«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫ ҺҮҘ ЯУ ҠАЙТАРҒАН
+  - 

Фенологтар фекеренсә, февраль, үҙебеҙсә әйткәндә - шаҡай - һалҡын мәлдең тажы иҫәпләнә. Шаҡай был осорҙа ҡыш менән алыша икән. Һәм, ысынлап та, ҡыштың әсе елле ыжғыр һалҡындары әлегә тиклем тап ошо мәлгә тап килә торғайны.

Климат йылына бара, тиһәләр ҙә, шаҡай бер ҙә уға ҡарап тормай: йыл һайын беҙгә үҙенең уҫаллығын күрһәтеп кенә тора. Кемдең хәтере яҡшы: 2006 йылдың феврален онотманығыҙмы әле? Был айҙың 3-нән 4-енә ҡарай төндә һауа температураһы урыны менән 38-42 градусҡа еткән. Ләкин шаҡай, быйылғыса, көтөлмәгән ғәжәп хәлдәргә лә һәләтле: 1975 йылдағы кеүек, ул сәскәләр шыттырыр наҙға ла эйә була ала икән! Нисек кенә булмаһын, был айҙа, айырыуса уның ахырында, ҡыш әкренләп сигенә башлай: ҡояш оҙағыраҡ яҡтырта, ҡар өҫтө йоҡа боҙ шекәрәһе менән ҡаплана, иртәләрен буҙ турғай һөйөнөп сырҡылдай... Әйтһәләр, әйтһендәр, әйҙә, быйыл шаҡай 29 көндән тороп, кәбисә йылына сәбәпсе, имеш, тип. Беҙҙең халыҡты хәҙер кәбисә йылы менән генә ҡурҡытмаһаң, башҡаһы көн һайын ишекте шаҡып ҡына тора. Халҡыбыҙ әйтмешләй, көн яманы китер ул, әҙәм яманын күрһәтмәһен Хоҙай. Хәбәрҙәрҙең дә гел яманы баҫмаһын илде, һөйөнөслө сәләмдәрҙе йышыраҡ ишетеп торайыҡ.
Шаҡай Һыуғояр йондоҙлоғона ҡарай. Ә ул ҡеүәтле, позитив билдә булараҡ танылған. Был иһә яҡты өмөттәргә һәм тамырынан үҙгәрештәргә ишара иткәндәй. Һәр хәлдә, йондоҙнамә шулай тип юрай, уға ышанайыҡ, булмаһа.
Был айҙың иҫтәлекле календарын күҙҙән үткәргәндә, шул иғтибарҙы йәлеп итте: шаҡайҙа донъяға килгән Советтар Союзы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары байтаҡ булып сыҡты. Фән, техника, медицина, мәғариф һәм сәнғәт өлкәләрендә ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән шәхестәребеҙ ҙә байтаҡ. Шуларҙың бер нисәүһе: фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Фәнүзә Нәҙершина - 7 февралдә, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы һәм педагог Флүрә Ноғоманова 18 февралдә 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләй. Танылған химик-технолог, химия фәндәре докторы, профессор, СССР уйлап табыусыһы, бик күп ордендар кавалеры Нәжип Вәлитов - 15 февралдә, арҙаҡлы хирург, медицина фәндәре докторы, профессор Ибраһим Рәхмәтуллин ошо айҙа шулай уҡ 80 йәшен билдәләр ине, әгәр иҫән булһалар... Республика һәм ил фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡа бик күп ғалимдарыбыҙ исеме 8 февралдә айырым хөрмәтләүҙәргә лайыҡ булыр, тип ышанайыҡ, сөнки был көн календарҙа Рәсәй фәне көнө булараҡ билдәләнә. 14 февраль - Ғашиҡтар көнө. Беҙҙең менталитетҡа ят булып тойолған был байрамды йәштәр, айырыуса студент халҡы үҙ итте. Ни эшләйһең, был урыҫтың, бала-саға нимәгә әүрәһә лә, тик иламаһын ғына, тигән мәҡәлен хәтергә төшөрөп ҡуя. Тик ана шул "әүрәү"ҙең асылы һәм йөкмәткеһе фәҡәт изге уйҙан, ысын йөрәктән һәм саф хистән яралыуы шарт.
17 февралдәге Бөтөн донъя мәрхәмәтлек күрһәтеү көнө, шулай итеп, 14 февралдең логик дауамы рәүешендә ҡабул ителһә ине, тип теләй күңел. Ғашиҡ хистәрен дә, мәрхәмәтлек ғәмәлен дә сиктәргә бикләп булмаһа ла, дуҫтар табыу, күңелеңде, зиһенеңде байытыуҙа, тимәк, аралашыу даирәһендә етди бер сикләү һағалауын онотмаһа ине йәштәр. Был сикләнгәнлек - маңҡортлоҡ - илеңде лә, халҡыңды ла, тарихыңды ла, телеңде белмәү, һанға һуҡмау. Ошо фажиғәнең башы - туған телеңде белмәүҙә. Бөйөк шағирыбыҙҙың: "Бер телдән дә телем кәм түгел, "тигән үлемһеҙ һүҙҙәрен раҫлап, йыл һайын 21 февралдә бөтөн донъя кимәлендә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнеүе күптәргә мәғлүмдер. Теле булғандың ғына иле бар, тигәнде лә яҡшы беләбеҙ. Телен һанлаған - илен дә һанлай, телен һатмаҫ ҡына илен дә һатмаҫ. 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөндә ошо һүҙҙәргә айырым баҫым яһау кәрәктер шулай ҙа. Бөгөн ҡоралдан бигерәк, иң башта солох көсөнә эйә аҡыллы һүҙ алдан йөрөргә тейеш. Яҡшы һүҙ яу ҡайтарған, ти халҡыбыҙ мәҡәле. Һүҙҙе ошо юҫыҡта дауам итеп, телебеҙ беҙгә дәүләтселек яулап бирҙе, тип әйтә алабыҙ. 25 февраль - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнөн байрам итәбеҙ шуға ла (1992). Был көн беҙ Башҡорт автономияһы өсөн шанлы көрәш йылдарын, милли хәрәкәт лидерҙарын ихтирамлайбыҙ, иҫкә алабыҙ. Шундай героик шәхестәребеҙҙең береһе - күренекле хәрби эшмәкәр - легендар комбриг, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Рәсәй граждандар һуғышында ҡатнашҡан, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, почетлы революция ҡоралы менән наградланған Муса Мортазиндың тыуыуына 20 февралдә 125 йыл тула. Гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уның тураһында ентекләберәк яҙыласаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.16 | Ҡаралған: 1163

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru