«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘМИ ҺҮҘЕ ТИРӘЛӘЙ УЙ-ФЕКЕРҘӘР БЕРЕКТЕ
+  - 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Халыҡ-ара туған телдәр һәм гимназияла үткән Р. Ғарипов көндәренә арнап, матур сара ойошторолдо. Унда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Өфө ҡалаһының милли гимназия һәм лицей уҡыусылары, шулай уҡ вуз студенттары ҡатнашты. Фекер алышыуға Ишембай ҡалаһының 2-се республика башҡорт гимназияһы һәм Күмертау ҡалаһының 3-сө республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡушылды. Сара һуңында Рәми Ғарипов исемендәге премияның сираттағы лауреаттарын да тәбрикләнеләр.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған түңәрәк ҡорҙа сығыш яһаусылар һәр башҡорт ғаиләһендә туған телдә һөйләшеү ғәҙәтен нығытыу, интернет селтәрендә башҡорт теле ҡулланылышын киңәйтеү, туған телебеҙҙе кино, театр сәнғәте, матбуғат саралары аша пропагандалау, изге йолаларыбыҙҙы һаҡлау тураһында һөйләне. Филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова, мәҫәлән, йәштәрҙең ғаилә ҡороу мәсьәләһен күтәреп, шулай тине: "Һәр халыҡтың үҙенең "матурлыҡ критерийы" термины бар. Башҡорт халыҡ йырҙарында, мәҫәлән, ҡуңыр күҙле, ҡара, оҙон толомло ҡыҙҙарҙың һылыулығы маҡтала. Башҡорт ғаиләһендә, башҡорт балалары уҡыған мәктәптәрҙә лә, балаларҙа матурлыҡ критерийҙарын үҙебеҙсә, дөрөҫ итеп тәрбиәләргә кәрәк. Шул саҡта башҡорт егете тик башҡорт ҡыҙына ғына өйләнер, ғаиләһендә лә башҡортса һөйләшерҙәр". Иң мөһиме, ғалимәнең был һүҙҙәрен уҡыусылар ҙа ҡеүәтләп ултырҙы, хатта улар бала менән биш йәшкә тиклем тик башҡортса ғына һөйләшергә кәрәк, тигән фекер еткерҙе. Ә бына М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның беренсе курс студенты Байрас Азаматов, ҡыҙҙар бәләкәй саҡта уҡ ҡурсаҡтарына Барби тип түгел, ә башҡорт исемдәре ҡушһа, өйҙәге эт һәм бесәйҙәргә лә Белка йә Шарик тип түгел, ә Аҡбай, Һороҡай тип үҙебеҙсә ҡушаматтар таҡһаҡ, сит исемдәр лөғәтебеҙҙән төшөп ҡалыр ине, тип ҡыҙыҡ ҡына фекер әйтеп ҡуйҙы. Хәйер, ҡыҙыҡ кеүек тойолһа лә, бик тә хаҡ фекер әйтте бит студент. Артабан яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова, шағирә Лариса Абдуллина, филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяров, йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаева, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева сығыш яһаны. Һүҙ кино сәнғәте тураһында сыҡҡас, уҡыусылар айырыуса йәнләнеп китте. Сит ил киноларын, йәнһүрәттәрен ҡарағас, сит ил ғәҙәттәрен үҙләштереү, көнбайыш мәҙәниәтенә ылығыу көслө. Шуға күрә, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса, үҙебеҙҙең тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырған тулы метражлы фильмдар төшөрөү, балалар өсөн башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнеп, йәнһүрәттәр эшләү кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе улар. "Сифатлы фильм төшөрөүгә бәйле финанс проблемаһын кино һөйөүселәрҙән аҡса йыйып та хәл итергә була. Бына бөгөн залда ултырыусылар бөтәһе лә фильм ҡарарға ярата, кәрәкле эш өсөн һәр беребеҙ йөҙ һум бирһәк тә, күпме аҡса йыйыласаҡ", - тине Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Рәсүл Билалов. Гүзәл Ситдиҡова анимацион йәнһүрәттәр төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныусы, һүрәт төшөрөргә оҫталығы булған уҡыусыларға үҙаллы эшләп, проекттарын "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башҡорт балалары өсөн әкиәттәр" төркөмөнә урынлаштырып барырға тәҡдим итте. Ғөмүмән, был ҡор оло быуын һәм кесе йәштәгеләр араһында бәйләнеш булдырған сараға әүерелде лә ҡуйҙы. Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған телен, киләсәген хәстәрләп бик күп эштәр эшләгән шәхестәребеҙҙең һәм рухлы балаларыбыҙҙың уй-фекерҙәре беректе.
Сара һуңында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Люциә Хәмитова филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдиноваға, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбировҡа, гимназия-интернаттың 11-се синыф уҡыусылары Зәриә Моратова менән Айзирә Шәйхетдиноваға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырҙы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Сара һуңында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Кәбировтан үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һорағас, ул: "Бөгөн был залға йыйылған кешеләр араһында Рәми рухына тоғро өлкән быуынды, Рәми эшен дауам итерҙәй йәш быуынды күреп шатландым", - тигәйне. Ғөмүмән, бөгөн Рәми Ғариповҡа арналған һәр сара ошондай һығымта яһата шул, тимәк, шағир исеме, уның әҫәрҙәре һәр йөрәккә изге ут яғып, һәр кемдә Айға үрләр көс-ғәйрәт, рух уята. Тимәк, Рәми һүҙе йәшәй, йәшәйәсәк.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1184

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru