«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ХАНДАРЫ - КЕМДӘР УЛАР?
+  - 

Билдәле булыуынса, 1243 йылға Башҡортостан монголдарға буйһондоролоп, Алтын Урҙа дәүләте составына ингән. Хиуа ханы Әбүлғази (1603 -1664) яҙыуынса, Джучи үлгәндән һуң, Батый үҙенең кесе туғаны Шыбанға ерҙәр бүлеп биргән. Нуғайҙың балаларына эләккән ерҙәр Ак Урҙа тип атала башлаған. Ә инде Тоҡта ханға (1290 - 1312) Ыбыр-Сыбыр, Рус, Либка, Укек, Маджар, Болғар, Башгирд, Һарай, Берке тигән улыстар буйһонған. Был улыс Күк Урҙа тигән исем алған.

Әммә ваҡытында В.В. Бартольд, аҙаҡ Т.И. Солтанов Әбүлғазиҙың яҙғандарының дөрөҫ түгел икәнен асыҡлай. Ғалимдарҙың күбеһе, "Аҡ Урҙа" тигән термин Джучи улусының уң ҡулын аңлата, тигән фекерҙә. Әммә нисек кенә булмаһын, Башҡортостан шул уң ҡулға ингән булырға тейеш. Урал аръяғындағы ерҙәр Шыбан улысына ҡараған.
Хиуа ханы Әбүлғазиҙың артабанғы һүҙҙәренә лә иғтибар итергә кәрәк: Шыбан нәҫеленән булған бер туған солтандар Ибраһим менән Ғәрәпшаһ, атайҙарының ерҙәрен "икесе бүлешеп, бер жирдә күчеп вә нунып, Жаек суының башында жәйләп вә Сыр суының аягында ҡышлап, татулык илән гомер кичерделәр..." Шулай итеп, Яйыҡ йылғаһының башы (Башҡортостан территорияһы) 1360-1370 йылдарҙа Шыбан нәҫеленән булған солтандарҙың улысы һаналған.
Шыбаниҙар XIV быуаттың аҙағында, Батый хандың нәҫеле бөткәс, көсәйә башлаған. Шул уҡ Ғәрәпшаһ, билдәле булыуынса, 1377 йылда Алтын Урҙа ханы булып китә һәм Түбәнге Новгород ҡалаһын баҫып ала. Һарайҙы 1380 йылда Туҡтамыш баҫып алғанға тиклем ул хан булып ултыра. 1360 йылдарҙа атаһы Булаттимер ҙә һарайҙа аҙ ғына ваҡыт ханлыҡ вазифаһын башҡара. Был факттар Шыбаниҙарҙың көслө ҡәүемгә әйләнеүе һәм көнбайышҡа табан экспанцияһы хаҡында һөйләй. Бындай сәйәси үҙгәрештәр Башҡортостан территорияһын да урап үтмәгәндер. Алтын Урҙала 1360-1370 йылдарҙа "Бөйөк сыуалыштар" осоронда төньяҡ Башҡортостанда ниндәйҙер Шыбаниҙар нығынған булһа кәрәк. 1428 йылда Шыбаниҙарҙың береһе Әбелхайыр (1412 - 1468) күсмә үзбәктәр дәүләтен - Үзбәк ханлығын төҙөй. Уның ейәне Мөхәммәт Шәйбани (1451-1510) XVI быуат башында Мәүәрәүиннахрҙы баҫып ала, Аҡһаҡ Тимер нәҫеленән булған хакимдарҙы Урта Азиянан Афғанстан менән Һиндостанға ҡыҫырыҡлап сығара. Икенсе Шыбани Хажи-Мөхәммәт, Көнбайыш Себерҙә ҡалып, Себер ханлығына нигеҙ һала.
Шыбаниҙар Башҡортостанда ла идара иткән булырға тейеш. 1883 йылда сыҡҡан "Справочная книжка Уфимской губернии" тигән китапта бер риүәйәт килтерелә: "... Турахан, һөйләүҙәре буйынса, Сыңғыҙ нәҫеленән, һәм Себер ханы Күсем ҡулы аҫтында булған, әммә аҙаҡ Күсем менән аралары боҙолоп, үҙенең 8 меңлек урҙаһы менән Өфө ҡалаһы янына күсенгән, бында 4 ай тирәһе Торатау тигән тау эргәһендә торған. Үлән етмәү сәбәпле, хан Ыҫлаҡ йылғаһынан көнбайышҡараҡ күсенергә мәжбүр була. Унда ҡалырға уйлап, үҙенә йорт менән мәсет төҙөтә. Турахан бында ҡорал менән килә һәм башҡорттарҙы үҙенә буйһондора, үҙе Ҡаҙан ханының власын таный. Рустар Ҡаҙанды алғас, хан хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһы тирәһенә күсенә"'. Шулай итеп, ниндәйҙер Турахан Сыңғыҙхан нәҫеленән һәм Себер улысынан сыҡҡан кеше булып сыға. Себерҙә, белеүебеҙсә, Шыбаниҙар һәм Тайбуғалар идара иткән. Риүәйәттә Турахан Себерҙә 1563-1598 йылдарҙа хан булған, Шыбани Күсем ваҡытында йәшәгән, тип күрһәтелә.
Бер мәҡәләмдә, Турахан Иҙеүкәй әмир (XV быуат башы), уның тыуасары Алсағыр мырҙа (1510 йылдар), Ҡаҙанды яулап алыу осоронда (1552 йыл) ла йәшәгән, тип күрһәттем. Шуға ла Турахан исем түгел, ә ике һүҙҙән торған ("түрә" һәм "хан") титул тип фараз иткәйнем. Әле иһә Турахандың Себер улысынан сығыуына баҫым яһап үтке килә. Себер - Шыбаниҙарҙың төп йорто, улыстары. Өфө ҡәлғәһендә идара иткән Турахан да Шыбан нәҫеленән булғанға оҡшай. Боронғо төрки телендә "тура" һүҙе "ҡәлғә", "ҡала" тигәнде аңлатҡан. Шундай уҡ мәғәнәлә был һүҙ Себер ханлығында бик йыш ҡулланылған. Мәҫәлән, ханлыҡтың баш ҡалаһы Чимга-Тура тип аталған. Тайбуға кенәздәренең резиденцияһы Ҡыҙыл-Тура ҡәлғәһендә булған. Шулай уҡ исемдәрендә "тура" һүҙе булған башҡа ҡаласыҡтар ҙа күп була Себерҙә. XVI быуатта Себер ханлығын "Тура" тип кенә йөрөткәндәр. Мәҫәлән, XVI быуаттың икенсе яртыһында ижад иткән төрөк тарихсыһы Сәйфи Чәләби әҫәрендә лә "Себер", "Себер ханлығы" һүҙҙәре ҡулланылмай, ә ул дәүләт "Тура" тип атала. Бөтә "Турахан" исемле Башҡортостанда идара иткән хандар Өфө ҡәлғәһендә ултырғандар. Бәлки, был исем "ҡала (Өфө) хакимы" тигәнде аңлаталыр? Өфөнөң боронғо исемендә лә Себерҙәге һымаҡ "тура" ("ҡала") һүҙе булманымы икән?
Тағы ла Шыбаниҙарҙың шәжәрәһенә лә күҙ һалырға кәрәк. Мәҫәлән, фарсы тарихсыһы Рашид-әд-Дин яҙыуынса, Шыбандың бер ейәне "Тури" (башҡортса "Түрә") исемле булған. Әммә әмир Тимурҙың улы Шахрухтың бойороғо буйынса яҙылған "Монгол солтандарының шәжәрәләрен данлаған китап"та был исем "Бури", йәғни "Бүре" ("Волк") тип бирелгән, һуңғыһы дөрөҫөрәктер, тип уйларға кәрәк. Риүәйәттәрҙә Турахандың Өфөнән Ыҫлаҡ йылғаһы буйына күсенеүе икенсе улысҡа кереү һымаҡ һүрәтләнә. Ә бит хан ҡаланан 50-70 саҡрымға ғына йырағыраҡ киткән. Был хәл көньяҡ Башҡортостандың тәүге ваҡытта Өфө хакимдарына буйһонмағанлығы тураһында һөйләй булһа кәрәк. Турахандың ҡул аҫтында тик төньяҡ Башҡортостан ғына булған. Уға буйһонған халыҡ та башҡорт ырыуҙары түгел, ахыры. Юҡҡа ғына төньяҡ Башҡортостандағы ҡалаларҙы аҙаҡ рус крәҫтиәндәре "шайтан" ҡаласыҡтары тип йөрөтмәгән бит. Башҡорттар ҙа, рустар ҙа уларҙа, әлбиттә, йәшәмәгән. Әйтергә кәрәк, хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында ошо ваҡыттарҙа ғүмер иткән чиялик археологик культураһына ҡараған халыҡты ғалимдар уғырҙар менән бәйләй. Мәҫәлән, йәш ғалим И.В. Антонов яҙыуынса, был уғырҙар аҙаҡ төркиләшкән. Улар башҡорттарҙың бүләр, байлар ырыуҙарының ата- бабалары булырға тейеш, тип фараз ителә. Уғыр халыҡтарының Башҡортостан ерендә булғандарының башҡортлашыуы Ирәкте ырыуы шәжәрәһендә, күп риүәйәттәрҙә лә һүрәтләнә. XV быуат аҙағында Өфө хандары нуғай мырҙаларына буйһонған. Был ваҡытҡа инде төньяҡ Башҡортостандағы халыҡ башҡортлашып өлгөргән була. Нуғайҙар Өфө хандарын вассал итеп власта ҡалдырған һәм уларға көньяҡ Башҡортостанды (мәҫәлән, меңдәрҙе) ла үҙҙәре исеменән идара итергә бойора.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.03.16 | Ҡаралған: 1232

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru