«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСКӘҮ – ҠАЛАЛАРҘЫҢ ҠАЛАҺЫ, ШУЛ УҠ ВАҠЫТТА – БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ ЛА
+  - 

Яңыраҡ Өфөлә төрки йәштәрҙең Халыҡ-ара "Төркиҙәр алтыны" тигән форумы булып үтте. Унда эксперт итеп Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Шамил улы БАДРАНОВ саҡырылғайны. Ул беҙҙең менән осрашырға ла ваҡыт тапты. Әңгәмәбеҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы башҡорт йәштәре һәм уларҙың хәҙерге заманға бәйле проблемалары, халыҡ яҙмышы һ.б. хаҡында барҙы.

Азат, Башҡортостандағы ер аҫты һыуҙарын өйрәнеүсе геологтар эсергә яраҡлы таҙа һыуҙың иң ҙур өлөшө Асҡын, Архангел райондарында, тағы ла бер нисә урында булғанын билдәләгән. Йылдан-йыл таҙа һыу запасының кәмей барғанлығын да беләбеҙ. Әлбиттә, был урындарҙа таҙа һыуҙың һаҡланыуының төп сәбәптәрен ер аҫты һыуҙарының торошо, тәбиғи шарттарҙың быға булышлыҡ итеүе менән дә аңлатып була. Мәҫәлән, был йәһәттән Архангел районында, Урал тауҙарының далалар менән киҫешкән ерендә, меңәр йылдар буйы һаҡланған һаҙлыҡтар тәбиғи фильтр ролен үтәй. Хәҙерге замандың яңы технологиялары буйынса эшләнгән фильтрҙар тәбиғи һаҙлыҡты бер нисек тә алыштыра алмай.
Был миҫалды нимәгә килтерәм һуң? Ауыл саф һыуҙы һаҡлаған тәбиғәт шарты кеүек үк, милләтте саф килеш һаҡлар өсөн иң тәбиғи мөхит һанала. Глобалләшеү иһә беҙгә урбанизацияға йәлеп ителергә, шул уҡ ваҡытта һаҡланып ҡалырға, тигән шарт ҡуя. Бында иһә бер-береһен инҡар итеүсе ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуа. Ҡалаға килеүселәр заман шартына йәлеп ителергә, ауылда ҡалыусылар арттараҡ тороп ҡалырға тейеш була. Бер үк ваҡытта һаҡланып ҡалырға ынтылыуҙы артта ҡалыу тип тә атап булмай. Һин бына оло донъяны айҡап йөрөгән кеше булараҡ, ошо хаҡта нисек уйлайһың?


- Минеңсә, глобалләшеү шарттарына ҡулайлашыу менән милли рухты һаҡлап ҡалырға ынтылыу бер-береһенә ҡаршы килеүсе төшөнсәләр түгел. Бында, киреһенсә, башҡорт рухының ҡала шарттарына ҡулайлашып бөтмәүе арҡаһында беҙҙең заманға ярашлы проблемалар барлыҡҡа килеүе хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк. Беҙ милли рухты ауылда ғына һаҡлап була, тигән ҡалыптан ҡотолорға тейешбеҙ. Бына беҙ алты йыл буйына Мәскәүҙә башҡорт йәштәрен ойоштороу менән шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙә төрлө курстар, секциялар эшләй. Сараларҙы башҡорт телендә үткәрәбеҙ. Тәүге йылдарҙа беҙҙә үткән КВН-дарҙа күтәрелгән темаларҙа төп ҡарашыбыҙ ауылға, республикаға йүнәлтелгән булһа, бөгөн иһә Мәскәү, дөйөм Рәсәй темалары башҡортса яңғыраш ала бара. Шулай итеп, Мәскәүҙең башҡорт мәҙәниәтенә нигеҙ таштары һалына. Беҙ глобалләшеүҙең дөйөм процестарынан бер нисек тә ҡаса алмайбыҙ. Мәҫәлән, дәүләттең йәмәғәтселек тормошонан алыҫлашыуына минең мөнәсәбәтем яҡшы түгел. Был мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә ҡағыла. Юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарының кәмеүе лә шуны күрһәтә. Мин БДУ-ның юридик факультетына уҡырға ингәндә 150 бюджет урыны булһа, бөгөн ул 30-ға ғына тороп ҡалған. Шул уҡ ваҡытта был факультетта мин уҡыған саҡтан кәм студенттар белем алмай.

Килешәм, глобалләшеү шарттарында "ауыл ғына беҙҙе һаҡлаясаҡ", тип тик ошоно ғына төп сара күреп йәшәү, бәлки, үҙен һаҡларға теләгән дөйәғоштоң башын ҡом аҫтына тығып тороуына тиң булып та тойолалыр. Шулай ҙа беҙ мөмкин булғанса тиклем ауылды ла һаҡларға бурыслыбыҙ. Сөнки беҙ ауыл менән бергә йәннәттәй тәбиғәтебеҙҙе лә, урман-тауҙарыбыҙҙы ла, иген гөрләп үҫер икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарыбыҙҙы ла, аҡ ҡылғандар иле - далаларыбыҙҙы ла бөтөнләйгә юғалтыуыбыҙ бар. Беҙҙең ауылдарҙа күп итеп мал үрсетеп, иген, йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәүҙе ожмахҡа тиңләүсе сит милләттәр ҙә бар. Элегерәк Әбйәлил районына килеп йәшәгән Мөшәрип атлы бер үзбәк егете миңә: "Баш-ҡорттарҙың оҙон аҡса эҙләп Себергә, башҡа яҡҡа китеүен мин һис тә аңламайым. Һеҙ ошо ерегеҙҙең ҡәҙерен белмәйһегеҙ, булған мөмкинлекте файҙаланмайһығыҙ. Әгәр ҙә беҙ, үзбәктәр, ошо ерҙә йәшәһәк, үҙебеҙҙе ожмахта итеп тойор инек", - тигәйне. Мөшәрип беҙгә үҙ еребеҙҙә нисек йәшәргә кәрәклекте күрһәтте: бер йәй эсендә генә еләк йыйып, Магнитҡа алып барып һатып, ул заман өсөн иң яҡшыһы һаналған "Волга" машинаһы һатып алды. Нимә генә тимә, бөтә мәсьәлә үҙебеҙҙә. Ниңә, беҙ үҙебеҙҙең көс менән генә ауылды һаҡлап ҡала алмайбыҙмы ни?

- Беҙ тик үҙебеҙҙең көстәр менән генә бар ауылдарҙы һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Урбанизация процесы совет осоронда ла барҙы, әммә ул тамамланманы, халҡыбыҙҙың яртыһы тиерлек ауылдарҙа йәшәй һәм милләттең сағыштырмаса ауыр хәле ошоноң менән аңлатыла ла инде. Әгәр ҙә бер илле йыл элек ҡала башҡорттары мәҙәниәте формалашҡан булһа, бөгөн ҡала башҡорттарының һаны ла юғары булыр ине. Беҙ әлеге ваҡытта ике урталыҡта, ауыл менән ҡала араһында торабыҙ. Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә ауылдарҙан сыҡҡан йәштәребеҙҙе Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына уҡырға индерергә ярҙамлашып, уларҙың ҡалаға өйрәнеүен еңелләштереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Мәскәү - ул ҡалаларҙың ҡалаһы, унда бер нисә ҡала, бер нисә социаль донъя һыйған. Мин, мәҫәлән, Өфөлә юғары уҡыу йорто тамамлағандан һуң унда барҙым һәм ауылдарҙан килгәндәргә ҡарағанда был ҡалаға тиҙерәк өйрәнеп киттем. Мәскәүгә һәм Питерға килеүсе башҡорт йәштәре үҙҙәрен ирекһеҙҙең көнөнән бында килеүселәр тип уйламаһындар өсөн беҙ уларҙы ойоштороп, милли мөхит тыуҙырырға тырышабыҙ ҙа инде. Мәскәү һымаҡ эре мегаполистарға башҡорт мәҙәниәтен индереүҙең юлы һәм маҡсаты тап ошонда. Беҙҙең халыҡтың пассионарлыҡ потенциалы бик юғары. Бары тик шул генетик энергияға дөрөҫ йүнәлеш кенә бирергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә башҡорт йәштәре башҡа милләт вәкилдәре араһында иң ойошҡаны иҫәпләнә. Татар йәштәренең финанс ресурстары юғары булһа ла, улар идеяға ҡытлыҡ кисерә. Улар даими рәүештә беҙҙең сараларға килеп тамаша ҡыла, беҙҙән өйрәнә. Беҙ үҙебеҙ үткәргән сараларҙан тыш, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу маҡсатын алға һөргән дөйөм йыйылыштарға ла йөрөйбөҙ. Беҙ Мәскәүҙә үткәрелгән шундай позитив сараларға 300-400 кешене алып сығырға һәләтле баш ҡала йәштәр ойошмалары араһында берҙән-бере булып һаналабыҙ. Бер үк ваҡытта Мәскәүҙең татар йәштәре бындай сараларға 20-30 кеше генә сығара ала.

Атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә юғары мәҙәниәт, зауыҡ, рух, ҡот ҡалдырған. Минеңсә, уларҙың рухи мираҫы бөгөн беҙгә хеҙмәт итә. Әгәр ҙә шул рух булмаһа, һеҙ шул рәүешле йыйылып, прогрессив саралар ҙа үткәрә алмаған булыр инегеҙ. Бына һин, башҡорт йәштәре араһында бындай креативлыҡты, ойошҡан булыуҙы нисек аңлатырға була, тип уйлайһың?

- Йәмғиәттә һәм тормошта ниндәй генә негатив күренештәр күҙәтелмәһен, халҡыбыҙҙың пассионарлыҡ потенциалы һайыҡмаған. Беҙ, күптәр һымаҡ, был йәһәттән ҡояш батышына табан бармайбыҙ. Беҙ үҙ эшебеҙҙә ниндәйҙер идеяһы булған йәш кешене тыңлайбыҙ, күмәкләп ултырып был хаҡта әңгәмә ҡорабыҙ, идея авторына төрлө һорауҙар бирәбеҙ. Әгәр ҙә идея мәҙәни сара үткәреүгә ҡайтып ҡалһа, унда күпме кеше ҡатнашыуын, һөҙөмтәһен күҙаллайбыҙ. Беҙгә бигерәк тә был сараға килеүселәр ниндәй уй-фекерҙәр менән ҡайтыуы мөһим. Тик йыйылышырға кәрәк булған өсөн генә йыйылышыу - ҡыҙыҡ түгел. Бындай сараларҙың тағы бер маҡсаты - йәштәргә үҙҙәренең уй-хыялдарын, ниәттәрен тормошҡа ашырырға өйрәтеү.

"Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай", тиҙәр. Шулай ҙа, әйтәйек, Мәскәү менән Өфөнөң, башҡа ҡалаларҙың мөмкинлектәре нимәһе менән айырыла?

- Мәскәү - ул мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу ҡалаһы булыу менән бер рәттән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү ҡалаһы ла, ул, ысынлап та, күҙ йәштәренә ышанмай. Мәскәү - бер нисә социаль донъяның синтезын да тәшкил итә. Ҡайһы бер ата-әсәләр уларҙың балалары поезд йә самолет менән Мәскәүгә килеп төшкәс тә, уларҙы скинхедтар, наркодилерҙар, сутенерҙар ҡаршылай, тип уйлап яңылыша. Әгәр ҙә уларҙың балалары насар уй-ниәттәр, шуларға бәйле маҡсаттар менән Мәскәүгә килә икән, ысынлап та, уларҙы тап шундайҙар ҡаршылаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, Мәскәүгә ниндәй маҡсат менән килһәң, шундай мөхит һине ҡаршы алып торасаҡ. Әгәр ҙә изге маҡсаттар менән килһәң, маҡсатыңа ярашлы мәшһүр кешеләр менән аралашыу ҙа еңел Мәскәүҙә. Мәскәүҙә кешеләр араһындағы мөнәсәбәт ябайыраҡ, кешелеклерәк. Мәскәүҙә үҙеңә оҡшаған бер китап һатып алып, уны уҡып, бер аҙнанан һуң китаптың авторы менән кофе эсеп һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултыра алаһың. Ә Мәскәүҙән ситтә, беҙҙең республикала, Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа һин иң тәүҙә йәмәғәтселеккә үҙеңдең "болан түгеллегеңде, кеше икәнлегеңде, әңгәмә ҡорорға һәләтле икәнлегеңде" иҫбатларға тейешһең. Мәскәүҙә иһә, киреһенсә, һин иң тәүҙә кем менәндер осрашаһың, һөйләшәһең һәм үҙеңдең "болан түгеллегеңде, кеше икәнлегеңде" иҫбат итәһең. Унда юғары уҡыу йорттарында студенттар менән уҡытыусылар араһында мөнәсәбәт шулай ҡоролған. Унда партнерлыҡ мөнәсәбәте хөкөм һөрә.
Минең яҡын бер дуҫым Өфөлә университет тамамлағандан һуң Мәскәүгә РФ Президенты ҡарамағындағы академияға уҡырға барҙы. Шунда кафедралағы профессор Илшатты үҙе менән баҡсаһына алып барырға булған. Илшат Өфө университеты йолаһы буйынса, иртәгәһенә эш кейемдәрен кейеп, баҡсаға барған. Әммә профессорҙың кейәүе уларға көнө буйына шөшлөк, барбекю әҙерләгән, ә профессор үҙенең студенты менән көнө буйына сәй эсеп, шөшлөк, барбекю ашап, төрлө темаларға һөйләшеп-әңгәмәләшеп ултырған. "Нишләп һин улай эш кейемендә һуң?" - тип һораған унан профессор. Илшат: "Баҡсаға саҡырғасығыҙ, эшләргә кәрәк булыр", - тип уйланым тигән. Шулай итеп, Илшат уңайһыҙ хәлгә ҡалған.
Мәскәү вузындағы уҡытыусы һиңә скайп аша консультация үткәрә, һәр студентына үҙенең кеҫә телефонының номерын биреп ҡуя. Мәскәүҙә университет ректоры, декан бүлмәһенә инеү ҙә еңел генә. Беҙҙә иһә студент биш йыл буйы уҡыу осоронда ректорҙы бер тапҡыр күрмәүе лә бар. Мин Өфөләге ғилми конференцияға Мәскәүҙән профессор Автономовты алып килгәйнем. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында дискриминация комиссияһы рәйесе, утыҙҙан ашыу тел белә. Ул юриспруденцияла алдынғы ҡарашлы белгес һанала. Шундай юғары дәрәжәгә эйә булһа ла, ул шул тиклем ябай кеше. Бындағылар шундай кешенең нисек итеп бында килеүенә аптыраны.
Мәскәүҙә иң тәүҙә һинең эшлекле сифаттарыңды баһалайҙар, шунан һуң ғына кемлегеңә, милләтеңә иғтибар итәләр. Беҙҙә иһә иң тәүҙә һинең кем булыуыңа ҡарайҙар. Хатта башҡорттарҙың эсендә лә ниндәйҙер "ысындарға" һәм "ысын булмағандарға" бүленеш бар. Мин, мәҫәлән, үҙем тамырҙарым менән Архангел районынан, Баймаҡтыҡы ла, Күгәрсендеке лә түгел, әммә үҙемде һис кенә лә башҡаларҙан кәм башҡорт итеп тоймайым.

Бөгөн шундай парадоксаль тенденция күҙәтелә: республикабыҙҙан ситтә йәшәгән башҡорттар үҙҙәрен күберәк бойомға ашырып, күберәккә өлгәшә ала. Силәбе өлкәһендә йәшәп, Рәсәй һәм донъя кимәлендә спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән башҡорттар миҫалы, Ырымбур фермерҙары, Себер эшҡыуарҙары, бына һин етәкләгән Мәскәү һәм Санкт-Петербург башҡорт йәштәре ойошмаһы миҫалы шул хаҡта һөйләй. Бының сәбәптәре нимәлә тип уйлайһың?

- Бәлки, ситтәгеләр конкурентлыраҡ мөхиттә йәшәгәнгә шулайҙыр. Алда әйткәнемсә, әйтәйек, Мәскәү менән Питер ҙур һәм конкурентлы ҡалалар. Шуға күрә унда үҙеңдең сифаттарыңды, компетенцияларыңды камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә тура килә. Һин был ҡалаларҙа нимәнелер эшләргә һәләтле булыуыңды, башҡаларға ҡарағанда эште яҡшыраҡ башҡарыуыңды күрһәтергә тейешһең. Минең шәреҡте өйрәнеү буйынса бер нисә хеҙмәтем бар. Улар баҫылып сыҡты.
Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙа тик үҙ көсөңә генә ышанаһың, ә кемгәлер, власть органдарына булһынмы, "урында" ултырған ағайҙарғамы, иҫәп тотмайһың, унда һинең ысын асылың, кешелек сифаттарың сағылыш таба. Мәскәүҙә, Питерҙа һиңә ҡарап башҡорттар тураһында фекер йөрөтәләр, киреһенсә түгел. Беҙҙе Мәскәү хөкүмәтендә, Кремлдә, РФ Дәүләт Думаһында, Йәмәғәт палатаһында, төрлө юғары уҡыу йорттарында яҡшы беләләр, төрлө сараларға саҡыралар. Ҡыҫҡаһы, милләт-ара мәсьәләләр менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла беҙҙе белә. Эшмәкәрлегебеҙ вуздарҙағы беҙҙең студенттарҙың динамикаһы менән дә аңлатыла. Тәүҙә уларҙа ике-өс кенә студент белем алһа, хәҙер инде егерме-утыҙ студент хаҡында һүҙ алып барырға була.

Минең улым Санкт-Петербургта урмансылыҡ-техник университетында уҡып, Башҡортостанға эшкә ҡайтты. Әйтергә кәрәк, оло донъяны күргәндән һуң ул киренән үҙебеҙҙең шарттарға бик ауыр өйрәнеп китте, хатта тәүге осорҙа депрессия кисерҙе. Хәҙер, Аллаға шөкөр, эшләгән ҡалаһындағы башҡорт сәнғәт мөхитендә аралашып, күңел тыныслығы таба алды. Быны нимәгә һөйләйем һуң? Мәскәүҙә, Питерҙа, сит илдәрҙә белем алып, республикаға кире ҡайтыусы йәштәрҙең барыһы ла тиерлек тәүге осорҙа ошондай уңайһыҙлыҡ кисерә, йәғни үҙҙәрен ят арбаға ултырғандай тоя. Күбеһе хатта уҡыған ҡалаларына кире китеп күңел тыныслығы эҙләй. Һорауым шундай: ни өсөн "Титаник" Ағиҙелдә йөҙә алмай?

- Бындай проблема һис һүҙһеҙ бар. Икенсенән, күп кенә мәсьәләләр Өфөгә бик һуңлап килеп етә. Беҙҙә биш йыл элек блогерҙар хәрәкәте башланһа, Мәскәүҙә был "сир" ун-ун биш йыл элек тамамланды. Һәр хәлдә, мәскәүҙәр уларҙы тәре итеп файҙаланмай. Ә беҙҙә уларҙы "алтын йомортҡа һалыусы тауыҡ" итеп күрәләр. Беҙҙә үткән йәй донъя кимәлендәге форумдар үтеп тә өлгөрмәне, хәҙер тағы ла әллә ниндәй аңлайышһыҙ форумдар хаҡында һүҙ алып бара башланылар. Ҡыҫҡаһы, һүҙ менән эш араһында баланс һаҡланырға тейештер. Шуға күрә, оло донъяны күргән егеттәр, бында ҡайтҡас, ошоларҙы күрә лә, уларҙың күңелендә эске конфликт барлыҡҡа килә. Ни өсөн тигәндә, бындағы кешеләр башҡа ритмдар менән йәшәй, бында башҡа төрлө ҡиммәттәр баһалана.
Әлегә күптәр ситтә белем алғандан һуң шундуҡ тыуған яғына ҡайтырға ашыҡмай. Әммә улар ололарса тормош тәжрибәһе туплағандан һуң күпләп ҡайта башлаясаҡ, улар үҙҙәре кеүек үк фекерләгән кешеләргә таянасаҡ. Әхмәр ағай, һинең улың һымаҡ йәштәрҙең мөҙҙәте 2016 йыл түгел, ә 2025 йыл. Мин Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһында уҡыным. Был гимназияны 1997 йылда тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре район хакимиәт башлыҡтары булып китте, ҡайһылары Хөкүмәт органдарында хеҙмәт итә. Улар бер-береһе менән аралаша һәм донъяны үҙенсә ҡабул итеүен йәмғиәткә идея рәүешендә тәҡдим итә. Ә бөгөн 23-25 йәше тулғандарҙың донъяны ҡабул итеү рәүешен йәмәғәтселек ҡабул итергә әҙер түгел. Әммә уларҙа был идея йәшәй һәм ул мотлаҡ рәүештә өҫкә ҡалҡып сығасаҡ, тормошҡа ашырыласаҡ. Иң мөһиме, улар үҙенең тырышлығы менән үҙҙәрен һаҡлап ҡала алдылар, юғалманылар. Был шулай уҡ тормош тәжрибәһе. Кеше һәр бер шартҡа ҡулайлашып, донъяға объектив баһа бирергә әҙер булырға тейеш.
Ә сит илдә уҡыуға килгәндә, мин балаларҙың урта мәктәпте тамамлағандан һуң сит илдәргә уҡыуға китеүенә ҡаршымын. Улар юғары белемде үҙебеҙҙә алып, сит илгә ниндәйҙер фәнни эш башҡарырға, стажировкаға ғына барырға тейештер. Мин урта мәктәпте тамамлағандан һуң сит илдә белем алып, үҙебеҙгә кире ҡайтҡандарҙы күргәнем бар. Улар бер енестәге кешеләрҙең никахҡа инеүҙәренә нормаль күренеш итеп ҡарай. Беҙ ундай күренештәргә "нормаға һыймай" тигән баһа бирһәк, ситтә белем алыусылар "һеҙҙең үҙегеҙҙә проблема бар", тип белдерә.
"Титаник" мәсьәләһенә килгәндә, Өфөлә уҡыусы башҡорт йәштәре өсөн Мәскәүҙә, Питерҙа уҡыусы йәштәр ниндәйҙер кимәлдә өлгө булып тора. Ижтимағи-сәйәси конъюнктура нисек кенә үҙгәрмәһен, был һәр ваҡыт шулай булып тора. Йәштәрҙе Мәскәү, Питер вуздарына уҡырға алып барыуыбыҙ барыһына ла оҡшамай. Беҙҙе хатта ҡайһы бер райондарға, ҡалаларға индермәҫкә, төрлөсә аяҡ салырға тырышалар. Бына, Әхмәр ағай, һеҙҙең быуын ата-әсәләре беҙҙең быуын яҡшыраҡ йәшәһен өсөн тырыша, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙең быуын кеүек, үҙебеҙҙең балалар беҙҙән күберәккә өлгәшһен, тигән маҡсат ҡуябыҙ. Ә эске конфликттарға килгәндә, улар ҡотолғоһоҙ процестар һәм бында мин насарлыҡ күрмә-йем.

Беҙҙең үҙебеҙҙең ҡанға һеңгән "мәҙәни кодтар" һаҡланып килә бит инде. Ул һин аралашҡан йәштәрҙә нисегерәк сағылыш таба?

- Әхмәр ағай, һин әйттең бит инде, улың Санкт-Петербургтан ҡайтҡас, үҙенә урын таба алмай ыҙаланды ла, сәнғәт, мәҙәниәт донъяһына ылығып китеп, тынысланыу тапты, тип. Бына шул ылығыу беҙҙең ҡандағы "мәҙәни код" аша тормошҡа аша ла инде. Мәскәүгә уҡырға килгән йәштәр араһында ла баштараҡ: "Беҙ бында мәҙәни сараларға йөрөргә түгел, ә уңышлы кешеләр тәжрибәһен өйрәнергә, эшлекле лекциялар тыңларға теләр инек", - тигәнерәк фекер белдереүселәр була ул. Әммә мин уларға: "Бындай саралар мотлаҡ кәрәк, беҙ эшлекле осрашыу, тренингтарҙы мәҙәни саралар менән аралаштырып алып барасаҡбыҙ. Ә эшлекле саралар менән генә сикләнһәк, беҙ йәштәрҙе үҙебеҙҙең ойошмаға күпләп йәлеп итә алмаясаҡбыҙ. Шуның өсөн мәҙәни сараларҙың ролен баһаларға, "мәҙәни кодтар" төшөнсәһен алға һөрөргә кәрәк", - тим. "Мәҙәни кодтар" башҡорттарҙы технарҙарға, гуманитарийҙарға айырмай, барыһына ла бер үк төрлө йоғонто яһай. Беҙ үткәргән "Мәскәү һылыуҡайы", КВН һымаҡ сараларға, башҡорт концерттарына яҡташтарыбыҙ үҙҙәре менән бергә уҡыған башҡа милләт вәкилдәрен, дуҫтарын, курсташтарын алып килә. Шунда килеүсе урыҫтар, чечендар, грузиндар, әрмәндәр башҡорттарҙың шундай мәҙәниәте, тарихы барлығына һоҡланып ҡайта. Был беҙҙе лә дәртләндерә, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурланыу тойғоһо уята.

Мәскәүҙә йәшәүсе билдәле шәхестәр, сәйәсмәндәр менән аралашыуы еңел, тинең. Уларҙың араһынан кемдәре менән айырыуса тығыҙ аралашам, танышмын тип әйтә алаһың?

- Иң тәүҙә мин бында Борис Кагарлицкийҙы килтерер инем. Ул бар донъяға билдәле сәйәсәт белгесе, Рәсәйгә донъяның системалы анализы төшөнсәһен ул алып килде. Ул төрлө илдәрҙә лекциялар уҡый. Минең бер дуҫым диссертация яҡлағанда кафедрала уны юҡҡа сығарырға маташтылар. Борис Юрьевичҡа хәлде аңлатып биргәйнем, ул электрон почта аша диссертацияһын һорап алды ла, рецензия яҙып, иртәгәһенә кафедраға килде. Шунда дуҫымды юҡҡа сығарырға тырышыусыларҙың диссертацияны уҡымауҙары асыҡланды. Шул саҡ Борис Юрьевич һүҙ һораны. Уны күреп ҡалыусы кафедра мөдире профессор менән бергә фотоға төшөргә булып китте. Борис Юрьевич: "Аңлауымса, мин диссертацияны уҡыусы берҙән-бер кешемен икән..." - тине лә, төплө, нигеҙле итеп аспирантты яҡларға тотондо. Һөҙөмтәлә дуҫым диссертацияһын яҡлай алды. Атаҡлы аналитик Сергей Ҡарамырҙа менән дә яҡшы танышмын, ул миңә эшлекле кәңәштәр бирә. Йәштәргә яҡшы таныш булған квнсы, ҡаҙаҡ егете Сангаджи Тарбаев менән аралашам. Алдараҡ әйткән Алексей Автономов менән яҡшы танышмын. Уның диссертацияһын күсереп алыр өсөн төбәктәрҙән министрҙар килә. Мин уның ғаиләһе менән дә аралашам, йорттарына барып йөрөйөм, ғаилә байрамдарына саҡыралар. Шәреҡте өйрәнеү институты менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорғанбыҙ, беҙ уларҙа бик күп саралар үткәрҙек. Муса Мортазинға, Перовскийға арналған, башҡорт ырыуҙары тарихы темаһына бағышланған сараларыбыҙ шул институтта үтте, әле Морат Рәмзи буйынса семинар үткәрергә әҙерләнәбеҙ.

Башҡорт ойошмаһы булараҡ, һеҙҙең төп позицияғыҙ нимәгә ҡайтып ҡала? Икенсе һүҙ менән әйткәндә, һеҙгә башҡорт милли хәрәкәтенең оҡшаған һәм оҡшамаған яҡтары нимәлә?

- Беҙ, алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәре, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булыуын теләйбеҙ. Беҙгә ике сиктә тороусыларҙың позицияһы ла оҡшамай. Тәүгеләре уларҙың "милли мантраларға" күсә, "башҡорттар" тип буш һүҙҙәр, лозунгылар һөйләй, ғәмәлдә үҙҙәре милләт өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай. Беҙ аныҡ ғәмәлдәр яҡлы. Икенсе сиктә тороусылар иһә милләт алдында торған проблемаларға бөтөнләй күҙ йомоп ҡарай, улар ҙа беҙгә оҡшамай. Шулай уҡ яраҡлашыу позицияһында тороусыларҙың да позицияһы беҙгә ситен.

Беҙ төрлө ҡатмарлы, ауыр ситуацияларға ҡалғанда атай-олатайҙарыбыҙ тарафынан быуаттар буйына һыналған йолаларға, ысулдарға таянабыҙ. Бер үк ваҡытта туҡтауһыҙ үҙгәреүсе заман беҙҙең ҡайһы бер төшөнсәләргә архаик ҡараштарҙы инҡар итә. Шулай түгелме?

- Мин үҙемдең мәҡәләләрҙә тап ошо проблемаларҙы күтәрәм дә инде. Эйе, оҙаҡ ваҡыт архаик ҡараштар менән генә йәшәү ҙә мөмкин түгел. Сөнки алға ҡарап йәшәмәһәк, традициялар архаиканан ары үтмәйәсәк. Беҙ ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәренән үҫеп сыҡҡанбыҙ, Аллаға шөкөр, әгәр ҙә шунан үҫеп сыҡмаһаҡ, халыҡ, милләт тип аталмаҫ инек.

Азат, мине борсоған икенсе бер мәсьәлә дингә ҡайтып ҡала. Ни өсөн Исламға килеүсе йәш кеше шундуҡ ниндәйҙер сектаның ҡорбанына әүерелә, әүерелмәгән осраҡта ла, агрессив хәрәкәткә ҡушылған кеше итеп иҫәпләнә башлай? Бында ундайҙарға ситтәрҙең биргән баһалары ла булышлыҡ итә һәм ошо фонда тотош дин агрессив күренеш итеп күренә...

- Был, беренсенән, архаик фекерләү һөҙөмтәһе булып тора. Икенсенән, был хәл секталарҙың үҙ эшен әүҙем алып барыуҙары хаҡында ла һөйләй. Беҙгә йәштәр араһында аңлатыу эше алып барырлыҡ белгестәр, аналитиктар етешмәй, шуға күрә йәштәрҙең дини юлға аяҡ баҫыуы үҙағышына ҡуйылған.

Хәҙерге ваҡытта "Традицион Ислам" тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Минең аңлауымса, беҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр, Сәғүд Ғәрәбстанында йә булмаһа Сирияла, йә булмаһа Кавказдағы һымаҡ итеп дин тота алмайбыҙ, сөнки Рәсәй Федерацияһы - күп милләтле, күп динле дәүләт. Шуға күрә беҙҙең өсөн традицион Ислам - ул халҡыбыҙҙың йолаларына, традицияларына яраҡлы дин. Ә һин был төшөнсәне нисек аңлайһың?

- Беҙ - Хәнәфи мәсхәбендәге сөннәттәр. Традицион Ислам - ул иң беренсе нәүбәттә беҙҙең атай-олатайҙар тотҡан дин, ул диндең ниндәйҙер формаһы түгел, ә динде һәм Хоҙайҙы ҡабул итеүебеҙ рәүеше. Сөнки дин тотоу, намаҙ уҡыу, тәһәрәт, шәриғәт ҡанундарын үтәү бөтә урында ла бер үк төрлө. Беҙ Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев кеүек дин өлкәһендә эшләгән ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәрен ниндәй кимәлдә беләбеҙ һуң? Уларҙы тик шул өлкәлә эшләүсе ғалимдар ғына белә. Миңә шәреҡ тарихын өйрәнеүсе бер йәһүд ғалимы: "Һеҙ үҙегеҙҙең архивтарығыҙҙы, атай-олатайҙарығыҙ барлыҡҡа килтергән дини-философик практиканы өйрәнмәйенсә тороп, һәр ваҡытта ла сит йоғонтоға дусар булып йәшәйәсәкһегеҙ. Һеҙ ҡотолоу юлын ситтән эҙләйһегеҙ. Ул юлдар һеҙҙең атай-олатайҙарығыҙ тарафынан күптән табылған, һыналған", - тигәйне.

Беҙҙең өләсәйҙәр һәм әсәйҙәр, мәҫәлән, яулыҡ ябынып йөрөгән, хиджаб кеймәгән. Икенсенән, күп төрлө милләттәр йәшәгән, төрлө-төрлө диндәр булған Рәсәй ысынбарлығында хиджаб кейеп, битен-күҙеп ҡаплап йөрөгән ҡатын-ҡыҙ кешегә, теләйбеҙме-юҡмы, "шәһиҙә" тип шикләнеп ҡарайҙар. Тимәк, хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙға башҡа кешеләр шикләнеп ҡарай икән, ул үҙенән-үҙе агрессия сығанағына әүерелә. Шулай түгелме?

- Дербент, Махачкала янынан үткәндә бите-күҙе тулыһынса ҡапланған ҡатын-ҡыҙҙарҙы осратаһың. Чечняла иһә ҡыҙҙарҙың башында косынка, бит-йөҙҙәре асыҡ. Был - чечендарҙың традицион кейеме. Был - беренсенән, икенсенән, беҙҙең халыҡтар төрлөсә үҫешкән. Беҙ модерн баҫҡысын күберәк үткәнбеҙ. Беҙ ырыу-ҡәбиләләр берләшмәһе булараҡ халыҡ булып формалашҡанбыҙ, улар әле халыҡ булып формалаша ғына. Уларҙа беренсе урында халыҡ, милләт мәнфәғәте түгел, ә тейптарҙың (тайфаларҙың) мәнфәғәте тора. Тейп башлыҡтары үҙ-ара килешмәйенсә тороп, бер ни эшләнмәй. Беҙ модернды үткәнбеҙ, тик беҙҙә урбанизация аҙаҡҡа тиклем үтмәгән. Хәҙер Рамзан Ҡадыров был форматты үҙгәртә.

Теләйбеҙме-юҡмы, капиталистик йәмғиәттә йәшәйбеҙ икән, милләт унда һаҡланып ҡалһын өсөн милли буржаузия синыфы ла формалашырға тейешле. Беҙҙең байҙарыбыҙ бар, тик уларҙың күбеһе ситтә йөрөй, булғандары тарҡау. "Башҡорт буржуазы" тигән вакантлы урын буш торорға тейеш түгелдер бит?

- Мин ни өсөн ауыл йәштәренә Мәскәү, Питер юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итә башланым һуң? Бер мәл Өфөләге дауахананың баш табибында ҡунаҡта булырға тура килгәйне. Уға бер туҡтауһыҙ шылтыратып, дауаханаға ятырға, башҡа мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам һорай башланылар. Мөрәжәғәт итеүселәр уны Хоҙай урынына күрә. Был хәлдән ул рәхәтлек кисерә. Ни өсөн тигәндә, ул үҙе ярҙам күрһәтеүселәрҙән туҡтауһыҙ тегене-быны һорай: "Мин һеҙгә ярҙам итәм, давай, һин миңә ит йә булмаһа ике тоҡ картуф алып кил?" Теге кеше әгәр ҙә Өфөнөкө булһа, йәмәғәт транспортында ике тоҡ картуф тейәп килеп етә инде, әгәр ҙә Өфөнән ситтә йәшәһә, ике тоҡ картуф үгеҙ хаҡына төшә бит инде. Бына был мещанлыҡ тип атала, уның буржуазия менән һис уртаҡлығы юҡ. Баяғы баш табипҡа: "Мин һеҙҙе шулай булғанығыҙ өсөн күрә алмайым", - тип әйтеп киттем.
Беҙҙең халыҡта коллектив аң көслө. Барса халыҡ буржуаз булып та китә алмай.
Беҙ йәштәргә ярҙам итә башлағас, ауылдарҙан килеүсе ата-әсәләрҙең үҙҙәрен тотошо аптырата торғайны. Бер мәл улын эйәртеп бер әсәй кеше килде. Улының документтарын ҡарап, әңгәмә үткәреп, юғары уҡыу йортон билдәләнек, фатиха бирҙек. Әсәһенең ҡулында хатта ханымдар сумкаһы ла юҡ, пакет тотҡан. Пакетынан гәзит менән уралған төргәк сығарҙы ла: "Мына, һыйырҙы һаттыҡ, мында ун биш мең. Ҡалғанын ҡыш тағы бер тыусаны һуйғас, тултырып түләрбеҙ. Етерме икән? Уҡырға инә аламы?" - ти. Үҙе ҡалтырай, ришүәт бирә белмәй. Тамағыма төйөр тығылды. Мин апайға: "Апай, беҙгә аҡса кәрәкмәй. Улығыҙ мотлаҡ рәүештә уҡырға инәсәк. Был аҡсаға улығыҙға ноутбук алып бирегеҙ", - тигәйнем, түгелеп илап ебәрҙе. Бына ниндәй хәлгә еткерелгән беҙҙә әсәйҙәр!

Шулай итеп...
Элегерәк Мәскәү ҡалаһына барып ҡайтыусылар шундайыраҡ тойғо кисерә торғайны: һин ул ҡалаға барҙыңмы, ҡайттыңмы - бынан Мәскәү һис ниндәй үҙгәреш кисермәй һымаҡ ине. Ә бына ауылдан Өфөгә килеп төшһәң, вокзалда уҡ таныштарҙы осратаһың, урамдарҙа тағы ла таныш кешеләреңде күрәһең һәм Өфө һине ошо таныш кешеләреңдең йөҙө менән сәләмләгән кеүек. Хәҙер инде Азат Бадрановтың фекерҙәрен тыңлағандан һуң, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары ла беҙ барып төшөү менән унда уҡыған йәштәребеҙ йөҙө менән сәләмләйәсәк. Быныһы - иң мөһиме...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.16 | Ҡаралған: 1421

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru