«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТТЕ НИҢӘ ЯҠЛАРҒА ҺӘМ ЙӘЛЛӘРГӘ?
+  - 

Гәзиттең бер нисә һанында сыҡҡан "Уландар тәрбиәһе тураһында һәм ул турала ғына ла түгел" тигән мәҡәләне ҡыҙыҡһынып уҡып барҙым. Автор Айбулат Ғафаровтың, йәғни атай кешенең, балаларын тәрбиәләү барышындағы уйланыуҙары, күҙәтеүҙәре ине был. Атайҙың улын шундай нескә тойоуы, сикһеҙ һөйөүен тыя белеп, уны дөрөҫ юҫыҡта тоторға тырышыуы, рухи аңын ҡайғыртыуы һ.б. һоҡланыу уятмай ҡалдырманы, әммә аптыратманы.

"Аптыратманы" тигәнде мин ыңғай мәғәнәлә яҙам. Сөнки бөгөн, Аллаға шөкөр, ғаиләһенә етди ҡараған һәм бала тәрбиәләүҙә яуаплылыҡты тигеҙ, хатта уландары өсөн күберәк тә яуап бирергә ынтылған атайҙар быуыны барлыҡҡа килде. Мин был күренештәрҙе үҙ ағайҙарым, ҡустыларым, коллегаларым миҫалында күҙәтәм. Беҙ хәҙер йәш атайҙарҙың урамда коляска менән йөрөүенә, баҡсаға, мәктәптәргә ата-әсәләр йыйылышына килеүенә, балалар байрамдарында ҡатнашыуына өйрәнеп барабыҙ. Бынан ун биш йыл элек балалар баҡсаһы концертында тик әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр генә ултырһа, бөгөн унда атайҙарҙың күпләп килеүе ғәҙәтигә әйләнеп бара. Был беҙҙең милләттең, дөрөҫөрәге, беҙҙең милләт ир-егеттәренең, ниһайәт, заманға яраҡлаша, уның талаптарына яуап бирә башлауы, тип ҡарайым мин. Тик барыһы ла түгел, әлбиттә.
"Ир-егеттәрҙе һаҡлайыҡ!" йәки "Ирҙәрҙе ҡәҙерләйек!" тигән лозунгылар барлыҡҡа килде. Нисек итеп һаҡларға һуң уларҙы? Эшләтмәй, һылап-һыйпап түргә һалып ҡуйырғамы? Һуң беҙ бит уларҙы көслө зат тибеҙ! Ни яғы менән көслө һуң улар, улай ҡатын-ҡыҙ яҡлауына мохтаж булғас? Борон-борондан һаҡлауға һәм яҡлауға ер шарындағы бөтә халыҡтарҙа ла ҡатын-ҡыҙ мохтаж булған. Улар атаһы, ағай-ҡустылары, унан ире, унан улдары, бик булмаһа, яҡын ир туғандары ҡанаты аҫтына һыйынып йәшәгән. Әммә заманалар үҙгәреше, цивилизация үҫеше яйлап-яйлап ҡатын-ҡыҙҙы эш аты сүрәтенә еткергән.
Ир-егетте яйы сыҡҡан һайын йәлләргә, алдынан алып эшләргә әҙер тороу күберәк оло быуын ҡатын-ҡыҙҙарында күҙәтелә. Мәҫәлән, әсәйемде йәки инәйемде, бик булмаһа, күрше апайҙы ғына алһам да, уларҙың "яҡларға" ынтылған улы эсергә яратҡан, ялҡауыраҡ, бешмәгәнерәк, йүнһеҙерәк балаһы инде ул. Иманым камил, бәләкәй саҡтарында ла ул шул балаһын күберәк алдына алған. Әсә өсөн бөтә бала ла тигеҙ, тиһәләр ҙә, һәр әсәнең күңелен нығыраҡ һалған бер балаһы була инде ул. Һәм, ғәҙәттә, был ир бала була. Ана шул балаһын һаҡлап һәм яҡлап ғәҙәтләнгән әсәйҙәр, улдарының йүнһеҙлеген нимә менәндер аҡларға тырышыпмы, йыш ҡына "Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ, уларға артыҡ талаптар ҡуймағыҙ!" тип ҡабатларға ярата. Мин был хаҡта әсәйем менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнем дә бар, икәүҙән-икәү булғанда ул үҙенең ғәйебен таный, әммә башҡалар янында, бигерәк тә килендәре йәки башҡа йәш ҡатын-ҡыҙҙар алдында ир-егеттең яҡлаусыһына әйләнә лә ҡуя.
Ир-егетте йәлләмәгеҙ, тигәндә мин уны туҡтауһыҙ әрләп ултырыуҙы күҙ уңында тотмайым. Һәр аңлы ҡатын-ҡыҙҙа ағаһын, атаһын йә ирен тәрбиәләргә ынтылыу тойғоһо булырға тейеш. Мәҫәлән, өҫ-башын йыуып кейҙереү, аш-һыу бешереү, таҙалыҡ, тәртип тотоу һ.б. Тик бөгөн үҙе тишек итектә йөрөп тә, яңыһын иренә алырға мәжбүр булған, аҙыҡ өсөн ураған һайын бурысҡа ингән ҡатындар ҙа аҙ түгел. Сөнки улар шундай эшкинмәгән ирҙе алға ҡуйып, шуны ир итеп йәшәп өйрәнгән. Улар ир кешенең исеме булғас, еткән, унан артыҡты көтөргә кәрәкмәй, тигәнгә күнгән. Нимә бирә ғаиләһенә бындай ир? Бармы уның балаларына, ҡатынына файҙаһы? Әллә зыяны күберәкме?
Ошонда бер танышымдың һөйләгәндәрен бәйән итеп киткем килә. Был бер миҫалда күптәрҙең яҙмышы сағыла. Күп балалы ғаилә, атай тигән кеше ғүмер буйы эскән, һуғышҡан. Әсәй кеше башын баҫып, ҡыйырһытылып, кәмһетелеп, ҡаратырышланып, балаларын үҫтергән. Балаларҙың йүнле бала сағы, тыныс тормошо булмаған, уларҙың һәр береһе иҫ инә башлау менән тыуған йорттан ситкәрәк китеү яйын ҡараған. Хәҙер инде үҙҙәре ҙурайғас, әсәйҙәренән: "Ни өсөн ундай тормошҡа түҙҙең?" - тип һорарға батырсылыҡ иткәндәр. "Һеҙҙе атайһыҙ үҫтермәү өсөн", - әсәйҙәренең ошо яуабы уның йәнен көйҙөргән. "Атайлы" үҫеп, барыбыҙҙың да нервыларыбыҙ ҡаҡшаған, ҡурҡышып, тотлоғошоп бөт-кәнбеҙ. Матур ғаилә мөнәсәбәттәрен белмәгәс, ғаилә ҡороп йәшәп китеү ҙә ауырлыҡ менән бирелә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ асыла, наҙлана, иргә йылыша белмәйем", - тип әсенә ул һаман да. "Ирле" булып йәшәү сәбәбенән әсәйҙәре үҙе лә йөрәк менән сирле, алтмышҡа ла етмәҫ борон нервыларҙан аяҡтары атламай аптырата. Һәм нимәгә кәрәк булған был ҡатынына иптәш, балаларына таяныс була алмаған ирҙе баш итеп йәшәтеү? Был осраҡта ҡатын үҙенең ихтыяр көсө булмауын, үҙ аллы була алмауын, көсһөҙлөгөн "балаларҙы атайлы итергә теләү" япмаһы артына йәшерә. Ундайҙар "һеҙҙең өсөн түҙҙем" тип әйтергә лә ярата. Асылда, түҙеп йәшәлгән ғүмерҙең, түҙеп йөрөлгән кешенең хаҡы нимәгә торорлоҡ? Сәләмәтлеккәме? Ватылған, кителгән, ҡоршалған балалар күңеленәме? Ул балалар үҫә лә шул уҡ хатаны ҡабатлай. Сөнки улар яҡшыны танымай, күрмәгән. Ундай ғаилә уландары ҡатындарын хөрмәт итә, һанлай белмәй, ҡыҙҙары баҫылған, үҙҙәрен теләһә кемгә ҡорбан итергә әҙер хәлгә еткән була. Шул ҡыҙҙар тағы эскесегә сығып, шундай уҡ ғаилә ҡороп ҡуя.
Тағы ла бер таныш ҡатын, иремдән айырылыуымды әсәйем аңламай, ти. Эскән ирҙән кеше китәме, туҡмамай бит, тип аптырата, ти. Әсә кеше, тимәк, иҫерек ирҙең ауыҙынан сыҡҡанды тыңлауҙы, төндәр буйы "концерттар" ҡарап сығыуҙы, туғандарыңда ҡунып йөрөүҙе, һәр байрам-йыйындан ҡурҡып тороуҙы ирҙән китеүгә сәбәп булырлыҡ тип һанамай. Һуғыштан һуңғы быуын бит улар, һуғыш утын үтеп, психикаһы ярайһы уҡ таушалған, унан инде эскелеккә бирелгән атайҙарҙан тыуған балалар. Улар ир-егетте илде дошмандан яҡлаусы ысын батырҙар итеп ҡабул иткән. Һәм был ысынлап та шулай булған. Тик ул батырҙар илгә ҡайтып, артыҡ батыр булмаған быуын булдырған. Ул быуын башлыса динһеҙ, аңһыҙ һәм яуапһыҙ тормош алып барған. Бер ветеран әбей, ирем һуғышта үлеп, өс бала менән яҡлаусыһыҙ ҡалғас, нисек булһа ла ир терәге булыр, тип, һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтҡан егеткә сыҡтым, тип һөйләй. "Булдымы һуң терәк?" тиһәм: "Булыр! Бер яҡты көн күрһәтмәне", - тип яуаплай. "Ә ниңә уның менән йәшәнегеҙ һуң?" - тиһәм: "Әллә..." - ти. Әлбиттә, был "әллә"нең төрлө сәбәптәре, тотоп торған факторҙары ла булғандыр, әммә үҙен ҡорбан итергә теләгән ҡатын-ҡыҙ ҡайһы заманда ла, ҡайҙа ла үҙенән хоҡуҡһыҙ объект яһай ала инде ул.
"Хәҙерге ҡатындар ирҙәрен ҡә-ҙерләй белмәй", тип хәбәр һөйләргә яратҡан бер апайҙың да яҙмышы иҫемә төшөп тора. Уҡытыусылар ғаиләһе улар, ире лә, ҡатыны ла. Ире гел генә үҙен эсеп туҡмар булған, балалары менән һыуыҡ мунсаларҙа, һарайҙарҙа ҡунып йөрөгән. Ярай, түҙеп йәшәгән, хәҙер олатай-өләсәй булғандар. Ҡыҙҙары ирҙәре менән йәшәй алманы, улдары ҡатынына йүнле ир була алмай. Шул апай йыйылыш һайын "Ирҙәрҙе ҡәҙерләй белмәйһегеҙ", тигән ғәйепләү ташлай. Быны нисек аңларға? Ул үҙенең эт булып ғүмер итеүен ирҙе ҡәҙерләү, һаҡлау тип уйлаймы икән? Балаларының ғаилә тормошонда уңмауының нигеҙе, бәлки, шул аталары намыҫында ла булырға мөмкинлеге хаҡында уйламаймы икән? Һәм ни өсөн ирмен тигән ир бисә яҡлауына мохтаж һуң ул?
Бер командировкала йөрөгәндә поезда тажик әбейе менән тура килдем. Өфөлә бер түгел, дүрт улы йәшәп эшләй икән, шуларҙы күрергә килеп ҡайтып бара. Ҡышҡа йылы әйберҙәр бәйләп алып килдем, тип һөйләй. Аралашыу барышында "Улдарығыҙҙы йәлләмәйһегеҙме?" тип һорайым. "Нишләп, - тип аптырай инәй, - улар барыһы ла һау-сәләмәт, бала саҡтарынан һаулыҡтары яҡшы булды..." "Һуң, сит ерҙә, сит халыҡ араһында, этелеп-төртөлөп, үҙҙәрен үҙҙәре ҡарап, үҙҙәре бешереп йәшәй, икәүһенең ғаиләһе тыуған ерҙә ҡалған, тиһегеҙ", - тип аңлатырға тырышам. Әбей аңламай, улар эшкә шәп, сәләмәттәр, зәғиф булмаған кешене ниңә йәлләргә, ти ҙә ҡуя. Шул ваҡыт мин уларҙа ир-егетте йәлләү уны кәмһетеү икәнде төшөндөм. Тажик ҡатыны ирҙе яҡлаусы һәм табыусы итеп ҡабул итеп өйрәнгән һәм хатта улдарына ла саҡ ҡына булһа ла ташлама яһай алмай.
Бер өлкә гәзитендә чечен яугирының әсәһе менән әңгәмәне уҡып ултырғайным. Унан: "Ниңә һеҙ улығыҙға, һуғышма, һуғышҡа барма, тип әйтмәйһегеҙ, ул бит унда үләсәк", - тип һорайҙар. Әсә: "Ул ерен һәм ҡатын-ҡыҙын һаҡларға тейеш, үлһә лә..."- тип яуаплай.
Былар, әлбиттә, сағыштырыу өсөн генә килтерелгән миҫалдар булды. Ошо урында ғаиләләрен ҡайғыртып, беҙҙең башҡорт егеттәренең дә Себер һәм башҡа тарафтарҙа тир түгеүен онотмайыҡ. Улар араһында ла үҙҙәрен тейешле кимәлдә тота белгән, яуаплы, намыҫлы булғандарының бар икәнен күрә беләйек. Тимәк, теләһәләр, беҙҙекеләр ҙә йәлләтмәй генә йәшәй һәм эшләй, үҙенең ғаилә башлығы булыуын йоҙроҡ менән түгел, ә күркәм холҡо менән иҫбатлай ала? Шуның өсөн, "Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!" тигән көслө затты кәмһеткән, түбәнәйткән лозунгылар күтәреүҙе туҡтатып, "Ир-егеттең дәрәжәһен һанлайыҡ!" тигәнде алға һөрәйек. Ир-егеткә - ир-егет, көслө зат итеп ҡараһаҡ, улар, әлбиттә, үҙҙәренең төп вазифаһында - көсһөҙ зат, балалары, ғаиләһе һағында булыр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар?

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1172

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru