«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ РУХЫ ФЕНОМЕНЫ ЕВРОПАНЫ БӨГӨН ДӘ АПТЫРАТА
+  - 

Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ, журналист, режиссер Нәсүр ЙӨРӨШБАЕВтың исеме гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Уның Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Берлин эргәһендәге мосолмандар лагерында булған әсирҙәрҙең пластинкаларға яҙҙырылған тауыштарын табыуы хаҡында ла, Германияла ерләнгән һалдаттарҙың ҡәберҙәрен эҙләүе тураһында ла, кинолар төшөрөүе тураһында ла яҙғайныҡ инде. Үҙ милләтенең тоғро улы булыуы менән генә түгел, ана шундай бөйөк эштәре менән дә ситтәр араһында дан-шөһрәт ҡаҙанған шәхестең сираттағы тапҡыр республикабыҙға ҡайтыуын ишеткәс, "Тағы ниндәй эштәр менән янып йөрөйһөгөҙ?" тип мөрәжәғәт итмәй булдыра алманыҡ.

Уралдағы Лейпциг

1992 йылда сираттағы тапҡыр ҡайҙалыр китепме, ҡайтыпмы барғанда, алыҫ юлдарға йөрөүсе йөк машинаһына ултырып алдым. Водитель минең телмәрҙәге акцент тураһында һүҙ сығарғас, үҙемдең иң боронғо ырыуҙарҙың береһе - ғәйнә ырыуы башҡорто икәнемде, әлеге мәлдә Германияның Лейпциг ҡалаһында йәшәүемде әйттем. "Беҙҙә лә Лейпциг та, Париж да бар", - тине ул миңә яуап итеп. Ҡыҙыҡһына башланым. Баҡтиһәң, Силәбе өлкәһенең Варна районында Лейпциг тип аталған ауыл бар икән. Беләһегеҙҙер, 1913 йылда Германияның Лейпциг ҡалаһында тарихҡа Халыҡтар һуғышы тип инеп ҡалған ваҡиға - Европаны Наполеон илбаҫарҙарынан азат итеүгә 100 йыл тулыуға арнап, һәйкәл асыла. Тап ошо һуғышта 5 башҡорт полкы ҡатнаша. Халыҡтар һуғышының 190 йыллығын байрам иткәндә беҙ башҡорт яугирҙары иҫтәлегенә таш ҡуйҙыҡ. Унда башҡорт, рус, немец телендә: "1813 йылғы Халыҡтар һуғышы. Улдары Рәсәй әрмеһендә хеҙмәт иткән башҡорт халҡы хөрмәтенә" тип яҙылған. Таш аҫтына ҡурай һалып ҡалдырҙыҡ, берәй ҡасан археологтар бындағы ерҙә ҡаҙыныу эштәре алып барһа, улар башҡорт ҡурайын табасаҡ.
Силәбенең Парижын бәләкәй генә Эйфель башняһы биҙәй, ни өсөн Лейпцигҡа Халыҡтар һуғышы һәйкәле күсермәһен ҡуймаҫҡа, тип уйланым да, "Уралдағы Лейпциг" тигән проектты тормошҡа ашыра башланым. Ҡала буйлап башҡорт милли кейемендә йөрөп, реклама яһаным. Германияла был идея менән ҡыҙыҡһыныусы кешеләр ҙә табылды, аҡса йыйып, уның нигеҙен һалдыҡ та инде. Был турала тағы ла китап яҙам һәм фильм төшөрәм. Өс өлөштән торған китапты Мәскәү финанслай, өс сериянан торған фильмды - Германия. Йәй немец дуҫтарым менән "Уралдағы Лейпциг" һәйкәленә нигеҙ ҡойғанда урындағы халыҡ менән яҡындан таныштыҡ, һабантуйҙарға йөрөнөк. Ауыл халҡы менән футбол уйнаныҡ, немецтар еңә башлағас, ҡапҡасы булараҡ, бер тупты юрамал индереп ебәрҙем, шулай итеп, дуҫлыҡ еңде. Эйе, немецтар футболды шәп уйнай, улар Бразилияны еңде, әммә бында бөтөнләй икенсе уйын. Бында уға ҙур фәлсәфә һалынған, шуға ла йөрәк менән уйнау мөһимерәк ине. Ҡасандыр башҡорт яугирҙары бер нисә тапҡыр рус ғәскәре составында Европаны үҙ баҫҡынсыларынан уҡ азат итә. Хәҙер Европа был турала онотҡан, юғиһә, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан итерҙәр инеме ни? Тарихтан һабаҡ ала белергә кәрәк, шул саҡта ғына донъялар имен торасаҡ.

Төньяҡ амурҙары

"Уралдағы Лейпциг" һәйкәленә башҡорт уғын да ҡуйырға ниәтләйем. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1814 йылда Изге Лауренция сиркәүе янында Тюрингия кенәзлеге принцы Гюнтер уҡ-һаҙаҡтың көсөнә шик белдергәс, дүрт башҡорт йәйәнән атыу оҫталығын күрһәтә. Бер яугирҙың уғы сиркәү көмбәҙенең төбөн тишеп ҡаҙала. Ағас уҡ серегәс, уны ҡоросҡа алыштыралар. Ҡорос уҡты 2013 йылда алтынға алыштырҙыҡ, сиркәү стенаһына Азат Ҡужин биҙәгән алтаҡта ҡуйҙыҡ. Был турала ла фильм төшөрәм, ул "Төньяҡ амурҙары: 200 йылдан һуң" тип аталасаҡ. Олатайҙарыбыҙ 2 быуат элек бөтөн Европаға башҡорттарҙың кем икәнен күрһәткән. Уларҙы бик яратҡандар, башҡорттар Европа халҡы хәтерендә әкиәт геройҙары кеүек булып һаҡланып ҡалған. Бөйөк Гете ла үҙенең улы Альбертҡа: "Мин бында батша улдары, солтандар күрҙем", - тип яҙа. Сәй эсергә саҡыра, беҙҙең егеттәр уға уҡ менән йәйә бүләк үтә, Гете уларҙы, камин өҫтөнә элеп ҡуйҙым, тип яҙа хатында. Хәҙер күпме һыу аҡты, Германияға башҡорттарҙың яңы быуыны килде. Бөгөнгө немецтар, ғөмүмән, Европа халҡы уларға ниндәй мөнәсәбәттә - фильмда һүҙ ошо турала буласаҡ. Ысынында иһә, мәғлүмәт ҡан менән быуындан-быуынға тапшырыла килә бит ул, 200 йылдан һуң да улар беҙгә һаман һоҡланып ҡарай. Башҡортостандан "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи реконструкция клубы Халыҡтар һуғышын тергеҙеү сараһына килгәндә 200 йыл элек ата-бабаларыбыҙ Лейпциг эргәһендә усаҡ яғып, нисек ултырған, әле лә шулай ултырабыҙ. Ул ваҡыттағы кеүек, бөгөн дә башҡорттар иғтибар үҙәгендә. Бөтәһе лә уҡтарҙы, йәйәләрҙе тотоп ҡарай, иҫтәлеккә нимәнелер алып ҡалырға тырыша, хатта башҡорттар менән төнгө усаҡ эргәһендә ултырыу ҙа улар өсөн ҙур дәрәжә. Башҡорттар ат һораһа, аттар әҙерләп торалар. Илдар Шәйәхмәтов немец атының ҡолағына башҡортса нимәлер шыбырлай, ат ергә ята, тағы шыбырлаһа - тора, быны ҡарап торған немецтар аптырауҙан нимә эшләргә белмәй. Былар барыһы ла башҡорт рухы феномены тураһында һөйләй түгелме һуң?!

Жәүәт менән Вольтер

Силәбелә булғандан һуң, Магнитогорск ҡалаһына киттем, сөнки унда "Ике әсир: Жәүәт менән Вольтер" фильмының бер өлөшөн төшөрөргә тейеш инем. Фильм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Өфөлә йәшәгән геройым Жәүәткә 96 йәш, ул Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк һуғышҡа алына. Уларҙың отряды 3 көн фашистарҙы үткәрмәй тора, ҡоралдары бөткәндән һуң да сигенәләр, дошманға бирелмәйҙәр, тик һуңыраҡ әсиргә төшәләр. Ул 7 концентрацион лагерҙа ултыра, 3 тапҡыр ҡаса, тотола, туҡмала, атыла, аҫыла. Иң аҙаҡҡы тапҡыр ҡасҡанында беҙҙең ғәскәрҙәр уны табып ала һәм танкка ултыртып, Берлинға ебәрә. Берлинды алыуҙа ҡатнаша, унан һуң Эльбаға китә. Һөйләүе буйынса, уның шәхси эшенә ҡыҙыл өсмөйөш ҡуйылған була, иң ҡурҡыныс енәйәтселәргә генә бындай билдә ҡуйғандар.
Тағы бер хәрби - Вольтер - Магнитогорск ҡалаһында әсирлектә була. Шәмбе һайын мунсаға йөрөтә, таҙа кейемдәр, түшәк-яраҡтары бирә инеләр, йәкшәмбе ял иттек, тип һөйләй. Эшләгәне өсөн аҡса түләйҙәр, ул уны урындағы ҡатындарға биреп тора. Күпмелер ваҡыттан һуң яратҡан кешеһен осрата, атай була. Һуғыш тамамланғас, хатта ҡайтырға ла теләмәй. Германияла уның менән осрашҡанда: "Әсирлек тормошоғоҙҙа ниндәй эҙ ҡалдырҙы?" - тип һорайым. "Был ғүмеремдең иң яҡшы йылдары ине, бөтөн хеҙмәттәштәрем һәләк булды, мин иҫән ҡалдым, мин ундағы халыҡтың изгелеген күрҙем, ҡайһы саҡта уйлап ҡуям, бәлки, мин әсирлектә булмағанмындыр ҙа?" - ти ул.
Фильмда Жәүәт менән Вольтерҙы осраштырырға теләгәйнем, тик һөйләшеп бөткәс кенә, Жәүәт ағай ҡулын һындырып, Германияға килә алманы. Сюжет буйынса, уларҙың береһе - Көнбайыш Берлин, икенсеһе Көнсығыш Берлин яғынан килеп, Бранденбург ҡапҡалары эргәһендә осрашып, бер-береһенә ҡул бирергә тейеш ине. Осрашҡас, нимә эшләргә тейешлектәрен алдан әйтмәһәм дә, улар бер-береһенә ҡул бирерҙәренә ышана инем. Жәүәт ағайҙы Рейхстаг башына мендерермен, тип уйлағайным. Ул унда: "Мин - Өфөнән Жәүәт, ҡасандыр Берлинды алдым, санкцияларығыҙ менән илдәр араһындағы тыныслыҡты бутап, аҡылһыҙланмағыҙ", - тип яҙыр ине. Киноның бер вариантын тапшырҙым, унда геройҙарым осрашманы. Тик был фильмды мин BBC өсөн дә эшләйем, шуға ул вариантында, бәлки, осрашырҙар ҙа. Фильмды төшөргән саҡта Өфөлә Жәүәт ағайҙың өйөндә йәшәнем. Ул бик яҡшы физик формала, күнегеүҙәр эшләй, башҡорт рухы көслө унда. Ҡысҡырып немец, француз телдәрендә йырҙар йырлай, телдәрҙе әсирлектә өйрәнгән. Рухы көслө булмаһа, шул тиклем ауырлыҡтарҙы еңә лә алмаҫ ине ул.

Маңҡортлоҡтан һаҡланайыҡ

Һуңғы мәлдә халыҡтың данлы тарихы менән генә йәшәргә ярамай, тигән фекерҙе йыш ишетәм. Был ҙур хата. Тарих - ул статистика түгел, ул көс бирә торған нәмә. Беҙ бөгөн матур йәшәһен өсөн ата-бабалар ҡан түккән. Был турала онотоу оло енәйәт. Тарихыңды, йолаңды белмәйһең икән, һин буш кеше, һабын ҡыуығы. Кеше ошо ерҙә тороп, ошо тарихтарҙы белгәндә генә бар һәм буласаҡ. Шуға ла тарихыбыҙҙы башҡалар белһен өсөн дә күп нәмә эшләргә кәрәк бөгөн. Икенсе Бөйөк Ватан һуғышын ғына алығыҙ - ниндәй ҡорбандар биреп яуланған тыныслыҡ. Ошоларҙы онотабыҙ икән, беҙҙең аңдарыбыҙҙы яулап аласаҡтар, беҙ маңҡортҡа әйләнәсәкбеҙ.
Беҙҙең халҡыбыҙ фольклорға бай, мәғлүмәт аңдарҙа, хәтерҙә генә түгел, һауала, ерҙә, һыуҙа ла һаҡлана. Телебеҙҙе тыйған хәлдә лә, мәҙәниәтебеҙҙе тыя алмаясаҡтар, шул бейеү-йырҙарыбыҙ ҙа мәғлүмәт сығанағы бит. Ошоларҙы уйлаһаң, башҡорт сәнғәтенең, башҡорт киноһының киләсәге ҙур булырға тейеш. Киностудия ла яңы ғына аяҡҡа баҫа. Унда эшләгән талантлы кешеләргә гел һоҡланып ҡайтам. Профессионалдар, донъя кимәлендәге оҫталар, барыһы ла инглизсә белә. Сит каналдар нисек тын алғанын да, нисек артабан үҫешергә кәрәклеген дә күреп-белә улар. Етәксеһе шәп, тырыш, ул үҙе тышҡы ҡиәфәте менән Салауат Юлаевҡа оҡшап тора. Тимәк, башҡорттар тураһында донъяла ишетәсәктәр әле.

Шулай итеп...
Нәсүр Йөрөшбаев әйтеүенсә, бөгөн дә халҡыбыҙҙың ҡурайы, биҙәктәре, башҡа сәнғәт төрҙәре Европа халҡын хайран итә. Рәсәйҙең уртаһында ошондай халыҡ йәшәгәнен, Салауатыбыҙҙы ла беләләр. Тик әңгәмәсебеҙҙең үҙен башҡорттарҙың үҙ тарихына тейешле иғтибар бирмәүе борсой. "Француздарға ҡаршы нисә башҡорт полкы һуғышыуын да, Германияла башҡорт яугирҙарына һәйкәл тороуын да, хатта мин ун йыл элек төшөргән "Сена өҫтөндә ҡурай моңо" фильмын да белмәйҙәр", - ти ул. Башҡорт рухын күтәреүҙә халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, ысынлап та, ҙур роль уйнай. Ошо байлығыбыҙҙы ҡәҙерләргә өйрәнәйек.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1282

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru