«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУСА МОРТАЗИН АТЛЫЛАРЫНЫҢ ҠЫҘЫЛ КАЗАКТАР САФЫНДАҒЫ ХЕҘМӘТЕ
+  - 

Легендар комбриг Муса Мортазин бригадаһының Польша фронтынан һуңғы яҙмышы тураһында бер ҡайҙа ла яҙылғаны юҡ. Польша менән һуғыш тамамланғас, Мортазиндың атлылары ҡайҙа булған һуң, алыҫ Украина ерендә Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының артабанғы хеҙмәте нисек дауам иткән?

Әйткәндәй, Башҡортостандың Милли архивы (элекке Йәмәғәт ойошмаларының үҙәк архивы) фондында "VIII лет 10-го Кавалерийского Верхне-Уральского имени Башкирского ЦИК-а Червонного казачества полка 1919-1927 гг." исемле 1927 йылда эшләнгән альбом һаҡлана. Унда 10-сы полктың ҡыҫҡаса тарихы, Башҡорт кавалерия бригадаһы яугирҙарының хәтирәләре, фотографиялар тупланған. Иң ҡыҙығы шунда: 10-сы полктың тарихы 1919 йылдан башлана тип яҙылған. "Полк имеет своими родоначальниками: а) Кавалерийскую Башкирскую Бригаду, двух полкового состава, созданную в июле месяце 1919 года б) Башкирскую группу (пехота и кавалерия), сформированную Колчаком в начале 1919 года", - тип яҙылған альбомда. Тимәк, 10-сы полк үҙенең тарихын 1919 йылдың 23 авгусы менән бәйләгән, йәғни Мортазин бригадаһының ҡыҙылдарға сығыу мәленән башлаған. Башҡорт кавалерия бригадаһы традициялары 1927 йылда ла ныҡлы һаҡланып килгән әле, тип әйтергә була. Был альбомды, бәлки, Муса Мортазин үҙе төҙөгәндер. Тап ошо йылда ул "Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышы осоронда" исемле китабын баҫтырып сығара. Комбриг Мортазин Украинала ҡалған яуҙаштары менән бәйләнеште өҙмәгән. 1928 йылда рәссам В.Н. Яковлев "Ҡыҙыл командирҙар" исемле картинаһын төшөрә. Унда ҡыҙыл кавалеристарҙың уртаһында комбриг Муса Мортазин һүрәтләнгән. Бөгөн был картина Мәскәүҙә РФ Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейында һаҡлана. Яковлев Муса Мортазинды тап БашЦИК исемендәге 10-сы Верхнеурал кавалерия полкы командирҙары менән һынландырған, тигән фекер бар. 30-сы йылдар башында ла Башҡортостан Хөкүмәте шефлыҡҡа алған полк менән даими бәйләнештә тора. Мәҫәлән, 1930 йылда БашЦИК-тың ҡушыуы буйынса РСФСР Үҙәк Башҡарма Комитеты янындағы БАССР вәкиле Шаһиәхмәт Дауытов Украина ССР-ның Изяславль ҡалаһында торған 10-сы кавполкка бара. Республика вәкиле бында башҡорт һалдаттарының тормошо, көнкүреше менән таныша. Полктың комиссарын Башҡортостанға саҡыра.
1930 йылдың 3 июнендә 10-сы полк комиссары Рдомский БашЦИК-тың кесе Президиумы ултырышында доклад менән сығыш яһай, Ш. Дауытов та ҡыҫҡаса һөйләп китә. Башҡортостан Хөкүмәте 10-сы полктың хәрби һәм сәйәси әҙерлеген ҡәнәғәтләнерлек, тип һығымта яһай. Шефлыҡ эшен көсәйтеү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә: "Полк, находясь на ответственном посту в пограничном районе, нуждается в особой моральной и материальной поддержке со стороны своего шефа - БашЦИК и широкой общественности рабочих и трудящегося крестьянства Башкирии, между тем шефская работа до последнего времени не была достаточно налажена из-за отдаленности полка от Башкирии, принявшей шефство над полком, и отсутствия необходимой связи для постоянной культурно-просветительской работы.
Принимая во внимание, что 10-й кавполк, первоначально сформированный из бойцов башкирской национальности, имея особые боевые заслуги, исторически связан с Башкирией, пополняется новобранцами из Башреспублики, имея в своем составе башкирский национальный эскадрон, БашЦИК признает необходимость усиления шефской работы с привлечением к участию в шефстве широких трудящихся масс Башкирии, главным образом, рабочего пролетариата, в деле культурно-бытового обслуживания подшефного полка".
Шефлыҡ эше менән етәкселек итеү дөйөм идара комиссия рәйесе, БашЦИК рәйесе урынбаҫары Калметьевҡа һәм комиссия ағзаһы - БАССР-ҙың территориаль полк округы идаралығы начальнигы Шадинға һ.б. йөкмәтелә. Шулай уҡ ҡарарҙа 10-сы полктың башҡорт эскадронына башҡорт яугирҙары һанын арттырырға кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына: "Исходя из исторической связи 10-го полка с Башкирией, поддерживаемой со дня формирования полка, БашЦИК, учитывая необходимость создания благоприятных условий для массовой работы со стороны национальной республики в направлении воспитания национальных башкирских кадров, считает нахождение в количественном отношении башкир в составе полка в данное время недостаточным для массовой работы, и поручает Теруправлению Округа БАССР войти с ходатайством по своему ведомству перед Реввоенсоветом СССР об увеличении разверстки новобранческого пополнения полку из Башкирии до 200 человек, направляя, вместе с тем, наиболее грамотных и политически подготовленных призываемых в армию, по преимуществу из рабочих районов - Баймака и Белорецка, а также поручает Теруправлению Округа содействовать укомплектованию полка средним начсоставом, имея при этом в виду необходимость в ближайшее время дать полку трех командиров взвода из националов".
Бынан тыш, БашЦИК Башҡортостан мәғариф комиссариатына һәм Башҡортостан дәүләт нәшриәтенә 10-сы полкты башҡорт китаптары, хәрби хеҙмәт буйынса уҡыу әсбаптары менән тәьмин итергә ҡуша. Башҡортостан халыҡ комиссарҙары советына: "Ассигновать 20.000 рублей на культурные и хозяйственные нужды 10 полка", - тиелһә, Башҡортостандың игенселек комиссариатына: "Выделить из Госконюшни две кавалерийские лошади для подарка в качестве переходящего приза имени БашЦИК на конную подготовку эскадронами. В дальнейшем ежегодно до полного укомплектования полка конским составом, снабжать начсостав полка ценными из Госконюшни лошадьми кавалерийского типа", - тигән бойороҡ бирелә. БашЦИК исемендәге 10-сы Верхнеурал кавалерия полкы милли кадрҙар әҙерләүҙә лә үҙ өлөшөн индерә. Полкка грамоталы, сәйәси яҡтан әҙер, әүҙем башҡорт йәштәре ебәрелә. Бында улар үҙҙәренә ярайһы уҡ яҡшы белем һәм тәжрибә алып ҡайта. Мәҫәлән, БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонының Ләмәҙтамаҡ ауылы егете (хәҙерге Мәсетле районы) комсомол Ҡаев Ғәлихан Шәмбеғол улы (1907 йылғы) 1929 йылда әрмегә алына. Хәрби хеҙмәтте тап ошо 10-сы полкта үтә (фотоны ҡарағыҙ). 1930 йылдың сентябрендә полк мәктәбен тамамлап, Ҡыҙыл Армияның кесе командиры дәрәжәһен ала. 1931 йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, ОСОАВИАХИМ-дың (ДОСААФ) Дыуан-Мәсетле районы советы рәйесе итеп тәғәйенләнә, артабан элемтә бүлексәһе начальнигы вазифаһында була, һуңынан колхоз рәйесе булып эшләй.
1938 йылда Ҡыҙыл Армияның территориаль-кадр система буйынса ойошторолоуы бөтөрөлә. Ошоноң менән бергә милли ғәскәри частар ҙа һәм хәрби белем биреү учреждениелары ла таратыла. 1939 йылдың сентябрендә СССР Юғары Советы сессияһында ҡабул ителгән "Дөйөм хәрби хеҙмәт тураһындағы закон" менән Ҡыҙыл Армияның яңы принцип буйынса төҙөлөүе ҡануни яҡтан нығытыла.
1938 йылда бөтөн Червонный казак ғәскәрҙәре, шул иҫәптән БашЦИК исемендәге 10-сы Верхнеурал кавалерия полкы бөтөрөлә. Дөрөҫөрәге, улар үҙгәртеп ҡорола. 2-се Червонный казактар кавалерия дивизияһы (10-сы полк уның составында була) 34-се кавалерия дивизияһы, тип үҙгәртелә.
Ошоноң менән Муса Мортазин атлылары башлап ебәргән Червонный казак ғәскәр сафында башҡорттарҙың хәрби хеҙмәт тарихы тамамлана. Башҡортостан Хөкүмәте 20 йыл тирәһе башҡорттар хеҙмәт иткән 10-сы полк менән тығыҙ бәйләнеш тота, шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.
Был тема артабанғы ғилми тикшеренеүҙе талап итә. Украинаға барып, 10-сы полктың тарихын өйрәнгәндә, һис шикһеҙ, Муса Мортазин бригадаһы тарихының әлегә билдәһеҙ биттәрен асырға мөмкин булыр ине.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Аҙағы. Башы 8-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.16 | Ҡаралған: 1421

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru