«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘЙХУРБЫҘ ТИМӘК, СӘЙҘЕҢ СИФАТЛЫҺЫН ЭСӘЙЕК
+  - 

Кемдер күп һөйләй, ләкин аныҡ эш күрһәтмәй. Икенселәр иһә оҙон һүҙ ҡуйыртыуҙан ҡасып, көсөн һәм энергияһын эшкә йүнәлтә. Тормошта уларҙың тегеләре лә, былары ла күп, ләкин хөрмәт һәм абруй ҡаҙанғандарҙы тик икенселәр рәтендә генә осратырға була. Тап шундай эшлекле егеттәрҙең береһе, барыһы ла тотонорға ҡыймаған эшҡыуарлыҡты йүгәнләргә тәүәккәлләгән Вадим ХӘСӘНОВ менән әңгәмә ҡорорға насип булды.

Сифатлы сәй - "Дикша"

Үҙ эшен башларға уйлаған һәр кем, тәү сиратта, үҙе йәшәгән һәм эшмәкәрлек алып барырға теләгән төбәктә ниндәй тауарҙың йәки хеҙмәттең ҙур һорау менән ҡулланылыуын тикшерә, анализлай һәм һығымталар яһай. Эшлекле партнерҙарым менән оҙайлы тикшереүҙәр алып барғандан һуң Башҡортостан халҡын һинд сәйе менән тәьмин итеү тураһындағы фекерҙә туҡталдыҡ. Кеше ашамай-эсмәй йәшәй алмай, шуға күрә аҙыҡ-түлек менән эш итеүсе эшҡыуарҙың шөғөлө, күпселек осраҡта, килемһеҙ булмай. Ләкин ҡайҙандыр осһоҙға һатып алынған аҙыҡ-түлекте икенсе урында ҡыйбатҡа тәҡдим итеү генә беҙҙе хушһындырманы. Алдыбыҙға, ауыр һәм боролмалы булһа ла, халыҡты сифатлы сәй менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуйҙыҡ һәм уны тормошҡа ашыра башланыҡ. Рәсәйгә сәйҙе иң күп экспортлаған илдән - Һиндостандан туранан-тура һатып алыуҙы иң яҡшыһы тип таптыҡ.
Бынан бер нисә йыл элек Һиндостандан алып киленгән сүпрә, лавр япрағы һәм башҡа төрлө тәмләткестәр һатыу нөктәләре асыуым был ил менән эшлекле хеҙмәттәшлек булдырыуға килтерҙе. Шуға күрә сәйгә бәйле эшмәкәрлекте башлау ауыр булманы. Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ алып барыу процесы, таможня эше менән яҡшы таныш булыуым бик тә ярап ҡалды. Хәҙер бер көйлө системаға һалынған, юғары кимәлдә һәм дөрөҫ итеп алып барылған халыҡ-ара бәйләнеш эшебеҙҙе алға ебәрергә булышлыҡ итә.
Ниндәй төр сәй алып килергә, тигән һорауҙы хәл иткәндә, тәү сиратта, уның сифатына, тәменә, хаҡының артыҡ ҡиммәт булмауына өҫтөнлөк яһаныҡ. Бөгөнгө көндә халыҡ иғтибарына өс төрлө вариантта, "Дикша" исеме менән тәҡдим иткән сәйҙәребеҙ Һиндостанда үҫә, шунда йыйыла, эшкәртелә һәм үлсәп төрөлә. Сәйҙәрҙең бер ниндәй ҡушымтаһыҙ эшләнеүен ҡаты контроль аҫтында тоторға тырышабыҙ. Әлегә тиклем үлсәп төрөү эштәре Һиндостанда башҡарылды, ләкин доллар тирәһендә барған ваҡиғалар беҙҙе сеймалды үҙебеҙгә алып килеп төрөү тураһында фекергә этәрә. Оҙаҡламай ошо эшкә тотонорға иҫәп тотабыҙ. Ул саҡта ассортиментты күбәйтеп, сәйгә үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән боланут (иванчай), мәтрүшкә, һары мәтрүшкә һәм башҡа шифалы үләндәр ҡушып эшләү ниәтен уйҙа йөрөтәбеҙ. Был, үҙ сиратында, үлән йыйып тапшырыусыларға килем дә килтерәсәк.
Рәсәй баҙарына сәй Һиндостан, Цейлон, Ҡытай, Вьетнамдан килтерелә һәм үҙебеҙҙең Краснодар крайында үҫкәне һатыуға сығарыла. Сәйгә ҡытлыҡ булмауы был илдәр һәм сәй етештереүсе төрлө компаниялар араһында ҙур конкуренция тыуҙыра. Үҙ тауарын үткәреү өсөн уларҙың һәр береһе төрлө ысулдар ҡуллана, төрлө юлдар эҙләй - сәйгә тәмләткестәр ҡуша, тышҡы биҙәлешенә күп иғтибар бүлә. Ләкин барлыҡ етештереүселәр ҙә намыҫлы эш итмәй һәм тәбиғи үләндәр урынына төрлө зарарлы матдәләр ҡушып, сәйҙең тәмен үҙгәртә. Уларҙың һаулыҡ өсөн ниндәй зыян килтереүен белеп тә бөтмәй ҡулланыусы.

Сәй тураһында

Кеше әллә нисә быуат сәйҙең составын тикшерә, ләкин әле булһа тулыһынса өйрәнеп бөтә алмай. Сәй - химик составы буйынса иң ҡатмарлы булған үҫемлектәрҙең береһе һанала. Уның составында кәмендә 130-ҙан ашыу матдә бар. Үҙенә шулай уҡ бихисап һандағы витаминдар туплаған сәйҙең файҙалы һәм тәмле булыуы ла уны бөтәһенең дә яратҡан эсемлеге рәтенә индерә.
Сәйҙең иң сифатлыһы һәм сихәтлеһе - сәй ҡыуағының өҫкө япраҡтарынан етештерелгәне. Унан һуң ҡыуаҡтың урта өлөшөндә үҫкән япраҡтарҙан эшләнгән сәй килә. Иң һуңғы баҫҡыста - ҡыуаҡтың аҫҡы япраҡтарынан әҙерләнгән сәй тора. Рәсәйгә күберәген аҫҡы япраҡтарҙан төрөлгән сәй килтерелә, ә өҫкө япраҡлы сәйҙәр бик һирәк осрай. Бик теләгәндә, уларҙы тик махсус магазиндарҙа һәм ныҡ ҡыйбат хаҡҡа ғына табырға мөмкин.
Сәйҙең сифатына һәм тәменә төрлө факторҙар тәьҫир итә. Мәҫәлән, Краснодар крайында сәй машина ярҙамында йыйыла. Уны аҙаҡтан бергә эләккән ботаҡтарҙан, башҡа сүп-сарҙан айырып тормайҙар. Бындай сәйҙең ниндәй сифаты тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? Ә Һиндостанда эшсе ҡулдарҙың осһоҙ булыуы сәйҙе ҡул менән генә йыйырға мөмкинлек бирә. Күберәген ҡатын-ҡыҙҙар йәлеп ителгән был эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Бер ҡыуаҡтан йылына өс тапҡыр уңыш йыйыла. Шулай уҡ сәйҙең сифаты уның тау башында һәм үҙәндә үҫеүенән сығып та ныҡ айырыла. Һиндостанда сәйҙәр төньяҡта һәм көньяҡта үҫеүҙәренә ҡарап та бүленә. Беҙ тәҡдим иткән сәйҙәр төньяҡта, Ассам провинцияһында үҫә. Был сәйҙәр хуш еҫле булыуы, ҡатылығы, сифаты менән айырылып тора.
Ниндәй һауа шарттарында өлгөрөүенә ҡарап, сәйҙең тәме үҙгәрә, йәғни бер үк ҡыуаҡтан төрлө тәмдәге сәй эшләргә була. Шулай уҡ бер үк сәй ҡыуағы төрлө йылда төрлө тәмгә эйә булырға мөмкин. Шуға күрә сәй әҙерләүсе технологтар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Улар бер сортлы сәйҙең сифаты һәм тәме үҙгәрмәһен өсөн бөтә һәләттәрен, белемдәрен һәм тырышлыҡтарын һала. Һиндостанда сәй әҙерләүҙә әле булһа уҙған быуаттың башында ҡулланылған ҡоролмалар файҙалана. Был сәйҙең тәмен, сифатын үҙгәртмәйенсә һаҡларға ярҙам итә.

Инвестор табыу - еңел эш түгел

Эшебеҙҙе быйыл ғына башлаһаҡ та, был идеяны бер нисә йыл күңелдә йөрөттөк, үҫтерҙек, уны тормошҡа ашырыу өсөн төрлө юлдар эҙләнек. Тәүге тапҡыр эшҡыуарлыҡты башлағанда үҙемдең шәхси аҡсамды тотондом һәм яндым. Шуға күрә икенсе тапҡыр ундай боҙло һыуға инеүҙән тыйылып, ниәтебеҙҙе финанс яҡтан нығытырлыҡ инвестор эҙләнек һәм уны Мәскәүҙә таптыҡ.
Инвесторҙы бер идея менән генә ҡыҙыҡтырып булмай. Был идеяның үҙе өсөн хәүефһеҙ икәнлегенә һәм күпмелер ваҡыттан һуң килем килтерә башлаясағына ышанмайынса, бер кем дә финанс ярҙам күрһәтергә ашыҡмай. Шулай уҡ идеяны тәҡдим итеүсенең үҙе лә ҡыҙыҡһындыра ундай кешене. Эшҡыуарлыҡты яҡшы аңлаусы, был эштең бар нескәлеген белеүсе, үҙен етди кеше итеп күрһәтеүсе генә инвесторҙың иғтибарын йәлеп итергә мөмкин.
Инвестор эҙләү барышында бихисап ҡаршылыҡтар менән осраштыҡ, күп кенә аңлашылмаусылыҡтарҙы йырып үтергә тура килде. Күптәр ни өсөн беҙҙең сифатлы тауарҙы осһоҙ хаҡҡа тәҡдим итергә теләүебеҙҙе аңламай бер булды. Ләкин донъяла бөтә нәмә файҙа алыуға, аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Үҙеңдең эшең менән милләттәштәреңә, республика халҡына ниндәйҙер яҡшылыҡ, әҙ генә булһа ла күңел йылылығы алып киләһең икән - үҙе бер сауап, изге ғәмәл. Ә уны финанс йәһәтенән дә уңышлы итеү икеләтә ҡыуаныслы хәл. Шуға күрә үҙебеҙҙең ниәтте лә тормошҡа ашырыу, беҙгә ышанысын белдергән кешене лә ауыр хәлгә ҡуймаҫ өсөн ең һыҙғанып эшләйбеҙ.

Уңыш һәм уңышһыҙлыҡ һәр саҡ бергә

Һәр эштә лә юғары күтәрелеүҙәр һәм аҫҡа тәгәрәүҙәр була. Был, бигерәк тә, эшҡыуарлыҡҡа хас. Бер кемдең дә эшмәкәрлеге тигеҙ генә бара алмай. Ниндәйҙер мәлдә һин уңыш тулҡынының иң өҫтөндә, ә икенсе бер ваҡытта уңышһыҙлыҡтың төбөндә булыуың ихтимал. Ошо ике ситуациянан да лайыҡлы сыға белергә, уларҙы көйләргә өйрәнеү шарт эшҡыуарға. Ҙур уңышҡа өлгәшкәндә шатлыҡтан башты юғалтмаҫҡа, ә эштәр кирегә барғанда ауырлыҡтан баҙап ҡалмаҫҡа, ҡулды төшөрмәҫкә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә кәрәк. Әгәр ҙә ошо ябай, әммә мөһим хәҡиҡәтте аңлағанда, барыһын да үтеп сығырға мөмкин. Эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеүҙә, минеңсә, кешенең даланлы булыуы ла ҙур роль уйнай. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноусының үҙ маҡсатына табан туҡтамай атлауы ғына уңышҡа килтерергә мөмкин. Бер тапҡыр килеп сыҡманы икән, бар донъяға үс тотоп ултырыу урынһыҙ, тороп баҫырға һәм тағы ла бер тапҡыр ынтылырға кәрәк. Ул ынтылыштар араһында күпме ваҡыт үтеүе - бер көнмө, бер аҙнамы, әллә бер нисә йылмы - мөһим түгел. Әгәр ҙә үҙеңде эшҡыуарлыҡта күрәһең икән, бөтә ихтыярыңды ҡулға ал да, алға ынтыл. Бәләкәй генә уңышһыҙлыҡтан да бөгөлөп төшөп, башын ҡомға йәшерергә тырышыусы бер ҡасан да эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшмәйәсәк. Был осраҡта иң яҡшыһы - ыҙаламаҫҡа, кире сыға алмаҫлыҡ булып батҡанға тиклем был юлдан бөтөнләй китергә.
Эшҡыуарлыҡ, ғөмүмән, эш менән ғаилә араһында ара һаҡларға кәрәк. Эштә һин ғаилә хәлдәре тураһында һөйләмәйһең, өйҙәге үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында фекер алышмайһың, төрлө мәсьәләләр менән уртаҡлашмайһың, ә өйгә эштәге проблемаларҙы эйәртеп ҡайтмайһың. Шул саҡта ғына төрлө аңлашылмаусылыҡтарҙы урап үтергә һәм күңел тыныслығын һаҡларға мөмкин.

Донъя оптимистар ҡулында

Мин донъяға тик позитив күҙлектән сығып ҡарарға тырышам. Төрлө күңелһеҙ моменттарҙа "батып" ҡалмаҫҡа, ә алға ынтылырға үҙемдә көс табам. Күңелеңдә ниндәй тойғоларға күберәк урын бирәһең, шул тиклем улар һине уратып-ҡармап ала. Әгәр ҙә һәр ваҡыт күрә алмаусанлыҡ, шикләнеүсәнлек, уңышһыҙлыҡ һәм башҡа ошондай кире тойғолар менән йәшәһәң, ысынбарлыҡта ла улар менән йыш осрашып торасаҡһың. Ә оптимистик рухлы, төшөнкөлөккә тиҙ бирелмәгән, һәр ситуациянан ниндәйҙер ыңғай һығымта эшләй белгән кешенең тормошо ла еңелерәк. Ғөмүмән, донъя оптимистар ҡулында, тип әйтер инем. Ләкин уларҙы һәр ваҡыт күктә осоп йөрөүҙән ергә, ысынбарлыҡҡа төшөрөүсе реалистар ҙа кәрәк. Улар бер-береһен тигеҙләп тороуы менән яҡшы.

Менталитет айырмалыҡтары

Эш барышында бик күп кешеләр менән осрашырға, аралашырға тура килә. Ә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ алып барғанда үҙебеҙҙең урындағы халыҡтан тыш, башҡа милләт вәкилдәре менән дә тығыҙ эшләйһең. Был өлкәлә ярайһы ғына ҙур тәжрибә туплаусы кеше булараҡ, төрлө милләт кешеләре араһында ни тиклем ҙур айырма булыуын ышаныслы әйтә алам. Икенсе менталитетҡа эйә булыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәткә, эшлекле бәйләнештәргә ҡарашы бөтөнләй икенсе. Сит ил кешеләренә күберәк үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыу, ваҡсыллыҡ, бөтә нәмәнән дә файҙа эҙләү кеүек билдәләр хас. Беҙҙәге кеүек кешелеклелек, икенсе кеше тураһында уйлау, үҙ мәнфәғәттәреңде өҫтөн ҡуйыу кеүек сифаттар уларға ят күренеш. Ауыр шарттар килеп тыуғанда эшлекле партнерыңды бер үҙен ҡалдырыу, командала эшләгәндә бөтә эште бер кешенең генә иңенә һалыу беҙҙә бик һирәк осрай. Ә уларҙа был ғәҙәти хәл. Беҙ нисек өйрәнгәнбеҙ? Әгәр ҙә нимәлер эшләргә вәғәҙә бирҙең икән, ҡырҡҡа ярылһаң - ярылаһың, әммә үтәйһең. Алдыңа ҡуйылған бурысты урын-еренә еткереп башҡараһың. Берҙәмлек тойғоһо ла көслө беҙҙә. Улар ошо йәһәттән беҙҙең менән ярыша алмай. Сит ил кешеләренең күбеһе менән дуҫтарса мөнәсәбәт ҡороу урынһыҙ, кешене ни тиклем оҙаҡ һәм яҡшы белһәң дә тик эш буйынса ғына хеҙмәттәшлек итеү күп төңөлөүҙәрҙән азат итәсәк.

Шулай итеп...
Сәй - йәшәү ҡеүәтен тергеҙеүсе, организмдың һаҡлау көсөн арттырыусы, матурлыҡты һәм һаулыҡты һаҡлаусы иң ябай сараларҙың береһе. Халыҡ тарафынан бер ҡасан да һорау кәмемәгән был эсемлектең төрҙәре араһында иң сифатлыһын һәм яҡшыһын һайлап алыу көндән-көн ауырлаша. Ләкин бөгөнгө әңгәмәсем һәм уның хеҙмәттәштәре тарафынан республика баҙарҙарына сығарылған сәйҙең тик юғары сифатлы икәненә ышанырға була. Сөнки егетмен тигән егеттең һүҙе менән эше бер ҡасан да айырылмай.

Гөлназ МАНАПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1819

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru