«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСКӘҮ ҒАЛИМДАРЫ БАҺАЛАНЫ БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ ТУРАҺЫНДАҒЫ КҮП ТОМЛЫҠТЫ
+  - 

Башҡорт ырыуҙары тураһында фундаменталь китап сығара башлап, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй тарихында тиңе булмаған күренешкә нигеҙ һалды республикабыҙ тарихсылары. Күптән түгел уның авторҙары, тарих фәндәре кандидаттары - тележурналист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Салауат ХӘМИҘУЛЛИН менән БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Этнология бүлеге мөдире Юлдаш ЙОСОПОВ Мәскәү ҡалаһында ошо проекттың исем туйын үткәреп, уның менән таныштырып ҡайтты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар проектты нисек баһаланы икән? Ошо һорауҙан башланып киткән әңгәмәне бөгөн гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН С. Хәмиҙуллин: Резолюциянан сығып, шулай тиергә мөмкин: эшебеҙ Рәсәйҙә генә түгел, хатта БДБ киңлегендә аналогы булмаған уникаль проект тип танылды. Ул тарих, гендар географияһы, сығанаҡтар менән эшләү һ.б. күҙлектән ҡарағанда, иң яңы методологияны ҡулланыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шуға, минеңсә, хеҙмәтебеҙ иң юғары баһаға лайыҡ. Хатта түңәрәк ҡорҙоң ябай учреждениела түгел, ә Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтында үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй - ул ябай ғына төбәк институты түгел, ә илдең алдынғы көнсығыш белгестәрен бергә туплаған академик вуз. Уны алдынғы ғәрәп илдәре белгесе, фекеренә барлыҡ дәүләт учреждениеларында һәм хатта махсус хеҙмәттәр ҙә ҡолаҡ һалған эксперт Виталий Наумкин етәкләй. "Көнсығыш" тип аталған журнал нәшер иткән һәм билдәле ғалимдар эшләгән вузда презентация уҙғарыу, әлбиттә, күп нәмә хаҡында һөйләй.
Институтта бер нисә үҙәк бар һәм " Үҙәк Азия, Кавказ һәм Урал-Волга буйы үҙәге" етәксеһе Аликбер Аликберов ҡултамғаһы ҡуйылған резолюция беҙҙең проектҡа яңы офоҡтар аса һәм был эш мотлаҡ дауам ителергә тейеш, тип билдәләнә.
Юлдаш ЙОСОПОВ Ю. Йосопов: Дөрөҫөн әйткәндә, ошо һөйләшеүҙә ҡатнашыуыбыҙ һәм юғары баһа бирелгән резолюция был хеҙмәттең ғәмәлдә ғилми әһәмиәткә эйә икәнлеген академик даирәлә таныу булды. Фәндә билдәле бер сиктәр, методология, ҡағиҙәләр һ.б. үҙенсәлектәр бар. Эш алып барғанда шул сиктәрҙән сыҡмаҫҡа тырышабыҙ. Мәскәүҙә үткән түңәрәк ҡорға тиклем хеҙмәтебеҙ буйынса ғилми даирәләрҙә адекват тәнҡит булғаны юҡ ине әле. Эйе, тәнҡит булырға тейеш һәм ул кәрәк тә. Ә ошоға тиклем киң мәғлүмәт сараларында проектыбыҙҙы насар итеп күрһәтергә тырышыуҙар булды һәм был резолюция ошондай шикләнеүселәргә төплө дәлил булып тора ла инде.
Түңәрәк ҡорҙоң ғәҙәти ваҡиға кеүек кенә үтмәүе лә ҡыуандырҙы. Быны хатта ойоштороусылар үҙҙәре лә таныны. Сара өс сәғәт барҙы, берәү ҙә ултырғысында борғоланып, ҡасан бөтә инде, тип ултырманы, һәр кем һәр һүҙҙе иғтибар менән тыңланы. Түңәрәк ҡорҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Медик-генетик үҙәгенең алдынғы генетигы Елена Балановская, МДУ-ның Антропология институты антропологы Андрей Мауэр, РФА-ның мөхбир ағзаһы - Рәсәй буйынса алдынғы лингвист-төркиәтсе Анна Дебо һ.б. ҡатнашты. Улар барыһы ла беҙҙең хеҙмәтте хупланы, йәғни төрлө белгестәр этностың барлыҡҡа килеүе, лингвистика теорияһы буйынса үҙҙәренең фекерен әйтеп, был эштең, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә булыуын белдерҙе. Әгәр бығаса башҡорттарҙы өйрәнеүҙә Руденконың, Кузеевтың, Әсфәндийәровтың эштәре менән таныш булһаҡ, беҙ уларҙың хеҙмәтен артабан дауам итеп, уны яңы кимәлгә күтәрҙек, тип әйтә алабыҙ. Түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың эшебеҙҙе таныуы һәм дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға тағы ла бер тапҡыр инандырыуҙары һөҙөмтәһендә эш артабан да дауам итәсәк, һәм беҙ аныҡ юлыбыҙҙы күҙаллайбыҙ.

Башҡорт ырыуҙары тураһында күп томлыҡ нәшер итеү идеяһы, ғөмүмән, проект нисек тыуҙы һәм быға нимә этәргес бирҙе?

С. Хәмиҙуллин: 2005 йылдарҙа Шәжәрә байрамдары ойошторолоп, уларҙың идеяһы ҡасандыр башҡорт булып та, үҙенең асылын юғалтҡан төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына тамырҙарына ҡайтырға ярҙам итеү булды. Ыңғай һөҙөмтә күренгәс, шул ваҡытта уҡ, эх, ырыуҙар тураһында китап сығарырға ине, тип уйлана башланым, әммә был идея менән минән башҡа янып йөрөүселәр ҙә булғанлығын белмәнем. Үҙ эшемде телевидениела башҡорт ырыуҙары буйынса "Башҡорт шәжәрәләре" тигән тапшырыуҙан башланым, ә Юлдаш менән Рәфил Аҫылғужин был ваҡытта райондар буйлап, лекциялар уҡып йөрөгән. Ул саҡта бер-беребеҙҙе белмәй ҙә инек әле. Һуңынан осрашҡас, барлыҡ мәғлүмәттәрҙе туплап, уларҙы көсәйтеп, фундаменталь хеҙмәт башларға ҡарар иттек. Шулай итеп, ҡасандыр айырым-айырым килгән фекерҙәр, уйҙар беҙҙе бер командаға туплап, бынан ике йыл элек тормошҡа аша башланы.
Ю. Йосопов: Беҙ төрлө өлкә һәм учреждение кешеләре - этнограф, журналист, философ. Бер фекергә айырым-айырым килһәк тә, төрлө ысулдар менән бер үк йүнәлештә эш алып барғанбыҙ булып сыҡты. Һуңынан осрашып, берләшеп, кем ошо тема менән ҡыҙыҡһына, шуларға ошо йүнәлештә берләшергә саҡырыу ташланыҡ. Һәм ҡайҙа ғына булмайыҡ, һәр ваҡыт, әгәр уникаль материалдарығыҙ бар икән, хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, шәп материалдар көтәбеҙ, тип белдерә йөрөйбөҙ. С. Хәмиҙуллин: Йәғни был баҫма - ул коллектив хеҙмәт емеше, унда һәр кем ҡатнаша ала. Һәр томды алып ҡараһағыҙ, унда ҡатнашыусылар һаны, йәғни авторҙар коллективы төрлөсә. Беҙгә дан түгел, һөҙөмтә кәрәк. Шуға күрә, крайҙы өйрәнеүселәрҙән шәжәрәләр, фотолар, йәғни сеймал алабыҙ. Әлбиттә, баҫма крайҙы өйрәнеү буйынса түгел, ә фәнни булғанлыҡтан, крайҙы өйрәнеүселәр төп ролде уйнамаһалар ҙа, уларҙың да ярҙамына таянабыҙ.
Ю. Йосопов: Крайҙы өйрәнеүселәр, нигеҙҙә, ойоштороу буйынса ҙур ярҙам күрһәтә. Сөнки беҙ һәр саҡ юлда, ә теге йәки был районда крайҙы өйрәнеүселәр хакимиәт вәкилдәре менән бергә ауылдар буйлап йөрөтөүҙе, материал туплауҙы ойоштора. Аллаһы Тәғәлә бер үк идеяны бер үк ваҡытта бер нисә кешегә бирә, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, күрәһең. Был осраҡта ла ошо фекер ҡайҙалыр һауала эленеп торған һәм бер нисә кешенең башына уй төшөп, тап беҙҙең ошо коллективта тормошҡа ашырға тейеш булғандыр.

Салауат Ишмөхәмәт улының шундай бер фекере хәтергә уйылып ҡалған: "Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлап алды: кемдең ырыуы бар, ул - башҡорт, ә кемдеке юҡ - ул татар милләтенә ҡарай". Шәжәрә тураһында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә мөмкинме һәм милләтте билдәләгәндә шәжәрә лә ырыу кеүек үк төп роль уйнай, тип ныҡлы итеп раҫларға буламы?

С. Хәмиҙуллин: Мин бында шәжәрәгә бик баҫым яһамаҫ инем, сөнки документтар буйынса һәр кем шәжәрәһен төҙөй ала һәм хатта улар башҡорттарҙыҡы кеүек тәрән тамырлы булмаһа ла, барыбер шәжәрә тип атала. Ә бына Урал-Волга буйы төбәгендә ырыу-ҡәбилә структураһы бары тик беҙҙә - башҡорттарҙа ғына.
Ю. Йосопов: Бында шуны ла әйтмәй булмай - беҙҙең оппоненттар, бигерәк тә Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ш. Мәржәни исемендәге Тарих институты вәкилдәренең ҡайһы берҙәре тарафынан саф башҡорт ырыуҙарын татар ырыуҙары һ.б. тип күрһәтергә тырышыу күҙәтелә, хатта юрматы ырыуын да татар ырыуы тип яҙҙылар. Ә халыҡтың ҡулына ошо хеҙмәттәр килеп эләкһә, уларҙың башы бутала, бына мин - гәрәй ырыуы татары, ти башлай. Улар үҙҙәрен нисек атаһа ла - үҙ мәйелдәрендә. Әммә беҙ академик кимәлдән сығып фекер йөрөтәбеҙ, шөкөр, ялған тарихсылар кимәленә төшмәйбеҙ. Бая атап үткәнемсә, Руденко, Кузеев, Әсфәндийәровтың хеҙмәттәренә нигеҙләнәбеҙ. Кузеев тап башҡорттарҙа ырыу йәмғиәте булыуын, ә татарҙарҙа булмауын теркәгән. Шуға күрә фәнни сиктәрҙән ситләшергә тейеш түгелбеҙ, бының эҙемтәләре бик насар һәм ялған тарих диңгеҙенә батыуыбыҙ ҙа ихтимал. Урындарҙағы крайҙы өйрәнеүселәргә лә фәнни күҙлектән сығып эшләргә, фәнни фекерләргә йүнәлеш бирәбеҙ. Бары тик шул ғына үҙеңдең шәжәрәңде, үҙеңдең ырыуыңды өйрәнеүҙә уңыш нигеҙе булып торасаҡ.
С. Хәмиҙуллин: Әгәр беҙ ҙә, мең ырыуы - нуғай ырыуы, нуғайҙар - татар, тимәк, мең ырыуы ла татарҙар, тигән һымағыраҡ уйҙырмаларға юл ҡуйһаҡ, беҙ ҙә әкиәт оҫталары буласаҡбыҙ. Ә бит нуғайҙар үҙҙәре айырым халыҡ. Нуғай далаларына барып, һеҙ - татар, тип әйтеп ҡарағыҙ, нисә минут йәшәрһегеҙ икән? Әммә ҡайһы берәүҙәр бына шундай уйҙырмалар сығарып, күп томлығыбыҙға тәнҡит яуҙыра. Беҙ уларҙың кимәленә төшөргә лә, кем менәндер талашырға ла, ул ғына ла түгел, уйҙырмалар уйлап сығарырға ла йыйынмайбыҙ. Сөнки тарихыбыҙ шул тиклем бай, алдаҡ тарих яҙырға һис урын юҡ. Беҙгә барлыҡ булған тарихыбыҙҙы тарих төпкөлөнән һөйрәп сығарып күрһәтергә генә кәрәк, һәм беҙ ошо юлдан барабыҙ ҙа инде.

Бер әңгәмә ваҡытында Гүзәл Ситдиҡова, милләтте милләт иткән дүрт бағана бар - тел, ер, дин, ҡан берлеге, тигәйне. Ырыуҙарҙы, милләтте асыҡлағанда генетик маркерҙарға мөрәжәғәт итәһегеҙ. Бөгөн тарихи тамырҙарҙы генетик анализ ярҙамында асыҡлағанда алынған мәғлүмәттәрҙе бер нисек тә үҙгәртеү мөмкин түгел һәм быны берәү ҙә инҡар итә алмай. Шул хаҡта ла ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине.

Ю. Йосопов: Гендар географияһы фән булараҡ уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ барлыҡҡа килә. СССР-ҙа генетика фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Александр Серебровский уны тарих фәне тип билдәләй, йәғни баштан уҡ тарихты һәм халыҡтарҙы өйрәнеүгә йүнәлеш ала. Ул ваҡытта хәҙерге ысулдар, гаплотөркөм, гаплотип тигән атамалар ҙа булмай. Шуға ҡарамаҫтан, яҡынса принцип һаҡлана. Башҡорттарҙы совет осоронда уҡ РФА Өфө ғилми үҙәгенең Биология, генетика, биохимия институтында өйрәнә башлайҙар. Был йәһәттән Эльза Хөснөтдинова күп эшләй.
Беҙ бынан өс йыл элек эш башланыҡ һәм Елена Балановская менән берлектә эшләйбеҙ. Баштан уҡ беҙ (этнографтар, гуманитарийҙар) барлыҡ этаптарҙы ла (бергә экспедицияларға сығыу, мәғлүмәттәрҙе бергәләп эшкәртеү, лаборатор ысулдарҙы - молекуляр биология, ДНК-ны бүлеү, уны типлаштырыу, анализ эшләү, селтәрҙәр төҙөү, уларҙың аңлатмаһын биреү) бергә үтергә тейешбеҙ, тигән һығымтаға килдек. Сөнки гендар географияһын өйрәнгәндә шулай ғына билдәле бер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Генетиктарҙың, биологтарҙың төп проблемаһы шунда ла инде - улар был өлкә буйынса махсуслашмаған һәм этностың айырмалыҡтарын билдәләй алмай, йәғни улар мөһим күрһәткес: башҡорттарҙы - ырыуҙар, сыуаштарҙы этнографик төркөмдәр буйынса бүлмәй. Махсус өйрәнә башлағас, беҙ ҙә, генетиктар ҙа тап ошоно күрҙек һәм был ысулдың бик һөҙөмтәле булыуын, эш барышында әллә күпме процесты күрергә мөмкин булыуын, этностың ҡасан айырылыуын һәм һәр берләшмә буйынса нисек һаҡланғанын күрҙек. Эйе, беҙ милләттең ҡайҙан килеп сығыу мәсьәләһен ахырынаса хәл итә алмайбыҙ. Мәҫәлән, теге йәки был төбәккә бәйләнеш бар, ниндәйҙер халыҡты бер гаплотөркөмгә йәки ырыуға бәйләргә мөмкин. Минеңсә, тап ошоға иғтибар бирергә һәм ошо йүнәлештә эште артабан дауам итергә кәрәк. Әгәр киләсәктә башҡорттарҙың ырыуҙарға бүленгән генофондының картаһын төҙөһәк, лингвистар ошо башланғысты күтәреп алып, үҙҙәренең йүнәлеше, үҙ системалары буйынса тикшеренеүҙәр үткәреп, уларҙың күпмегә тура килеүҙәрен сағыштырып ҡараһа, бик яҡшы булыр ине. Әлегә беҙ бары тик нимәлер эшләргә тырышабыҙ ғына һәм был эш киләсәккә төбәлгән.

Һүҙ ыңғайы Башҡортостанда гаплотөркөмдәр буйынса өс ҙур кластер бар, тип әйтеп киттегеҙ. Уларға ла ентекләп туҡталып үтмәйекме икән?

Ю. Йосопов: Көнбайыш Евразия гаплотөркөмө тип һаналған һәм бронза быуаты, иртә тимер быуаты сигендә һинд-иран ҡәбиләләренең миграцияһына бәйле булған R1а төп гаплотөркөм булып тора. Ул үҙе өс төп кластерға бүленә һәм уларҙың иң ҙуры төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына ҡарай. Йәғни уға Учалы районының көньяғынан башлап Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Салауат, Дыуан, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Тәтешле, Яңауыл, Силәбе өлкәһенең Арғаяш райондары инә. Бәлки, Силәбенән арыраҡ та дауам итәлер. Был райондар барыһы бер кластерҙы тәшкил итә һәм Учалы районы башҡорттары менән Балтас башҡорттары туғандар тип әйтергә мөмкин. Беҙ уларҙы шартлы рәүештә табындар, тип атайбыҙ, сөнки табындар унда компактлы йәшәй. Был кластерҙың нейтраль атамаһы - төньяҡ-көнсығыш. Был Көнбайыш Себер, Көньяҡ Урал алды, Урал алды территориялары менән бәйле ҙур массив, һәм, минеңсә, ул башҡорттарҙың дөйөм оҡшашлығын сағылдыра, йәғни R1а генотибын йөрөтөүселәр - үҙҙәре эргәһенә башҡа ҡәбиләләрҙе туплаған боронғо башҡорттар. Икенсе R1а - ҡыпсаҡ төркөмө лә бик ҙур һәм ул Төньяҡ Кавказ, Каспий алды территорияһына ҡарай, йәғни бында Көнбайыш Дәште-Ҡыпсаҡтың ялан халҡы йәшәй. Ҡыпсаҡ атамаһы ла ошоға күрһәтеп тора. Һәм өсөнсө - бәләкәй кластер - юрматылар. Улар үҙҙәре айырым һөйләшеү талап итә, сөнки улар барлыҡ гаплотөркөмдәрҙән дә айырылып торған, бергә тупланып, башҡалар менән оҙаҡ бәйләнешкә инмәй йәшәгән халыҡ.
Икенсе ҙур төркөм N1c. Әгәр R1а тарҡауыраҡ булһа, N1c тупланғаныраҡ. Уның ареалы Уралдан Алтайғаса һәм уның Урал-Алтай миграция циклы һөҙөмтәһе, күсмә халыҡтар менән бәйле икәнлеге асыҡ күренә. Был төркөмгә - түңгәүер, мең, уран, үҫәргән, көнбайышта йылан ырыуҙары инә. R1а Яңауыл районына етеп туҡтаһа, Яңауылдан Ейәнсура районына тиклем N1c гаплотөркөмө һуҙыла. Йәғни ул тотош Урал алдын үҙ эсенә ала: уға Яңауыл, Илеш, Туймазы, Йәрмәкәй, артабан мең ырыуы райондары инә. Был, ошо ареалда төрки-уғыр ҡәбиләләренең үҙ-ара бәйләнеше булғандыр, моғайын, тигән күҙаллауҙарға этәрә, сөнки һуңғы һығымтаны яһарға иртәрәк, эш яңы саҡ башланып ҡына тора.
Һәм башҡорттарҙа булған иң билдәле гаплотөркөм - R1b. Уның хаҡында уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ һөйләй башлағандар, шулай уҡ ул көнбайышта ла телдән төшмәй, бынан бер нисә йыл элек Башҡортостанды ла шаулатты. Был башҡорттар - бөрйәндәр - кельт гаплотөркөмөнә ҡарай. Икенсе массив - ғәйнәләрҙә һаҡланып ҡалған. Уның сығышы иран ҡәбиләләренә барып тоташа. Бөрйән ҡәбиләһендә булған R1b гаплотөркөмө Каспий алды территорияһы халҡы - Көнбайыш Ҡаҙағстан, Манғышлаҡ менән бәйле булыуы ихтимал. R1b гаплотөркөмөнөң үҙенсәлекле төрө Көньяҡ Уралда табылып, был хаҡта уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында уҡ билдәле була. Әммә уның маркировкаһы М73. Һуңғы ваҡытта асыҡланыуынса, ул тамъяндарға һәм йыландарҙың ҡайһы бер өлөшөнә хас.
С. Хәмиҙуллин: Һөҙөмтәлә улар барыбер иран сығышлы була. Бер өлөшө Алтайға барып сыға һәм хәҙерге Алтай халыҡтарының этногенезында ҡатнаша. Һуңынан улар Уралға күсенә. Ә был R1b, N1c гаплотөркөмдәре туранан-тура бәйле һәм ҡасандыр уртаҡ бер атай-олатайҙан таралған. Ниндәйҙер ваҡытта айырылып, һуңынан ҡабат тупланғандар.
Ҡайһы бер халыҡта, винегрет кеүек, төрлө төрҙәр буталған. Ә ҡайһы бер халыҡтарҙа, мәҫәлән, башҡорттарҙа, ҙур өс кластер бар. Әгәр ниндәйҙер халыҡта "винегрет" икән, тимәк, ул йәш этнос. Ә ҙур, тупланған өлөштәр ни тиклем күберәк, халыҡ шул тиклем боронғораҡ.
Мин генетик түгел, мин - тарихсы, этнограф һәм миңә Арғаяш районы башҡортоноң Тәтешле районы башҡортона, Яңауыл районы башҡортоноң Хәйбулла районы башҡортона туған булыуы ҙур асыш булды. Генетик планда тикшеренеүҙең бына ошо яғы ҡыҙыҡлы. Ә ҙур өлөштәргә килгәндә инде, әйтеп китеүебеҙсә, ҙур өс кластер булыуы халыҡтың гомоген, йәғни бер төрлөлөгөн күрһәтә. Антропологик тип төрлө булыуы ихтимал, әммә генотип бер үк. Раса төрҙәре үҙгәреш кисерһә лә, генотип үҙгәрешһеҙ ҡала.

Милләттең этногенезына миграция ҙур йоғонто яһай. Әйтеп китеүегеҙсә лә, башҡорт этносы формалашыуға төрлө миграция процестары үҙ йоғонтоһон яһай, үҙ эҙен ҡалдыра. Был күсенеүҙәрҙең төп сәбәптәрен күҙалларға мөмкинме?

С. Хәмиҙуллин: Кеше бер ваҡытта ла бер урында ултырмай, шуның кеүек, кешелек тарихы ла миграцияларҙан тора, һәм был аксиома. Әммә икенсе яҡтан ҡарағанда, мәҫәлән, яҙыу барлыҡҡа килеүгә мең ярым йыл тибеҙ икән, тарих өсөн был ваҡыт бер секунд ҡына. Хәҙер кешелек тарихы миллион йылдар менән иҫәпләнә. Күҙ алдына килтерегеҙ - ошо миллион йылдар эсендә кешеләр климат, һуғыштар, сәйәсәт, ауырыуҙар сәбәпле һәр саҡ күсенергә мәжбүр булған. Өҫтәүенә, борон улар яңы ерҙәрҙе үҙләштереү менән дә шөғөлләнгән. Уйлап ҡараһаҡ, Гавай халҡын Яңы Зеландияға сығып китергә нимә мәжбүр иткән һәм унда каноэларҙа барып етеү өсөн ниндәй тәүәккәллек кәрәк? Барлыҡ миграция процестары шулай дауам иткән, әммә был бик борон булған. Ләкин беҙгә ул Нух заманында кеүек күренһә лә, Ер тарихы өсөн был ни бары бер миҙгел генә.
Ю. Йосопов: Мәскәү ғалимдары, шул уҡ Е. Балановская гаплотиптарҙың үҙгәреү картаһын төҙөгән. Унда күсмә тормош алып барыусы ҡәбиләләрҙең миграцияһы асыҡ күренә. Йәғни күсмә тормош алып барыусыларҙа алмашыныу, миграция тиҙлеге ҙур. Ә ултыраҡ тормош менән ергә ерегеп йәшәүселәрҙә миграция яй бара. Монголиянан алып Көнсығыш Европаға тиклемге ялан территорияһында генофонд өс-дүрт быуын эсендә тамырынан үҙгәрергә мөмкин.

Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, коллегағыҙ Рәфил Аҫылғужин Башҡортостанда Ҡурған өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көндәре ваҡытында, ҡурғандарҙың үҙенсәлеге шунда, уларҙа башҡа бер ерҙә лә осрамаған ҡалмаҡ ырыуы һаҡланып ҡалған, тигәйне. Символик рәүештә башҡорттоң ете ырыуы тураһында һөйләһәк тә, халҡыбыҙҙа нисә ырыу бар һәм бөгөн уларҙың күпмеһе бар, ҡалмаҡ ырыуы кеүек айырым бер урында ғына һаҡланып ҡалыусы башҡа ырыуҙар бармы?

С. Хәмиҙуллин: Алтын Урҙала ете ырыу берләшмәһе була. Уға бик күп башҡорт ҡәбиләләре инә. Ул ваҡытта уларҙы башҡорттар тип тә атамағандарҙыр, бәлки. Хәҙерге ваҡытта ете ырыу тураһындағы хәтер бары тик беҙҙә һәм ҡаҙаҡтарҙа ғына һаҡланып ҡалған. Башҡорттарҙа ете ырыу Урал аръяғының бер нисә ҡәбиләһен үҙ эсенә ала. Әле был атама барлыҡ башҡорт халҡының синонимы ғына булып йөрөй, сөнки беҙҙең яҡынса 40-тан ашыу ырыу-ҡәбиләбеҙ бар. Төп массанан хәҙерге ваҡытта Пермь крайында һәм Татарстан Республикаһында йәшәүсе ғәйнәләр, байлар, юрмыйҙар, бүләрҙәр, йәнәйҙәр генә төшөп ҡалған.
Ю. Йосопов: Ҡалмаҡтар буйынса ла һорауҙар күп: уларҙы айырым ҡарарғамы, әллә ҡатайҙар эсенә индерергәме? Уларҙы ентекләп өйрәнгәндә, айырып күрһәтергә лә мөмкин, әммә был киләсәктә генә тормошҡа аша торған эш. Күрше өлкәләрҙә айырым дисциплиналар буйынса тикшереүҙәр үткәрелгән, әммә улар системаға һалынмаған, ә бына генетика буйынса тикшереүҙәр башларға әлегә мөмкинлек юҡ, сөнки был эшмәкәрлеккә тотонорға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рөхсәт бирергә тейеш. Әлегә бары тик Башҡортостан буйынса ғына рөхсәт бар. Ә Башҡортостан барлыҡ ырыуҙарҙы ла үҙ эсенә ала. Сөнки төп аҫаба, ырыу ерҙәре ошонда.
Беренсе томда беҙ венгр антропологы Тибер Тоттоның материалдарын баҫтырҙыҡ. Ул 1962 йылда З. Шоңҡаров менән антропологик һәм фольклор материалдары йыя. Уның мәҡәләһенән күренеүенсә, бер нисә иҫәп алыу барышында үҙҙәрен татар тип яҙҙырған ауылдар халҡы, ниндәй ырыуға ҡарауы тураһындағы һорауға яуап биргәндә, үҙҙәренең ырыуын әйтеп бирә. Ул ваҡытта әле кешеләр ырыуҙарын иҫләгән, шунан һуң күп тә ваҡыт үтмәгән, ниндәйҙер баҫым арҡаһында уларҙы фекерҙәрен үҙгәртергә мәжбүр иткәндәр.
С. Хәмиҙуллин: Ғөмүмән, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре яҡшылап тикшерелмәгән. Әгәр беҙ республика буйынса тикшереүҙәрҙе тамамлап, күрше өлкәләргә тотонһаҡ, эш бик күп буласаҡ, уларҙа айҙар буйына ҡайтмай йәшәргә тура киләсәк. Хатта Әнүәр Әсфәндийәровтың Силәбе өлкәһе ауылдары тарихы буйынса әҙерләгән ҡулъяҙмаһы ла донъя күрмәне. Ғилми йәмәғәтселек уны еренә еткереп, баҫма итеп нәшерләргә бурыслы. Ул тикшеренеүселәр өсөн юл күрһәтеүсе йондоҙ-маяҡ булып торасаҡ. Ә Ҡурғанға, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәргә килгәндә, улар бөтөнләй өйрәнелмәгән һәм үҙҙәрендә әллә күпме асылмаған сер һаҡлайҙарҙыр, моғайын.

Юлдаш Мөхәммәт улы бая әйтә биреп ҡуйҙы, был тарихсыларҙың, этнографтарҙың ғына түгел, ә филологтарҙың, лингвистарҙың берлектәге эше булырға тейеш. Нисек барлыҡ ғалимдарҙы ошо эшкә йәлеп итергә мөмкин?

С. Хәмиҙуллин: Иң яҡшыһы - үҙеңдә барлыҡ ошо сифаттарҙы, белемде туплап, киң профилле белгес булырға. Кәм тигәндә, этнография, лингвистика, гендар географияһы нигеҙҙәрен белергә тейешһең. Сөнки бер нисә тар профиль белгесен бергә йыйғанда, уларҙың ошо темаға ҡағылышлы, әммә икенсе профилдәге сығанаҡтарҙы бөтөнләй белмәүе асыҡлана. Шуға күрә, киң профилле белгес булыу зарур.
Ю. Йосопов: Әлбиттә, иң һөҙөмтәле эштәр улар Руденконың, Кузеевтың, Әсфәндийәровтарҙың эштәре. Кузеевтың эшен ҡараһаҡ, ул тарихты, этнонимияны - хәҙерге ырыу структураларын, тамғаларҙы үҙ эсенә ала. Шулай ҙа тамғалар ҙа һәр саҡ һөҙөмтә бирмәй. Йәғни уның эшендә археология ла, антропология ла, башҡа дисциплиналар ҙа ҡулланылмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ниндәй ҡиммәтле мәғлүмәт тупланған хеҙмәт! Әгәр беҙ этнонимияны, лингвистиканы, гендар географияһын берләштерә алһаҡ, был ҙур һөҙөмтә бирәсәк. Әммә был тикшеренеүҙәрҙә ниндәйҙер стандарт булырға тейеш. Мәҫәлән, теге йәки был ырыу буйынса антропологик материалдарҙы өйрәнә башлаһам, дерматоглефика - бармаҡ, аяҡ эҙҙәре - буйынса материалдар бик күп, ләкин мин уларҙы ҡуллана алмайым, сөнки уларҙа этнографтар, лингвистар ҡулланған стандарттар юҡ. Уларҙы былай ҙа кемдер өйрәнә, шулай уҡ кемдер көньяҡ йәки төньяҡ төбәкте генә өйрәнә лә, тотош башҡорт халҡын өйрәндем, тип уйлай. Ә ырыу йәки этнографик төркөмдәр буйынса төрлө дисциплиналарҙың этнографик күҙлектән сығып эшләүе кәрәк. Дисциплина-ара тикшеренеүҙәрҙә бер стандарт булһын өсөн тап этнография тон бирергә тейеш. Шул ваҡытта ғына дисциплиналарҙы берләштерергә мөмкиндер, моғайын. Элек бөтөн нәмә этнонимияға, телгә бәйләп алып барылһа, бөгөн этнонимдың тарихын, гендар географияһын өйрәнеү зарур. Берәй ваҡыт, бәлки, был алымдар ҙа иҫкерер, яңы ысулдар табылыр. Әммә бөгөн беҙ алып барған тикшеренеүҙәр - иң алдынғыһы.

Киләсәккә ниндәй пландар билдәләйһегеҙ?

Ю. Йосопов: Әлеге ваҡытта сираттағы ҙур томды нәшер итеү бурысы тора. Йылан ырыуы, баҡтиһәң, иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе икән. Ул Башҡортостандың тотош төньяҡ-көнбайышын, хатта көнбайышты - Борай районынан башланып Бишбүләк районына тиклем үҙ эсенә ала. Был баҫма ике өлөштән тора, уларҙың һәр ҡайһыһында 800-әр бит. Уникаль материал буласаҡ ул. Әле антропологтар менән дөйөм портрет эшләргә тырышабыҙ. Улар үҙҙәренең технологияһы буйынса 100 фотоны береһенең өҫтөнә икенсеһен һалып, уртаса типты килтереп сығара. Китап донъя күргәс, уны таратырға ла кәрәк. Сөнки беҙ райондар халҡына йүнәлеш тотабыҙ. Шуға баҫманы алып барырға, һөйләргә, аңлатырға, таратырға ла кәрәк. Халҡыбыҙ бик ихлас, улар китаптарҙың ҡиммәтен, беҙҙең тап улар өсөн, киләсәк быуындарына тапшырыу өсөн үткәндәрен, тамырҙарын белһен өсөн тырышыуыбыҙҙы аңлайҙар һәм бында бер ниндәй ҙә сәйәси мотив күрмәйҙәр.

Һеҙ бөгөн ырыуҙар хаҡында китаптар сығарып, башҡорттарға башҡортлоҡто аңлатып, милләтем тип янып йөрөгән кешеләр. Хәҙер илдә Рәсәй милләте берлеген нығытыу (укрепление единства Российской нации) күренеше бара. Рәсәй милләте ҡайҙан килеп сыҡҡан термин һәм ул ысынбарлыҡҡа тап киләме, йәғни кемдер теләгән өсөн генә ҡапыл халыҡ милләт булып ойоша аламы?

С. Хәмиҙуллин: Был идея Бөйөк Француз революцияһы ваҡытынан, йәғни бер ил - бер милләт, милли дәүләт төҙөү идеяһынан килә. Эйе, Францияға уны тормошҡа ашырырға насип була, әммә ул ниндәй ил дә, беҙ ниндәй? Улар британдарҙың, провансалдарҙың, бургундарҙың үҙенсәлеген юҡҡа сығара, Наполеондың революцион һуғыштарын үтә. Минеңсә, беҙҙең өсөн иң дөрөҫ концепция - ул Евразия империяһына оҡшаш Рәсәй дәүләте. Тимәк, ул төрлө милләттәрҙән торған хор булырға тейеш. Берҙәм Рәсәй милләтен булдырыу - ул РФА-ның Этнология һәм антропология институты директоры Валерий Тишков әфәнденең идеяһы. Әммә был утопия тип уйлайым, һәм ул тормошҡа ашмаясаҡ. Бары тик тағы ла юҡҡа көс сарыф ителәсәк. Рәсәй үҙенсәлеге булырға тейеш, әлбиттә, әммә ул минең башҡорт асылымды баҫырға тейеш түгел. Минең үҙенсәлегем шунда: россиянмын, милләтем башҡорт, ырыуым - табын!
Ю. Йосопов: Бөйөк держава, империя һәр саҡ күп мәҙәниәтте күҙаллай. Был Евразия идеяһы һәм Рәсәй империяһы ла, Советтар Союзы ла ошо нигеҙҙә ҡоролдо. Евразистар уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ Рәсәйҙең Советтар Союзының тарихи вариҫы булырын күҙаллаған. Был йәһәттән Салауат Ишмөхәмәт улы менән тулыһынса килешәм: империя һәр халыҡтың үҙ урыны булыуын һәм уларҙың тап ошо үҙ урынында, үҙ ерлегендә держава, тотош ил мәнфәғәтенә файҙалы эшмәкәрлек алып барыуын күҙалларға тейеш. Был - быуаттар буйына һыналған алым. Бөгөн тәҡдим ителгән "бер дәүләт - бер милләт" идеяһы, ғәмәлдә, либералләштереү ул.
С. Хәмиҙуллин: Шул уҡ ваҡытта, беҙҙә либероид һүҙе һүгенеү кеүек ҡабул ителә. Әлеге ваҡытта алып барылған көнсығышҡа йөҙ бороп, көнбайыш менән союздан, көнбайыш ҡиммәттәренән һәм бер үк ваҡытта либерализмдан тулыһынса баш тартыу дөрөҫ түгел. Был - үҙ-үҙеңә ҡаршы килеү генә. Бындай когнитив диссонанс барлыҡҡа килә икән, был инде система көрсөгөнөң асыҡ сағылышы.

Шулай итеп...
Уйҙары, ниәттәре, эшләгән эштәре изге егеттәрҙең. Әле улар бөйөк пландарына тәүге аҙымдарын яһаны, һәм ышаныслы яһаны тиергә мөмкин. Килер бер көн, Алла бойорһа, республикабыҙ халҡына: "Ырыуың кем?" - тип оран һалғанда, Урал армыттары аша шундай яуаптар яңғырап торор:
- Ырыуың кем? Үҫәргән!
- Ырыуың кем? Юрматы!
- Ырыуың кем? Ҡатай!
- Ырыуың кем? Табын!
- Ырыуың кем? Ҡыпсаҡ!
- Ырыуың кем? Бөрйән!
- Ырыуың кем? Тамъян!
- Илебеҙ - Башҡортостан!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.09.15 | Ҡаралған: 1991

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru