«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ЭСЕРГӘ АТАЙҘАРҘАН ӨЙРӘНДЕК, Ә АТАЙҘАР УЛ ҒӘҘӘТТЕ ҺУҒЫШТАН АЛЫП ҠАЙТТЫ
+  - 

Сәләмәт сабыйҙарҙаң барыһы ла һөйкөмлө, талантлы, зирәк һәм гениаль. Ни өсөн һуң уларҙың бик күптәре ҙурайғас, насар яҡҡа үҙгәрә, тормошто йәмләр урынға, боҙоҡлоҡҡа бара, хатта ҡот осҡос енәйәттәр ҡыла? Әгәр буй еткереп тә улар шулай уҡ эскерһеҙ булып ҡалһа, уйҙарында һәм ҡылған ғәмәлдәрендә ихласлыҡ һәм яуаплылыҡ ятһа, беҙ ожмахтың үҙендә фәрештәләр кеүек йәшәр инек тә баһа. Үкенескә ҡаршы, кешелек донъяһы (ололар донъяһы) үтәнән-үтә ялғанға, хөсөткә, ҡомһоҙлоҡҡа, көнсөллөккә ҡоролған. Был исемлекте байтаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине.

Донъяға саф һәм эскерһеҙ килгән баланы артабанғы тормошта ата-әсәләре үҙҙәре, насип иткән мөхит, йәмғиәт боҙа! Бында бер ниндәй ҙә арттырыу ҙа, ялғанлау ҙа юҡ. Әлбиттә, тыумыштан боҙоҡ кешенең дә булыуы ихтимал. Ғалимдәр, енәйәтсе гены бар, тип тә иҫбатлай бит. Булған хәлдә лә, сабыйҙың бер сәбәпһеҙ енәйәтсе булып китеүенә ышаныуы бик ауыр.
Йәмғиәттең, уратып алған мөхиттең ни рәүешле баланы "әүәләүен" киң таралған эскелек миҫалында айырым-асыҡ күрергә мөмкин. Бихисап бәләләр, ҡайғы-хәсрәт алып килгән эскенән беҙ баланы ҡурсаларлыҡ хәлдә түгелбеҙ. Уны өйҙә бикләп тотоп булмай. Ә мөхитебеҙ араҡыға манма батҡан. Ҙурая бара, ҡайһылыр бер мәлдә, шарап тәмен барыбер татый бала. Артабан, кемеһелер күңел өсөн генә рюмка күтәрә, байтаҡтар эскеһеҙ бер генә ваҡиғаны ла үткәрә алмай, ҡайһыларҙың эскелек йәшәү мәғәнәһенә әүерелә - эскегә һабыша улар. Иллә мәгәр, араҡы эсеп ҡарамаған бер генә кеше лә юҡ арабыҙҙа. Йәмғиәтебеҙҙе тотошлайы менән ялмап алған эскенән ҡасып та, башҡаса ла ҡотолормон тимә. Малайҙар тәрбиәләгәнлектән, иң ҙур теләктәремдең береһе - ҙурайғас, уларҙың хәмергә битараф ҡалыуҙары ине.

* * *

Эскелек проблемаһының асылын, беҙҙең быуындың - үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында тыуғандарҙың - нисек араҡы эсә башлауы һәм уның ҡолона әүерелеүе миҫалында айырым-асыҡ күрергә мөмкин. Көнкүрештә ҡыуаныу, ҡайғырыу, байрам итеү, ял ойоштороу, буш ваҡытты үткәреү, һыныҡты яҙыу фәҡәт эскелек ойоштороуға ҡайтып ҡалған совет йәмғиәтендә тәрбиә эше лә шаҡтай ҡаты ҡуйылғайны. Мәктәптең башланғыс синыфтарында - октябрят, унан - пионер, аҙаҡ комсомол ойошмаларында тәрбиә коммунизм төҙөүсе кодексы принциптарына таянып алып барылды. Беҙҙе тоғро булырға, ялғанламаҫҡа, иптәшеңә һәм мохтаждарға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торорға өйрәттеләр. Араҡы эсеү, тәмәке тартыу, алдашыу, үҙ мәнфәғәтеңде өҫтөн ҡуйыу иң алама ғәҙәттәр, тип баһаланды һәм ләғнәтләнде.
Мин үҙем хөкүмәт тәрбиәһе көнө-төнө алып барылған интернат-мәктәптә бишенсе синыфтан алып алты йыл дауамында уҡыным. Беҙҙең аңға коммунистик, йәғни дөрөҫ йәшәү принциптары уғата ныҡ һеңдерелгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, һабаҡташ ун бишләп ир-егет араһында араҡыға бирелмәгән дүрт-биш кенә кеше бар. Ә ауылда ҡорҙаштарым араһында ундайҙар берәү-икәү генә.
Эскелеккә минең быуын атайҙарҙан өйрәнде. Беҙҙең атайҙар - һуғыш йылы балалары - башҡорттарға хас булмаған эскелекте фронтовиктарҙан эләктереп алған тәүге быуын булғандыр. Ә "наркомовский сто грамм" ҡорбандары хәмерҙең тәмен ғәрәсәтле ут эсендә татып, эскелек мәҙәниәтен (йолаларын) тыуған төйәккә алып ҡайтырға мәжбүр ителгәйне. Бының өсөн яугир атай-олатайҙарыбыҙға бер ҙә ғәйеп ташлап булмай, әлбиттә. Һуғыш асҡан фашистарҙы ғына ҡарғарға ҡала. Беҙҙең атайҙар самаһыҙ эсте һәм эстафетаны "уңышлы" ғына улдарына тапшырып ҡуйҙы.

* * *

Мин үҙем һәм ҡорҙаштарым шарап тәмен тәүге тапҡыр төрлө халәттә һәм төрлө шарттарҙа татып ҡараныҡ. Хатта көнө-төнө ҡарау (ҡарауыл) аҫтында булған интернат балалары ла хәмер эсеп маташты. Әлбиттә, улар иҫергәнсе эсмә-не. "Отбой" булғас, ҡараңғы бүлмәлә, берәр йотом ғына. Бер шешә шарапты (бормотуха, тип йөрөтә торғайнылар уны) ун-ун биш башҡа бүлешеп. Был уларға нимә бирҙе икән? Ололар тормошон башларға торғанда сирҡаныс алыу булдымы? Тыйылғанға ороноп, ләззәт кисереүме? Үҙеңде оло итеп тойорға маташыумы? Әллә, бөгөнгөсә әйткәндә, адреналин көҫәүме? Был һорауҙарҙың барыһына ла "эйе" тип яуап бирергә мөмкиндер. Һәм ошо урында тағы бер һорау тыуа: үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға торған, донъялыҡты бар бөтөнлөгө менән белеп-тойомларға ынтылған йәш кеше тормошто йәмле итә, ләззәтләндерә торған башҡа ысулды (юлды) белмәнеме икән ни? Күрәһең, юҡтыр!
Беҙҙең һәр беребеҙ эскелек "мәҙәниәтен" (кешенең мәҙәниһеҙлеген) сабый саҡтан күреп үҫтек. Күптәрҙең аңында (төпкө аңында) урын алған, тормош шулай була икән, тигән төшөнсәне дәүләт тәрбиәһе төҙәтә алырлыҡ хәлдә булмағандыр, моғайын. Беҙҙең аңға һалынған программаны юйыр өсөн уҡытыусы һәм тәрбиәселәребеҙ Макаренконан бер ҙә ҡалышмаҫҡа тейеш булғандарҙыр. Ундай педагогтар иһә меңгә берәү генә. Үкенескә ҡаршы.

* * *

Ете-һигеҙ йәшемдә мин һыра эсергә әүәҫләнеп алдым. Ялға ҡарай әсәйем, атайыма тип, өс литрлыҡ банка менән һыра алып ҡайтып ултырта. Тәүге тапҡыр, күрәһең, ололар күрмәгәндә, ҡыҙыҡ өсөн генә йотоп ҡарағанмындыр уны. Атай бушҡа эсмәйҙер, тәмлелер, тип уйлағанмындыр инде. Иҫләмәйем, был аҙымға нимә этәргәнен.
Артабан, банка ҡайтып ултырған һайын бер-ике йотом уртлауҙы ғәҙәт итеп алдым. Артығын эсмәйем, сөнки бүҫкәргәнен шәйләп ҡалыуҙары ихтимал. Шулай бер ваҡыт һыраның ҡайтып ултырғанын көтөп йөрөй башланым. Үҙемдә был спиртлы эсемлеккә тартылыу тойҙом һәм… ҡурҡтым. Эскелектең иң алама ғәҙәт икәнен мәктәптә аңыма һалып өлгөргән булғандарҙыр инде. Үҙемә, ярамай, тинем, һәм башҡаса һыраға оронманым.
Абайһыҙҙан шарапты (бормотуханы) мин ун ике - ун өс йәштәр тирәһендә тәмләп ҡараным. Абайһыҙҙан, тим, сөнки мин уны компот икән, тип йоттом. Ул шулай булды. Эскелек менән ныҡ мауыҡҡан атайҙарыбыҙ баҡыйлыҡҡа иртә китеп бөттөләр. Ауылыбыҙ урамының беҙ йәшәгән осонда һуғыштан алда тыуған ирҙәр үткән быуаттың етмешенсе йылдары уртаһына, ғәмәлдә, ҡалмағайны. Төрлөсә китте улар был донъянан. Үҙҙәренә ҡул һалдылар, фажиғәле үлделәр, сир ҙә ғүмерҙәрен ҡыйҙы. Әле ҡырҡ йәше лә тулмаған, яңы бишенсе тиҫтәне ваҡлаған яңғыҙаҡ ҡатындар эске табындарын үҙҙәре ҡора башланы. Сәбәбе булғанда ла, сәбәпһеҙ ҙә өҫтәлгә "аҡбаш" ҡуйылды. Дуҫымдың әсәһе төнгө ҡарауылда эшләй торғайны. Йыш ҡына уның урынына дежурға беҙ барабыҙ. Әле бәйән иткән осраҡ, ялға тап килгән булғандыр, күрәһең. Кискелеккә, дуҫымдың әсәһен алмаштырырға беҙ барҙыҡ. Туйғансы уйнаныҡ та, ҡарауылсы бүлмәһенә индек. Унда эске табынынан ҡалған өҫтәл ҡаршыланы беҙҙе. Өс литрлыҡ банканың төбөндә ҡыҙғылт шыйыҡса ҡалған (мискәнән ҡойоп һатылған шарап - разливное вино). Тыштан сарсап ингән мин, уны-быны уйлап тормай, банканы күтәреп эсеп тә ҡуйҙым. Тәме татлы күренһә лә, компот булмауына төшөнөүен-төшөндөм дә ул, тик һуң ине инде. Ҡаҡ эскәмйәлә ҡаты йоҡлағаным иҫемдә ҡалған. Иртәнсәк ауыҙым ҡороп, ныҡ тәмһеҙләнгәйне. Ошо хәл һәм урлап һыра уртлауым, теләйме-юҡмы, беҙҙең йәмғиәттә бала араҡыны барыбер урап үтә алмаясаҡ, тигән фекергә тағы ла бер дәлил.

Сәғиҙулла РӘСҮЛЕВ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.11.15 | Ҡаралған: 1243

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru