«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ЙЫРЫ ИЖАДЫМ АСЫЛЫ, ЮЛДАШЫМ УЛ
+  - 

Оҙон көйлө йырҙарға бай халыҡтың моңло йырсылары ла күп булырға тейеш инде ул. Быуындан-быуынға тапшырып, ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡ йырҙары бөгөнгө заманда тап уларҙың башҡарыуында яңғырай. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, "Карауан" фольклор-эстрада төркөмө солисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ тап ошондай һәләтле йырсылар рәтенән булыр.

"Карауанһарай" тағы үҙгәрҙе...

2005 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килгәс, мине "Карауанһарай" эстрада-фольклор төркөмөнә ҡабул иттеләр. Уҡып йөрөгән саҡта "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә йыл ярым тирәһе эшләүемде иҫәпләмәһәң, мин "Карауанһарай" төркөмөнә тоғромон, тип әйтә алам. Мин килгәндә төркөмдөң тәүге составы үҙгәргәйне, Мәхмүт ағай Нәҙершин ғына тороп ҡалғайны. Уның етәкселегендә йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Эльмир Әбүбәкиров, ҡурайсы Рәдиф Бохарбаев, бейеүселәр Юлиә Чиглинцева-Ғәбитова, Рафаэль Сәғитовтар менән данлы төркөмдөң эшен дауам итергә тура килде.
Хәҙер Мәхмүт Нәҙершин беҙҙе үҙаллы ижад юлына сығарҙы, күптәр белеп тә етмәйҙер, төркөмдөң исемен дә "Карауан" тип үҙгәрттек. Тотошлай үҙгәреш кисерҙек, тип әйтеп булмай, маҡсатыбыҙ ҙа юҡ бындай. Ваҡытында ҙур танылыу яулаған легендар төркөмдө юҡҡа сығарып ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине, бөгөн дә уның үҙенең тамашасылары бар. Яйлап репертуарҙы тулыландырабыҙ, электән йырлаған йырҙарҙы ла башҡарабыҙ, сөнки улар төркөмдөң визит карточкаһы. Үҙебеҙ ҙә йырҙар яҙабыҙ. Әлеге мәлдә төркөмдә минән башҡа Эльмир Әбүбәкиров, Марсель Ҡотоев, Тимур Рамазанов һәм ҡурайсы Илнур Хәйруллин эшләй.

Һәр кемдең үҙ тамашасыһы

Башҡорт эстрадаһы барлыҡҡа килгән генә мәлдә тамашасы йырсыларға ҙур иғтибар күрһәтә ине. Ҡайһыларға гримеркаһынан сығырға ла ирек бирмәй торғайны йәш ҡыҙҙар. Бөгөн тамашасы һөйөүенә лайыҡ йырсылар һирәктер, һәр хәлдә, ни өсөндөр улар битараф кеүек тойола. "Гәлсәр һандуғас" проекты менән гастролдәргә йөрөгәндә автограф һораусылар бар ине. Йыл буйына клиптар төшөрҙөләр, реклама ла шәп бара ине. Телевидение, радионан йырҙар яңғырап тора торғайны. Концерттарға халыҡ залды тултырып килә - бик күңелле осор булып хәтерҙә ҡалған "Гәлсәр һандуғас".
Гел күҙәтеп, сағыштырып йөрөйөм, беҙҙең төркөмдөң тыңлаусылары - урта һәм өлкән йәштәге апайҙар. Гастролдәр менән ҡайҙа ғына барһаҡ та, һәйбәт йырлайһың, тип, арҡанан һөйөп китәләр. Состав, репертуар үҙгәрә, тамашасыларыбыҙ үҙгәрмәй. Бының төп сәбәбе - репертуарҙа, тимәк, беҙҙең йырҙар уларҙың күңеленә яҡын. Минең үҙемде тамашасы башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро йырҙарҙы башҡарыусы тип белә.

Йырсылар нәҫеленән

Мин Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып-үҫтем. Атайым мин бәләкәй саҡта ла өйҙә лә, сәхнәлә лә гел йырлай ине. Йырларға унан өйрәнгәнмендер. Тәүге тапҡыр сәхнәгә өс йәштә сыҡтым. Баланың йыр-бейеүгә һәләте булһа, ул бала саҡтан уҡ күренәлер ул. Әле бына улыма ике йәш була, бәлки, киләсәктә йырлап та китер, әммә әлегә ундай һәләте артыҡ тойолмай. Мин улымды үҙем дә артист итеп күргем килмәй. Ә әсәйемдәр мине, йырсы булһын, тип, үҙҙәре Өфө сәнғәт училищеһына алып килде, хатта минең теләгемде һорап та торманылар шикелле. Бала саҡта бар малайҙар ҙа шофер булырға хыяллана, минең дә машина йөрөткөм килә ине. Әсәйем йырламаһа ла, уҡытыусы булараҡ, ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәне, сәхнәнән шиғыр һөйләй ине, концерттарҙы алып бара торғайны. Бер туған ағайым да, атайымдың бер туғандары ла оҫта йырлайҙар.
Училищела - Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташым Вәхит Хызыровтың, Өфө дәүләт сәнғәт институтында Миләүшә Мортазина класында уҡыным. Институтта бер йыл академик йыр йүнәлешендә белем алдым, унда опера йырсыларын әҙерләйҙәр. Ауылда йәшел сирәмдә тәгәрәп, халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкән егетмен, был йүнәлеш күңелемә бөтөнләй ятманы. Уҡытыусыларым аңланы, халыҡ йыры буйынса тамамланым уҡыуҙы. Кеше бөтөн нәмәгә, хатта нисек дөрөҫ йәшәргә лә ғүмере буйына өйрәнә. Тауыш өҫтөндә лә шулай эшләйһең, ғүмерең буйына йырларға өйрәнәһең. Бер үк йырҙы бер төрлө йырлайһың, әммә ул һәр саҡ яңыса яңғырай, шулай сығышыңды яйлап-яйлап камиллаштыраһың, шымартаһың. "Сәхнәгә сығаһың икән, йырҙы еренә еткереп йырла", - ти торғайны уҡытыусыларым, бөгөн дә мин уларҙың был кәңәшен иҫемдә тотам, үҙемә ныҡ талапсанмын.

"Уйыл ғына һыуы..."

Күңел өсөн бер сәхнәгә сыҡһаң, уға гел сыҡҡы, йырларға бер өйрәнһәң, йырлағы килеп тик тора. Шундай тартымы бар сәхнәнең. Ҡайһы берҙә донъя баҫып китә, ижад кешеһенең һынылышлы мәлдәре лә була. Әсәйем мәрхүмә булғас, минең дә шундай һынылыш мәле булды бер. Сәхнәгә лә сыҡҡы килмәй, икенсе яҡтан, сәхнәнән китеп тә булмай. Шуны үткәреп ебәрә алһаң, тормошоң тағы ла үҙ һуҡмағына төшөп, һәүетемсә тәгәрәй башлай. Һәр кем һағышын, күңел һыҙланыуҙарын үҙенсә сығара, бейеүсе - бейеп, йырсы - йырлап.
Электән "Уйыл" йырын яратып башҡарам. Уның төрлө варианттары бар. Мин йырлаған йыр шулайыраҡ яңғырай: "Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы, уйландыра уйсан да ирҙәрҙе, уйландырып ҡалмай, моңландыра, һағындыра тыуған ерҙәрҙе". "Уйыл"ды йырлаһам, тыуған яғымды, туғандарымды һағыныуым баҫылып, күңелгә рәхәт булып ҡала. Былай эстән генә, ишетелер-ишетелмәҫ кенә халыҡ йырҙарын йырлап йөрөйөм гел...

Шулай итеп...
Тотош бер төркөм булып башҡорт эстрадаһына килеп ингән шәп, һәләтле, моңло йырсыларҙың береһе ул Рөстәм. Уларҙы бөгөн йәш йырсы тип атарға тел дә әйләнмәй, сөнки тап уларҙың быуыны еңел-елпе йырҙар шауҡымына ла бирелмәне, халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын йырлауҙан да баш тартманы, еңел юл һайламаны. "Карауан" төркөмө лә һәр ерҙә, һәр төбәктә башҡорт сәнғәтен, башҡорт мәҙәниәтен башҡаларға танытыу бурысын лайыҡлы башҡара.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.03.16 | Ҡаралған: 1385

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru