«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУРЫСТАРЫМ БАР, УЛАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫУ ЮЛЫНДАМЫН
+  - 

"Тамыр" балалар телеканалының тапшырыуҙарын яратып ҡараған балалар "Бауырһаҡ апай" тип белгән оҫта хужабикә, тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә өйрәтеүсе Ләйсән Мәзитова кескәйҙәр өсөн ижад итеүҙән тыш, етди документаль фильмдар ҙа төшөрә. Быйыл уның "Һуҡмаҡһыҙ юлсы" тип аталған документаль фильмын тамашасылар бик йылы ҡабул итте, ә "Герой-балалар" проекты Рәсәй кимәлендә "ТЭФИ - Регион 2014" бәйгеһендә иң яҡшы фильм тип табылған. Әле уның был эштәре Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгән. "Ижадхана"ға саҡырылған ҡунағыбыҙ менән тележурналист һөнәре, балалар һәм документаль фильмдар тураһында һөйләштек.

Журналист илһам көтөп ултырмай...

Тележурналист булыу теләге 10 класта уҡығанда тыуҙы, буғай. Ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләүсе хәбәрсе булғым килә ине. Башыма каска, түшемә бронежилет кейеп, пулялар аҫтында стенд-ап һөйләргә хыялланғанымды иҫләйем. Әлдә әле был хыял тормошҡа ашмаған. Әммә балалар менән эшләүҙе лә мин үҙенсәлекле бер алыш, бәйге менән сағыштырыр инем.
Мәктәпте тамамлаған саҡта, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән һорау менән оҙаҡ баш ватманым, туп-тура Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына документтарымды тапшырҙым. Мәктәпте миҙалға тамамлағас, телевидениенан рекомендация, характеристика булғас, мине бер һүҙһеҙ уҡырға алдылар. Әммә баяғы шул "халыҡ әртисе" булыу теләге тынғы бирмәгәндер инде, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенә лә уҡырға инергә уйланым. Имтиханда башҡорт халыҡ йыры "Бейеш"те йырланым, шулайтып уҡырға индем. Ҡунаҡ килгән һайын ата-әсәйемдең: "Беҙҙең ҡыҙ ике уҡыу йортонда белем ала", - тип маҡтаныуҙары ошо ике вузда уҡыуҙың ауырлыҡтарын үтеп сығырға көс бирҙе, тип шаяртам хәҙер.
Тележурналист һөнәрен мин һайламаным, һөнәр үҙе мине һайланы. Эшләгән һәр яҙмам, нисектер, ҡыҙыҡ килеп сыға, үҙемә оҡшай ине. "Артылыш"ҡа яҙмалар эшләргә Рәзилә Салауатова өйрәтте. Радио тапышырыуҙарҙа Ләйсән Усманова, тура эфирҙа Резеда Миндиярова сыныҡтырҙы, "Тамыр" балалар телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина иһә, минең ошо юлда тайпылмай атлауыма булышлыҡ итә. Үҙ тамашасым, ә иң мөһиме, ҡәҙерле эфир минуттары булыуға яҙмышыма рәхмәтлемен.
Балалар менән уртаҡ тел табыу миңә гел еңел бирелә, тип әйтмәҫ инем. Бәләкәй балалар менән эшләргә тыныслығым, түҙемлегем етмәй. Шуға күрә, "Сәңгелдәк" тапшырыуын төшөр, тип әйтһәләр, ризалашмаҫ инем. Мин үҫмерҙәр менән яҡшы бәйләнеш булдырам. Тапшырыуҙарҙың алып барыусылары булып эшләгән үҫмерҙәр менән "бер телдә" һөйләшәм, уларҙы башҡортса аралаштырыу өсөн заманса "текә" һүҙҙәрҙе үҙебеҙсә тәржемә итеп ебәрәм. Мәҫәлән, "не парься" тигән һүҙҙе "сабынма" тип тәржемә итеп алдыҡ, "обалденный, супер, крутой" тигәндәрҙе "хәтәрский" тип һөйләйбеҙ. Балалар менән съемка мәленән тыш та аралашабыҙ. Күбеһе КВН-да ҡатнаша, үҙҙәрен төрлө сараларҙың алып барыусылары булараҡ күрһәтә. Улар менән эшләү үҙе бәхет. Бер көн Айсулпан исемле ҡыҙ минән һорай: "Ләйсән апай, ә һеҙ мине яратаһығыҙмы?" - ти. Мин әйтәм: "Ниңә улай тип һорайың, яратмайым кеүек тойоламы әллә?" Ул: "Юҡ, былай ғына, мин һеҙҙе ныҡ яратам", - ти. Сулпиктың шул һүҙҙәре гел ҡолағымда сыңлай. Шул балаларҙың мөхәббәтенә, ихтирамына төрөнөп йәшәйем, улар өсөн мин дуҫ, яҡын кеше.
Журналист - ул илһам килгәнен көтөп ултырыусылар һөнәре түгел. Әгәр минең эфирға сығырға илһамым юҡ икән, тимәк, минең ғүмерем заяға үтә. Шуға ла мин һәр саҡ күтәренке кәйефтә йөрөргә тырышам. Борсолорға урын юҡ бит: Аллаға шөкөр, бөтә ағзаларым теүәл, ата-әсәйем бар, ағайҙарым, ҡәйнәм менән ҡайным, минең өсөн өҙөлөп тороусы ирем, дуҫтарым, тамашасым бар. Бурыстарым да бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн илһам ғына түгел, ә оло көс сарыф итеү кәрәк.

Документаль фильмға тотоноуым

Документалистика - бик ҡатмарлы жанр. Ул теүәл һандарҙы, факттарҙы ярата. Был юҫыҡтағы эштә бер генә мәғлүмәтте лә иҫтән сығарып төшөрөп ҡалдырырға, әһәмиәт бирмәй урап үтергә ярамай. Юғиһә, һин алдаҡсы булып сығаһың. Ә журналист өсөн "алдаҡсы" тигән яманаты таралыуҙан да ҡурҡыныс нәмә юҡ. Тәүге тапҡыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә бәйле "Донъяның ярҙары икәү" документаль фильмы өҫтөндә эшләнем. Был фильм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыған осорҙа "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" әҫәре буйынса үҙебеҙ сәхнәләштергән спектаклгә арналды. Ижади эҙләнеүҙәр ваҡытында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең геройҙары тураһында һөйләгән бик күп видеояҙмаларҙы телевидение архивында таптым. Үҙемдең һәр нәмәнең айышына төшөнә, ентекләп өйрәнә, төпсөнөп белә, эште еренә еткереп башҡара торған кеше булыуымды ошо проектты тормошҡа ашырғандан һуң аңланым. Берәүҙәр нөктәһенә тиклем эшләһә, мин "микшерына тиклем" бөтәһен дә ентекләп үтәйем. Шуға күрә, артабан да документаль фильмдар йүнәлешендә яңы проекттарға ҡурҡмайынса тотондом.
"Герой-балалар" проектын үҙемдең төп эшем - "Тау-тау хәбәр" һәм "Бауырһаҡ" тапшырыуҙарын төшөрөүҙән тыш, өҫтәмә рәүештә эшләнем. "Нисек өлгөрҙөң?" тип һораһалар, хәҙер үҙем дә аптырап ҡуям. Сөнки Башҡортостанды тағы бер ҡат арҡырыһынан буйына үтергә тура килде. Минең геройҙарым - республикабыҙҙың аҫыл балалары, ышаныслы киләсәге. Редакциябыҙға 60 кешенән торған исемлек килгәйне, шулар араһынан мин 18 йәшкә тиклемгеләрҙе һайлап алдым. Утыҙ баланың егерме бере менән күрешергә, танышырға насип булды.
Баланы икенсе бала менән сағыштырып, һин былай, ул тегеләй, тип ҡарарға ярамай. Ата-әсәйем беҙ бишәү булһаҡ та бер ҡасан да бер-беребеҙ менән, класташтар, дуҫтар менән сағыштырманы. Минеңсә, кешене сәмләндерәм тип уйлап, башҡалар менән сағыштырыу ҡайсаҡ көнләшеү тойғоһон үҫтерә. Һәр кемдең донъяға үҙ ҡарашы, үҙ яҙмышы. Геройҙарым араһында тик бер генә уртаҡлыҡ бар: улар барыһы ла "битарафлыҡ" тигән нәмәне белмәй. Мәҫәлән, Арсен Байғусҡаров исемле Хәйбулла егете һыуға батып барған өс ҡыҙҙы тартып сығарған! Өс ғаиләне бәхетле иткән егет. ДЦП менән сирләүсе Салауат ҡалаһы егете Андрей Новиков һау балаларҙан бер ҙә айырылмай. Ә Асҡын районынан Эльза Юлдашева тигән ҡыҙ ағаһын бер үҙе ҡар аҫтынан соҡоп сығарған. Был да оло батырлыҡ бит! Хәлемдән килһә, шундай балаларҙы төшөрөр инем дә, төрлө предприятие, ойошмаларҙа опертивка ваҡытында күрһәтер инем. Ҡайһы бер өлкәндәр балаларҙан үрнәк алһа, ҡалай шәп булыр ине. Тырыш, егәрле, батыр, аҡыллы, ә иң мөһиме, ихлас балалар бит улар. Был проектты эшләгәндә үҙемде һуғыш яланында йөрөгән кеүек хис иттем. Ҡайһы бер балаларҙың батырлығын күтәрә алмаған абзый-апайҙар менән һүҙ көрәштереп, телем талды. Әммә бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп, проект барыбер эфирға сыҡты. Ул ғына ла түгел, Рәсәй кимәлендә иң шәп документаль фильм тип табылды.
"Һуҡмаҡһыҙ юлсы"ға килгәндә, бына ике йыл инде мин Дим ағайҙың йырҙары менән йәшәйем, ул минең маяғым. Бер тамашасы: "Ул һинең туғаныңмы әллә?" - тип һораны. Юҡ, мин уның фанаты ғына. Заманында, йырлағым килгән саҡта, ул миңә ярҙам ҡул һуҙҙы. Эстрадаға ишек асты, тип әйтмәйем, әммә асҡысын тапшырҙы. Фильм өҫтөндә эш бер йыл самаһы барҙы. Дим ағайҙың улы Данил менән танышҡас, был эшкә төптән тотонорға булдым. Архив материалдарын төндә монтаж бүлмәһендә яңғыҙ ултырып ҡалып, илай-илай ҡараным. Һуңынан съемкалар барышында Дим ағайҙың әсәһе менән танышып, ғаиләһе менән аралашып, балалары менән уртаҡ тел таба алыуыма шатланам. Әле булһа аралашабыҙ. Фильм төшөргәндә оло презентация эшләрмен тип хыялланып йөрөнөм. Дим ағайҙың йырҙарын барыһы ла белә, һәләтле йәштәр бер тин аҡса һорамай концерт ойошторорға ярҙам итте. Дөрөҫөн әйтәм, билет һатылған аҡсаны беҙ зал өсөн ҡуртым хаҡын түләүгә, баҫма материалдар һәм Учалыға презентацияға барып ҡайтыуға тотондоҡ. Фильмды төшөрөүсе операторым Марат Юнысовҡа, ҡораусы Дамир Сәлимовҡа, компьютер графикаһы оҫтаһы Азат Шәриповҡа ныҡ рәхмәтлемен. Телевидениела тапшырыуҙар бер кеше ҡулы менән генә эшләнмәгәне билдәле. Шуға һәр коллегама, ярҙам иткән дуҫтарыма рәхмәт.

Бөйөк шәхес тураһында

Шәйехзада Бабич башҡорт милләтенең киләсәге өсөн көрәшеүсе, тип кенә әйтеү аҙ. Минең өсөн Бабич - оло шәхес. Бик ихлас, алсаҡ күңелле кеше ине, тип яҙалар китаптарҙа. 24 йәшлек кенә сағында оло ағайҙарҙың йәнен көйҙөрөрлөк булғас, ябай ғына ауыл малайы булмағандыр инде ул. Халыҡ уның исемен тарих төпкөлөндә онотоп ҡалдырмай, беҙҙең заманға тиклем алып килеп еткергән икән, тимәк, ул - шәхес. Тарих бит иң-иңдәрҙе генә хәтерләй. Уйлап ҡараһаң, заманында Бабич фамилияһын йөрөткәндәрҙе атҡандар. Күптәр фамилияһын үҙгәрткән, әммә тоҡом һаҡланып ҡалған. Бабич ижадына етергә теләүсе йәштәр күп, тик барыһы ла булдыра алған эш түгел, елкә йоҡа, бил тотмай. Заман да хәҙер башҡа. Шуныһы ҡыҙыҡ, Бабичтың кем икәнен белмәгән лауреаттарҙы ла күрҙе беҙҙең ил. Уның исеменә тап төшөрмәй премия йөрөтөүселәр ҙә бар, Аллаға шөкөр. Минең өсөн был премия республикамда тәүге һынау. Шуғалыр ҙа бик ҡатмарлы юлда торам әле. Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына үҙем теләп сыҡманым, миңә ышанысын бағлап, етәксем Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина тәҡдим итте. Йәшермәйем, был исемгә лайыҡ булғым килә. Ул илем өсөн хеҙмәт итеүемде дауам итергә этәргес көс булыр ине. Ошо оло шәхестең исеме минең алдымда яңы ишектәр асыр, яңы проекттарҙы бойомға ашырырға ярҙам итер ине. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәгән, тәбиғәте менән тынғыһыҙ, һәр ерҙә мөғжизә, быға тиклем кеше күҙенә күренмәгән, ҡолағына салынмаған иҫ киткес яңылыҡ көҫәп йөрөгән кешеләр генә журналист булып эшләргә тейештер. Шулай уҡ ысын журналист - ул иленең, милләтенең патриоты ла. Балалар тәрбиәһенә ҙур йоғонто яһаған матур тапшырыуҙар эшләүсе, шәхестәр тураһында фильмдар төшөрөүсе Ләйсән Сәлих ҡыҙы ла бына шундай журналист булырға ынтыла. Ынтылышы, тырышлығының емештәре лә бар. Ана шул ижад емештәре йәмәғәтселек тарафынан ғына түгел, ә Хөкүмәт тарафынан да баһаланһа ине, тип теләйбеҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.09.15 | Ҡаралған: 1405

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru