«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘМИҺЕҘ ТОРА АЛМАҺЫНДАР
+  - 

Совет заманының матур бер йолаһы бар ине: иртәнге почта менән танышыу, яңы килгән гәзит-журналдарға күҙ йүгертеп сығыу, ә инде эштән ҡайтҡас, уларҙы ентекләп уҡыу. Ғөмүмән, ул саҡтарҙа матбуғат баҫмалары алдырмаған ғаилә бик һирәк булғандыр. Тағы шуныһын әйт әле: почта хеҙмәтенең өлгөрлөгө! Көнөнә ике тапҡыр гәзит-журнал таратып сығырҙар ине.

Шул замандарҙан бирле иртән үк матбуғат баҫмалары яҙғандар менән танышыу ғәҙәткә һеңеп ҡалған, бер көн генә гәзит уҡымаһаң да, бит йыумағандай тояһың үҙеңде. Дөрөҫ, бөгөн күптәр, айырыуса йәш быуын, яңылыҡтарҙы интернеттан ғына ҡарай, гәзит алдырып уҡыусылар һирәк. Шул уҡ ваҡытта гәзит-журналдың үҙенә генә хас "тәме" һәм йәме, кинәнесе, яңылыҡ-мәғлүмәти хәбәрҙәрҙән тыш, башҡа төр ҡыҙыҡлы мәҡәләләре барлығын да улар, тимәк, белмәй ҙә, тоймай ҙа.
Шөкөр, мин әле лә иҫке ғәҙәтемә тоғро: почта килеүенә ҡарап, иң тәүҙә үҙебеҙҙең "Киске Өфө"нө, "Башҡортостан" менән "Йәшлек"те уҡыйым, килгән көндәре булһа, "Ағиҙел" менән "Ватандаш"ҡа ла бүленмәйенсә булдыра алмайым. Ә интернетта уларҙы тулыһынса уҡыу мөмкин дә түгелдер, тип уйлайым. Һәм, ғөмүмән, ҡулыңа тотоп икмәк ашаған һымаҡ, гәзитте лә үҙен тойоп, ҡулға алып уҡыуға етмәйҙер ул. Уҡыу - матур ғәҙәт икән, ул, һис шикһеҙ, кешенең тормош рәүешенә, холҡона әүерелә. Ә холоҡ-характерҙы беҙҙең кем әүәләй? Телебеҙ асылғандан алып - халҡыбыҙҙың тылсымлы, героик һәм көнкүреш әкиәттәре, аҙағыраҡ - классик әҫәрҙәр геройҙары, зыялы шәхестәребеҙ, замандаштарыбыҙ яҙмыштары. Бөгөн минең күңел талабы - шиғриәт. Шиғыр яратҡандан да түгел, осраҡлы берәй шиғри әҫәр ҙә түгел, ә ни бары замандаштары һәм киләсәк менән ошо телдә аралашыу бәхетенә эйә булған Рәмиҙең мәңгелек һорауҙарға ошо телдә беҙгә яуап таба алғаны өсөн. Беҙҙән һуңғыраҡ бер талай быуындарҙың теле уның "Туған тел"е менән асылды, әле лә ул телебеҙҙән төшмәй, милли гимныбыҙға әүерелде. Бер һәм берәгәйлеләр өлөшөнә генә төшә шул бындай ижади яҙмыш. Ҡабат-ҡабат ҡулға алам тиңдәшем кеүек ябай ҙа, остазым булараҡ бөйөк тә Шағирыбыҙҙың "Таш сәскә"һен, "Умырзая йыры"н, "Алырымҡош менән Бирмәмҡош"он, "Көндәлектәр"ен... Ҡанатлы һүҙбәйләнештәргә әүерелгән тапҡыр һәм көслө шиғри юлдарҙы көндәлек телмәр запасына ла индерергә, эшемдә лә файҙаланырға тырышам: күберәк күңелдәр отоп алһын уны, улар ҙа шул телдә аралашһындар, ҡыҙыҡһынһындар һәм, ниһайәт, улар ҙа Рәмигә килһендәр, унһыҙ бер көн, бер минут та тора алмаһындар, тип...

Фирүзә ИШБИРҘИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.03.16 | Ҡаралған: 1114

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru