«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕРЕЛӘР МЕНӘН БЕР САФТА
+  - 

Бөйөк күрәҙәсе Ванганың: "Рәсәй, тереләр менән үлеләр бер сафҡа баҫҡас, ҡабат ҡеүәтен тергеҙәсәк", - тигән һүҙҙәрен һәр кем үҙенсә аңлатырға тырыша, әммә 9 Май - Еңеү көнөндә илебеҙ ауыл-ҡалалары буйлап "Үлемһеҙ полк" сафтары үтеүе барыбер ҙә күңелдәрҙә өмөт уятыр бер хәҡиҡәткә ишаралай һымаҡ. Халыҡ ошондай гражданлыҡ-патриотик акцияларҙы күтәреп ала икән, тимәк, уларҙа донъяны, тормошто яҡшыртыр, йәшәйешебеҙҙе дауам итер көс-ҡеүәт етерлек.

Был тантаналы ла, моңһоу ҙа көндә республика район-ҡалаларында ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла тереләр менән бер ҡатарҙан "Үлемһеҙ полк" сафтарында исемдәре мәңгелек хәтеренә яҙылған яугирҙар ҙа атланы.
Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл акция 50 илдә уҙғарыла һәм башланғандан алып иң күләмлеһе була. Уға Рәсәйҙең Владивостоктан алып Калининградҡаса йөҙҙәрсә-меңдәрсә ҡала-район-ауылы, быйыл беренсе тапҡыр Бөйөк Британия, Греция, Испания һ.б. илдәр ҡушыла. Мәскәүҙә акция барлығы 700 мең кешене туплаһа, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә 35 мең өфөлө яу яландарында ятып ҡалған, ошо көндәргәсә йәшәй алмаған Еңеү һалдаттарының фотолары беркетелгән транспаранттарҙы баш ҡаланың төп урамдарының береһе булған Октябрь проспекты буйлап тотоп үтте. Республиканың "Үлемһеҙ полк" колоннаһының башында Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәрҙең фашизмды Еңеүенең рәсми символы булған Еңеү Байрағының күсермәһе елберҙәне. Тамашасылар менән бергә баш ҡалала был көндә байрам сараларында барлығы 51 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
"Үлемһеҙ полк" сафтарының тығыҙлығына республиканың һәр төбәге, һәр ауыл советы үҙ өлөшөн индерҙе. Мәҫәлән, Ишембайҙа акцияла - ике мең, Күмертау ҡалаһында өс мең самаһы кеше ҡатнашһа, Нефтекамала был һан ете меңгә еткән. Йылайыр районында мең самаһы кеше "Үлемһеҙ полк" сафында үткән. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки Бөйөк Еңеү - һәр өйгә килгән "ҡара ҡағыҙ"ҙар, хәсрәт, күҙ йәштәре аша яуланған бөйөк байрамыбыҙ ул.
Еңеү байрамы Салауат районында ла киң билдәләнде. Ҡулдарына флагтар, шарҙар тотҡан уҡыусылар бер рәткә теҙелеп, ветерандарҙы ҡаршы алды. Яу яланында ятып ҡалған, һуғыштан һуң ҡайтып һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, сараға йыйылыусылар һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалды. Артабан ветерандар һәм район халҡы тигеҙ сафҡа теҙелеп, Балалар сәнғәт мәктәбе оркестры оҙатыуында Малаяҙ ауылының үҙәк урамынан үтте. Бигерәк тә фронтовик атай-олатайҙарының, яҡын туғандарының фотоларын тотҡан халыҡтың "Үлемһеҙ полк" рәтенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине! Әйтерһең, был көндө фронтовиктар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, яҡташтары менән бергә 71-се Еңеү көнөн ҡаршы алды.
Йылдағыса, Асҡын районында ла байрам саралары район хакимиәте алдындағы майҙанда Хәтер мемориалына сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙары, туғандарының портреттарын тотоп, ғорур баҫып Еңеү парадында үтте. Сарала ҡатнашыусы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлинур Шәйбәков һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерләне, бөгөн арабыҙҙа булған ветерандарға сәләмәтлек теләне. Билдәләнеүенсә, райондан фронтҡа алты мең биш йөҙҙән ашыу кеше киткән, шуларҙың дүрт меңдән ашыуы яу ҡырында башын һалған. Бөгөнгө көндә ауыр йылдар тарихын 12 - һуғыш, 225 тыл ветераны һәм бер фашист концлагеры тотҡоно һаҡлай. Белорет муниципаль районының һәр ауылында тиерлек тантаналы митинг, "Үлемһеҙ полк" акциялары ойошторолдо. Иң төпкөл ауылдарҙың береһе Ботайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Был изге инициатива ауыл халҡынан башланды һәм уны ауыл хакимиәте башлығы Рәил Ғәлиуллин, депутаттар күтәреп алып, ойоштороу эшен үҙ өҫтөнә алды. Үкенескә күрә, бөгөн был ауылда иҫән булған бер генә һуғыш ветераны ла ҡалмаған.
Белорет ҡалаһы һәм районынан 33 144 кеше һуғышҡа киткән һәм шуларҙың 10 993-ө яу яланында ятып ҡалған, 14 490 яҡташыбыҙ ғына тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтыу бәхетенә өлгәшкән. Һуғыш ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн 13 яугир Советтар Союзы Геройы, бер яугир - Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған, бер кеше Хәрби Дан орденының тулы кавалеры. Әлеге ваҡытта районда 49 Бөйөк Ватан һуғыш һәм 900-ҙән ашыу тыл ветераны йәшәй.
Ишембай районы Ҡолғона ауылында үткән "Үлемһеҙ полк" акцияһында Бөйөк Ватан һуғышының бөтә һалдаттары ла - яу яландарында ятып ҡалғандары ла, тәпәй баҫҡан тупрағына ҡайтып вафат булғандары ла - тереләр менән бергә байрам майҙанына килде, фотоһүрәттәрҙә булһа ла, еңеүселәр сафында атланы. Һәр кем үҙенең ғаилә геройын иҫкә алырға мөмкинлек булғанда, ысынлап та, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаясаҡ...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.16 | Ҡаралған: 1096

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru