«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРҘЫ БӨЛДӨРӨҮМЕ БЫЛ?
+  - 

Салауат районындағы тыуған ауылым Илсекәйҙә 1975 йылда нисәмә быуын ауылдаштарымдың хыялы булған мәктәп бинаһы төҙөлгәйне. Дүрт тиҫтә йыл эсендә матур йылъяҙмаһын яҙҙы, күркәм традицияларға байыны ул.

Уҡыу сифаты яҡшы, уҡыусыларға төрлө яҡлы тәрбиә бирелә, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса түңәрәктәр эшләй, һәләтле балалар фәнгә тәүге аҙымдарын яһай, ғаиләләр шәжәрәләре, ауыл, мәктәп тарихы өйрәнелә, уҡыусылар тикшеренеү эштәре менән район, зона практик конференцияларында сығыш яһай, эшкәртелгән материал йыйынтыҡтарға индерелә. Әлеге ваҡытта тыуған мәктәбенә 25 йыл ғүмерен бағышлаған (шуның тиҫтә йылдан ашыуын директор вазифаһында), төп белеме буйынса инглиз теле уҡытыусыһы, икенсе юғары белемен география фәне буйынса алған, кәрәк саҡта тарих, технология, музыка дәрестәрен берҙәй сифатлы уҡытҡан Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға бағышланған китабын (мин авторҙаш) баҫтырып сығарырға әҙерләнә. Мәктәбебеҙ ысын мәғәнәһендә ауылыбыҙҙың мәҙәни үҙәгенә, ватансылыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләүсе усаҡҡа әүерелде.
Түбәләҫ биләмәһенең Тирмән, Илсекәй, Сүрәкәй, Урмансы, Ҡарағол ауылдары заман елдәренә бирешмәй, үҙлеген һаҡлап килә ине әле. Шул арҡала туған телебеҙ ҙә, шөкөр, һаҡланды, уҡытыла килде. Ә бөгөн юғалыу бәләһенең хәтәр ҡылысы был төбәктең тап ошо башҡорт ауылдары өҫтөндә уйнай. Халыҡтың, тотош милләттең үҙ балаларын туған телендә уҡытыуға булған конституцион хоҡуғы көсләп юҡҡа сығарыла тиһәк тә хата түгел. Иң тәүҙә Сүрәкәй (Нуғай) ауылында, ике-өс йыл элек Ҡарағол (Түбәләҫ Арҡауылы) ауылында аҙ комплектлы башланғыс мәктәптәр ябылды. Бер-ике йыл элек Илсекәйҙәге төп мәктәпте Мөрсәлим урыҫ мәктәбенең филиалы итеп ҡалдырғайнылар. Ошонан һуң башҡа үҙгәрештәр булмаҫтыр, тип уйлаған булғайны ата-әсәләр. Тағы ла бер насар яңылыҡ халыҡты хафаға һалды: быйыл, йәғни алдағы уҡыу йылынан, Илсекәйҙә башланғыс мәктәп кенә ҡалдырмаҡсылар. Рәсәй Президенты В. В. Путин талап иткәнсә, ауыл сходтары йыйыу, халыҡ фекерен тыңлау тигән нимә лә булманы. Бындай хәл иткес ҡарарҙар мотлаҡ ауыл сходтарында хәл ителергә тейеш икәне билдәле ләһа. Ә бит быйыл Илсекәй мәктәбендә 47 уҡыусы уҡыһа, 2015/2016 уҡыу йылында 52 уҡыусы буласаҡ. Балалар һаны артыуға китмәҫ борон, "шау-шыуға" ышыҡланып, ҡыҫҡартып ҡалырға тырышамы урындағы етәкселәр? Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш депутаттар ниңә көрәшмәй? Эшһеҙлектән, аҡса табыу ниәтенән ауылын, ғаиләһен ҡалдырып, айҙар буйы ситтә эшләргә мәжбүр булған ир-егеттәребеҙҙең балалары йәшәгән бәләкәй ауылдарҙы "ҡоротоу" эше алып барыла түгелме? Нишләп беҙ хоҡуҡи акттарға таянмайбыҙ? Нишләп Халыҡ фронтының төбәк ойошмалары бар ерҙә лә эшләмәй?
Мәғариф системаһын оптималләштереү юлында нимә генә уйлап сығармайҙар! Мәктәп директорҙарына, етмәһә, мәктәп хәстәрҙәре генә түгел, балалар баҡсаларының бөтмәҫ-төкәнмәҫ, үтә лә етди тәрбиәүи-методик, матди-техник мәсьәләләрен хәл итеүҙе лә йөкмәтеп ҡуймаҡсылар, имеш. Тирмән, Урмансы мәктәптәренә балалар баҡсаларын ҡушҡандар. Бер-ике балалар баҡсаһы етәксеһенә түләгән аҡсаны экономиялап, һүнә барған ауылдарҙы өҫтәп һүндереү өҫтөндә эшләп, байып китер микән Хөкүмәт? Ришүәтселәргә, бюджетты талаусы, һалымдан ҡасыусы төрлө "эшҡыуарҙар"ға ҡаршы ҡатыраҡ ысул ҡулланып көрәш асыу тураһында уйлаһалар, ҡаҙна һайыҡмаҫ, байыр ғына ине.

Миңһылыу АБДУЛЛИНА,
Өфөнөң 123-сө лицейы башҡорт теле уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.08.15 | Ҡаралған: 1129

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru