«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАД ЮЛЫН ҺАЙЛАП БУЛАМЫ НИ?
+  - 

Яҙыусы һәр һорауға тапҡыр яуап бирә ала, яуабы менән уйландыра, сәмләндерә һәм ғәмләндерә торған кеше ул. Ошо рубрикала беҙ ҙә әҙиптәребеҙгә ябай булмаған һорауҙар биреп, уларҙың фәлсәфәүи фекерләүҙәрен тыңлап, аң һәм йөрәк төпкөлдәрен ҡуҙғытып алайыҡ, тинек. Тәүге әңгәмәгә билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева килгәйне (гәзиттең 29-сы һанында). Был юлы өс һорауҙы яҙыусы, журналист Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙға төбәйбеҙ.

Тормошоңда ижад юлын һайламаған булһаң, бөгөн үҙеңде кем итеп күрер инең?

- Беренсенән, мин ижад юлын һайланыммы икән? Ни өсөн тигәндә, ижад юлын һөнәр һайлаған кеүек, "Ҡана, мин инженер, табип, янғын һүндереүсе булайым әле" тип һайлап булмайҙыр ул. Әҙәбиәткә яҡын булмаған башҡа һөнәр кешеләренең ижадҡа килеүе лә шул хаҡта һөйләй. Ундайҙарҙың яҙған әҫәрҙәре барыбер ҙә тормошсаныраҡ, анығыраҡ, үҙенсәлеклерәк. Миҫалға, табип Чеховтың хикәйәләрен, архитектор Вознесенскийҙың шиғырҙарын, инженер Ғәйетбайҙың пьесаларын, зоотехник Шәрәфетдиновтың һәр жанрҙағы уңыштарын алырға була. Һуңыраҡ ижадҡа тотоноп, әле яҙыусылар ҡорона килеп инеп, "Ҡолой кантон", "Биғылый" романдары менән беҙҙе һоҡландырып өлгөргән Спартак Ильясов Ауыл хужалығы академияһын тамамлаһа, Әхмәтзәки Вәлидиҙең Бөйөк Ватан һуғышынан һуң икенсе кеше исеме менән Башҡортостанға ҡайтып, кире китеүен фараз итеүсе Нияз Алсынбаев уҡып алған һөнәре буйынса тарихсы, һайлаған һөнәре буйынса журналист, йөрәк ҡушыуы буйынса яҙыусы-прозаик. Оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Фирүзә Абдуллина шиғырҙары ябайлығы, халыҡсанлығы, тәрәнлеге менән хайран ҡалдыра. Уның "Әсәйем һабаҡтары" циклы тотош философик трактатты тәшкил итә. Икенсенән, ижад юлын һайлап булмайҙыр ул. Кем нисектер, мин, мәҫәлән, яҙмайынса булдыра алмағаным өсөн яҙам. Шуға күрә ниндәйҙер айырым бер жанрға йәбешеп тә ятмайым. Миңә жанр мөһим түгел, әйтергә теләгән фекер мөһимерәк. Тыуасаҡ балаһының енесен ата-әсә үҙ теләге буйынса һайлай алмай, бында ла шуның кеүек. Композитор ҙа күңелендә яраласаҡ моңдоң күңеллеме-һағышлымы булыуын алдан планлаштыра алмай. Шиғыр ҙа үҙенән-үҙе яҙыла. Үҙе яҙылмаған шиғырҙы яҙһаң, ауырға ҡалмайынса бала тапҡан ҡатын кеүек булаһың. Йәғни ул "бала" ҡағыҙҙа бар, ә ысынында иһә - юҡ. "Йөрәктән сыҡҡан" менән "бармаҡтан һурылған" - икеһе ике нәмә. Тағы ла шуныһы: төн йоҡоңдо онотоп, шиғыр яҙыу өсөн бәләкәй генә бер образ, фекер, деталь дә етә. Шиғыр мөхәббәт кеүек, үҙеңде көсләп яраттырып булмай.
Прозаға егәрлелек, үҙеңде эшкә егә белеү талап ителә, мәҡәләләрҙе иһә, унда күтәрелгән проблема тынғылыҡ бирмәгәне өсөн яҙам. Күптәр мине шағир итеп белә, ә һеҙ ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошоғаса мин үҙемдең айырым шиғыр китабымды сығарғаным юҡ. Юҡ, яҙғандары китапҡа тулмаған өсөн тип уйлай күрмәгеҙ. Киреһенсә, шиғырҙарым һәм поэмаларым бер нисә китаплыҡ. Яңыраҡ Фридрих Ницшеның бик ҡыҙыҡлы бер фекерен уҡыным. "Яҙыусы булырынан оялған ижадсы иң яҡшы автор" тигән ул. Ысынлап та, оятҡа ҡалыуҙан ҡурҡыу тойғоһоноң ниндәй көскә эйә булыуы хаҡында айырым китап яҙырға мөмкин булыр ине. Мин, мәҫәлән, бынан ун ете йыл элек үлемдән ҡурҡыуым арҡаһында эсеүемде ташланым. Был хаҡта китабым да сыҡты, һабаҡтарым "Киске Өфө"лә ике тапҡыр баҫылды. Ярай, һүҙ оҙонға китмәһен өсөн халыҡтың "Үлемдән оят көслө" тигән мәҡәлен иҫкә төшөрөп кенә торайыҡ. Мин, күрәһең, насар шиғыр яҙып, шағир булып иҫәпләнеүҙән ояламдыр, ҡурҡамдыр ул. Айырым шиғыр китабы сығарырға ҡабаланмауымдың тағы бер сәбәбе, Азамат Юлдашбаев әйтмешләй, "китап ваҡиға булырға тейеш" тигәнде аңлауҙыр.
Өсөнсөнән, миңә бик күп һөнәрҙәрҙе һәм ғәмәлдәрҙе башҡарырға тура килде. Һанаһаң, улар йөҙҙән ашып китә. Был хаҡта гәзиттең "Етмеш төрлө һөнәр" тигән рубрикаһында яҙып үткәйнем инде. "Хеҙмәт кенәгәм"дә тәүге яҙылған һөнәрем - чабан. Мин башҡарған ҡайһы бер һөнәрҙәр замандың үҙе менән юҡҡа сығып, онотолған да инде. Әйтәйек, саҡмансы (сәкмәнщик, йәғни һарыҡтарҙы бәрәсләтеүсе), тапалайщик (машинаға силос, сенаж тейәгәндә тигеҙ итеп йәйеп тапалап тороусы), кантарщик (сәсеү ваҡытында сәскесте орлоҡ менән тултырып тороусы), прицепщик (тракторҙар бесән, һалам һөйрәткәндә йөктө тағып-ысҡындырып тороусы), штурвалщик (комбайнсы ярҙамсыһы), шыкасы (тракторға тағылған бесән сапҡыстың өҫтөндә ултырып, агрегатты көйләп барыусы) һ.б. Мәктәптә уҡығанда физика фәнен яраттым. Быға физика уҡытыусыларым Рәүеф Бикташев менән Нурмөхәмәт Байрамғолов булышлыҡ итте. Атайым минең инженер булыуымды теләгәйне, шуға күрә ул мине ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға алып барҙы. Лирика физиканы еңде һәм мин филологияға күстем. Ижадсы булмаһам, хәҙерге ваҡытта, моғайын да, берәр ауылда фермер булып йөрөр инем.

Буранбай сәсән тураһында тарихи әҫәр яҙыуыңды беләбеҙ. Уның яҙмышы һине нимәһе менән тетрәндерҙе?

- Яңыраҡ яҙыусы Ғәлим Хисамов миңә шылтыратып: "Үтәбай Ҡотосовтоң Буранбай Ҡотосовтоң бер туған ҡустыһы икәнен беләһеңме?" - тип һораны. "Беләм, шуға күрә уның хаҡындағы әҫәрем өҫтөндә шәжәрәмде яҙғандай эшләйем", тинем. Ул Буранбай сәсән осорона ҡараған тарихи документтар аҡтарып ултырғанда шул фактҡа барып юлыҡҡан икән. Миңә документтарҙы ғалим, арҙаҡлы тарихсыбыҙ, мәрхүм яҡташым Әнүәр Әсфәндийәров табып бирҙе. Бала саҡтан мин тыуған ауылым Буранбайҙа халыҡ моңо мөхитендә үҫкәс, "Буранбай" йырының аһаңен ауылдаштарыбыҙҙың һәр тын алышы, өн-ауазы яңғырашында үҙемә һеңдерҙем. Һуңынан бер китабымда "Буранбай" йырының кешегә тәьҫире хаҡында шулай итеп яҙҙым да: "Шуны ла икеләнмәйенсә әйтә алам: йырҙың тәьҫир көсө яҙмыштарҙы, тотош ғүмер ағыштарын ҡырҡа борор, шатлыҡ һуҡмаҡтарына йүнәлтер ҡеүәттә. Был моңдо тыңламаған, тыңлаһа ла ҡабул итә алмаған кеше донъяла иң бәхетһеҙелер. Сөнки йыр бәхетһеҙлек хаҡында, ә бәхетһеҙлекте күрмәгән йәки аңламаған кеше хатта үҙ бәхетен дә тоймай һәм белмәй. Сөнки көйҙөң эске мәғәнәүи яңғырашы, моң йөкмәткеһе тик изгелек, тик ғәҙеллек, тик хәҡиҡәт өсөн йәнен фиҙа ҡылған кешенең йән иңрәүе, күңел һыҡтауы тураһында. Йырҙа кешелеккә ҡаршы ҡырҡа протест яңғырай: донъяға тик яҡтылыҡ, тик яҡшылыҡ өҫтәргә килеп тә, шул уҡ кешелектең үҙен шундайын ғазаптарға дусар итеүҙәренә ҡаршы протест белдереү. Үпкәләү ҙә, йәберһенеү ҙә түгел - ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы йөрәк ихтилалы. Был йырҙа халҡыбыҙҙың күңел торошо, фажиғәле яҙмышы бөтә тулылығында сағыла..."
Буранбайҙы, ниңәлер, үҙ ауылына ҡайтып, һөйөклө ҡатындары һәм ғәзиз балалары менән бергә ғүмер һөрә алмаған, ғүмер буйына ҡаҙаҡ далаларында, тыуған яғының урман-ҡаяларында ҡасҡын булып йәшәргә мәжбүр ителгән мәхлүк, бахыр кеше итеп күрергә теләйҙәр. Буранбай хаҡында материалдар, башҡа төрлө сығанаҡтар туплай торғас, шәхесенең тағы ла тәрәнерәк яҡтарын күрергә өлгәштем дә инде. Ул бер ваҡытта, күптәр күрергә теләгәндәй, "бығауҙарын сыңғыратып" Себерҙәрҙә йөрөмәгән, хатта унда барып та етмәгән, юлда ҡасып китеүгә өлгәшкән. Уның ынтылышы ҡоллоҡтан ҡотолоу түгел, ә ҡоллоҡ хәленә төшмәү булған. Ҡулына бығау һалғандарын теләмәгән ул. Күптәр Буранбайҙы 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры итеп Париждарға алып барып еткерә, Ҡаһым түрә янында йөрөтә. Документтар бөтөнләй икенсене һөйләй: һуғыш башланырҙан теүәл бер йыл алда, 1811 йылда уҡ, уға ғәйепләү ташланып, суд эше һуғыш арҡаһында һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. Буранбайҙың аҙаштары күп йөрәгәндер ул һуғышта, әммә бында һүҙ Буранбай сәсән тураһында бара.
Буранбайҙың төрлө тарафта башҡа исемдәр аҫтында йөрөүенең дә сәбәбен таптым. Ул дәүерҙә Башҡортостанда урынлаштырылған кантонлыҡ режимы хәрби гарнизонды ла хәтерләткән. Йәғни кеше күрше кантонлыҡ еренә аяҡ баҫыу өсөн дә үҙ кантон башлығынан рөхсәт ҡағыҙы - справка алырға тейеш булған. Буранбайға ярҙам итергә теләгән, сәсәнгә тышҡы ҡиәфәте, күҙ, сәс төҫө менән оҡшаған күптәр үҙ исеменә рөхсәт ҡағыҙы алып биреп, сәсәнде үҙенең кантонлығына һыйындырып йәшәткән дә инде.
Документтар Буранбай Ҡотосовтың, Юлбарыҫ Бикбулатовтың, Ибраһим Айсыуаҡовтың кантон башлығы Аҡҡол Биктимеровтың ҡушыуы буйынса халыҡтан аҡса йыйып үҙләштергәне өсөн хөкөмгә тарттырылыуы хаҡында һөйләй. Улар йыйылған аҡсаның бер тиненә лә теймәй. Тап шул ваҡытта батша указы буйынса буш ятҡан башҡорт ерҙәрен межалау башлана. Буранбай үҙ ауылының йәйләү ерҙәренә ауылдар һалдырып, уларға ауылындағы кешеләрҙе күсереп, ерҙәребеҙгә сит яттарҙың килеүенән, межалауҙан һаҡлап алып ҡала. Ошо рәүешле Буранбай йәшәгән Иҫке Кинйәбулат ауылынан бүленеп сығып, Яңы Кинйәбулат (хәҙерге Беренсе Этҡол ауылының яртыһы, Ҡышлауар йылғаһының һул яҡ ярындағы өйҙәр), Манһыр, Ғәҙелбай (Шырмай), Фәйзулла (Шүрәле), Буранбай (Таналыҡ йылғаһы буйындағы ауыл хәҙер юҡ) ауылдары барлыҡҡа килә. Буранбайҙың өлгөһөнә башҡа старшиналар ҙа эйәрә. Буранбайҙы тап шуның өсөн эҙәрлекләү башлана. Аҡсаға бәйле мәсьәлә уны судҡа биреү өсөн һылтау ғына була.

Ҡатын-ҡыҙға хас булған ниндәй сифаттар һине ныҡ аптырата?

- Бер ниндәй өмөт, ышаныс ҡалмағанда ла ҡатын-ҡыҙҙың ире, балаһы, ғаиләһе өсөн үҙен ҡорбан итергә әҙер тороуы. Был сифат бигерәк тә мәрйәләрҙә һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында нығыраҡ сағыла. Уларҙың бындай сифатының нигеҙҙәрен тик тарихта ғына табып булалыр, тием. Икенсенән, тәбиғәттә, йәмғиәттә, милләттә, ғаиләлә "көслө кеше" тигән вакант урын бар. Ул - ирҙәр урыны. Ҡатын-ҡыҙ бөгөн ул урынды ирекһеҙҙең көнөнән яуларға мәжбүр икәнен таныйым, уларҙың ихтыяр көсөнә аптырайым, ул вакант урынды ысын ир-азаматтарҙың яңынан үҙҙәренә ҡайтарып алыры тураһында хыялланам.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.08.15 | Ҡаралған: 1663

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru