«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАД МИҘГЕЛЕ АҘАҒЫНА ЯҠЫНЛАША
+  - 

Май айы - сәнғәт усаҡтары өсөн бик яуаплы мәл. Тап ошо ваҡытта ижад миҙгелененә йомғаҡтар яһала, ғәҙәттә, яңы премьералар тәҡдим ителә.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 26-сы ижад миҙгелен "Аҡса булһа бер муҡса..." (М. Багаев, реж. А. Йыһаншин) музыкаль комедияһы менән тамамлап өлгөрҙө инде. Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, театрҙың башҡорт труппаһы өсөн идажи миҙгел бик ҡыҙыҡлы үткән, улар төрлө фестивалдәрҙә, семинарҙарҙа ҡатнашҡан, гастролдәргә сыҡҡан. Труппа яңы ижади көс - Салауат башҡорт драма театры актерҙары Гөлнара Сабитова һәм Вадим Ҡылысов менән тулыланған. "Аҡса булһа бер муҡса..." спектакле миҙгелдең иң сағыу спектаклдәренең береһе, уны өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә яратып ҡарай. Әлеге мәлдә театр был спектакль менән Белорет, Бөрйән, Әбйәлил райондарында гастролдәрҙә йөрөй. Яңы миҙгелдә режиссер Азат Йыһаншин А. Камюҙың "Калигула" трагедияһын, режиссер Рөстәм Хәкимов А. Цагарелиҙың "Ханума" музыкаль комедияһын тәҡдим итмәксе.
Республикабыҙҙың төп театры - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн дә 96-сы ижад миҙгеле бик ҡыҙыу булды. Репертуар "Джут" (О. Жанайдаров, реж. А. Абушахманов), "Йософ һәм Зөләйха" (Ҡол Ғәли, Ю. Сафиуллин инц., реж. О. Ханов), "Хыялға ҡаршы" (А. Баймөхәмәтов, А. Ишбулдина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев) кеүек төрлө жанрҙағы спектаклдәр менән тулыланды. "Ҡара йөҙҙәр" (М. Ғафури, А. Абушахманов, Ш. Ғилманова инц., реж. А. Абушахманов) спектакленең "Алтын битлек" Рәсәй милли театр премияһы һәм фестивалендә ҡатнашып, бер юлы биш номинацияға дәғүә итеүе Башҡорт академия драма театрының ғына түгел, тотош башҡорт сәнғәте донъяһында ҙур ваҡиға булды. Театрҙың рәссамы Альберт Нестеров костюмдар өсөн "Алтын битлек" премияһына лайыҡ тип табылды. "Джут" драмаһы Силәбе ҡалаһында үткән "Театр кешеһе" Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Театр коллективы май башында тамашасыларға "Ул бит кисә ине" (А. Әхмәтғәлиева, реж. А. Абушахманов) тигән лирик комедия тәҡдим иткәйне. Заманса мөнәсәбәттәр, заманса зауыҡ, заманса шаярыу, заманса лирика, заманса спектакль, әммә ысын мөхәббәт кенә үҙ асылында был комедияла. Йола буйынса, 96-сы ижад миҙгелен дә яңы премьера менән тамамлаясаҡ театр. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, ти халыҡ мәҡәле, герой ҙа буласаҡ кәләшенең ғаилә тормошонда үҙен нисек тотасағын белергә теләп, уның әсәһе менән танышырға теләк белдерә. Тик ҡәйнә кеше был осрашыуҙа ҡатнаша алмай, уның урынына Башҡортостандың, Рәсәйҙең, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров үҙе киләсәк. "Мин һинең ҡәйнәң булам" (С. Белов, реж. О. Ханов) комедияһы премьераһы майҙың аҙағына билдәләнгән.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе театр миҙгелен Илшат Йомағоловтың "Һөйәркәләргә ҡапҡан" (реж. А. Зарипов) премьераһы менән тамамланы. Тойғолар һинең йәшме, ҡартмы икәненде һорап тормай, башты бер әйләндерһә, әйләндерә генә! Комедия мөхәббәт ҡапҡанына эләгеүселәр хаҡында, ти был спектаклдә уйнаусы актерҙар. Һөйөү һәм мөхәббәт булған ерҙә тоғролоҡ, ысын дуҫлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр ҙә бар, яңы премьерала һүҙ ошо хаҡта. XXV концерт миҙгеле "Гүзәл ҡалам, Стәрлетамаҡ" тип атала һәм ул ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейына арнала.
Салауат дәүләт башҡорт драма театры 83-сө ижад миҙгелен Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә лә ябасаҡ. Был йәкшәмбе театр коллективы Өфө тамашасыһы иғтибарына Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса ҡуйылған "Ерҙәштәр" (режиссеры һәм сценарий авторы - А. Федоров) спектаклен тәҡдим итәсәк. Театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов әйтеүенсә, "Ерҙәштәр" бик матур, фәлсәфәүи килеп сыҡҡан. Стәрлетамаҡта тыуып-үҫкән, әлеге мәлдә Мәскәү театрҙарында эшләгән Антон Федоров үткән быуат, унда йәшәгән кешеләр хаҡында, бөгөн бөтөн нәмәнең, шул иҫәптән беҙҙең үҙебеҙҙең дә үҙгәреүебеҙ хаҡында һөйләргә теләй был жанры тормош хикмәттәре тип аталған спектаклдә. "Жанры буйынса ла, атамаһы буйынса ла оҙаҡ уйландыҡ. "Ауыл адвокаттары", минең ҡабул итеүем буйынса, бер ваҡиға бер үк ваҡытта илата ла, көлдөрә лә алған берҙән-бер әҫәр, уның яҙылыу стиле шулай. Ниндәй генә драматик хәл һүрәтләнмәһен, ул шундай еңел тел менән яҙылған, улар, ысынлап та, хикмәт, риүәйәткә әүерелгән. "Ерҙәштәр" тигәнсе "Яҡташтар" тиһәгеҙ ни була тип тә уйлаусылар булыр. Ерҙәштәр тип әйтеүҙең үҙенең хикмәте бар. Бер ерҙә тыуып, йәшәп, шул уҡ ергә киткәс, беҙ яҡташтар ғына түгел, ерҙәштәр булабыҙ бит. Атама ла ер менән бәйле булһын, тинек. Ябай ғына әҫәр кеүек, әммә унда бер нәмә лә ябай ғына түгел, шуға ла Өфө тамашасыһы уны килеп күрһен ине", - ти спектакль тураһында Зиннур Фәрит улы. Әйткәндәй, был премьера Салауат ҡалаһы халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, хатта китапханаға тап ошо әҫәрҙе һорап килеүселәр ҡапыл артҡан.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы иһә концерт миҙгелен 23 майҙа ябасаҡ. 77-се ижад миҙгеле төрлө сағыу проекттарға, акцияларға, концерттарға бай булды. "Урал ауазы" III Халыҡ-ара конкурс-фестивале, "Розовая пантера" Халыҡ-ара джаз-фест, "Sauerfest" Халыҡ-ара орган фестивале үҙ ҡорона ҡунаҡтар йыйҙы, режиссер Илшат Фәхертдиновтың С. Аксаков әкиәте буйынса сәхнәләштергән "Аленький цветочек" мюзиклы ла үҙенең тамашасыларын тапты. Филармония коллективына "Орлан" ансамбль-студияһы, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, Полина Кобец һәм Сиявуш Шерматзаде кеүек йәш башҡарыусылар өҫтәлде. Филармонияның балалар академияһы ла уңышлы эшләп килә, 19 майҙа Малайҙар капеллаһы, Бейеү академияһы һәм Олег Касимовтың Балалар Биг-бенды тәүге концерты менән сығыш яһаясаҡ. "77-се бәхетле билет" тип аталған гала-концертта филармонияның бөтөн ижади коллективы ҡатнаша.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.16 | Ҡаралған: 1414

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru