрҙәре тарихи кинолар өсөн әҙер материал. Ҡарап торһаң, һыу һөлөгөндәй сибәр, һәләтле артистарыбыҙ ҙа бар. Тәбиғәт эҙләп Швейцарияға йәки Шотландияға китергә түгел, үҙебеҙҙә хозурлыҡ. Сәбәп ниҙә? Аҡса юҡмы? Әллә ни төрлө бөтмәҫ мәҙәни байрамдарға, һабантуйҙарға сығым түккәнсе, бер юғары кимәлдәге, сифатлы башҡорт киноһы төшөрһәксе. Шул ваҡытта милләттең мәҙәниәтен дә, тарихын да донъяға күрһәтергә мөмкин булыр ине. Оҙон һүҙемдең ҡыҫҡаһы шул: башҡорт киноһын кемдәрҙеңдер өс көнлөк даны итеп түгел, ә милләттең кино сәнғәтен донъя кимәленә күтәрер һәм киләһе быуындарға тапшырылыр рухи ҡомартҡы итеп күрге килә.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.08.15 | Ҡаралған: 1270

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru