«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХИ МИРАҪ ҺАҒЫНДА
+  - 

Илебеҙ, республикабыҙ тарихына ҡағылышлы документаль мираҫ архивтарҙа һаҡлана икәнен беләбеҙ. Борондан тупланып килгән дәүләт документтарын, халҡыбыҙ йылъяҙмаһын һаҡлау нисек ойошторолған? Ошо һәм республика архивтарының хәҙерге торошо, уларҙың эшмәкәрлеге, уңыштары һәм проблемалары хаҡында Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илфат Ваис улы ҒӘЛЛӘМОВ һөйләй.

- Ысынлап та, архив кәштәләрендә илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ғәйәт бай тарихын сағылдырған тәүсығанаҡтар һаҡлана. Хәҙерге көндә республикала бер дәүләт архивы (Башҡортостан Республикаһының Милли архивы) һәм 63 муниципаль архив иҫәпләнә. Халыҡ архивтарға һуҡмаҡты һыуытмай. Һуңғы йылдарҙа эш күләме күп тапҡырға артты. Мәҫәлән, 1993 йылда архив учреждениеларына 3 мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән булһа, былтыр иһә ойошмаларҙың һәм ябай кешеләрҙең 193698 үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән (2014 йылда - 184254, 2013-тә - 168307). Хаттарҙың тематикаһы ла бик киң: иң күбе пенсияға сығырға йыйынған кешеләр хеҙмәт стажы, эш хаҡы, дәүләт наградалары менән бүләкләнеүе тураһында мәғлүмәт алыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә, ер биләмәһе, милекте хосусилаштырыу буйынса ла белешмә алырға теләүселәр байтаҡ ҡына. Башҡортостан Республикаһының Архив фондында (дәүләт һәм муниципаль архивтарҙы ла индереп) әле 4 миллион 400 меңдән ашыу документтың төп нөсхәһе һаҡлана. Архив мәғлүмәттәрен файҙаланыусылар иҫәбе былтыр 198 мең самаһы булды. Ә инде Архив эштәре буйынса идаралыҡтың сайтына (www.gasrb.ru) инеүселәр 71 мең тәшкил итте. Һандарҙан күренеүенсә, архивтар бөгөнгө йәмғиәттең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.
Һуңғы йылдарҙа күптәр үҙ нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башланы, шунлыҡтан шәжәрә төҙөп биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта бара. Беҙҙең сайтта үҙ нәҫел ағасын эшләргә теләүселәр өсөн "Шәжәрә" исемле махсус бүлек булдырылған. Унда урынлаштырылған методик белешмәләр менән танышып сыҡҡан кеше архив сығанаҡтары буйынса нәҫел-нәсәбен тиҙ үк асыҡлай аласаҡ. Әлбиттә, баш ҡаланан алыҫ йәшәгәндәр Милли архивҡа үтенес хаты ебәрә ала. Һуңғы ваҡытта бындай мөрәжәғәттәр күбәйә бара, беҙгә күрше төбәктәрҙән, айырыуса Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килеүселәр ҙә артты. Шуны ла әйтмәй булмай: шәжәрә эшләү хеҙмәте түләүле. Был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар менән 276-55-21, 276-49-07 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә йәки баш ҡаланың К. Маркс урамындағы 4-се йортта урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының Милли архивына килергә була. Әйткәндәй, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре ("Ревизские сказки") менән Идаралыҡ сайтында ла танышырға мөмкин.
Документтарҙы имен һаҡлау һәр архив учреждениенан, һәр хеҙмәткәрҙән оло яуаплылыҡ талап иткән мәсьәлә. Мәҫәлән, 1830 йылда төҙөлгән төп архив бинаһы бик иҫкергән, асылда авария хәлендә, шунлыҡтан федераль күҙәтеү ойошмалары беҙгә уны кисекмәҫтән ябып, барлыҡ документтарҙы икенсе урынға күсереү тураһында күрһәтмә бирҙе. Ләкин бәлә шунда: санитар талаптарға яуап биргән махсус биналар Өфөлә юҡ. Хәйер, дәүләт архивы өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһе уҙған быуаттың 80-се йылдарынан уҡ күтәрелеп килә, хатта өс проект эшләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема һаманғаса хәл ителмәй килде. Башҡортостанда тәүге архив барлыҡҡа килеүгә тиҙҙән 100 йыл була. Ошо дәүер эсендә унда республиканың бер етәксеһе лә аяҡ та баҫып ҡарамаған. Шуныһы ҡыуаныслы: былтыр сентябрь айында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов төп архив учреждениеһының эше һәм торошо менән ентекле танышып китте. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне - Башҡортостан Хөкүмәте тиҙ арала Дзержинский исемендәге типографияның буш торған бинаһын беҙгә файҙаланыуға тапшырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Әммә ул архив документтарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнмәгән, шуға әлегә ремонт талап ителә. Ғөмүмән, һуңғы коллегия ултырышында баш ҡалала яңы Архив йортон төҙөү мәсьәләһе ҡәтғи ҡуйылды. Кисекмәҫтән осһоҙораҡҡа төшкән яңы проект эшләтеп, финанс мәсьәләһен хәл итергә һәм яҡын йылдарҙа төҙөлөш эшенә керешергә ҡарар ителде. Барлыҡ талаптарға яуап биргән заманса бина булғанда ғына беҙ алтынға бәрәбәр документтарҙы тейешле режимда, һәйбәт физик торошта һәм хәүефһеҙ шарттарҙа һаҡлай аласаҡбыҙ.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивынан тыш, Идаралыҡҡа муниципаль архивтар ҙа буйһона. Уларҙың күптәре барлыҡ талаптарға яуап биргән биналарҙа урынлашҡан, һаҡ һәм янғын сигнализацияһы эшләй. Архив эштәре буйынса идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт һәм Фән советтары, шулай уҡ эксперт-тикшереү комиссияһы ла ырамлы эшләй. Йыл һайын фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Былтыр, мәҫәлән, Ҡырым Республикаһы, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашлығында "Көньяҡ Урал археографияһы. Граждандарҙы туплауҙа тарихи хәтерҙең әһәмиәте" тип аталған ғилми ҡор айырыуса юғары кимәлдә үтте. Ҡыҫҡаһы, республиканың архив учреждениелары хеҙмәткәрҙәре быуаттар ауазын беҙгә еткергән ҡиммәтле документтар тейешенсә һаҡланһын, улар менән киң халыҡ ҡатламы иркенләп таныша алһын, кәрәкле тарихи мәғлүмәткә эйә булһын өсөн бар көсөн һала.

Нияз БУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.16 | Ҡаралған: 1077

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru