«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ КҮТӘРМӘЛӘРГӘ ӨЙРӘНӘЙЕК!
+  - 

Әлеге яҙмабыҙҙа танылған әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының әҙәби тәнҡит бүлеге етәксеһе Зәки ӘЛИБАЕВтың геройлыҡ, лидерлыҡ тураһындағы фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Һәр замандың үҙ геройы

Заманды геройҙарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Батырҙар, энтузиаст кешеләр, лидерҙар - уларҙы төрлөсә атап йөрөтәбеҙ. Улар йәшәйештең һәр өлкәһендә бар. Йәшәйештең ҡайһылыр өлкәһендә улар күберәк, ҡайһыһындалыр - аҙыраҡ, тиеү ҙә дөрөҫ булмаҫтыр. Беҙҙең өсөн яп-яҡын тарихты - дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышын ғына алайыҡ әле. Ошо һуғышҡа аҙ ғына һанлы халыҡ нисәмә герой биргән? Дошман амбразураһын үҙ күкрәге менән кем ҡаплаған? Кем самолетта осоп, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған? Кем атта ҡылыс менән дошманға ташланған? Башҡорт егеттәре бит! Башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Ә геройҙарҙың ҡайһылары иң юғары кимәлдә лә, кемдәре түбән кимәлдә һуң? Был һорауға ла ҡәтғи яуап: бөтөнөһө лә бер дәрәжәлә.
Ә хәҙер беҙ кемде бындай оло исем менән атай алабыҙ? Ниндәй һөнәр эйәһен? Ниндәй идея кешеһен? Геройҙы герой тип атар өсөн беҙ ниндәй ҡиблаға йөҙ борабыҙ? Минеңсә, ул мотлаҡ рәүештә диндар булырға тейеш. Әммә дингә һуҡырҙарса табыныусы түгел. Ғөмүмән, был донъяла халҡыңдың һәм уның улдарының ғына фанаты булыуҙы дөрөҫ тип иҫәпләйем. Кеше башҡа юҫыҡта фанат булдымы - хәлдәр хөрт: сиктәр, сама төшөнсәһе, һалҡын, зирәк аҡыл менән эш итеү - барыһы ла онотола.

Ә кем ул беҙҙең көн геройы?

Ете быуын ата-бабалары ғына түгел, етмеш быуын олаталары ошо ерҙе бер кемгә лә бирмәй йәшәгән икән, бөгөнгө вариҫтары уларҙы дауам итә һәм ҡартаталарының аманатына тоғро икән - шулар беҙҙең геройҙар. Минең халҡыма тоғролоғом да, геройлығым да шуға ҡайтып ҡалыр ине. Бына, мәҫәлән, аяҡһыҙ көйөнсә олимпиадаларҙа еңеү яулаған Ирек Зарипов һәр сығышында: "Мин - башҡорт", - тип әйтә. Ул - герой. Уның ауыҙынан был һүҙҙе бер кем дә тартып сығармай - ул үҙенән-үҙе килеп сыға. Йөрәк ҡушыуы буйынса. Айнур Асҡаров та башҡорт халҡының көнитмешен сағылдырған фильмдар төшөрә, уларҙа режиссерҙың халҡына, еренә һөйөүе ярылып ята икән - йәштәр өсөн ул да өлгө булырлыҡ шәхес. Тағы, Тамара Танһыҡҡужина үҙ сығышында: "Мин олатайым тәрбиәһе алдым", - тип әйтә икән, тимәк, ул да тамырҙарына тоғро, тигән һүҙ, ул да - герой. Төрлө өлкәлә табырға була бөгөнгө көн геройҙарын. Элек геройҙар булған ул, хәҙер - юҡ, тип әйтеү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Иң тәүҙә эргәбеҙҙәге - иңебеҙ кемгә терәлеп тора, шул геройҙы күрергә өйрәнәйек. Бер-беребеҙҙе күтәрмәләргә, дәртләндерергә өйрәнәйек. Бер-береһенә ярҙам итеү йәһәтенән яҙыусылар араһында ыңғай миҫалдар бар. Заманында йәш шағирҙарҙы кемдәр күтәргән? Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Рәми ағай йәш шағирҙарҙы үҙенең эргәһенә йыйған. Уларға кәңәштәр биргән, тәнҡитләгән. Уның эргәһендә Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Рауил Бикбаев, Динис Бүләков һымаҡ йәштәр ҡанат нығытҡан. Әллә күпме шағирҙар "Рәми мәктәбен" үткән. Был йәштәр тәүҙәрәк Рәми ағай кимәлендә әҫәр яҙа ла алмаған ул яҙыуға, ләкин аҙаҡ остаздары менән тиң кимәлгә күтәрелгән. Бына ул - герой! Ә ни өсөн 60-сы йылдарҙа "Рәми - герой!" тип берәү ҙә әйтмәгән? Ул беҙҙең өсөн хәҙер генә батыр. Уны бит заманында Өфөлә эшләргә лә мөмкинлек бирмәйенсә, районға ҡайтырға мәжбүр иткәндәр. Хәҙер уйлаһаң, Рәми ағайҙың кисергәндәре романтика һымаҡ. Ә уға романтика булдымы икән ошо ҡыйырһытыуҙар?..

Телһөйәрлек тәрбиәлә

Тормошта бер сирҡаныс алмайынса булмай ул. Мәҫәлән, мин студенттарға ниндәйҙер ижади эш бирһәм, улар араһында: "Беҙ яҙа белмәйбеҙ", - тиеүселәр ҙә осрай. Мин, яҙа белмәйбеҙ, тимәгеҙ, тәүҙә яҙып килтерегеҙ, һеҙҙең яҙғандарҙы ҡарайыҡ, тим. Әгәр ҙә мин шағир икән, Мостай Кәрим һымаҡ яҙырға тейешмен, тигән һүҙ түгел бит ул. Мин яҙыусы икән, Һәҙиә Дәүләтшина романы кеүек роман яҙа алыу-алмау ҙа шарт түгел. Һин, һис юғы, бер битлек әкиәт яҙып ҡара, киләсәктә ул әкиәтте балаңа уҡырһың. Тик балаң һин яҙғандарҙы аңларлыҡ, һинең һөйләгәндәрең унда телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләрлек булһын. Башҡорт халыҡ ижадындағы әкиәттәр - шул уҡ патриотик тәрбиә ул. Ҡуян менән төлкө тураһындағы әкиәтте генә алайыҡ. Төлкөнөң ҡуяндың өйөн баҫып алып килеп кереүендә сағыла ла инде милләттәр араһындағы йә башҡа төрлө килмешәклек. Ошо әкиәттән сығып, милләт-ара низағтарҙы ла аңлатырға була.
Үҙ эшен белгәндәрҙе үҫтерәйек
Бөтә кеше бейеүсе, йырсы, шағир, инженер була алмай. Мин бейей ҙә, йырлай ҙа белмәйем. Әммә был мөһим түгел, минең йырлай, бейей белгәндәрҙе тыңлауым кәрәк, күреүем кәрәк. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең йәки Риф Ғәбитовтың бейеүен ҡарағандан һуң мин бейеүсе булып китмәйем, ә ябай ғына эстетик зауыҡ алам. Шуның өсөн һәр кем үҙенең өлкәһендә профессионал булһын. Әгәр ҙә һәр кем ошо үҙе белгән эше менән башҡорт иленең үҫеүенә, йәшәүенә булышлыҡ итә икән, киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ, тигән һүҙ.

"Һеҙҙең "ҫ" менән "ҙ"-ға һәйкәл ҡуйырға кәрәк"

Беҙ Алтай университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм студенттарҙы унда үткән сараларға, олимпиадаларға алып барабыҙ. Унда үткән сараларға төрки ҡәүемендәге халыҡтар йыйыла, шунда беҙҙе яратып, маҡтап: "Һеҙҙең телегеҙҙәге ике өн: "ҫ" менән "ҙ"-ға һәйкәл ҡуйырға кәрәк", - тиҙәр. "Ошо ике өнөгөҙ, үҙегеҙҙең боронғолоғоғоҙ менән һеҙ башҡа төрки халыҡтарынан айырылып тораһығыҙ", - тиҙәр.
Бөгөн күп кенә балалар, йәштәр, урта йәштәгеләр туған телебеҙҙә һөйләшеүҙән тартына. Уларға Алтайҙа ишеткән әлеге һүҙҙәрҙе ишеттереү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Ошондай миҫалдарҙы башҡа өлкәләрҙә лә табырға була. Уларҙы ишеттерәйек, милләтте күтәрмәләй йөрөйөк.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1194

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru